«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ҺӨЙЛӘГӘНДӘРҘЕ ТЫҢЛАҺАҢ ХӨРӘФӘТ ТИМӘ, ҠОҘА
+  - 


Яңы йылды Ер шарында йәшәгән халыҡтар төрлөсә ҡаршылай, әммә ул, моғайын, иң тәүге һәм иң боронғо халыҡ байрамы булғандыр. Ғәҙәттә, төрлө мөғжизәләргә бәләкәй балалар ышана. Ә Яңы йыл төнөндә ололар ҙа үҙҙәрен балаларса тота - юғиһә, ошо байрам менән бәйле йола-хөрәфәттәр күп быуаттар дауамында теүәл үтәлә килмәҫ ине.

Барса халыҡтарға ла хас булған беренсе хөрәфәт - Яңы йыл ҡаршылаған төндә ниндәй ҙә булһа уттар балҡып торорға тейеш. Шыршы ағасы ботаҡтарына янып торған шәмдәр эленгән, өй эстәрендә май һалынған лампаларҙа ут тоҡандырылған, һауаға янып торған уҡтар атылған, урамдарҙа усаҡтар гөрләп янған, фонарҙар янып торған, йылғалар буйлап һыу фонариктары ағыҙып ебәрелгән. Дары уйлап тапҡан ҡытайҙар тәүге осорҙарҙа уны бәләкәй генә мискәләргә һалып шартлатһа, һуңынан ракеталар осора башлаған, был йола хәҙер бар донъяға таралып киткән.
Байрам булғас, яңы йыл кисендә иң тәмле аштар, төрлө ризыҡтар әҙерләнә. Итальяндар, яңы йылдың уңышлы булыуын теләп, 13 төрлө аш-һыу әҙерләгән. Өҫтәлдә мотлаҡ ыуылдырыҡ, сәтләүектәр, виноград һәм һыра булырға тейеш. Яңы йыл төнөндә улар тәҙрә аша иҫке-моҫҡо әйберҙәрен урамға бырыҡтырыуҙы тормоштарын яңыртыу йәһәтенән бик тә ҡулайлы ысул тип иҫәпләгән.
Францияла яңы йыл шыршыһы тирәләй сантондар тип аталған, ағастан йә иһә балсыҡтан эшләнгән һындар ҡуйылған. Балалар өсөн француз Ҡыш бабайы - Пер Ноэль бүләктәре аяҡ кейемдәре эсенә һалынған.
Японияла яңы йылға ҡаршы төндә балаларҙың мендәрҙәре аҫтына 7 сихырсы төшөрөлгән елкәнле карап һүрәтен һалғандар, был бәхеттең ете ҡурсалаусыһын аңлатҡан. Өйҙәр бамбук һәм ҡарағай ағастарының ботаҡтары менән биҙәлгән, беренсеһе - оҙон ғүмер, икенсеһе тоғролоҡ символы итеп ҡабул ителгән. Яңы йылға ҡаршы төндә өр-яңы кейем кейгәндәр, яңы йылды уйнап, ҡысҡырып көлөп ҡаршылаһаң, йыл уңышлы була, тип юрағандар. Махсус ҡыңғырауҙы 108 мәртәбә ҡаҡҡандар, уның һәр яңғырауы менән кешеләрҙең бер яҙығы юҡҡа сығарылған. Бамбуктан эшләнгән тырмалар бүләк итеү киң таралған - йәнәһе, ошондай тырмалар менән бәхетеңде эләктереп алыу мөмкин була, тип уйлағандар.
Ҡытайҙа Яңы йылды ике мәртәбә ҡаршылайҙар, беренсеһе - 1 ғинуарҙа, ул рәсми байрам. Ысын Яңы йылды ҡытайҙар Чуньцзе тип атай, ул ысынбарлыҡта яҙҙы ҡаршылау байрамы. Ай календары буйынса ул 21 декабрҙән һуң килгән икенсе яңы ай башынан ай тулған көнгә тиклем 15 көн буйына байрам ителә. 2026 йыл Ҡытайҙа 17 февралдән башлана. Ошо көн алдынан ҡытайҙар ишектәренә парлы иероглифтар яҙылған ҡыҙыл ҡағыҙҙарҙы беркетеп ҡуя, унда изге теләктәр белдерелә. Шулай уҡ өй ишегенә "бәхет" һүҙен белдергән иероглиф баштүбән яҙылып ҡуйыла, сөнки ҡытайса "бәхет түңкәрелде" тигән иероглиф "бәхет килде" тигәнде аңлата. Ҡытай ҡатын-ҡыҙҙары Чуньцзе байрамы алдынан иҙән һепермәй, сүп сығармай һәм киҫә-сәнсә торған предметтарҙы йыш ҡулланмаҫҡа тырыша.
Дания кешеләре үҙҙәренең яҡындарының ишек алдында иҫке һауыт-һабаны ватыу аша уларға бәхет юраған. Улар Яңы йыл төнөндә һикерешеп ярышалар: кем бейегерәк һикерә, шул уңышҡа өлгәшә.
Датчандарҙан гректар ҙа ҡалышмай: өй янында бөтә ғаилә йыйылғас, ғаилә башлығы һутлы гранат емешен бар көсө менән бинаның стенаһына бәрә: гранат емеше орлоҡтары ни тиклем йыраҡҡараҡ сәсрәй, ғаилә шул тиклем бәхетле буласаҡ икән. Гректарҙа һуған - уңдырышлылыҡ һәм яңы тормош символы, шуға күрә улар ишектәренә һуған элеп ҡуя. Ул ғына ла етмәгән, яңы йыл төнөндә йоҡлап киткән балаларының башына еңелсә генә һуған менән һуҡҡылап, уларҙы уяталар: ошолай итеп, Яңы йылда уларға бәхет теләйҙәр.
Микронезияла (Океания утрауҙары) аборигендарға Яңы йыл алдынан исемдәрен алыштырыу хас: улар шул рәүешле ҡара көстәрҙең башын бутап, алдағы йылды имен-аман ғына үткәрә алыуға ышана.
Колумбияла ҡайһы бер кешеләр сумаҙандарын әйбер менән тултыра һәм, үҙҙәренең өйҙәрен уратып, бер нисә ҡат йөрөп сыға: йәнәһе, алдағы йылда ҡыҙыҡлы сәйәхәткә сығып китеү мөмкин буласаҡ.
Куба граждандары ла колумбияларҙан ҡалышмай. Сумаҙандары төбөнә металл тәңкәләр һалып сығалар, карнавалдан да тороп ҡалмайҙар. Яңы йыл куранттары һуҡҡан саҡта йөҙөм ҡабалар. Сәғәт 12 тулғас, тәҙрәләренән йә иһә балкондан урамға һыу һибәләр.
Океан ярҙарында йәшәгән Бразилия кешеләре тулҡындар аша һикерә, 7 тапҡыр һикереп сыға алһаң, алдағы йыл бәхет килтерәсәк.
Аргентинала иҫке документтарҙы ваҡ ҡына киҫәктәргә йыртып, тәҙрә аша ташлайҙар. Португалияла кәстрүл ҡағалар.
Болгарияла куранттар ҡағып бөткәс, байрам мәжлесендә уттарҙы һүндерәләр. Шунан һуң ҡараңғыла кемде теләйһең, шуны үбергә рөхсәт ителә!
Шотландияла элек виски һаҡланған иҫке мискәләрҙе дегет менән буяп, ут төртәләр һәм урам буйлап түбән яҡҡа тәгәрәтәләр. Ҡараңғы төндә янып тәгәрәүсе мискәләрҙән дә ҡыҙығыраҡ нимә бар һуң?
Филиппинда өй эсенә түңәрәк әйберҙәрҙе - еләк-емеште, алма һәм әфлисун-мандариндарҙы өҫтәлдәргә ҡуялар, кеҫәләргә металл тәңкәләр һалалар, ҡатын-ҡыҙҙар "борсаҡлы" биҙәк төшөрөлгән күлдәктәрен кейә. Ай-һай, донъялары, ысынлап та, түңәрәкләнә бит!
Эквадорҙа, тап беҙҙең Рәсәйҙә Масленица байрамындағы кеүек, ҡурҡылыҡ-ҡурсаҡтарҙы яндырып, уҙған йылдағы барсы яман нәмәләрҙе юҡ итәләр.
Мьянмала Яңы йыл көндәрендә аяуһыҙ эҫе - кем ҡаршыңда осрай, шуны һыу менән ҡойондораһың. Күңелле, ишеү етмәһә аҙмы-күпме һыуынып алып була.
Швецияла, тап Рәсәйҙәге кеүек, байрам 13 ғинуарға тиклем дауам итә. Улар ҡуйы итеп дөгө бутҡаһы бешерергә әүәҫ. Бутҡалары ла ябай түгел - унда миндаль емеше һәм тимер тәңкәләр бар. Кемгә миндаль сәтләүеге эләгә - шул мөхәббәтен таба, ә аҡса эләккәндәргә байлыҡ вәғәҙә ителә.
Әйҙәгеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ, беҙ ҙә етеп килгән Яңы 2026 йылды изге өмөттәр менән ҡаршылайыҡ, хөрәфәттәргә ышанмаған хәлдә лә, алдағы тормошобоҙҙың яҡтыраҡ һәм бәхетлерәк булыуын теләйек.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Яңы йыл алдынан әйтелгән ихлас теләктәр тормошҡа аша, ти. Уның сере нимәлә, беләһегеҙме? Тап Яңы йыл байрамы алдынан еткерелгән теләктәрҙе беҙҙең үҙебеҙҙең ҙә ихласлап, уларҙың ысынлап та бойомға ашырына ышанып, мөғжизәләй күреп ҡабул итеүебеҙҙә. Шуның өсөн "Ихлас теләктәргә йөрәктәрҙе асайыҡ!" тип әйҙәләйбеҙ һеҙҙе. Ҡотлаусыларҙың Ихласлығы, Йөрәк нуры, Һөйөүе һәм Хөрмәте күңелдәрегеҙҙе яҡтыртһын, донъяларығыҙҙы биҙәһен!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru