
Балалар һәм ололар табип-ортопеды, травматолог, беренсе категориялы табип ҠАРАҒОЛОВ Азат Рәйес улы - республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәлелек яулаған медицина хеҙмәткәре. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫеп, Башҡорт дәүләт медицина университетын, Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһында травматология-ортопедия буйынса интернатураны һәм ординатураны уңышлы тамамлағандан һуң, Өфөлә, республиканың төрлө ҡалаларында эшләй. Спорт медицинаһында ла ҙур тәжрибә туплаған табип ул. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ нәҡ ошо юҫыҡта - спорт өлкәһенә ҡағылышлы - ҡоролдо.
Спорт медицинаһында эшләй башлауығыҙ нисек килеп сыҡты?
- Эйе, ул мәлдә мин Өфөнөң 32-се травма пунктында эшләп йөрөй инем. Бер көн мөдир саҡырып алды ла "Салауат Юлаев" хоккей командаһының "Торос" фарм-командаһы төҙөлөүе һәм командаға табип эҙләүҙәре тураһында белдереп, миңә шунда эшкә барырға тәҡдим итте. Был минең өсөн яңы һөнәри тәжрибә булыуы менән бер рәттән, бөтә Башҡортостан яратып ҡараған хоккей уйынын "эстән" күреп-белеү мөмкинлеге лә ине. Оҙаҡ уйламайынса, ризалыҡ бирҙем һәм башкөллө үҙем өсөн ят мөхиткә сумдым. Спортсылар, ғөмүмән, спорт һәм спорт медицинаһы үҙе бер айырым донъя. Барыһының да күҙ алдында булған "ҙур" медицинанан бик ныҡ айырылған йүнәлеш. Тәжрибәле генә табип булһам да, бында эшләй башлағас, үҙемде университеттың 1-се курс студенты итеп хис иттем. Бер аҙ эшләгәндән һуң, операцияларҙы һағыныуымды, төрлө йәрәхәттәр менән бөтә өмөттәрен туплап травматологка килгән кешеләргә ярҙам итеү теләгенең көслө булыуын аңлап, команданан эштән киттем. Ләкин артабанғы ваҡиғалар күрһәтеүенсә, был тарихта ҙур нөктә ҡуйылмаған булған икән.
Шулай "бер һыуға ике тапҡыр инеп булмай", тиһәләр ҙә, 2008 йылда шул уҡ "Торос" командаһына кире саҡырыу килде һәм беҙ ғаиләм менән Нефтекама ҡалаһына юлландыҡ. Шул уҡ йылда, уйын миҙгеле тамамланғас, бөтә Рәсәй күләмендә "Спорт командаһының иң яҡшы табибы", тигән исемгә лайыҡ булдым. Табип булараҡ команданы миңә ышанып тапшырған хоккей етәкселегенең ышанысын аҡлауым менән бәхетле инем.
Был өлкәлә эшләй башлағас, үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡ астығыҙ?
- Яңы мәғлүмәт, бөтөнләй яңы өлкә, профессиональ спортсының тәнендә барған процестар һәм үҙгәрештәр тураһында белемемде арттырыу кәрәклеге еңелдән булманы. Ул йылдарҙа спорт медицинаһы физкультура диспансерҙарында медицина тикшеренеүҙәре үткәреү менән генә сикләнде, "спорт менән шөғөлләнергә ярай йәки ярамай", тигән белешмә биреүҙән ары китмәй ине. Иҫ киткес ҙур көсөргәнешлек кисереп, спорт менән шөғөлләнеүсе профессионалдарҙы спортты телевизорҙан ғына ҡарап белгән кешеләрҙе дауалаған ысулдар менән дауалау өҫтөнлөк итте. Был төптө хата икәнен, спортсыларҙы дауалауҙа бөтөнләй икенсе ҡараш, ысул, табип фекерләүе талап ителеүен аңлауҙа миңә "Салауат Юлаев" хоккей командаһы табибы Валерий Барышников һәм команданың медицина рәйесе (начмед) Фәрит Мәхмудовтар ҙур ярҙам күрһәтте.
Спорт медицинаһы табибының эше, берҙән, ҡыҙыҡлы, ә икенсенән, үҙенсәлекле. Спортсының организмы бик ҙур физик һәм психик көсөргәнешлектәр кисереүгә өйрәнгән, тип әйтәйемме. Профессионал спортсылар бәләкәйҙән шөғөлләнә башлап, һәр көнөн тиерлек спортҡа, күнекмәләргә бағышлай. Бындай кешенең организмы ошондай ҙур физик көсөргәнешлектәр кисереүгә өйрәнә һәм хатта ауырыған саҡта ла мөмкин тиклем күнекмәләрҙе туҡтатырға тейеш түгел. Ә табип спортсының сирен дауалауҙан тыш, уның физик торошон да һаҡлап ҡалырға, шул уҡ ваҡытта уның өҙлөгөүенә лә юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Сирҙе еңер өсөн ниндәй дарыу тәҡдим итергә, уның ҡабул ителәсәк күләмен билдәләү ҙә команда табибы өҫтөндә. Шул уҡ ваҡытта дарыу допинг булараҡ ҡабул ителмәҫкә, спортсының физик үҫеше кимәленә лә зыян килтермәҫкә тейеш. Дарыу менән генә түгел, ә спортсыны һауыҡтырыуҙың башҡа ысулдарын да ҡуллана белеү - үҙенсәлекле физик күнекмәләр, кәрәкле аҙыҡ-түлек һайлау, күнекмәләр планын яңы шарттарға килтереп төҙөү һәм башҡалар - спорт медицинаһы табибының һөнәри вазифаһы.
Спортсыларҙың физик һәм психоэмоциональ тороштарын яҡшыртыуҙы талап иткән осраҡтар ҙа булалыр?
- Спортсылар бик үҙенсәлекле халыҡ. Психик һәм эмоциональ яҡтан ныҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер саҡ улар ҙа төшөнкөлөккә бирелә, йәки, киреһенсә, бигерәк күңелләнеп китеп, һиҙгерлекте юғалта. Бындай осраҡтарҙа, тренерҙар штабы (команданың табибы шулай уҡ тренерҙар штабына инә) спортсы менән ултырып һөйләшә, проблемаларын асыҡлай, ниндәй ҙә булһа кәңәш йә берәй икенсе яҡлап ярҙам итеү ысулын тәҡдим итә, уйынсыны яҡшы психоэмоциональ хәленә ҡайтарырға тырыша.
Эмоцияларына хужа була алмай киткәндә спортсының кеменәлер яғымлы һүҙ менән өндәшеү ҙә етә, кемеһендер ҡаты әрләргә тура килә. Ғөмүмән, психоэмоциональ яҡтан ярҙам итеү ысулдары бер төрлө генә түгел шул - һәр кешенең үҙ характеры, эске донъяһы һәм донъяға ҡарашы бар, шуларҙы иҫәпкә алып эш итәбеҙ. Күп осраҡта тренерҙар ҙа психологик яҡтан ярҙамға мохтаж булып китә, улар менән дә һөйләшеп, ярҙам итеп ебәрергә тырышам.
Ә инде беҙҙең үҙ көсөбөҙ етмәһә, профессионалдарҙы яллайбыҙ - психологтар, психотерапевтар менән эш итәбеҙ. Мәҫәлән, команда бер-нисә уйынды рәттән тик еңелеү менән тамамлай икән, хатта бөтә параметрҙар буйынса ла еңә алған командаларҙан да еңелә башлаһа, үҙебеҙ эштең нимәлә икәнен аңламаһаҡ, шул осраҡта килә профессионал психологтар. Ул хәтлегә еткермәҫ өсөн төрлө саралар, йәғни "тимбилдинг" үткәрәбеҙ - команда менән киноға, музейҙарға барабыҙ, ғаиләләр менән йыйылыу, тәбиғәткә сығыуҙар ойошторабыҙ.
Һәр профессиональ спортсының стресс менән көрәшергә үҙенең ысулдары һәм ритуалдары бар. Мәҫәлән, бер ҡапҡасы уйын алдынан ярты сәғәт тирәһе башына таҫтамал ябынып, башын аҫҡа эйеп ултыра торғайны. Икенсе хоккеистың уйын алдынан береһе менән дә һөйләшмәй торған холҡо бар ине.
Ниндәй спорт төрҙәре иң "йәрәхәтле" һанала?
- Спорт менән шөғөлләнеүселәр, ҡыҙғанысҡа күрә, төрлө йәрәхәттәргә дусар була. Статистика буйынса, иң күп йәрәхәтләнеүҙәр араһында контактлы спорт төрҙәре беренсе урында тора. Беренсе урында - регби һәм америка футболы, икенселә - ММА, өсөнсө урында - тауҙан саңғы менән шыуыусылар. Балалар спортына килгәндә, йәрәхәттәр һаны буйынса беренсе урында футбол, икенселә - хоккей.
Спорт төрөнә ҡарап йәрәхәттәр ҙә айырыла. Мәҫәлән, хоккейҙа эре һөйәктәр һыныуы, быуын сығыуы, эске ағзаларҙың йәрәхәтләнеүе, төрлө яралар йыш осрай. Футболсылар иһә күберәк аяҡ мускулдарын тарттыра, өҙҙөрә, тубыҡ һәм бәкәл быуындары йыш зыян күрә. Волейболда иһә тубыҡ менисктары һәм һеңерҙәре йәрәхәте өҫтөнлөк итә. Был спорттағылар шулай уҡ умыртҡа һөйәгенең бил тирәһе, яуырын быуыны ауыртыуы менән йыш осраша.
Шуны билдәләп үтеү кәрәк - йәрәхәттәр, күпселек осраҡта, йәш һәм оҫталыҡтары етмәгән спортсыларҙың бәләһе. Шуға күрә спорт менән шөғөлләнгәндә өйрәтеп һәм хаталарҙы күрһәтеп, дөрөҫ йүнәлеш биреп тороусы яҡшы тренерҙың булыуы мотлаҡ.
Йәш спортсылар тураһында һүҙебеҙҙе дауам итәйек әле...
-Уларҙың организмы бик нескә һәм тиҙ үҙгәреүсән. Ололарға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ та, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Йәш организм ай һайын тиерлек үҙгәреш кисерә. Мәҫәлән, йәй миҙгелендә, сборҙар алдынан үткәрелгән медицина тикшереүҙәре бер төрлө булһа, ярты йылдан һуң, көҙөн, бөтөнләй икенсе булыуы ихтимал. Бигерәк тә ЭКГ (йөрәктә), велоэргометрияла (физик көсөргәнлек менән йөрәкте тикшереүҙә), шулай уҡ антропометрия һөҙөмтәләрендә бик ҙур айырмалыҡтар күҙәтелеүе ихтимал.
Балаларға ҡағылышлы проблемалар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары һәм мускулатура-һөлдә системаһындағы үҙгәрештәрҙең барлыҡҡа килеүе беренсе урында тора. Был мәсьәләләргә төрлө сәбәптәр булышлыҡ итә - яҡшылап ял итмәү, гаджеттар менән ныҡ мауығыу, ғаиләләге проблемалар һәм башҡалар.
Алдан әйтеп үтеүемсә, спорт менән шөғөлләнеүсенең иң яҡын кешеһе - ул тренер. Сөнки нәҡ тренер баланың күнекмәләр, ярыштар ваҡытында ниндәй ҙур нагрузка алыуын, уның көслө яҡтарын һәм балаға ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген аңлай. Шуға күрә "үҙ" тренерыңды табыу һәм уны тыңлау, кәңәштәрен инҡар итмәү, ышаныу спортсының уңышының мөһим бер өлөшө булып тора.
Спорт менән шөғөлләнгән баланың һаулығы борсоған осраҡта тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. Йәш организм дауалауға яҡшы бирелә, ваҡытында башланған дауалау күп сирҙе еңеп сығырға мөмкинлек бирә.
Йәрәхәтләнеүҙәрҙе иҫкәртеүҙең билдәле юлдары барҙыр бит?
- Спортта йәрәхәт алыуҙы иҫкәртеүгә бик ҙур әһәмиәт бирелә. Иң киң ҡулланылған ысул - ярыш алдынан мөһим үткәрелергә тейешле күнекмәләр эшләү (разминка). Төрлө күнекмәләр ярҙамында кешенең быуындары, мускулдары һәм һеңерҙәре ҡан менән тулыша, йылына һәм һығылмалығы арта. Тән ағзалары һыуыҡ көйө, күнекмәләрһеҙ һәм әҙерлекһеҙ эш башлау - йәрәхәт алыуға тура юл. Әлбиттә, һәр тренировканан һуң эшләнә торған профилактик сара - ул "заминка" тип атала. Көсөргәнешле эштән һуң тән яйлап һыуынырға тейеш. Мускулдарҙың оҙонлоғон кире нормаль хәлгә килтереү өсөн уларҙы һуҙыусы күнекмәләр эшләнә, улар "стрейчинг" йәки "растяжка" тип атала.
Иң төп профилактика, минеңсә, спортсының көндәлек эше һәм ял режимы. Тренировкала булһынмы, ярыштамы - спортсы үҙенең организмын һиҙеп, төрлө сигналдарға иғтибар биреп, ваҡытында уларҙың киҫкенләшеүен иҫкәртһә, йәрәхәттәрҙән "ҡасырға" була. Шулай уҡ дөрөҫ туҡланыу, режим менән йәшәү, ваҡытында йоҡлау һәм ял итеү - барыһы ла йәрәхәттән һәм ауырыуҙарҙан иҫкәртеү ысулдары.
Күнекмәләрҙән һуң нисек тәнде "тергеҙергә"?
- Күнекмәләрҙән һуң (мин бында тик профессионал спортсылар тураһында ғына һүҙ йөрөтмәйем) тән көс йыйырға, энергияны тупларға тейеш. Тәүҙә организмдың һыу-тоҙ балансын яҡшыртырға кәрәк. Бының өсөн минераль һыу, төрлө витаминлы эсемлектәр ҡулланыла. Энергия туплау өсөн бер аҙ шәкәр ҡушылған һыу эсеү йәки татлы емеш-еләк ашарға мөмкин.
Тренировканан һуңғы бер сәғәтлек ваҡыт "алтын сәғәт" ("золотой час") тип атала. Ошо ваҡыт эсендә спортсы организмында кәмегән энергетик запастарҙы яңынан тупларға тейеш, был ваҡыт организмдың иң тиҙ һәм һөҙөмтәле тергеҙеү мәле. Еңел үҙләштерелгән углеводтар ашау тәндең тиҙ арала терелеүенә булышлыҡ итә. Уларға һары банан, шоколад, аҡ ондан бешерелгән ҡамыр аштары, емеш-еләк һуттары инә. Әлбиттә, самаһын белеп ашау мотлаҡ.
Мускул-һеңерҙәрҙе һәм быуындарҙы тергеҙергә аҡһымдан, аминокислоталарҙан эшләнгән коктейлдәр ҡулланыла. Ашағандан һуң саф һауала ярты сәғәттән дә кәм булмаған прогулка бик яҡшы йоғонто яһай. Арыған организмды тергеҙеүҙең иң яҡшы ысулы 8 сәғәттән дә кәм булмаған төнгө йоҡо, сөнки беҙ йоҡлағанда баш мейеһендә урынлашҡан биҙҙәр соматотропин тигән гормон бүлеп сығара. Ул - анаболик гормон, организмды тергеҙеүсе төп матдә. Ошо әйтелгән ысулдарҙы ҡулланғанда тренировкалар тик яҡшы кәйеф килтерер һәм һаулығығыҙ ҙа ныҡ булыр.
Балаларҙы спорт түңәрәктәренә биргәндә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
- Балаларҙың спорт менән мауығыуы - яҡшы күренеш. Ата-әсәләр балаларын спортҡа килтергәндә уларҙың теләген иҫәпкә алырға тейеш. Музыка, бейеү менән мауыҡҡан баланан боксер, йәки бөйөк ММА көрәшсеһе сығыуы икеле. Теге йәки был секцияға баланы бирер алданынан тренер менән кәңәшләшеп алыу мотлаҡ. Өйрәтеүсе тренер баланы секцияға уның физик мөмкинлектәрен тикшереп, уларҙы үҫтереп буласағын күҙ уңында тотоп, алырға тейеш.
Баланы спортҡа бирер алдынан уға төрлө яҡлап медицина тикшереүе үткәреү мөһим - йөрәген, ашҡаҙан-эсәктәр эшмәкәрлеген, ҡан торошон, антропометрик үҫешкәнлеген тикшерергә тейеш табип. Ҡайһылыр осраҡта организмдың үҙенсәлегенә, үҫешенә ҡарап, табиптар балаға ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнеү яҡшы буласағын әйтә ала. Мәҫәлән, умыртҡа һөйәге ҡыйыш үҫешә башлаһа - йөҙөү, йәки бал бейеүҙәре уны төҙәтеүгә булышлыҡ итә, иғтибары тарҡалып яфаланған балаға шахмат, сатраш ярҙам итә.
Ата-әсәйҙәргә теләгем - баланың мөмкинлеген айыҡ күҙлектән ҡарап, уның теләген күҙ уңында тотоп, киләсәк тормошона һәм һаулығына кире йоғонто яһамаҫлыҡ спорт төрҙәрен һайлағыҙ. Әлбиттә, профессионал спорт һаулыҡты ныҡ ҡаҡшата, ләкин ҡайһылыр баланың спортта юғары үрҙәр һәм рекордтар ҡуйырлыҡ мөмкинлеге, таланты булһа - уның юлына ҡаршы төшөргә кәрәкмәй, тип уйлайым. Шулай уҡ беҙҙең, спорт медицинаһы табибтарының һәм, әлбиттә, аҡыллы, үҙ эшенең оҫтаһы булған тренерҙарҙың барлығын һәм уларҙың һәр балаға айырым иғтибар бүләсәктәре тураһында онотмағыҙ.
Шулай итеп...
Үҙ эшен яратып башҡарған, бөтә булмышы менән үҙ һөнәренә бирелгән кешеләр менән һөйләшеү бер тынала үтә һәм әңгәмә лә ҡағыҙ битенә еңел төшә. Азат Рәйес улының ҡыҙыҡлы фекерҙәре, профессионал кәңәштәре, күҙәтеүҙәре лә әңгәмәне йәнле итте. Спорттың эсендә ҡайнаған кеше булараҡ, ул был өлкәнең беҙгә күренмәгән урындарына сәйәхәт ойошторҙо, профессионал күҙлектән сығып, кәңәштәр бирҙе. Артабан да уңышлы һөнәри эшмәкәрлек юлдаш булһын.
Гөлназ МАНАПОВА
яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА