«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИМАНЛЫ БУЛАЙЫҠ!
+  - 

Бәләкәйҙән ололар ауыҙынан "Иманлы бул, балам!" тигән теләк-нәсихәттәрҙе лә ишетеп үҫкән күптәребеҙ. Ә кем һуң ул иманлы кеше? Кешенең иманы кимәлен ниндәй сифаттары сағылдыра ала? Тик диндә булған кеше генә иманлы була аламы? Ошо һорауҙар менән журналист Сәлмән ЯРМУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.

- Ислам динендә билдәләнеүенсә, бөтөн кеше лә мосолман булып тыуа. Әммә артабан ғаиләлә, уны уратып алған мөхит йоғонтоһонда баланың дингә ҡарашы, фитраты үҙгәреүе ихтимал.
Аллаһ Илсеһе - Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) үҙенең мөбәрәк хәҙистәрендә кешенең иманлылығын билдәләгән сифаттарҙы телгә ала. Мәҫәлән, бер хәҙисендә, Ватаныңды һөйөү ҙә - имандың бер өлөшө, тиелә. Тимәк, күңелендә Тыуған иленә ҡарата һөйөү тойғоһо булған патриот кешелә лә иманлылыҡ сифаттары бар.
Шулай уҡ ул таҙалыҡты, сафлыҡты ла, йәғни тәнеңде лә, йортоңдо ла, тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоуҙы ла Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) иманлылыҡтың бер өлөшөнә тиңләй. Мәҫәлән, Ислам динендә кешенең һәр ваҡыт тәһәрәтле булыуы ныҡ хуплана. Аллаһ Илсеһе тәһәрәттән бер ваҡытта ла өҙөлмәгән бәндәләрҙең ожмахҡа иң беренселәрҙән булып, еңеллек менән инеүселәр араһында буласағы тураһында әйткән. Шуға ла ихлас мосолмандар тәһәрәттән өҙөлмәҫкә тырыша, изге йома көнөндә мотлаҡ ғөсөл ҡойона, таҙалыҡты һаҡлай.
Аллаһ Илсеһе билдәләүенсә, яҡындарыңа ҡарата булған йылы мөнәсәбәт, ғаиләңә, балаларыңа булған һөйөү ҙә - иманлылыҡтың ҙур бер билдәһе. Сөнки бөтөн нәмәгә һөйөү, мәрхәмәт менән ҡарау - мосолман кешеһенең төп сифаты. Был йәһәттән Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) менән булған хәл тураһында бәйән итеүсе бер риүәйәт һаҡланған. Бер ваҡыт Аллаһ Илсеһе сәхәбәләргә: "Мосолман кем ул?" - тип һорау бирә. Уларҙың төрлө фараздарын, яуаптарын тыңлағандан һуң: "Мосолман - ул шул хәтлем мәрхәмәтле кеше, - тип яуаплай. - Ул бөтөн йән эйәләренә лә: хайуандарға ла, бөжәктәргә лә, хатта үләндәргә лә, ғөмүмән, үҙенең тирә-яғында булған бар тереклеккә ҡарата ла мәрхәмәтле. Сөнки Аллаһ Тәғәлә бәндәләргә ҡарата шундай мәрхәмәтле", - ти.
Шуның өсөн дә әле намаҙ уҡымаған кешене иманһыҙ тип әйтергә ярамай, был уның иманының камил булыуы йәки булмауының ғына күрһәткесе, иманының ниндәй дәрәжәлә булыуының билдәһе. Сөнки бәндә ғибәҙәт менән генә түгел, ә ғәмәлдәре менән дә һынала. Мәҫәлән, ҡаты күңелле кешенең бер намаҙы ла ҡабул ителмәйенсә, Аллаһ һаҡлаһын, тамуҡҡа эләгеүе, кешеләргә күп изгелек ҡылыусы, әммә намаҙһыҙ кешенең, киреһенсә, ожмахтан урын алыуы ихтимал, Сүбхән Аллаһ! Сөнки бәндәләр тик Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәте менән генә Йәннәткә инер, ти.
Ошонан сығып, мин үҙем өсөн шундай һығымта яһағанмын: мәрхәмәтлелек - ул имандың иң төп күрһәткестәренең береһе булып тора. Әлбиттә, диндә булған, фарыз намаҙҙарын ваҡытында уҡыған, ураҙаларын тотҡан, зәҡәттәрен түләгән, Раббыбыҙҙың ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә тырышҡан кеше иманының камилыраҡ, кимәле юғарыраҡ булыу ихтималлығы ҙурыраҡ, йәғни динле булыу камилыраҡ иманға эйә булыу ихтималлығын арттыра.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru