«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛҠЫ МЕНӘН УТ - УҢЫШ СЫҒАНАҒЫ
+  - 


Көнсығыш календары буйынса 2026 йыл Ут төҫөндәге Ҡыҙыл Йылҡы билдәһе аҫтында уға хас көс-ҡеүәт, хәрәкәт, дарман һәм үҙгәрештәргә ынтылыш кеүек сифаттар менән оҙатылып барасаҡ.

Ҡыҙыл төҫ һәм Ут стихияһы Йылҡының тәбиғи сифаттарын көсәйтеп, был йылды ваҡиғаларға һәм үҙгәрештәргә уғата байытасаҡ ҡына. Әйткәндәй, йондоҙнамәлә Йылҡы менән Ут берҙәмлеге бик һирәк - 60 йылға бер тапҡыр ҡабатлана һәм ысын мәғәнәһендә уңыш сығанағы булып танылған, ти астрологтар. Тап шуның өсөн дә ниндәйҙер эш башларға йә булмаһа эшмәкәрлегендә йүнәлешен үҙгәртергә, берәй яңылыҡ ҡулланырға ниәтләнгән кешеләр өсөн был иң ҡулай, уңышлы йыл буласаҡ. Ҡыҙыл Йылҡы йылында коммуникация, лидерлыҡ, сәнғәт, спорт, маркетинг, шоу-бизнес һәм технологиялар менән бәйле һөнәрҙәр сәскә атасаҡ. Йыл бизнес шөғөлөнә, эшҡыуарлыҡҡа үҫеш бирә. Яңыса ҡарарҙар, стандарт булмаған форматтар, яңы баҙарҙар, эшкә креатив мөнәсәбәт яҡшы һөҙөмтәгә килтерер. Йылҡы йылы Юлбарыҫ, Эт, Ҡуй һәм Йылан билдәләренә яҡшы мөнәсәбәттә булып, уларҙың һәр ғәмәлен ҡанат аҫтына алыр. Шул уҡ ваҡытта, һәр стихияға хас булғанса, Йылҡының да "күләгәле" яҡтары бар: түҙемһеҙлек, тоҡанып китеү ғәҙәте, баш бирмәү. Йылҡы баҫым яһағанды яратмай, ә был иһә мөнәсәбәттәрҙә көтөлмәгән ҡылыҡтарға, хис-тойғо ҡойонона һәм кәйеф үҙгәрештәренә килтереүе ихтимал.

Астрологтар 2026 йылда йондоҙнамәнең һәр билдәһенә түбәндәгесә юрауҙарын белдерә:

СЫСҠАН (1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008) -
көтмәгәндә ниәттәрегеҙ үҙгәреүе йә булмаһа тотҡарланып тороуы ихтимал, шуға күрә бындай хәл менән туранан-тура көрәшмәгеҙ, ә һығылмалы тактика һайлағыҙ. Яңы шарттарға яраҡлаша алыуығыҙ аша ҡулығыҙға аҡса инер. Бөтә нәмәне лә контролдә тоторға тырышмағыҙ. Был йыл тормошҡа һәм билдәһеҙлек шарттарында эш итеүгә лә хатта ышаныс менән ҡарауҙы талап итә. Сәләмәтлеккә айырым иғтибар бүлеү кәрәк, сөнки хис-тойғо көсөргәнеше, йоҡоһоҙлоҡ, ҡан баҫымы тирбәлеүҙәре кисереүегеҙ бар. Шуға күрә көн режимығыҙҙы боҙмағыҙ, тейешле ялдан үҙегеҙҙе мәхрүм итмәгеҙ.

ҮГЕҘ (1949,1961, 1973, 1985, 1997, 2009) - Йылҡы йылы һеҙҙе тынғыһыҙлығы менән йонсотор: тотороҡлоҡ был билдәгә хас нәмә түгел, ә Үгеҙгә, киреһенсә, тыныслыҡ кәрәк, ул яйыраҡ ҡуҙғалыусан. Финанс хәлегеҙ тирбәлеүсән булмаҡсы, айырыуса йылдың икенсе яртыһында. Шуға күрә элекке юлығыҙҙы ташламауығыҙ хәйерле булыр, яңы проекттар башламай тороғоҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙгәрештәргә лә ҡаршылашмағыҙ, иң мөһиме эске тотороҡлоҡ булһын. Һаулыҡ яғына килгәндә, арҡа, быуындар, ашҡаҙан-эсәк юлдары иғтибар талап итә. Көсөргәнмәгеҙ, күберәк ял итегеҙ.

ЮЛБАРЫҪ (1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010) - карьера, финанс өлкәһендә һеҙҙең йыл килә. Йылҡы Юлбарыҫты күтәрмәләп, һеҙҙең лидерлыҡҡа һәләтегеҙҙе, энергияғыҙҙы һәм һөйкөмлөлөк сифаттарығыҙҙы тағы ла көсәйтә төшә. Һеҙҙе дан һәм танылыу көтә. Һәр эшкә лә ышаныслы тотона алаһығыҙ, тик үҙегеҙҙең теләктәрҙе генә ҡайғыртмағыҙ, башҡаларҙы ла һанлағыҙ - шул шартта ғына был һеҙҙең йыл буласаҡ. Шәхси башланғыстарығыҙ һәм эшкә ижади мөнәсәбәт килем килтерер. Иңегеҙгә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмағыҙ. Һаулыҡ Юлбарыҫтарға ла кәрәк: йөрәк һәм терәк-хәрәкәт системаһын контролдә тотоғоҙ.

ҠУЯН (1951, 1963, 1975, 1987, 1999) - карьера һәм финанс йәһәтенән ябай ғына йыл булмаҫ төҫлө. Йондоҙлоҡтағы ҡайһы бер билдәләр кеүек үк, йылдың көсөргәнешле килеүе һәм үҙгәрештәр һеҙҙең дә күңелегеҙгә ятып бөтмәҫ, ләкин үҙ темпығыҙҙы һаҡлағыҙ, дөйөм ығы-зығыға бирелмәгеҙ һәм үҙ көйөгөҙҙө "боҙмағыҙ", хәрәкәттән туҡтамағыҙ. Конфликттарҙы урап үтегеҙ, энергияғыҙҙы һаҡлағыҙ. Сәнғәт, хәстәрлек, һөнәрселек менән бәйле эшмәкәрлек килем килтерер. Ниндәй хәлдәрҙә лә тыныс булып ҡалыу хәйерле, үҙ ритмығыҙҙа ҡалығыҙ, башҡалар саба тип, сапмағыҙ, ләкин туҡтап та ҡалмағыҙ. Сәләмәтлеккә ҡағылышлы аш һеңдереү һәм тын юлдары системаһы борсоуы бар, йылы ризыҡ, массаж, һулыш гимнастикаһы тәҡдим ителә.

АЖДАҺА (1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012) - карьера һәм финанс йәһәтенән йыл һеҙгә яҡшы мөмкинлек бирә, айырыуса киңерәк фекерләү өлкәләрендә. Публикала күренеү, PR, һөйләшеүҙәр өсөн уңайлы ваҡыт. Башҡаларҙы йәлеп итерлек мөләйем сифаттарығыҙҙы ҡулланығыҙ, тик артыҡ мауығып та китмәгеҙ: бөтөн мәсьәләләрҙе лә һөйкөмлөк сифаты менән хәл итеп булмауын, аҡыл һәм стратегия ла кәрәк икәнлеген онотмағыҙ. Аҡса йәһәтенән килешеүҙәргә ҡағылышлы һаҡ булыу талап ителә. Бөтәһе лә яҙма рәүештә теркәлеп барырға тейеш. Һаулык мәсьәләһендә ҡан баҫымын, стресс кимәлен күҙәтеүҙә тотоу, көс-ҡеүәтегеҙҙе дөрөҫ бүлеү мөһим.

ЙЫЛАН (1953, 1965, 1977, 1989, 2001) - һеҙҙең өсөн йыл аулаҡта эшләү, хәл-ваҡиғаларҙы анализлау, рухи эшмәкәрлектәр өсөн уңай. Йылҡының шау-шыуын үҙ итмәҫһегеҙ, ләкин "һоро кардинал" ролендә кеше күҙенә салынып бармаһағыҙ ҙа, йоғонто һәм власть ҡеүәтенә эйә булырһығыҙ. Финанс йәһәтенән әллә ни үҙгәрештәр күренмәй, ләкин килем үҫеше тотороҡлоҡ шарттарына бәйле. Үҙегеҙгә ҡағылмаған эштәргә ҡыҫылмау хәйерле, аралыҡ һаҡлағыҙ, ләкин үтә алыҫлашып та китмәгеҙ. Һаулыҡ өлкәһендә гормональ фон, иммунитет системаһын, организмды таҙартыу һәм туҡланыу балансын күҙәтеүҙә тотоу талап ителә.

ЙЫЛҠЫ (1954, 1966, 1978, 1990, 2002) - үҙ йылығыҙҙа карьера һәм финанс мәсьәләләренә юл асылыр, шул уҡ ваҡытта һынауҙар ҙа булғылар. Был йыл ҡояш нуры һеҙгә мул төшөр һәм ниәттәрегеҙҙең күпселеге бойомға ашыр, тик тарҡаулыҡҡа бирелмәгеҙ. Бөтөн иғтибар һәм иждиһатығыҙҙы төп проектҡа һалығыҙ. Финанс йәһәтенән һеҙҙе уңышлы йыл көтә, уның ҡарауы, байтаҡ көс һәм хис-тойғо сарыф ителер. Ваҡиғалар үҙәгендә булыуығыҙ - һеҙҙең өсөн мөмкинлек тә, һынау ҙа ул. Шуны иҫтә тотоғоҙ: лидерлыҡ - ул етәкләү генә түгел, башҡаларҙы тыңлай һәм ваҡытында туҡтала ла белеү. Нервылар системаһын, йөрәк эшмәкәрлеген көйләгеҙ.

ҠУЙ (1955, 1967, 1979, 1991, 2003) - карьера һәм финанс өлкәһендә был йыл һеҙгә күләгәнән сығырға ярҙам итер. Шундай тәҡдимдәр алырһығыҙ: тәүҙәрәк баҙап ҡалһағыҙ ҙа, ул һеҙгә киң юл асыр. Башланғыстар күрһәтеүҙән ҡурҡмағыҙ. Ижад һәм социаль проекттар өсөн бик уңышлы мәл килә, финанс йәһәтенән хәлегеҙ тотороҡло булыр. Көтөлмәгән килем алырһығыҙ. Ваҡиғалар ағышына ышанығыҙ, тик сикте үтеп китмәгеҙ. Йыл һеҙҙең өсөн еңел һәм емешле булыр, тик бөтөн эште үҙ елкәгеҙгә генә һалмағыҙ. Һалҡын тейҙереүҙән, артыҡ көсөргәнештән һаҡланығыҙ, тын һәм аш һеңдереү юлдарын контролдә тотоғоҙ.

МАЙМЫЛ (1956, 1968, 1980, 1992, 2004) - карьера һәм финанс өлкәһендә үҙегеҙҙе ышаныслы тотаһығыҙ, йылғырлыҡ һәм хәл-ваҡиғаларҙан файҙалана белеүегеҙ уңыш килтерер. Тик хәйләләү юлына баҫмағыҙ. Көтөлмәгән тәҡдимде ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Аралашыуҙар, креатив һәм стандарт булмаған юлдар килем килтерер. Иғтибарығыҙҙы иң мөһим темаларға туплағыҙ. Ылыҡтырған нәмәләр күп булыр - шулар араһынан иң кәрәклеһен һайлап ала белеү мөһим. Һаулыҡ йәһәтенән кәйеф тотороҡһоҙлоғо, йоҡоһоҙлоҡ, арып-талсығыуҙар булыр. Спорт, музыка, бейеү һәм режим тотоу уларҙы еңергә ярҙам итер.

ӘТӘС (1957, 1969, 1981, 1993, 2005) - Йыл эске көйәләнеүҙәргә килтереүе бар: буталсыҡлыҡ, тәртип булмауы һеҙҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырыр, ләкин системаға ҡаршы барыу түгел, ә уның көйөнә эш итеү мөһим. Эшегеҙҙә үҙгәрештәр килеп тыуыуы бар. Финанс мәсьәләһе көйлө, ләкин тотороҡлоҡ юҡ. Үҙегеҙҙе бер генә йүнәлеш менән сикләмәгеҙ. Бөтөн әйләнә-тирәгеҙҙәгеләрҙе ойошторорға, тәрбиәләргә тырышмағыҙ. 2026 йыл эске азатлыҡ талап итә. Башҡаларға һабаҡ биреүгә ҡарағанда, үҙегеҙҙең үҫеш кимәлен үҫтереү буйынса эшләгеҙ. Тамаҡ, тауыш, иммунитет өлкәләрен иғтибарҙа тотоғоҙ. Хис-тойғо көсөргәнеше соматик билдәләргә килтереүе ихтимал.

ЭТ (1958, 1970, 1982, 1994, 2006) - Әгәр һеҙҙең эшмәкәрлек өлкәһе йәмәғәтселек, юриспруденция, мәғариф менән бәйле булһа, уңышлы йыл көтә. Йылҡы менән Эт союздаштар һәм был һиҙелерлек һөҙөмтәләрен бирә. Яңы партнерлыҡ мөмкинлеге, сит илдә эш, ирекмәнлек шөғөлө бар. Финанс хәлегеҙ яйлы. Үҙ эшегеҙҙе мөкиббән башҡарығыҙ, башҡаларҙың ығы-зығыһына ҡушылмағыҙ: һеҙҙең көсөгөҙ тыныс ынтылыш һәм намыҫлылыҡ икәнде онотмағыҙ. Һаулыҡ торошо буйынса терәк-хәрәкәт аппараты, арҡа, аяҡ быуындары һыҙлауы бар. Саф һауала йөрөү, бер көйлө әүҙемлек һәм тәбиғәттә ял көс бирер.

ҠАБАН (1959, 1971, 1983, 1995, 2007) - Ҡабан шулай уҡ Йылҡы тиҙлегенә өйрәнә алмай йонсоуы бар. Был - уңайлылыҡ түгел, ә хәрәкәт йылы. Шул уҡ ваҡытта, әгәр ҙә уҡыһағыҙ, яңы күнекмәләргә эйә булып алһағыҙ, ошо хәрәкәттә үҙ тулҡынығыҙҙы табырһығыҙ. Финанс өлкәһендә ғаилә һәм йорт өсөн көтөлмәгән сығымдар булыуы бар. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ, ығы-зығыға бирелмәгеҙ. Йыл уның көйөнә тигеҙләнгән аҙымдар яһауҙы көтә. Һаулыҡҡа иғтибар кәрәк: аш һеңдереү, бауыр, лимфалар системаһы эшен күҙәтеп барығыҙ. Йылы ванна, массаж, тәбиғи ризыҡтар менән туҡланыу кәрәк.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 

Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru