«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨҘӘТКЕС ХАЛӘТТӘН ЙӨҘӘМӘГЕҘ, ЙӘМӘҒӘТ!
+  - 


Йәмғиәтебеҙҙә "Барса ауырыуҙар ҙа - нервыларҙан" тигән фекер киң таралған. Әлбиттә, әҙәм балаһының нервылар системаһы - баш һәм арҡа мейеһе, триллион самаһы нейрондар, уларҙы тоташтырыусы 10 триллион глиаль күҙәнәктәр, шул уҡ сама синапстар, тәндең барса урындарына, ағзаларына барып еткән, дөйөм оҙонлоғо 75 километр булған нервылар туҡымаһы - организм менән идара итә, барса ағзаларҙы ла контролдә тота.

Әйткәндәй, баш мейеһенең нервы күҙәнәктәрен тоташтырыусы үҫенте-ептәренең оҙонлоғо 500 мең саҡрымға етә! Шуға күрә лә әлеге әйтемдең асылында дөрөҫлөк бар. Шул уҡ ваҡытта соматик (тән) һәм нервылар менән бәйле сирҙәрҙе медицина айырып ҡарай. Ә бына психоген сирҙәр тип аталғандарының нервылар системаһы торошонда, эшмәкәрлегендә тайпылыштар (патология) барлыҡҡа килеү менән бәйле булыуын инҡар итеп булмай.
Йәнә бына нимә бик мөһим: кешенең эмоциялары, хис-кисерешле тойғолары, уй-фекерҙәре уның психикаһына негатив йоғонто яһай икән, уның невроз тип аталған халәткә дусар булыуы мөмкин. Ғөмүмән, фани донъяла невротик ҡаҡшау халәтен кисермәгән бер кеше лә юҡтыр ул. Әле ошондай психоген тайпылыштарҙың береһе - кешене бимазалаған бәйләнсек, йөҙәткес уй-кисерештәр неврозы хаҡында һөйләшеп алайыҡ.
Баштан сыҡмай торған, йөҙәткес уй-хистәр халәте - әҙәм балаларына хас невроздың бер төрө. Ошо хаҡта билдәле француз психиатры Жан-Этьен Доминик Эскироль 1827 йылда уҡ яҙып сыға, ул был тайпылышты "шик-шөбһәләр сире" тип нарыҡлай. Ошондай хәлгә дусар булған кешенең аңын, күңелен уны туҡтауһыҙ борсолдороп, бимазалап торған негатив эмоциялар биләп ала, шикләнеү, шөбһәләнеү уны хафаға һала. Бигерәк тә яңғыҙы ҡалғанда кешене борсоған хәүефле тойғолар уғата көсәйеп китә, уның йоҡоһо оса, хатта стресҡа ҡаршы, тынысландырыусы дарыуҙар ҙа ярҙам итмәҫкә мөмкин. Йөҙәткес халәт - ябай нервылар ҡаҡшауы ғына түгел, уны психоневрологик сир итеп ҡарау фарыз. Хәҙерге медицина фәнендә был сирҙе обсессив-компульсив ҡаҡшау (русса - обсессивно-компульсивное расстройство, ҡыҫҡаса ОКР) тип тә атайҙар, ул ниндәйҙер бер уй-хискә артыҡ ныҡ бирелеүсәнлекте һәм бер үк ғәмәлде ирекһеҙҙән бер нисә тапҡыр ҡабатлауға дусар булыуҙы аңлата. Ошо психоневрологик ҡаҡшауға хас һыҙаттарҙың үҙегеҙҙә булыу-булмауын түбәндәге тест аша билдәләп була:
- Көтмәгәндә һеҙ һис теләмәгән хәтирәләр иҫегеҙгә төшә һәм зиһенегеҙҙе тарҡата;
- Нимәнелер - аҡсағыҙҙы, өй ҡаралтыларын, йыһаздарҙы, яҡын-тирәләге башҡа предметтарҙы барлау, иҫәпләү, һанап сығыу теләге һеҙгә тынғылыҡ бирмәй;
- Һеҙҙе нимәләрҙелер дөрөҫ, тейешлесә эшләмәгәнһегеҙ, ниҙелер онотҡанһығыҙ кеүек уйҙар ныҡ борсой башлай (мәҫәлән, өйөгөҙҙән сығып китеп, бер аҙ ваҡыт үтеүгә үтегегеҙ электрҙан алынмаған, ишегегеҙ бикләнмәй ҡалған кеүек тойола);
- Балаларығыҙҙың, атай-әсәйегеҙҙең, башҡа яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге хаҡында үтә йыш борсолоу, уларҙың имен-аман булыуы хаҡында һәр даим белеп торорға теләү, ошо хаҡта ҡайғыртып йәшәү;
- Ябай ғына эшкә тотонғанда ла уны һәйбәт итеп башҡара алмаясаҡһығыҙ тигән борсоулы уйҙың йыш йөҙәтеүе;
- Кинәт кенә ниндәйҙер көтөлмәгән, һис бер кәрәге булмаған ғәмәлдәрҙе башҡарыу теләгенең күңелегеҙҙе биләп алыуы (һүгенергә, нимәнелер ватып-ҡырып ташларға, туҡтауһыҙ көлә башларға, йә иһә иларға, тән ағзаларына зыян килтерергә теләү һ.б.;
- Тәнегеҙҙә көсөргәнешлек барлыҡҡа килгәнен, йөрәгегеҙҙең йышыраҡ тибә башлауын тойоу;
- Ниҙәндер хәүефләнеүҙең, ныҡ борсолоуҙың, сәбәпһеҙ-ниһеҙ ҡурҡыу тойғоһоноң һеҙҙең зиһенегеҙҙе томалауы, тиҙ генә арынып булмай торған хафаға һалыуы;
- Ҡулдарығыҙ, маңлайығыҙҙың тирләүе, тикте-юҡҡа эсегеҙ бошоуы.
Быларҙан башҡа, бәғзе бер кешеләрҙә артыҡ кәрәге булмаған билдәле бер ғәмәлдәрҙе һис кисекмәҫтән башҡарыу теләге хасил була: ҡулдарҙы йыш йыуыу, мебелдәрҙе ҡаттан-ҡат һөртөү, иҙәнде бер нисә ҡат йыуыу, бер туҡтауһыҙ артҡа боролоп ҡарау, юлдың тик бер генә яғынан йөрөргә тырышыу, канализация люктарын урап үтеү, йорт йыһаздарының һеҙ теләгән тәртиптә генә булыуын даими тикшереп тороу һ.б.
Йөҙәткес халәтте йыш кисергән кешегә төрлө фобиялар, микробтарҙан ҡурҡыу, аҙыҡ-түлектең зарарһыҙ булыуына ышана алмау, йәмәғәт транспортында үҙен насар тойоу, лифтта инеүҙән, ҡараңғы урам аша сығыуҙан ҡурҡыу кеүек сифаттар хас була. Бәйләнсек уй-хистәре саманан ашып киткән осраҡтарҙа ҡайһы бер сирлеләрҙә суицидаль ынтылыштар башланыуы мөмкин.
Хәҙерге белгестәр йөҙәткес халәткә килтереүсе сәбәптәрҙе дөрөҫ асыҡлай алыуҙы бик мөһим тип һанай, сөнки был осраҡта кешегә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеп була. Бәғзе бер кешенең нәҫел-нәсәбендә, яҡын туғандары араһында ошондай сиргә тарыған кешеләр булһа, генетик күсәгилешлек арҡаһында ул да бәйләнсек уй-хистәргә тиҙерәк биреләсәк. Әммә әлеге ваҡытта һүҙ барған сирҙе генетик юл менән дауалау мөмкин түгел әле. Нейрофизиология өлкәһе белгестәре фекеренсә, йөҙәткес халәткә дусар булыусыларҙың мейеләренең билдәле бер структуралары һау-сәләмәт кешеләрҙекенән айырылып тора. Әммә ошондай тикшеренеүҙәр нигеҙендә генә аныҡ һығымталар эшләнмәгән.
XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән Австрия психиатры Зигмунд Фрейд фекеренсә, обсессиялар, йәғни баштан китмәй торған уй-кисерештәрҙең төп сәбәбе - кешенең агрессив йә иһә енси теләктәрен баҫтырыу, тыйыу. Ысынлап та, кешенең аҫҡы аңында барған психик ғәмәлдәр уның төштәрендә сағылыш таба, ә был йыш ҡына ысынбарлыҡтағы кире мөнәсәбәттәр, ауыр кисерешле уйҙар, көслө эмоциялар менән бәйле. Әҙәм балаһының теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ҡәнәғәтләндерелмәй ҡалған ихтыяждары ла йөҙәткес халәткә башланғыс бирә. Фрейд үҙе ҡабул иткән проблемалы пациенттарынан улар күргән төштәрҙе һөйләтә һәм үҙе уйлап тапҡан психоанализ ысулы менән уларҙы бәйләнсек уйҙарынан ҡотолдора алған.
Һуңғы йылдарҙа күп кенә эксперттар кешенең ыңғай йә иһә негатив хистәр кисереүен уның мейеһендәге нейрохимик процестар менән бәйләп аңлата. Мәҫәлән, мейелә серотонин тип аталған биохимик матдә етешмәһә, кешенең кәйефе төшә, уның күңелен кире хис-кисерештәр тиҙерәк биләй.
Ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренә ярашлы, күңелдәренә ҡурҡыу, шөбһәләнеү тойғоһо ғәҙәттән тыш ныҡ һеңгән кешеләр йөҙәткес халәткә йышыраҡ дусар була. Бындай кешеләр психотерапевт ярҙамына мохтаж, сөнки төрлө дарыуҙар - транквилизаторҙар, антидепрессантар һәр осраҡта ла һөҙөмтә бирмәй.
Әйтергә кәрәк, ошондай психик халәтте даими кисергән кеше үҙен тамам йөҙәткән хәлдән нисек тә булһа ҡотолорға тырыша, әммә быға тиҙ арала ғына өлгәшә алыу еңелдән түгел, шуға күрә бындай хәлгә тарыған кешегә психолог, психоневролог йә иһә психиатр ярҙамы талап ителә. Шуныһы мөһим, кешеләрҙең күбеһендә бәйләнсек уй-кисерештәр ваҡыты-ваҡыты менән генә пәйҙә була, улар бындай халәттән үҙҙәре лә сыға ала. Айырым кешеләргә хас булған үтә тәьҫирле бәйләнсек уй-хистәрҙән арындырыу маҡсатында табибтар медикаментоз саралар ҡуллана: тейешле дарыу үҫемлектәре төнәтмәләре, антидепрессанттар, транквилизаторҙар һәм нейролептиктарҙы ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Әммә ошондай типтағы дарыуҙарҙы тик табиб күрһәтмәһенә ярашлы файҙаланыу фарыз. Хәҙерге заманда махсус психотерапия, уйын һәм төркөм тренингтары, бәғзе бер осраҡтарҙа гипнотерапия алымдарын ҡулланыу йөҙәткес халәттән арындырыуға булышлыҡ итә.
Ә көндәлек тормошта ваҡыты-ваҡыты менән генә бәйләнсек уй-кисерештәргә дусар булған кешеләр үҙ-үҙенә ярҙам итә ала. Иң беренсе - стресҡа алып килә торған шарттарҙан арына алыу: тап ауыр, хәсрәтле эмоциялар кешенең психологик торошона кире тәьҫир итә, әлеге бәйләнсек уйҙарға ерлек бирә. Йәнә, ошондай халәт һыҙаттарын тоя башлау менән йән-тәнеңдең йүнәлешен, зиһенеңдең иғтибарын икенсе бер ғәмәлдәргә күсерә алыу. Аңыңда яралған ауыр хәтирә урынына яҡшыларын иҫкә төшөрөү, физик һәм тын алыу гимнастикаһы күнегеүҙәрен ҡулланыу, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында йәйәү йөрөү, физик эш менән албырғау, башҡа бер кешеләр менән (телефондан булһа ла) аралашыу, киноға барыу, музыка тыңлау кеүек ғәмәлдәр бик файҙалы. Ижади хисле шәхестәр музыка ҡоралдарында уйнай, шиғыр һәм башҡа әҫәрҙәр яҙырға тотонһа ла уларҙың йән-тәнен ҡәнәғәтләнеү, дәртләнеп китеү тойғоһо биләп ала. Ә янығыҙҙа бәләкәй балалар бар икән, улар менән уйнап, һөйләшеп алыу негатив халәтегеҙҙән тиҙ арындырасаҡ. Шулай булғас, йөҙәткес, биҙрәткес уй-хистәр йән-тәнегеҙҙе бимазаламаһын тиһәгеҙ, үҙегеҙҙе үҙегеҙ йөҙ төрлө ысул менән ипкә килтерә аласаҡһығыҙ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.25 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru