
Күптән түгел Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалы Сибай институтында йәмәғәт экология инспекторҙары өсөн "Таҙа Талҡаҫ" проекты сиктәрендә семинар-форум үтте. Унда республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 150 экоактивист ҡатнашты. Сараны уҙғарыу инициаторы - Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров һәм ул етәкләгән "Ир-егеттәр советы" ойошмаһы. Һөйләшеү Талҡаҫ күленә генә түгел, ә тотош Урал аръяғы төбәгенең экологияһы проблемаларына ҡағылды.
Тәүге көндә йәмәғәт инспекторы булырға теләк белдереүселәр өсөн уҡыу семинары ойошторолдо. Улар алдында З.З. Байғусҡаров, Сибай институты директоры И.С. Хәмитов, директор урынбаҫары, иҡтисад фәндәре кандидаты Ғ.М. Насыров, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай биләмә комитеты рәйесе В.Р. Бастанов сығыш яһаны. Һорау-яуап форматында барған семинар аҙағында экоактивистар, төркөмдәргә бүленеп, "Талҡаҫ күлен һаҡлағыҙ!" мәғлүмәт стенды эшләне һәм үҙ проекттарын яҡлап сығыш яһаны.
"Экологик яҡтан күлгә һәр төрлө хәүеф янай. Һыуҙың, һауаның бысраныуы, сүп-сар ҡалдыҡтары тупланыуы, климаттың үҙгәреүе үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына кире тәьҫир итә. Заманса технологияларҙы өйрәнеү һәм ҡулланыу, экологик стандарттар булдырыу, экологик мәҙәниәтте күтәреү, экологик туризмды үҫтереү, йәмәғәт менән тығыҙ бәйләнеш тотоу, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һәм туристик күрһәтеүгә йүнәлтелгән тәбиғәт объекттары биләмәләрен зоналаштырыу, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә экологик һуҡмаҡтарҙы һәм туристик маршруттарҙы сертификациялау һәм был биләмәләрҙә килеүселәрҙең тәртибен регламентлаусы ҡағиҙәләр эшләү - проблемаларҙы хәл итеү юлы", - тине үҙенең сығышында иҡтисад фәндәре кандидаты Ғәзинур Насыров.
"Әүҙемлегегеҙ өсөн рәхмәт! Иң мөһиме, закон һеҙҙең яҡта икәнен онотмағыҙ. Һәм, әлбиттә, ул закондарҙы үҙегеҙ яҡшы белергә тейешһегеҙ. Биргән һорауҙарығыҙҙан сығып, ҡануниәтте нисек камиллаштырырға кәрәклеген күрәбеҙ. Был йүнәлештә Дәүләт Думаһында эштәр алып барасаҡбыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: урмандарыбыҙҙың, күлдәребеҙҙең һәм йылғаларыбыҙҙың таҙалығы һәр кемдән башлана. Әгәр һеҙ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы күрһәгеҙ, үтеп китмәгеҙ, ҡануниәттәр нигеҙендә эш итегеҙ", - тип Зариф Байғусҡаров семинарҙың тәүге көнөн йомғаҡланы.
Икенсе көндә семинар-форумда ҡатнашыусылар институттың таш эшкәртеү лабораторияһын, музейҙарҙы ҡараны, фойеға ҡуйылған күргәҙмә менән танышты һәм профессор З.Ғ. Йәрмөхәмәтов исемендәге ғилми совет залын тантаналы асыуҙа ҡатнашты. Зиннур Ғөбәйҙулла улы халыҡ күңелендә үҙ ерен, халҡын, тыуған яғын яратҡан арҙаҡлы шәхес булараҡ һаҡлана. Тантанала күрһәтелгән архив материалдарҙа был асыҡ сағылды.
Семинар-форумдың пленар ултырышында Дәүләт Думаһы депутаты З.З. Байғусҡаров, институт директоры И.С. Хәмитов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы С.В. Озерцов, уның урынбаҫары В.А. Солтанов, Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры Е.А. Гуслов, Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары К.Ф. Бирғулиев, Волга буйы федераль округының тәбиғәтте файҙаланыу департаменты начальнигы урынбаҫары А.Н. Грицук, Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы урынбаҫары Ю.Ю. Садыҡов, Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү идаралығының Көньяҡ Урал бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә.Х. Узкова, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе В.Р. Бастанов, "Башҡорт баҡыры" йәмғиәтенең тирә-яҡты һаҡлау бүлеге начальнигы Г.Ф. Ноғоманова һәм башҡалар сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры Евгений Гуслов үҙенең сығышында иғтибарҙы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһенә йүнәлтте. Уның һүҙҙәренсә, был өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙар, шул иҫәптән файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа лицензия шарттарын үтәмәү даими үҫә, был иһә ер аҫтының деградацияһына килтерә. Прокурор, законһыҙ урман ҡырҡыу факты буйынса зыян 5 мең һумдан алып юғары күләмдә булған осраҡта енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү законһыҙ эш итеү осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирер, тигән ышаныс белдерҙе. Ошо һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеүҙә йәмәғәт инспекторҙарының хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара тығыҙ эш итеүе мөһим, тип билдәләне Евгений Гуслов. Ул власть органдары менән берлектә йәмәғәт инспекторҙарына ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу урындарын ышаныслы билдәләргә ярҙам иткән алгоритм эшләү маҡсатҡа ярашлы булыр ине, тине. Әйтәйек, кадастр мәғлүмәттәренә интеграцияланған бындай ҡушымта инспекторҙарға ер участкаларының категорияһын билдәләргә, фото һәм видеоматериалдарҙы беркетергә, шулай уҡ участканың законлы хужалары тураһында мәғлүмәтте теркәргә ярҙам итә алыр ине. Прокурор, контроль органдары эшләмәһә, юғары инстанцияларға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әлиә Узкова иһә граждандарға йәмәғәт инспекторы статусы биреү тәртибе хаҡында аңлатты. Билдәләнеүенсә, иң элек үҙ ниәтеңде асыҡ белдереп, ғариза тапшырырға кәрәк. Унан һуң 20 тест һорауына яуап биреү талап ителә. Уның һөҙөмтәһе ғаризала күрһәтелгән электрон почтаға ебәрелә. Өсөнсө этап - комиссия уңышлы кандидаттарҙы һайлап ала, уларҙы реестрға теркәй һәм 3 йылға инспектор итеп ҡуя. Башҡарылған эштәргә даими отчет биргәндә йәмәғәт башланғысындағы был вазифа йәнә бер тапҡыр оҙайтылыуы ихтимал. Йәмәғәт инспекторы таныҡлыҡ алырға хоҡуҡлы, бының өсөн территориаль органға ғариза һәм фото тапшырырға кәрәк. Әммә таныҡлыҡтың булыуы мотлаҡ түгел, сөнки теркәлгән инспекторҙар тураһында бөтә мәғлүмәт "Росприроднадзор"ҙың рәсми сайтына ҡуйыла һәм теләһә ҡайһы граждан уны тикшерә ала.
Вадим Бастанов Талҡаҫ күлен һаҡлау буйынса комитеттың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Сығышында ул һыу һаҡлау зоналарында, шул иҫәптән Талҡаҫ күле янында санкцияланмаған автотранспорт туҡталҡалары проблемаһына айырыуса иғтибар бүлде. Билдәле булыуынса, һыу ятҡылыҡтарынан 50 метрҙан яҡыныраҡ урынды туҡталҡаға әйләндереү тыйылған. Айырыуса "авто-мунса"ның киң таралыуы борсоуға һала, сөнки прицеп шулай уҡ транспорт сараһы булып тора һәм уны ла һыу һаҡлау зонаһына яҡын килтереү тыйыла. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн административ яуаплылыҡ, шул иҫәптән штрафтар ҡаралған. Инспекторҙар уларҙы фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғына эйә, шулай уҡ социаль әүҙем граждандар ҙа мәғлүмәтте кәрәкле ведомствоға ебәрә ала. Граждандарҙың ялыуҙарын 30 көндә, ә экология инспекторҙары ебәргән дәлилдәр 10 көн эсендә ҡаралырға тейеш.
Шулай уҡ рөхсәтһеҙ сүплектәр ҙә көнүҙәк проблема булып ҡала. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штрафтар һәм административ яуаплылыҡ ҡаралған. Мәғлү-мәттәрҙе эшкәртеүҙе һәм саралар күреүҙе Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы тормошҡа ашырырға тейеш. Контроль һәм иҫкәртеү маҡсатында Сибай территориаль комитеты тарафынан ял көндәрендә лә рейд саралары үткәрелә, уның барышында граждандарға буклеттар таратыла, уларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары аңлатыла, биләмәләр тикшерелә. Шулай уҡ ведомство хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә һыу өлгөләрен ала (19 төр күрһәткес), биологик һәм химик анализ үткәрә. Комитет вәкилдәре экологик өмәләрҙә һәм ағас ултыртыу буйынса акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Юнир Садыҡов республиканың урман фонды ерҙәрендә урман һаҡлауҙы көсәйтеү тураһында мәсьәлә күтәрҙе. Урмансылар битараф булмаған граждандар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған осраҡта диспетчер хеҙмәте менән бәйләнешкә инергә йәки рәсми сайт аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. 2025 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда урмандарҙы законлы ҡырҡҡанда уларҙың урынына ағас ултыртыу 100 процентҡа үтәлгән. Был күрһәткесте 120 процентҡа тиклем күтәреү планлаштырыла.
Ғөмүмән, сығыштар бик күп булды, улар һыуҙы, һауаны, урманды һаҡлау, ер аҫты һәм тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланыу, балыҡ тотоу, һунар итеү мәсьәләләренә арналды. Шулай ҙа иғтибар үҙәгендә Талҡаҫ булды. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың "Ир-егеттәр советы" йәмәғәт ойошмаһы күлде шефлыҡҡа алған һәм уны киләсәк быуынға һаҡлап ҡалыу өсөн күп эштәр башҡара. 2021 йылдан бында "Таҙа Талҡаҫ" өмәһе уҙғарыла, күлгә ҡойған инештәр таҙартыла, кәртәләнә, ағастар ултыртыла. Тәүге өмәгә 21 кеше генә килһә, йылдан-йыл улар һаны арта.
"Бығаса күлгә ҡойған 4 инеште тергеҙһәк, быйыл йәнә 6 шишмәне таҙартыу планлаштырыла. Һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуҙан тыш, тәбиғәт паркында ял итеүселәр өсөн уңайлы мөхит булдырыласаҡ. Экосистеманы һаҡлау өсөн автомобилдәрҙең инеүен сикләү һәм намыҫһыҙ граждандар яғынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтатыу өсөн ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе контролдә тотоуҙы көсәйтеү кәрәк. Шулай уҡ Талҡаҫ күле һыуын механик таҙартыу күҙаллана", - тип билдәләне Зариф Байғусҡаров. Ул барыһын да Талҡаҫ буйында 25 апрелдә үтәсәк сираттағы экологик акцияға саҡырҙы. Унда күл янын сүп-сарҙан таҙартыу, мең төп ҡарағай ултыртыу, уларҙы кәртәләү планлаштырыла.
Сара һуңында экоактивистарға таныҡлыҡ тапшырылды. Әйткәндәй, уларҙың статусы федераль закон менән нығытылған. Тәбиғәт һөйөүселәр үҙ бурысын намыҫлы һәм ғәҙел үтәһә, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртеүгә өлгәшә алһа, Талҡаҫ өсөн генә түгел, дөйөм тирә-яҡ мөхит, тәбиғәтебеҙ өсөн борсолоуҙарыбыҙ күпкә кәмер. Ни тиһәң дә, барлыҡ ҙур эштәр бәләкәйҙән башлана бит.
Резедә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА