«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
УЛ ҮҘ ЙӨРӘГЕНӘ БӨТӘ ДОНЪЯНЫ ҺЫЙҘЫРА АЛА
+  - 


Стәрлетамаҡҡа профессиональ театр сәнғәтен алып килеүсе тәүге ҡарлуғастарҙың береһе, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының иң тәүге халыҡ артисы Рафиға Галина тураһында һөйләгәндә, һүҙҙе уның тормош иптәше, сәхнә партнеры Рауил Галиндан башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт бер сәхнәлә уйнап, бергә ғүмер кисереп, Стәрлетамаҡта башҡорт драма театрын булдырыуға, уны үҫтереүгә ҙур көс һалған матур парҙарҙың береһе бына нисә йылдар инде береһенән-береһе сағыу, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырып, тамашасыны хайран итә.
Быйылғы йыл Галиндар өсөн юбилейҙарға бай: Рафиға Арыҫлан ҡыҙына - 75 йәш, Рауил Әхтәрйән улы менән бергә ғүмер итеүҙәренә - 55 йыл, Өфө сәнғәт институтын тамамлауҙарына ла 55 йыл үтеп киткән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына 35 йыл тулыу менән бергә, уларҙың ошо театрҙа эшләүҙәренә лә 35 йыл була.
...Галиндарҙың үҙенә генә хас зауыҡ менән биҙәлгән фатирына килеп инеү менән үҙеңде бер музейға йәки театр фойеһына аяҡ баҫҡан һымаҡ хис итәһең. Коридорҙағы стенала эленгән төрлө йылдарҙа, төрлө ролдәрҙә төшкән фотоларға ҡарап, уйҙар менән тарихҡа сәйәхәт ҡылаһың. Ә төпкө бүлмәләге стеллаждарҙа Рауил Әхтәрйән улының балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙған шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары, сәнғәт, театр темаһына китаптар урын алған. "Маҡтаулы хеҙмәте өсөн", "Өлгөлө ғаилә" миҙалдары, Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты һәм башҡа бик күп юғары исемдәр тураһында таныҡлыҡтар, хөкүмәт телеграммалары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары... Ижади ғаилә йәшәгән мөхит менән бер аҙ танышҡас, әңгәмәне Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға ГАЛИНА менән башлап ебәрҙек.

Ирекһеҙҙән, әле лә һис төҫ ташламаған, нәзәкәтле ҡатын, төрлө образдарҙа балҡыған актриса тормошта ниндәйерәк кеше ул, тигән һорау тыуа...

- Мин Салауат районы Яҙғы йорт ауылында тыуып үҫтем, был совхозда күп милләтле халыҡ йәшәне. Урта мәктәпте райондағы иң ҙур ауылдарҙың береһе Лағырҙа уҡып бөттөм. Әй буйындағы миллионер колхоз ине ул. Ундағы ҙур башҡорт мәктәбенең тарихы бик бай, ул әле лә гөрләп эшләп тора.
Әсәйемдең бер бөртөк кенә ҡыҙы булһам да, бәләкәйҙән ирҙәр эшен эшләп үҫтем, ололар менән ярышып бесән саптым, утынын да быстым, әсәйем эшләгән фермаға йөрөп, егермешәр һыйыр һауа инем. Әсәйем шул уҡ ваҡытта мине уҡытып, ҙур кеше итергә тигән маҡсат ҡуйҙы. Шулай итеп, бала саҡтан хыялымда йөрөткән сәнғәт институтының театр бүлегенә документтарҙы тапшырҙым. Әмәлгә ҡалғандай, нәҡ шул ваҡытта атайым лотореяға аҡса отҡайны, бик яҡшы ярҙам булды был миңә. Рауил менән сәнғәт институтында уҡыған тәүге йылдарҙа танышып өйләнештек. 3-сө курста уҡығанда Розалиябыҙ тыуҙы. Икебеҙ ҙә студенттар, бала тыуғас, уҡырға ла, баланы ҡарарға ла өлгөрөргә кәрәк. Әлдә янымда әсәйем булды. Ауылда эшләп йөрөгән еренән Өфөгә күсеп килде. Балаларыбыҙ - Розалия менән Рөстәмде ҡарап үҫтереште. Унан һуң Розалияның ҡыҙҙары Гөлдәриә менән Азалияны тәрбиәләште. Бүләсәре Гөлдәриәнең бер ҡыҙын, бер малайын ҡарашты. Хәҙер инде уға 98 йәш.
Рауил менән өйләнешеп, килен булып төшкәс тә ҡәйнәм: "Миңә әртис булып ҡайтма, килен булып ҡайт", - тип әйтеп ҡуйҙы. Ҡәйнәм Бибиәсмә үҙе лә бик егәрле кеше ине, башҡаларға ла талапсан булды. Әле шул заманда уҡ ауыл ерендә магазин тотоп, гөрләтеп йәшәне ул. Балалар йәй һайын Ҡыҙылъярҙа ҡәйнәм менән ҡайнымдарҙа булды. Инйәр буйында һыу инеп үҫтеләр. Хәҙер инде үҙебеҙ балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе Рауилдың тыуған яғында, Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында һалған йортобоҙҙа ҡаршылайбыҙ. Яҙ етеү менән апрелдән шунда китәбеҙ ҙә баҡса эше менән булабыҙ. Нимәләр генә үҫмәй унда! Алмағас, груша, сейә, ҡарағат һәм башҡалар...

Стәрлетамаҡ театрына килгәнсе Салауат театрында оҙаҡ ҡына эшләп, бай тәжрибә туплап, өлгөрөп еткән актриса инегеҙ. Унда һеҙ йүнәлтмә менән килгәйнегеҙме?

- Салауатҡа режиссер Вәзих Сәйфуллин саҡырыуы буйынса килгәйнек. Унда биш-алты режиссер менән эшләргә, ижад итергә тура килде. Әллә ҡайҙа осҡанбыҙ ҙа осҡанбыҙ инде. Хыялый булғанбыҙ. Театрҙан арбалып, алҡыштарға күмелеп йәшәй торғас, ғүмер үткән дә киткән. Гастролдәргә ала ҡарҙан сығып китә инек тә, иген урғанда ҡайтып инә инек.
Эй юлдар насар ине ул ваҡыттарҙа, ямғыр яуа, тайғаҡ, автобус юғарыраҡ үргә күтәрелә алмай. Бер ваҡыт шулай тау битенә килеп еттек тә, менә алмай, артҡа сигә башланыҡ. Машинаны үҙебеҙ һөйрәп алып киттек...
Балалар гастролдә үҫте. Бер мәл шулай ҡыҙ ролен уйнаусы юҡ тип, декрет ялында ултырған мине эшкә саҡыртып алдылар. Дүрт айлыҡ ҡына Рөстәмем менән гастролгә сығып китергә тура килде. Ул заман памперстар юҡ, баланың йүргәген сайҡатам да, автобустың тотонғосона элеп ҡуйып киптерәм. Ҡыҙыбыҙ автобуста йоҡлай алмай, ҡоҫа. Бына шулай мең ғазаптар менән йөрөп ҡайтыр инек. Хәҙер генә ул юлдар көҙгөләй ялтырап ята.

Салауатта уңышлы ғына эшләп ятҡан ерҙән нисек ошо әле проектта ғына булған театрға килергә йөрьәт иттегеҙ? Ә бит ул саҡта Стәрлетамаҡта театр булдырыу күптәр ышанып етмәҫтәй бер хыял ғына ине...

- Эйе, Рауил менән Салауатта ун ете йыл эшләп, бай тәжрибә туплағайныҡ инде. Сәхнә тәмен, тамашасы алҡыштарын тоя белә инек. Стәрлетамаҡта башҡорт театрын асыу тураһында һүҙ сыҡҡас, икеләнеп тә торманыҡ. Ошо эште башлап йөрөүсе режиссер Гөлдәр Ильясоваға ышанып, уның артынан эйәрҙек һәм яңылышманыҡ. Гөлдәр Мозафар ҡыҙы менән бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән үк оҡшаттыҡ. Ул тәрән фекер йөрөтөүсән режиссер, бер кемдеке менән дә бутай алмаҫлыҡ үҙ почеркы бар. Стәрлетамаҡ беҙҙе профессиональ йәһәттән тағы ла нығыраҡ үҫтерҙе.

Һеҙ тыуҙырған образдар төрлөлөгө менән хайран итә. Берсә етди, олпат ҡатын, берсә тыныс тәбиғәтле, шул уҡ ваҡытта йор һүҙле, һәлмәк кенә баҫып йөрөр, уйлап ҡына һөйләр башҡорт әбейе... Ә шулай ҙа Рафиға Галина тигәндә, түштәрен һелкетеп, янбашын уйнаҡлатып тамашасының һушын алған ажарланып торған дыуамал, сая бисә образы ла күҙ алдына килеп баҫа...
- Эйе, ул сая ҡатын - Булат Рафиҡовтың "Замана минең ҡулда"һындағы Хөббөниса... Ошо ролеңде миңә бир әле, тип һорап йөрөүселәр ҙә булды...

Стәрлетамаҡ театрында үҙегеҙҙе иң тәүге халыҡ артисы булараҡ раҫланығыҙ. Профессиональ театр сәнғәтендәге үҫешегеҙҙә кемдең йоғонтоһо ҙур булды?

- Педагогтарҙан уңдым. Беҙҙе Башҡортостандың данлыҡлы артистары, режиссерҙары Ғабдулла Ғиләжев, Рафаэль Әйүпов кеүек ҙур талант эйәләре уҡытты. Күренекле балерина Тамара Хоҙайбирҙина сәхнә хәрәкәте серҙәренә төшөндөрһә, Гөлли Мөбәрәкова сәхнә теле серҙәрен өйрәтте, Фәрдүнә Ҡасимова иһә сәхнә оҫталығына уҡытты. Театр сәнғәтен һыу кеүек эскән ҙур режиссер, театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов ағай: "Рафиға, һин уйлаусан актриса, һиңә хәҙер етдиерәк ролдәр кәрәк", - тип әйтә ине.

Балаларығыҙ ҙа һеҙҙең юлды һайланымы?

- Балаларыбыҙ театр мөхитендә ҡайнап үҫте. Театр ене уларға бик ҡағылып етмәһә лә, балаларыбыҙҙың балалары театрҙы һайланы. Ҡыҙыбыҙҙың ике ҡыҙы ла Өфө сәнғәт институтының театр бүлеген тамамланы. Өлкән ҡыҙҙары Гөлдәриә режиссерлыҡҡа уҡыны. Азалия актриса, Йәш тамашасы театрында эшләй, труппа етәксеһе. Шөкөр, династияны дауам итеүселәр бар.
Әлеге ваҡытта дүрт ейән-ейәнсәребеҙ, ике бүләсәребеҙ бар.

Һеҙ бик күп спектаклдәрҙә Рауил Галин менән ирле-ҡатынлы ролдәрҙе уйнайһығыҙ...

- Һанай китһәң, улар күп инде. Театрҙа эшләй башлаған тәүге йылдарҙа А.Сафроновтың - "Йылмайған өсөн бер миллион"ында, А. Галиндың - "Ретро"һында, М.Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр"ендә бергә уйнаныҡ. Әйткәндәй, Әнүәр Нурмөхәмәтов сәхнәләштергән "Ҡара йөҙҙәр"ҙә мин Ғәлимәне уйнаным. Бик ғүмерле спектакль булды. Оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәне. Телевизорҙан да йыш күрһәттеләр.
А.Цагарелиҙың - "Ханума"һында Ханума менән Акоп, Ф.Бүләковтың "Мөхәббәт ҡарағы"нда Майгөл менән Хәйбүш ҡартты уйнаныҡ. Уны халыҡ бик яратты. Троллейбуста күрһәләр, арҡанан һөйөп китәләр ине. Хәйер, әле лә магазинға барып инһәң дә, поликлиникала күреп ҡалһалар ҙа: "Ооо, беҙҙең яратҡан артистарыбыҙ!" - тип һүҙ ҡушып китәләр.
"Ҡаһым түрә"лә Рауил Ҡаһымдың атаһын, мин әсәһен уйнаным. Салауат районында үткән "Салауат көндәре"нә саҡырғайнылар. Унда Салауат Юлаевтың атаһы менән әсәһен уйнаныҡ.

Һәр образ тетрәнеүҙәр, эске кисерештәр аша тыуа. Үҙеңә тәғәйен ролде "бешереп" еткергәнсе күпме тырышлыҡ, ваҡыт талап ителә, йоҡоһоҙ төндәр үтә. Ә шулай ҙа күңелегеҙгә яҡын ролдәрегеҙ ҙә барҙыр... Образды тулыһынса асып бирер өсөн үҙеңдә лә ошо сифаттарҙың булыуы мөһимме?

- Миңә ҡалһа, иң яратҡан роль булмай ул. Үҙең эшләгән һәр роль дә, биш бармағың шикелле, үҙең бешергән ашың кеүек, барыһы ла яҡын. Әммә төрлөсә килеп сыға. Сәхнәне, эшеңде, партнерыңды, коллективты яратҡанда ғына шәп әҫәр тыуа. Үҙеңдә булмаған сифаттарҙы ла, ҡапма-ҡаршылыҡлы ролдәрҙе лә уйнарға тура килә. Уйнаған ролең хатта фиғелеңә кереп китә. Әгәр артист йөрәгенә бөтә донъяны һыйҙыра ала икән, шул саҡта ғына уңышлы образ килтереп сығарырға булалыр. Артист - ул профессионализмдың иң юғары үҫеше. Көслө артист һәйбәт уйнауы менән яҡшы спектакль тыуҙыра, ә шәп спектакль режиссерҙы күтәрә. Эшеңдең һөҙөмтәһе иң беренсе пьесанан, режиссерҙан, партнерыңдан тора. Кешене көлдөрәйем тип, үҙең шарҡылдап көлөү мөһим түгел.

Шулай итеп...
Шундай кешеләр була: улар менән һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Осрашҡан һайын рухыңды байытып, аңыңды уятып, фәһем алып ҡайтаһың. Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Галиндар - тап шундай шәхестәр. Киләсәктә лә береһе айҙай йылмайып, икенсеһе ҡояштай балҡып, парлы йондоҙ булып тағы ла күп йылдар тамашасы күңелен дауаларға яҙһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru