
Мөғжизәләргә ышанып, мөғжизәләр көтөп йәшәйбеҙ. Һәр Яңы йыл алдынан беҙҙең ошо хыял уттай баҙлап китә, күңелдәрҙә көтөү, өмөт ялҡыны дөрләй. Ләкин ул мөғжизәне ысынға әйләндереү өсөн кеше үҙе ниҙер ҡылырға тейештер бит инде? Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - космоэнергетика тип аталған тәғлимәтте һәм ғәмәлиәтте өйрәнеп, кешеләргә ярҙам итергә һәр саҡта ла әҙер торған замандашыбыҙ Рауфан МОРТАЗИН менән мөғжизәләр ғәмәлиәте хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Оҙаҡламай кешелек сираттағы 2026 йылды ҡаршылай, был дата Ғайса бәйғәмбәр (Иисус Христос) тыуған йылдан алып билдәләнә. Әлбиттә, ваҡыт төшөнсәһе - мәңгелек, әммә кешеләр өсөн ул абсолют түгел, уның үлсәмдәре лә төрлөсә: һәр эпоханың үҙ календары булған. Рәсәйҙә йыл иҫәбе 1700 йылға тиклем юлиан календарына ярашлы - донъя яратылғандан башлап алып барыла (донъя б.э. тиклем 5508 йыл әүәл башланған, тип алына, шулай иҫәпләһәң, 2026 йылдың сентябренән 7535 йыл башлана. Мосолмандарҙың да үҙ календары бар: һижри буйынса 1447 йылда йәшәйбеҙ, киләһе йылдың мөхәррәм айынан 1448 йыл башлана. Эйе, беҙ барыбыҙ ҙа билдәле бер ваҡытта һәм арауыҡта йәшәйбеҙ, был тәбиғәт, йәғни Космос ҡануны. Һеҙ - космоэнергет, ваҡытты ни рәүешле йыһан менән бәйләп аңлатып була?
- Ер шары - космостың бер үтә бәләкәй генә нөктәһе, Оло Йыһан менән сағыштырғанда, туҙан бөртөгөләй генә. Фән күҙлегенән ҡарағанда, ул бынан 4,5 млрд йыл әүәл барлыҡҡа килгән. Ә кешелеккә килгәндә, уның "йәше" хаҡында төрлө фараздар бар: бер нисә тиҫтә мең йылдан алып әлеге 7,5 мең йылға тиклем ваҡыт бирелә. Космоэнергетика кешелектең бер нисә раса булыуын раҫлай, беҙ, хәҙерге кешеләр, бишенсе расала йәшәйбеҙ. Тәүге 4 раса кешеләре ерҙә төрлө катастрофик шарттар хасил булыуы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан, тип иҫәпләнә.
Әйткәндәй, билдәле офтальмолог Эрнст Мулдашев та кешелектең 5 расаһы хаҡында бик ҡыҙыҡлы китаптар яҙған шәхес.
- Эйе, ул Тибетҡа бер нисә тапҡыр сәйәхәт ҡылған, уның фараздары кешелектең боронғо эпохалары хаҡында бар донъяла ҡыҙыҡһыныу уята алды. Хәҙерге кешелеккә тиклем лемурийҙар һәм атланттар тип нарыҡланған расалар тураһында ла күп мәғлүмәттәр тупланған. Әлбиттә, был фараздарға ышанмаған кешеләр ҙә бар, улар ошо мәғлүмәтте тик миф тип кенә ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта атланттар расаһына ҡараған кешеләрҙең һөйәктәре табылыуы хаҡында ла хәбәрҙәр булды.
Билдәле булыуынса, 922 йылда Булғарға ғәрәп хәлифе Әл Мөҡтәдир илселеге килә. Илселек сәркәтибе Ибн Фаҙлан Булғар ханлығындағы ғәжәп хәлдәр тураһындағы яҙмаларында бында әүәл бик ҙур кәүҙәле, кешегә оҡшаған алпамышалар йәшәгәне хаҡында мәғлүмәт килтерә...
- Бындай заттар Башҡортостан территорияһында ла булған. Арҡайымдан йыраҡ түгел Чека тигән тау бар. Шунда атланттарҙың ташта ҡатып ҡалған эҙҙәре һаҡланып ҡалған, уларҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Уң аяҡтың эҙе менән һулыныҡы араһы 3 метр тәшкил итә. Рулеткам бар ине, шул эҙҙәрҙе үлсәп ҡараным - 48 см оҙонлоғонда улар. Ни ғәжәп менәндер, ул эҙҙәр гранит ташта уйылып ҡалған. Хәҙерге кеше менән сағыштырғанда, уларҙың буйы 3,5 метрға еткән.
Кешеләр ваҡыт үлсәмдәрен уйлап тапҡан, уларҙың бер төрлө булмауын беләбеҙ. Ваҡыт ағышы ла бер төрлө генә булмай, тип һығымта эшләргә булалыр...
- Ер шарында ваҡыт бар дәүерҙәрҙә лә бер төрлө үтмәгән. Айырым кешеләр ҙә төрлө осраҡтарҙа ваҡыттың үтеүен төрлөсә тоя ала. Ошо айҡанлы йәш сағымда үҙем менән булған бер хәл иҫкә төшә. Институт тамамлағас, Белорет леспромозында эшләй башланым. Йәй көндәрен стадионда еңел атлетика буйынса ярыштар уҙғарыла торғайны. Шулай бер көндә минең менән бергә эшләгән егет, ҡала спортсылары менән ярышып ҡарайыҡ, тип тәҡдим итте, ул үҙе бик шәп йүгерә ине. Леспромхоздан 4 егет эстафета ярышында ҡатнашырға булдыҡ. Мине өсөнсө этапҡа ҡуйҙылар. Ҡаланыҡылар бик шәп спортсмендар бит инде, уларҙың өсәүһе алға сығып китте. Мин нисек итеп булһа ла уларҙы ҡыуып етергә ниәт иттем. Шул саҡта ғәжәп бер хәлгә тарыным: ваҡыт туҡтап ҡалғандай булды бит. Минән алда барған егет шул тиклем аҡрынайҙы, хатта йүгермәгән дә һымаҡ. Үҙем, ул ни эшләп йүгерә алмай икән, тип уйлайым. Алда барған икенсе бер егет тә, өсөнсөһө лә шундай халәттәләр, миңә туҡтап ҡалғандай күренделәр. Уларҙы яйлап ҡына, бик аҡрын һәм шыма ғына уҙып киткән кеүек булдым. Үҙемә ҡалһа, йүгереүем бик яй, бик аҡрын барғандай ине. Егеттәребеҙ ҙә аптырап ҡалған: "Һин, Рауфан, ен һымаҡ йүгерҙең бит!" - тиҙәр миңә.
Киноға төшөргәндә пленканың тиҙлеген арттырып төшөрһәләр, аҙаҡ экранда спортсылар бик аҡрын һәм һалмаҡ ҡына хәрәкәт иткән кеүек була бит...
- Эйе, кинематографта ошо ысулды ҡулланып, ваҡыттың оҙаҡҡараҡ һуҙылып, хәрәкәттең аҡрынайыуы эффектын күрһәтә алалар. Ә иҫкә алынған осраҡҡа килгәндә, мин уның сәбәбен хәҙер бөтөнләйгә икенсе төрлө аңлатам: ул саҡта мин, быны үҙем дә һиҙмәйенсә, дүртенсе үлсәмгә күскәнмендер, тип фараз итәм. Ул үлсәмдә ваҡыт та икенсерәк аға. Дүртенсе үлсәмдә һыу өҫтөнән атлап йөрөп була, сөнки аяҡтар хәрәкәте барышында улар һыу эсенә инеп өлгөрмәй, батмай ҡала. Бына Тәүратта Ғайса бәйғәмбәрҙең шулай уҡ һыу өҫтөнән батмайынса атлап барыуы үҙе бер мөғжизә рәүешендә бәйән ителә.
Беҙ көн һайын радио-телевидение дикторҙарынан "Мәскәү ваҡыты менән шунса сәғәт", йә иһә "Өфө ваҡыты менән шунса сәғәт", тигәнде ишетәбеҙ. Дөйөм Йыһан ваҡыты буламы икән?
- "Йыһанда ваҡыт нисек була?"тигән һорауға яуап ошондай: унда үткән, хәҙерге һәм киләсәк ваҡыт араһында айырма юҡ, улар барыһы бергә бер субстанцияны, бер бөтөнлөктө хасил итә. Ул Ер ваҡытына тура килмәй. Йыһанда үткән заманда булған хәл-ваҡиғаларҙы берәмләп, ентекләп ҡарап булған кеүек, киләсәкте лә алдан күрә алыу мөмкинлеге бар. Әммә киләсәк күп вариантлы була, сөнки һәр кем үҙе күрәсәген үҙе һайлай. Ерҙә кешеләр араһында күрәҙәселәр булыуы билдәле, улар киләсәктә ниндәй хәл-ваҡиғалар булыу мөмкинлеген алдан күрә ала. Уларҙың иң оҫталары хатта ки 7-се үлсәмгә күсеп, меңәр йыл алдараҡ буласаҡ ваҡиғалар хаҡында мәғлүмәткә эйә булыуы мөмкин.
Боронғо дини китаптарҙа, Библияла, Ҡөръән-Кәримдә Әҙәм һәм Һауа тоҡомдарының ғүмер оҙайлығының 9 быуаттан ашыу булыуы хаҡында мәғлүмәт теркәлгән. Башҡорт мәғрифәтсеһе һәм дин әһеле Тажетдин Ялсығолдоң "Тарих намә -и Булғар" китабында ла ошондай уҡ мәғлүмәттәр килтерелә: Әҙәм ғәләйһи әс-сәләм 1 000 йыл (Иҫке Ғәһед буйынса 930 йыл), уның улы Шәйҫ - 910, ейәне Әнүш - 520, бүләһе Ҡайнан - 800, уның улы Мәла - 900 йыл ғүмер һөрә. Билдәле Нух бәйғәмбәр ерҙә 1000 йыл йәшәп, баҡыйлыҡҡа күсә. Бының булыуы мөмкинме һуң?
- Мин дини сығанаҡтарҙа килтерелгән мәғлүмәттәргә ышанам. Хәҙерге кешелеккә тиклем дә Ер шарында тиҫтә мең йылдар дауамында йәшәгән раса кешеләренең ғүмер оҙайлығы бик ҙур була. Мәҫәлән, атланттарҙың - 2 000, лемурийҙарҙың 2 - 3 мең йылға тиклем йәшәй алыуы хаҡында мәғлүмәттәр бар. 2-се раса кешеләре хатта 10 мең йыл йәшәй алған. Ә иң тәүге расаға килгәндә, улар үлемһеҙ заттарҙан булған, ожмах баҡсаһында йәшәгән.
Әйткәндәй, "Урал батыр" эпосында ла ошондай мәғлүмәттең ҡайтауазы сағыла. Уралға меңйәшәр, үлемһеҙ ҡарт осрай һәм ул батырға үлемһеҙлектең ерҙә йәшәгән кеше затына һис бер кәрәге юҡлығы хаҡында зарланып һөйләй. Урал батыр үҙе лә үлемһеҙлек сығанағын - Йәншишмәне эҙләп, сәйәхәт ҡылырға сыға бит. Тимәк, үтә боронғо эпохаларҙа йәшәгән ата-бабаларыбыҙ ҙа ниндәйҙер беҙгә билдәле булмаған мәғлүмәттәргә эйә булғандыр...
- Мин Леонард Орр авторлығындағы бер китапты уҡығайным, ул "Бросьте привычку умирать" тип атала. Ул ғәҙәттәгенән күпкә оҙағыраҡ йәшәй алған кешеләрҙе эҙләй һәм йәштәре 300 йылдан ашып киткән 8 кешене осрата. Улар араһында Бабаджи тигән кеше лә була. Уның тураһында мин совет осоронда яҙылған бер мәҡәләне уҡыным. Ошо Бабаджиға СССР-ҙан делегация бара, уны табып, һөйләшә башлайҙар. Ул үҙен кинокамераға төшөрөүҙе тәҡдим итә һәм, артабан ни генә булмаһын, пленкаға төшөрөүҙе туҡтатмаҫҡа ҡуша. Ни ғәжәп, бер мәл ул зым-зыя күҙҙән юғала. Оператор киноаппаратының тотҡаһын өйөрөлтөүен дауам итә. Күпмелер ваҡыт үткәс, Бабаджи яңынан кеше күрерлек хәлдә пәйҙә була. Уны Һиндостанда бик күптәр үҙҙәренең рухи уҡытыусыһы (гуру) тип иҫәпләй.
Ә был хәлдең ысынбарлыҡта булыуы мөмкинме һуң?
- Бабаджи кеүек кешеләр үҙҙәренең физик тәнен - организмын йыһан нурҙарын ҡулланып таҙарта ала. Улай ғына түгел, уларҙың ДНК-һында ғүмер оҙайлығын программалау механизмы юҡ. 5-се расаға ҡараған кешеләрҙең ДНК составында хромосомаларҙың теломер тип аталған өлөштәре бар, улар күҙәнәктәр бүленеше менән идара итә. Улар ҡыҫҡара бара һәм юҡ була, был осраҡта күҙәнәк башҡаса бүленә алмай, кешенең ағзалары туҙа, ҡартая башлай. Әгәр беҙ күҙәнәктәрҙе, ағзаларҙы туҙыуға дусар иткән программаны контролдә тота алһаҡ, күпкә оҙағыраҡ йәшәр инек.
Йыһан көстәре ерҙә йәшәгән кешеләргә ярҙам итә аламы?
- Кеше организмы Ер шары һәм барса йыһан объекттары менән бәйләнештә йәшәй. Бөтә донъя билдәле бер электромагнит тирбәлеше (вибрация) ритмына ярашлы ҡоролған, әммә ул да үҙгәрә бара. Ерҙең тирбәлеше шулай уҡ күтәрелә бара, был мәғлүмәт иң элгәре Крайон тигән рухи йыһан заты менән бәйләнешкә инә алған кешеләргә төшөрөлгән. Крайондың белдереүенсә, уны Аллаһы Тәғәлә ергә кешеләргә ярҙам итер өсөн ебәргән. Ерҙең магнит яланы бар, уның торошо ерҙәге тормошҡа бик ныҡ йоғонто яһай. Крайон белдергәнсә, ул һәм уның ярҙамсылары Ер шарының магнит селтәрен төҙөкләндергән һәм уның үҙәгенең (күсәренең) торошон үҙгәртә биргән. Магнит яланының полюстары бар. Беҙгә гел, компастың магнит уғы төньяҡ полюсты күрһәтә, тип әйтә килделәр. Баҡтиһәң, ул полюс йыл һайын 55 километрға тиклем ситкәрәк күсә бара икән. Көньяҡ магнит полюсы ла Һинд океаны яғына күсә бара. Магнит полюсының Ер шарының төньяҡ полюсынан 11 градусҡа ситләшеүе хаҡында мәғлүмәт бар.
Тимәк, әлеге ваҡытта беҙҙең компастарыбыҙ төньяҡ тарафты аныҡ күрһәтмәй икән...
- Тап шулай. Магнит полюсының "ҡыйшая" барыуының эҙемтәләре күп буласаҡ. Был ерҙәге тирбәлеш кимәлен үҙгәртә бара. 1987 йылға тиклем Ер шарындағы электромагнит тирбәлеше кимәле 7,8 Гц була, ул константа итеп ҡабул ителһә, хәҙер артҡандан-арта бара. Тирбәлеш үҙе бер тигеҙ генә артмай, ваҡыты-ваҡыты менән түбәнәйеп тә ала. Ер шарының электромагнитик торошо ҡояш менән дә бәйле, сөнки унда барған процестар Ер шарында магнит бурандарын барлыҡҡа килтерә. Йыһан масштабын ҡулланғанда, беҙ юғарыраҡ үлсәмгә күсеү этабына еткәнбеҙ. Яңы үлсәм кешеләре беҙгә ҡарағанда байтаҡҡа оҙағыраҡ йәшәйәсәк.
Классик тарихта беҙ ни барыһы ике ҙур ваҡыт арауығын - беҙҙең эраға тиклемге замандарҙы һәм 2025 йыл дауам иткән беҙҙең эра дәүерен беләбеҙ, уныһы Ғайса бәйғәмбәр тыуған йылдан иҫәпләнә. Ысынбарлыҡта ошо ике эра ғына булғанмы?
- Юҡ, әлбиттә. Мәҫәлән, индустарҙың Ведаларында Ер шарында ваҡыттың 4 югаһы, йәғни эраһы булыуы хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелә. Ул эралар бик ҙур ваҡыт арауыҡтарынан хасил була, йөҙәр мең йылдар буйына дауам итә. Беренсеһе - Сатья-юга, алтын быуат, икенсеһе - Трета-юга, көмөш быуат, өсөнсөһө - Двапара-юга, баҡыр быуат, дүртенсеһе - Кали-юга, йәғни тимер быуат. Һуңғыһы - дәүерҙәрҙең иң ҡараңғыһы, ерҙә бәлә-ҡаза, төрлө сирҙәр, катастрофалар, һуғыштар, кешеләрҙең гонах ҡылыуының саманан ашҡан сағы. Ҡыҙғаныс, әммә ата-бабаларыбыҙға ла, үҙебеҙгә лә ҡара көстәр өҫтөнлөк итә барған эпохала йәшәргә тура килде. Әммә хәҙер кешелек яңы эраға, яҡты көстәр йоғонтоһо арта барған дәүергә күсә башлаясаҡ. Был күсеш оҙаҡ ваҡыттар буйына бара, сөнки яңы эпохала йәшәүселәр үҙгәрештәргә әҙер булырға тейеш. Йыһан үҙенең энергияһын кешеләргә тиҙ генә төшөрмәй, сөнки уларҙың организмдары тейешле кимәлдә үҙгәреш кисермәгән. Йыһандың үҙендә лә үҙгәреш процестары бара, мәҫәлән, 2013 йылда водород атомы протонының диаметры 1 процентҡа ҡыҫҡарыуы билдәле булды. Ә водород - йыһанда иң күп таралған химик элемент. Уның үҙгәреше барса тереклеккә тәьҫир итә. Кешеләрҙең ғүмер оҙайлығы ла һиҙелерлек арта бара: беҙ бәләкәй саҡта 50-60 йәшлек ағай-апайҙар ныҡ ҡарт булып күренәләр ине. Хәҙер ошо йәштәгеләрҙең күбеһенең энергиялы, дәрт-дарманлы булып ҡалыуын инҡар итеп булмай.
Йыһан энергетикаһы йоғонтоһо кеше биологияһында сағылмай ҡалмай, тип һығымта эшләр өсөн ерлек бармы?
- Бына беҙ төнөн йондоҙло күккә ҡараһаҡ, йыһандың икһеҙ-сикһеҙ булыуына төшөнә башлайбыҙ. Ә унда юғары цивилизацияларҙың күп булыуын ғалимдар ҙа инҡар итмәй. Йыһандың бер генә йондоҙ системаһы ла буштан- бушҡа барлыҡҡа килмәгән. Ерҙә йәшәгән кешелектән миллион йылдарға алға киткән йыһан цивилизациялары булыуы мөмкин. Бына үҙебеҙ йәшәгән 7 тиҫтә йылды ғына алып ҡарайыҡ. Мин Мәсетле районының Теләш ауылында тыуып үҫтем. Бала сағымда ауылда электр уты ла юҡ ине. Артабан көнкүрешкә радио, аҡлы-ҡаралы, төҫлө телевидение килеп инде, хәҙер интернет селтәрҙәренән, цифрлы гаджеттарҙан теләһә ниндәй мәғлүмәт табып була. Быларҙың барыһы ла бер кеше ғүмере барышында бар булды. Мин бына нисек уйлайым: йыһандың алға киткән цивилизациялары Ер шарында йәшәүсе кешеләргә ярҙамға килергә әҙер. Тик беҙгә йыһандан килгән энергия көсөн ҡабул итергә һәм файҙалана белергә өйрәнергә кәрәк.
Әңгәмәбеҙҙә космоэнергетика тип аталған тәғлимәтте һәм ғәмәлиәтте аныҡлап, асыҡлыҡ индереү урынлы булыр...
- Космоэнергетикаға уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә нигеҙ һалына. Ни өсөн тап Рәсәйҙә? Барса осорҙарҙа ла ҡара көстәр Рәсәй дәүләтен юҡ итергә тырыша. Шуға күрә лә тап космоэнергетика аша беҙҙең йәмғиәтебеҙгә һәм дәүләтебеҙгә ярҙам итеү планы барлыҡҡа килә. Мәскәүҙә космоэнергетика институты бар, уны Эмиль Багиров етәкләй. Әлбиттә, космоэнергетика тәғлимәтенә һәм ғәмәлиәтенә ышанмаған, уға тәнҡит күҙлегенән ҡараусылар ҙа бар. Был осраҡта шулай ғына яуап ҡайтарырға була: Махсус психология һәм психоэнергетика институты Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) тарафынан танылған, ә бының өсөн файҙаланылған алымдарҙың һөҙөмтәле булыуын иҫбатлау талап ителә. Кешеләрҙең һаулығын нығытыу йәһәтенән космоэнергетика бик әһәмиәтле: Эмиль Багиров билдәләүенсә, йыһан нурҙары каналдарын һәр бер кешелә асып булған хәлдә барса сирҙәрҙе лә дауалап була.
Хәҙерге заман медицинаһы ла дауалап булмай торған сирҙәр юҡ, тип белдерә бит...
- Эйе, һәр сирле кеше дауаханаларға бара, унда билдәле бер дауалау процедураларын үтә. Уның һаулығы яҡшыра, быны бер кем дә инҡар итмәй. Әммә был кешенең тулыһынса һауығыуын аңлатмай. Бына, мәҫәлән, онкология сирҙәрен алып ҡарайыҡ. Дауалау алымдарын ҡулланып, ауырыуҙың ғүмерен оҙайтып була, әммә яман шештең кеше организмына яһаған кире йоғонтоһон барыбер тулыһынса юҡҡа сығарып булмай. Шул уҡ йөрәк-ҡан системаһы сирҙәре хаҡында ла ошолай тип әйтеп була. Сирленең йөрәге туҙған, ҡан юлдары тонған икән, операциялар, дарыуҙар менән уның ғүмерен оҙайта алалар, әммә сир барыбер үҙенекен итә - кеше был донъянан барыбер иртәрәк китә.
Быны үҙемдән дә беләм. 23 йыл элек мин бер бабай һымаҡ хәлдә инем. Органдарҙа эшләгәс, йыл һайын медицина тикшереүе үтә инек. Хроник гастрит менән яфаландым, был сир ҡасан бөтөр, тип докторҙарҙан һорайым. Ғүмерең буйына дауаланырға тура киләсәк һиңә, тиҙәр. Ангинамдан да ҡотола алманым, етмәһә, бауырымдың насар эшләүе беленде, уны "токсик" хәлдә, тинеләр. Аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә эшемдә микроинфаркт үткәрҙем. Бына бөгөн ошо сирҙәрҙең береһе лә минең организмымда юҡ. Был - минең космоэнергетик дауаланыуымдың һөҙөмтәһе. Космоэнергетикаға ярашлы, һәр кемебеҙҙең физик, матди тәненән башҡа, күҙгә күренмәгән тәндәре бар. Физик тәнгә иң яҡыны - эфир тәне. Унда кеше ағзаларының барыһының да күсермәһе, проекцияһы бар, эфир тәне менталь тән менән тығыҙ бәйләнештә тора. Һинең берәй ағзаңда, мәҫәлән, йөрәгеңдә етешһеҙлектәр хасил булып, тайпылышлы процестар башлана икән, былар йөрәгеңдең эфир тәнеңдәге сағылышында ла пәйҙә була. Әммә кешенең күҙебеҙгә күренмәгән каналдарын уның чакралары аша асып, уға космос нурҙарын йүнәлтә алһаҡ, уның барса сирҙәрен дауалау мөмкинлегенә эйә була алабыҙ. Мәҫәлән, инфаркт кисергән кешенең йөрәгендә үле күҙәнәктәрҙән йөй ҡала. Космоэнергетик дауалау сеанстарынан һуң улар юғала.
Быны раҫлаусы факттар бармы?
- 60 йәшем тулғас, Өфөлә уҙғарылған халыҡ-ара марафонда үҙемде һынап ҡарарға булдым, 10 саҡрымға йүгерергә кәрәк ине. Ошоға тиклем 35 йыл буйына бындай ярыштарҙа ҡатнашҡаным булманы. Йөрәккә ЭКГ эшләмәйенсә, бер кемде лә стартҡа сығармайҙар. Мин дә үттем: табиптар йөрәгең сәғәт кеүек эшләй тине. Ә мин бит микроинфаркт үткәргән кеше! Тимәк, ошоғаса йыһан нурҙары менән дауаланыуым бушҡа булмаған. Бына тағы ла бер миҫал. 2020 йылда бөтә донъяла ковид пандемияһы башланды. Тәүге айҙарҙа ошо алама сирҙе йоҡторған кешеләр аҡрынлап һауыға ине, артабан сирлеләрҙе дауаханаларға һала башланылар - ә уларҙың бик күптәре һауыға алмайынса вафат булды. Әгәр донъя кимәлендә космоэнергетика аша дауалау ойошторолһа, бындай фажиғә булмаҫ ине, тип уйлайым.
Космос нурҙарының кешелеккә тағы ла ниндәй ыңғай йоғонтоһо бар?
- Крайон тәғлимәте буйынса, кешелек яңы үлсәмгә күсеү барышында беҙ вундеркинд тип атаған бик һәләтле балалар күпләп тыуасаҡ. Беҙҙең бала сағыбыҙҙа кеше ҡанының 4 төркөмө билдәле ине, хәҙер 5-се һәм 6-сы төркөмгә ҡараған балалар тыуа башланы. Тимәк, яңы быуын вәкилдәрендә биологик, генетик үҙгәрештәр башланыуы бик мөмкин.
Кешенең ДНК-һында, генетик кодында ла үҙгәрештәр башланасаҡмы?
- Кешенең барса ағзаларында ла үҙгәрештәр, үҫеш процестары башланыуы күҙаллана. Бына элегерәк мейенең оро һымаҡ биҙенә (шишковидная железа, эпифиз) артыҡ иғтибар бирелмәне. Космоэнергеттар белдереүенсә, был үтә бәләкәй ағза кешенең йыһан менән бәйләнешен көсәйтә ала, әммә ул шул уҡ йыһандың ҡара көстәре тарафынан томаланған көйө ҡала. Әгәр ошо биҙ тейешле кимәлдә эшләй башлаһа, беҙ үҙебеҙҙең Аллаһы Тәғәлә балалары икәнлегебеҙҙе тоясаҡбыҙ. Шулай була ҡалһа, беҙ илаһи ҡеүәткә эйә буласаҡбыҙ: кешеләргә фекерҙе матдиләштереү, оҙаҡ йәшәй алыу, башҡаларҙы дауалай алыу һәм әле фантастик тип иҫәпләнгән башҡа ғәмәлдәрҙе башҡарыу мөмкинлеге биреләсәк. Эпифиз эшмәкәрлеген тотҡарлаусы химик матдә - фтор. Уны һуңғы йылдарҙа кеше ҡулланған күп әйберҙәргә ҡушалар.
Ябай кеше йыһан кимәлендә барған үҙгәрештәрҙе һиҙә-тоя аламы һуң?
- Йыһан кешегә, уның менталь һәм башҡа төрлө тән формаларына бер өҙлөкһөҙ тәьҫир итеп тора. Был бигерәк тә кешенең йоҡлаған сағында ғына күргән төштәрендә сағыла. Кешенең хатта әле саҡ-саҡ йоҡоға китә башлаған мәлендә лә төш күреүе мөмкин. Бындай төш күргән кеше йоҡлап барған көйөнә аныҡ итеп фекерләй ала, уйлана, күргәнен баһалау мөмкинлегенә эйә. Ул хатта күргән төшөн үҙе теләгәнсә үҙгәртә лә ала: ниндәйҙер күрекһеҙ, бысраҡ урынды сәскәле туғайға алыштыра, ниндәйҙер әлегә тиклем хәл итә алмаған мәсьәләнең сиселеш юлын таба. Бына үҙемдең бер төшөмдә бер кеше янына киләм, ә ул күҙҙән юғала ла, икенсе бер урында пәйҙә була. Уға яҡынлашыу менән тағы юғала, шаҡылдатып, үҙе торған урынды миңә белдерә. Шуныһы ҡыҙыҡ, мин уның янына атлап түгел, осоп килә алдым: күрәһең, ошо төш аша миңә телепортацияның ысынбарлыҡта булыу мөмкинлеге хаҡында белдергәндәрҙер.
Өфөлә йәшәгән күренекле башҡорт ғалимы, талантлы химик Нәжип Вәлитов 1997 йылда донъя күргән ғилми хеҙмәтендә Ер шарында булған бөтә хәл-ваҡиғаларҙың, шул иҫәптән һәр кешенең уй-кисрештәренең, йыһандың теләһә ҡайһы урынында, ул нисек кенә алыҫ булмаһын, шундуҡ билдәле булыуын электромагнит тулҡындары һәм гравитация бәйләнештәре аша башҡарылыуын теүәл формулалар ярҙамында раҫлай алды. Кеше мейеһенең һәм организмының электромагнит тирбәлеше ни тиклем генә бәләкәй булмаһын, ул күҙ асып йомғансы Йыһан киңлегенә тарала. Был асышты Йыһандың Абсолют Рухы, йәғни Аллаһы Тәғәләнең барса нәмәне белеп-күреп тора алыуын иҫбатлаусы факт, тип тә билдәләргә булыр ине. Бәлки, тап шуның өсөн католиктарҙың Рим Папаһы башҡорт ғалимына үҙенең Рәхмәт хатын ебәргәндер...
- Күренекле химик Менделеевтың элементтарҙың периодик таблицаһын тәүҙә төшөндә күреүе хаҡында бар донъя белә. Төш күрмәгән кеше юҡ. Ә төшкә һәр бер осраҡта ла ниндәйҙер бер мәғлүмәт һалына. Кемдер ниндәй төш күргәнен аныҡ ҡына һөйләп бирһә, күптәребеҙ күргән төштәрен иҫләй алмай. Төш - үҙенә күрә ниндәйҙер бер кодҡа һалынған мәғлүмәт, әгәр кеше ошо кодтың шифрына төшөнә алһа, уға бик күп нәмә асылыуы мөмкин. Хатта киләсәктә ниҙәр булырын да төш аша асыҡлай алыу мөмкинлеге бар. Тибет монахтары Йыһан менән бәйләнешкә инеү һәм билдәле бер мәғлүмәт алыу өсөн медитация алымын ҡуллана. Боронғо замандарҙа медитация һүҙе тәрән уйҙарға батыу процесын аңлатҡан. Будда үҙе лә бер меңйәшәр ағас төбөндә медитатив халәткә инеп, Йыһандан күп төрлө мәғлүмәт алыуға өлгәшкән.
Әйткәндәй, 2005 йылда 1927 йылда вафат булған Пандито Хама Лама Итигэловтың кәүҙәһен кедр ағасынан эшләнгән "табутынан" сығарып, төрлө тикшеренеүҙәр уҙғаралар. Уның үле кәүҙәһе, барса ағзалары тарҡалмайынса һаҡланып ҡалған. Ул теге донъяға китер алдынан уҡыусыларын йыйып алып, медитация барышында был донъянан китәсәге хаҡында һәм 75 йыл уҙғас кире ҡайтасағы хаҡында белдерә. Кешенең йәне икенсе үлсәмгә күсеп китә аламы?
- Әлбиттә, бындай хәлдәрҙең булыуы бик мөмкин. Хатта икенсе үлсәмдәрҙә оҙаҡ йылдар йәшәп, бик күп мәғлүмәт туплап, яңынан тыуыусылар ҙа була. Ғөмүмән, кешенең физик тәне йәшәүҙән туҡтағас, 3 тәүлектән эфир тәне юғала, астраль, йәғни тойғолар тәне 7 - 9 тәүлек эшләй ала, менталь тәне 40 тәүлеккә тиклем йәшәй, ә кешегә хас булған барса мәғлүмәт юҡҡа сыҡмай, уның 7-се үлсәмдәге каузаль тәненә күсә, уны кешенең кармаһы, тип тә атайҙар. Унда һаҡланған мәғлүмәттәр хаҡында махсус методтар ҡулланып белеп була.
Йәш регрессияһы методын (гипноз аҫтында) ҡулланып, пациенттарҙың элекке тормоштары хаҡында мәғлүмәт алып булыуын үҙ тәжрибәм аша уҙған быуаттың 80-се йылдарынан уҡ белә инем. Тәжрибәләрҙә ҡатнашҡан һәр кем әсә ҡарынына бала йәне рәүешле ингәнгә тиклем күктә, йәғни йыһан ҡатламдарында йәшәүҙәре хаҡында һөйләне. Улар ерҙә йәшәгән ҡәҙимге кешеләргә ярҙам итә аламы?
- Мин уларҙың теге йәки был рәүешле ярҙам итә алыуына ышанам. Бына, үҙебеҙҙең тормошобоҙҙа кинәт кенә инде онотолоп, юғалып бөткән хәл-ваҡиғалар иҫкә төшә, шулай уҡ әруахтар төш күргәндә кешегә ниндәйҙер мәғлүмәт бирә ала, нимәнәндер киҫәтә, йүнәлтә алалыр, тим. Бына интуиция тип аталған төшөнсә бар. Ул нисек хасил булалыр, әйтеүе ҡыйын. Бәлки, интуиция аша килә, тип иҫәпләнгән мәғлүмәттәрҙең дә ана шул беҙ фараз иткән 7-се үлсәмдән төшөрөлөүе бар бит. Һәм бында, һис шикһеҙ, йыһан нурҙарына билдәле бер код менән һалынған мәғлүмәтте аса белеү технологияһына өйрәнеү фарыз. Багиров институтында уҡығанда бер йөрәк сирле ҡатын үҙенең нисек итеп арыуланып китеүе хаҡында һөйләгән ине. Ул ике тапҡыр инфаркт кисерә, табиптар уның көндәре һанаулы ҡалғанын белдереп, өйөнә алып ҡайтырға ҡуша. Иң күбендә 4-5 көндән йөрәге туҡтаясағы хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтәләр. Башҡа сара ҡалмағас, бик көслө космоэнергетты саҡыралар, ул бер-бер артлы сеанстар уҙғарып, ошо ҡатындың чакра каналдарын асыуға өлгәшә. Ошондай дауалау был ҡатынға килешә, ул үлмәй, бер аҙҙан үҙен бик яҡшы тоя башлай. Ярты йыл үткәс, кардиоүҙәккә тикшерелергә бара. Кардиологтар уның йөрәгендә инфаркттан ҡалған йөйҙәрҙе тапмай һәм ҡасандыр инфаркт кисереүен инҡар итә. Әммә ошо ҡатындың медицина картаһын ҡарап, иҫтәре китә: унда ике тапҡыр киң күләмле инфаркт булыуы хаҡында диагноз теркәлгән була. Ҡайһы саҡта шулай ҙа була: космоэнергеттар дауалап һауыҡтырған кеше яңынан табиптарға мөрәжәғәт итһә, улары элек беҙ дөрөҫ диагноз ҡуя алмағанбыҙ, тип аҡлана башлай, сөнки сир эҙһеҙ юҡҡа сыҡҡан.
Организмда регенерация процестары кеше тыуғандан алып бара, мәҫәлән, киҫелгән тире, мускулдар уңала, һынған һөйәктәр ҡайтанан йәбешә һ.б. Әммә ҡартая барған һайын был процестар көсһөҙләнә, аҡрыная бара. Космоэнергетика ысулдары менән ағзаларҙың регенерация мөмкинлектәрен көсәйтеп буламы?
- Алдараҡ әйткәнебеҙсә, эфир тәне физик тәнде бермә-бер ҡабатлай, унда һәр бер ағзаның күсермәһе бар. Кешенең йыһан менән бәйләнешкә инә торған каналдарын аса алһаҡ, уның теләһә ҡайһы ағзаһының регенерация мөмкинлектәрен көсәйтә аласаҡбыҙ. Миңә дауаланырға бер ҡатын килгәйне, ул үҙе табип, медицина фәндәре кандидаты. Проблемаһы шундай: инә ятҡылығында бик ҙур киста үҫеп сыҡҡан. Ни барыһы 5 сеанстан һуң уның кистаһы юҡҡа сыҡты. Иглиндән килгән бер уҙаман тайып йығылып, ҡулын һындырған. Уны ла дауаланым. Аҙаҡтан ул миңә шылтырата, рентгендан ҡараған табип уға "Һинең ҡулың һынмаған бит, һынған урыны булһа, рентген күрһәтер ине", тип әйткән.
Космоэнергетика өсөн тағы ла бер ҡыҙыҡлы нәмә - кешене алыҫтан тороп та дауалап була, бының өсөн уның фотоһы ла етә. Белореттан бер бәләкәй ҡыҙ бала бәүел итә алмай интеккән. Табиптарға йөрөйҙәр, төрлө дарыуҙар ҡулланып ҡарайҙар - һөҙөмтә юҡ. Шул баланың фотоһын ебәрҙеләр, сеанстарҙы арауыҡ аша башҡарҙым. Эске күреүем (интуиция, тип тә әйтеп булалыр) аша баланың һейҙек ҡыуығында күп кенә ҡабырсаҡ кеүек нәмәләр булыуына төшөндөм. Мин уҙғарған сеанстар барышында ошо "ҡабырсаҡтар" аҡрынлап аҙая башланы һәм бөтөнләйгә юғалды. Бала һауыҡты.
Тағы ла бер миҫал. Учалынан бер әбей шылтыратты, аяғынан яҙған, йөрөй алмай, түшәктә ята. Өфөгә килә алмай. Мин уға берәй туғанын минең сеанстарға ебереү кәрәклеген аңлаттым. Бер йәш кенә туғаны, студент, 6 сеанста булды. Ике айҙан һуң әлеге әбей тағы шылтыратып, рәхмәт уҡыны: ул аяғына баҫҡан, үҙаллы йөрөй башлаған.
Кеше Йыһанға үҙаллы мөрәжәғәт иткән хәлдә Йыһан көстәренән ярҙам алып буламы?
- Бының өсөн ныҡ инанған кеше булырға кәрәк. Дини кешеләр ҙә Аллаһы Тәғәләнән шәфҡәт көтөп, уға намаҙ ҡылалар, ярҙам һорайҙар. Бер кемде лә көсләп дауалап булмай, тик мөрәжәғәтеңдең ихлас һәм тәрән хисле булыуы кәрәк.
Космоэнергетика дини инаныстарға ҡаршы килмәйме?
- Юҡ, килмәй. Байтаҡ йылдар элек Мәскәүҙә космоэнергетика буйынса съезд булып уҙғайны. Унда саҡырылған ҡунаҡтар араһында Ислам һәм христиан руханиҙары ла булды. Мулла ла, поп та үҙҙәренең сығыштарында космоэнергетика менән шөғөлләнеүҙең дингә ҡаршы килмәүе, бер ниндәй ҙә ҡапма-ҡаршылыҡтар булмауы хаҡында белдерҙе.
Һеҙ "Мөғжизәләр заманы. Космоэнергетика һәм һаулыҡ" тигән китап авторы. Бала саҡта барыбыҙ ҙа мөғжизәләргә ышанып йәшәйбеҙ. Йылдар уҙа барған һайын мөғжизәләр юҡҡа сыға. Ни өсөн шулай?
- Ә бит бынан бер быуат элек кенә ата-бабаларыбыҙ мөғжизәләрҙән ваз кисмәгән, ерҙә лә, Йыһан киңлектәрендә мөғжизәле көстәр булыуына ышанып йәшәгән. Улар күҙгә күренмәгән донъялар булыуын, күктең ете ҡатын, параллель донъяларҙағы йән эйәләрен - йәй, ҡыш, ел, урман, өй эйәләре булыуына ышанған. Кирәмәт көсөнә эйә булған суфыйҙар хаҡында ишеткәнебеҙ бар. Мин Һиндостанға Саид Бабаны күрергә барғайным. Уның янында булғандан һуң бөтә йәнем-тәнем бер ләззәтле халәткә инде, сөнки уның күкрәгендәге һөйөү кристалы бар тирә-яҡты һәм уның янындағы барса кешеләрҙе лә һөйөү көсө менән нурландыра. Мин шуға тиклем дә, унан һуң да шундай рәхәтлекте кисерә алғаным булманы - бына ошо үҙе үк донъяла мөғжизәләр булыуын раҫлап тора. Киләсәктә төрлө мөғжизәләр күрһәтә алған кешеләр күбәйә барасаҡ. Мөхәббәт кристалы һәр кемдә бар, тик уны нурландырырға өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, кисен йоҡлап китер алдынан үҙегеҙҙе йәш егет йә иһә йәш ҡатын-ҡыҙ итеп күҙ алдына килтереп, ошо күҙгә күренмәгән кристалл менән эфир тәнеңде нурландырырға өйрәнһәң, төн буйына үҙеңде йәш һәм һау-сәләмәт итеп тоясаҡһың.
Шулай итеп...
Яңы йыл алдынан космоэнергет Рауфан Мортазин уҡыусыларыбыҙға бына нимәләр теләне: "Һәр кем был ергә тикте юҡҡа килмәгән, һәр кешенең тәғәйенләнеше бар. Тәбиғәт һәм йыһан менән гармонияла йәшәп була. Үҙегеҙҙең йән һәм тән мөмкинлектәрен асырға, һәләттәрегеҙҙе үҫтерергә ынтылығыҙ - һуң инде тимәгеҙ. Киләсәккә ышанып йәшәү зарур. Ҡурҡып, хәүефләнеп йәшәү, туҡтауһыҙ борсолоу кешене ҡартайта. Кеше өсөн иң файҙалы фекер: "Барыһы ла яҡшы буласаҡ!"
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА