«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЕҢЕҮ ПОЧТАЛЬОНЫ"
+  - 

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров Белоруссияла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Еңеү почтальоны" тигән яңы нәфис фильм өҫтөндә эшләй.

Күләмле Евразия проекты совет халҡының ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн Ҡаҙағстанды, Рәсәйҙе һәм Белоруссияны берләштерҙе. Премьера Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына планлаштырыла. Был иһә 35 йыл эсендә Евразия киңлегендәге өс илдең берлектәге кинопроизводствоһы сиктәрендә төшөрөлгән тәүге тулы метражлы фильм, тип хәбәр итте ижади төркөм.
Фильм өҫтөндә Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Белоруссиянан халыҡ-ара кинематографистар командаһы эшләй. Фильмдың постановкаһын билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров етәкләй. Проекттың генераль продюсеры - Ҡаҙағстандың Кинематографистар лигаһы идараһы рәйесе Айҙар Баталов. Сценарий авторҙары - Татьяна һәм Дмитрий Зиминдар, Айҙар Аҡманов.
Фильм Минск янында төшөрөлә, ҡуйы урмандарҙа һәм һаҙлыҡтарҙа әле лә тарих һулышы һиҙелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап ошо урындарҙа ҡаты алыштар барған. "Был картина өҫтөндә эшләй башлағас, мин беҙҙең өсөн дәүерҙе кәүҙәләндереү генә түгел, ә хәл-ваҡиғалар барған ерҙең һулышын тойоу мөһим икәнен аңланым. Белоруссияла тарих үҙе һөйләй. Бында һәр урман, һәр һуҡмаҡ, һәр һаҙлыҡ һалдаттарҙың аҙымдарын һәм һуғыш осороноң һулышын хәтерләй. Беҙ үткәндәр тураһында ғына фильм төшөрмәйбеҙ - уның тауышын ишетеп, бөгөнгө тамашасыға еткерергә тырышабыҙ", - тип билдәләне Айнур Асҡаров.
Картинаның жанры - тарихи реализм элементтары менән хәрби драма. "Еңеү почтальоны" фильмы йәш һалдат тураһында, уның яҙмышында һуғыш михнәте һәм эске көстө, хәҡиҡәтте эҙләү бергә үрелеп бара. Бында ысын батырлыҡ тураһында хыялланған 18 йәшлек почтальон хаҡында бәйән ителә. Төп ролде Ҡаҙағстандан йәш актер Алихан Нуржауов уйнай. Интернациональ командала - өс илдең артистары, улар араһында Юлия Лазовская, Василий Копейкин, Сергей Маркеев, Константин Адаев, Валерий Бабкин һәм Владислав Солодов бар.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru