
Матур ғына бер урманда йәшәгәндәр, ти, айыу әсәй һәм уның бәләкәй генә балаһы. Айыу балаһы ҡыштың иң сатлама һыуығында донъяға килә. Яҙғы йылы көндәр тыуғансы ул әсәһе менән өңөндә ғүмер итә. Бына бер заман әсәһе уны урманға, өңөнән тышҡа алып сыға. Ул ҙур гүзәл донъяны күреп, хайран ҡала. Айыу балаһы өсөн бөтә нәмә яңы, ят һәм ҡыҙыҡ тойола. Әсәһе уға ниндәй емештәрҙе, тамырҙарҙы, япраҡтарҙы ашарға яраҡлығын өйрәтә. Ергә ҡойолған сәтләүектәрҙе һәм үлән араһында йәшенеп үҫкән бәшмәктәрҙе нисек табырға күрһәтә. Һәр көн улар өңдәренән алыҫыраҡ китә. Ә бер көндө ташлы ярҙарынан ярһып йүгергән, шаулап аҡҡан йылғаға килеп сығалар.
Әсәһе айыу балаһына: "Мин балыҡ тоторға китәм! Ярға яҡын килмә! Күрәһеңме йылға нисек шәп аҡҡанын? Ағыҙып алып китер үҙеңде. Мине ошонда көт!" - тигән дә, үҙе балыҡ тотор өсөн ҡулайлы урын табып, эргәһенән йөҙгән балыҡтарҙы күҙәтә башлаған. Бына ул ҙур ғына бер балыҡты һыуҙан тәпәйҙәре менән тартып ала һәм ярға ырғыта. Балаһын саҡырып ала ла, бергәләп балыҡ ашай башлайҙар. Айыу балыҡ тотоуын дауам итер өсөн яңынан йылғаға төшә.
Айыу балаһы әсәһенең балыҡ тотоуын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә: "Ҡайһылай балыҡ тотоу ябай ғына икәәән! Мин дә тота алам!"- тип уйлай ул. Әсәһенең иҫкәртеүҙәрен дә онотоп, йылғаға яҡынлай. Ярҙың ситендә ятҡан бәләкәй бүрәнәгә үрмәләп менә. Йылғаның тәрән булмаған ерендә тупланған, көмөштәй ялтыраған балыҡ өйөрөн күрә. Уларҙы тоторға теләп, тәпәйҙәрен һыуға тыға. Шул саҡ ул ултырған бүрәнә бер тапҡыр сайҡалып ҡуя, шунан тағы сайҡала ла еңел генә ярҙан айырыла. Аға торғас, шәп ағынға эләгеп, ҡото осоп ҡурҡҡан айыу балаһын алыҫҡа ағыҙып алып китә. "Ә-сәәәй!" тип, йөрәк әрнеткес ҡыҙғаныс тауыш менән ҡысҡыра ул.
Бүрәнә һыу уртаһында суҡайып торған таштарға бәрелә-һуғыла, яр ситендәге ҡыуаҡлыҡтарға эләгә-эләгә, таныш булмаған ерҙәр аша уны әсәһенән алыҫайтып ағыуын белә... Айыу балаһына ныҡ ҡурҡыныс була. Ул һыйынып, дүрт тәпәйе менән бүрәнәне ҡосаҡлап ала.
Әсәһе балаһының йылға буйлап ағып барыуын күргәс, ни эшләргә лә белмәй өҙгөләнеп үкерергә һәм үрһәләнергә тотона. Ҡапыл әсә күҙ йәштәренең һәм үкһеүенең ярҙам итмәҫен төшөнөп, тиҙ генә тынысланырға һәм ҡәтғи бер аҙым эшләргә тейешлеген аңлап ала. "Йылғала ағып, бер аҙ барғас, унда шаршы бар, ул ерҙә һай булырға тейеш, - тип иҫенә төшөрә. - Ул шунда бүрәнәне тотоп аласаҡ. Өлгөрөп ҡалыр өсөн ашығырға кәрәк миңә! Балам бүрәнәгә ныҡ тотонһа ярар ине, һыуға ғына ҡолап төшмәһен". Ул яр буйлап йылғаның түбәнге ағымына хәленән килгәнсе йүгерә.
Бына алда шаршылыҡ шаулай. Яҡыная биргәс, ағымға ҡаршы тығылған бүрәнәгә йәбешкән бәләкәй генә ҡара йомарлаҡ та күҙгә салына. "Балаҡайым, улым! Ныҡ тор!" - тип һамаҡлай-һамаҡлай, бар көсөн йыйып, ауыр тын алып, сәнскеле ҡыуаҡтарҙы йыра-йыра балаһына ынтыла әсәһе.
Айыу ҡапыл кеше еҫен һиҙеп ҡала. Яр башында күшегеп бөткән, бүрәнә ҡосаҡлап ҡурҡышынан дер ҡалтыраған айыу балаһын ҡыҙыҡһынып күҙәткән кейек аулаусыны күрә. Уның ҡулында ау менән ата торған мылтыҡ була. Һунарсы бәләкәй айыу балаһын тотор өсөн уға мылтығын тоҫҡай... Ул был уңышҡа бик ҡыуана. Сөнки өйөндә ҡыр йәнлектәренән зоопарк тотҡан бер байға һатып ебәрәсәк бит уны! Хатта эстән генә күпме аҡса аласағын да һанап сығара...
Айыу әсәнең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй була. Уның үкереп-үкереп илағыһы килә. Илау менән генә балаңды ҡурсалап буламы һуң? Ул үҙен ҡулында тоторға тырыша. Бер-нисә һикереү аша һунарсының артына барып баҫа ла, ауыр көслө тәпәйҙәре менән арҡаһына тондороп, уны аяҡтан йыға. Һунарсы ҡолағанда башын ташҡа бәреп, иҫен юғалта. Ә мылтығы ҡулынан ысҡынып китеп, шапылдап йылғаға барып төшә...
Айыу һыу уртаһында ҡалған балаһына яҡынлаша, сикәһе менән уның башын һыйпай. Бәләкәсе әсәһенең арҡаһына менеп ҡосаҡлай ҙа, улар урманға инеп китәләр.
Ҡурҡыныс һәм ҡайғы килгәндә күҙ йәштәре ярҙамсы була алмай. Тик сабырлыҡ һәм үҙеңде дөрөҫ тотоу - төҙәтә алмаҫтай тойолған хәлде лә үҙгәртә ала.
"Бел! Түҙемһеҙгә еңеү килмәҫ. Табыш - юғалтыуһыҙ, еңеллек ауырлыҡһыҙ булмаҫ!" тиелә хәҙистәрҙә.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА