«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠМАР БУЙЫН ТЕТРӘТКӘН ЮРМАТЫ УҠЫТЫУСЫҺЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 


Бынан егерме ете йыл элек, Башҡортостан дәүләт институтында эшләгән осорҙа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты талиптары менән "Ниндәй халыҡ бәхетле?" тигән темаға һөйләшеү үткәргәйнем. Төрлө фекерҙәрҙе тыңлап, ошондай һығымта яһағайныҡ: "Халыҡтың яҡшы уҡытыусылары күп булһа, ул бәхетле. Киреһе лә дөрөҫ - халыҡ бәхетһеҙ икән, уның уҡытыусылары ла шәптән түгел".

Шул һөйләшеүҙән һуң "Шоңҡар" журналына мәҡәлә яҙып ебәрҙем.
Уға ҡыҫҡа ғына исем бирҙем - "Уҡытыусы". Үҙемдең уҡытыусым Аккулова Каина Маннан ҡыҙы тураһындағы иҫтәлектәрҙе һөйләгәйнем ул яҙмамда.
"1959 йылдың август аҙағында Баймаҡ районының Муллаҡай ете йыллыҡ мәктәбенә йәш уҡытыусы килеп төштө. Ул күп яғы менән уҡытыусыларыбыҙҙан айырылып торҙо. Беренсенән, исеме менән; ауылдаштарымдың береһе лә бындай исемде ғүмерҙә ишеткәне юҡ ине әле - Каина. Икенсенән, кейеме менән - ул эшкә һәр ваҡыт ҡара-күк төҫтәге ҡупшы костюм кейеп йөрөр булды. Өсөнсөнән, шул костюмдағы билдәһе менән - ул университет тамамлау тураһындағы значок ине. Мин ул ваҡытта дүртенсе синыфта әсәйем ҡулында уҡый инем. Тағы бер йылдан Каина апай беҙҙең класс етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Ул заманда ауылыбыҙҙа туған телдең абруйы бик юғары түгел ине, сөнки ете саҡрымда ятҡан Түбә ҡасаһында күптәр урыҫ телендә аралашты. Алтынға бай төбәктә урынлашҡан ҡасаба иһә Муллаҡай халҡы өсөн мәҙәниәт, иҡдисад, сауҙа үҙәге булып хеҙмәт итте. "Тубинск" тигән урыҫ һүҙен боҙоп, шул тирәләге халыҡ уны Дубин тип йөрөттө.
Ошондай бик үк уңайлы булмаған шарттарҙа башлап ебәрҙе Каина апай беҙҙең районда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен тейешле кимәлгә күтәреү буйынса эшмәкәрлеген. Башҡа фәндәрҙе алып барған уҡытыусылар бик көслө ине ул заманда. Тарихсы Сабур Хәйрулла улы, физик Әбдрәхим Фаруҡ улы (минең атайым), математик булып эшләгән Әкрәм һәм Камил ағайҙар, урыҫ теленән уҡытҡан Мәрфуға апай кеүек уҡытыусыларҙың абруйы бик юғары ине мәктәбебеҙҙә.
Башҡорт теленә иһә, әйткәнемсә, иғтибар булманы тиерлек. "Түбәгә барып етһәң, уның файҙаһы кәмей, ә Баймаҡтан ары китһәң, башҡорт теленең бөтөнләй хәжәте юҡ", - тигәнерәк фекер йыш әйтелә торғайны ул мәлдә.
Каина апай ҡурҡып торманы - өйөрмә һымаҡ килеп инде шундай мөхиттә йәшәгән һәм эшләгән уҡытыусылар араһына. Ул осорҙо мин хатта ҡылыс һуғышы менән сағыштырып та ҡуям. Үҙ халҡының теленә урын яулап алыу өсөн йәш уҡытыусыға бер туҡтауһыҙ ҡылысын уйнатырға тура килде. Ялт-йолт! Бына бер заман көсһөҙөрәк уҡытыусылар сигенә башланы. Ялт-йолт! Ялт-йолт! Йыл да үтмәне, көслөләренең дә сираты килеп етте. Ялт-йолт! Ялт-йолт! Ялт-йолт! Тыуған яҡтарына - Ишембай районына - ҡайтып китер алдынан Каина Маннан ҡыҙы башҡорт теле дәрестәрен атаҡлы уҡытыусыларыбыҙ Сабур ағайҙың - тарих, атайымдың физика фәне кимәленә еткереп ҡуйҙы.
Алтмыш ике йыл үтеп китте ул ваҡиғаларҙан һуң. Әммә Һаҡмар йылғаһына һыйынып ятҡан Муллаҡай, Ҡолсора, Түбәнге Иҙрес һәм Үрге Иҙрес ауылдарында әле лә башҡорт теленә ихтирам осҡон-осҡон булып сәсрәп китә. Ана шул мәлдән - ҡуҙҙарын Каина апайыбыҙ һалып ҡалдырған усаҡтан - һаҡланып ҡалған ул.
Уҡытыусымдың ныҡлы белем биреүен Сибай педагогия училищеһына инеү өсөн имтихан тапшырғанда бик асыҡ төшөндөм: башҡорт теленән диктантты бишкә яҙҙым. Аҙағыраҡ эштәрҙе тикшергән уҡытыусы Фәриҙә апай Ғариф ҡыҙы былай тип әйткән: "Быйылғы 1964 йылда уҡырға инергә теләгән дүрт йөҙҙән ашыу баланың берәүһе лә башҡорт теленән 5-ле алманы". Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң, өҫтәп ҡуйған: "Мөхәмәтйәновтың эшен иҫәпкә алмағанда".
Был мәҡәләм 1997 йылдың йәй аҙағында баҫылып сыҡты. Уҡыу йылы башланғас, уны талиптарым ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыны. Яңы йыл алдынан ғына миңә ун һигеҙ биттән торған хат индерҙеләр. Үҙ ғүмеремдә бындай ҙур күләмле хат алғаным булманы минең. Каина Маннан ҡыҙынан, өс йыл беҙгә белем биргән һәм беҙҙе тәрбиәләгән уҡытыусынан, килгәйне ҡулымдағы хат. Бөгөнгө мәҡәләмде хәтеремдә һаҡланған иҫтәлектәргә, уларҙы яңыртҡан уйланыуҙарға таянып яҙам.
"Шоңҡар"ҙағы мәҡәләңде уҡығанға дүрт ай үтеп китте, ә мин ошо көнгә тиклем рәхмәтемде ебәрә алмайым, ҙур рәхмәт һиңә, Самат, үтә лә ҙурлағанһың минең хеҙмәтемде. Уҡыусыларымдан шундай йылы һүҙҙәр, рәхмәттәр ишетеү - минең өсөн иң ҙур бүләк. Мин ул йылдарҙы һис онота алмайым, һеҙҙең барығыҙҙы ла һағынам, күрәһем килә. Һеҙҙе атай-әсәй, уҡытыусы, инженер, фән кандидаты итеп түгел, береһенән-береһе матурыраҡ, йыйнағыраҡ, тырышыраҡ уҡыған тумалаҡ ҡына шаян малайҙар, баҫалҡы ҡыҙҙар итеп күргем килә. Шул ваҡыттағы гонаһһыҙ, эскерһеҙ, бер ҡатлы, әйткәнемде үтәргә әҙер торған уҡыусылар итеп күргем килә. Миндә VI класты тамамлағас, бергәләп төшкән ус аяһындай ғына фото һаҡлана. Һәүәҫкәр төшөргәйне уны, Рәшит ағайығыҙ шикелле. Йыш алып ҡарайым мин уны. Уҡыусыларымдың хаттарын һаҡлайым, һағынғанда уларҙы ла сәғәттәр буйы уҡып ултырам. Уларҙы тәү тапҡыр уҡығанда ла, хәҙер ҙә күҙ йәштәрһеҙ уҡый алмайым". Мин дә, килтереп кителгән юлдарҙы уҡығанда, күҙ йәштәремде тыя алмайым. Ниндәй оло йөрәкле, уҡыусыларын бөтә йөрәге менән һөйгән кеше булған икән Каина апайыбыҙ! Ике тиҫтәгә яҡын күҙ ҡаршыланы уҡытыусыбыҙҙы 1960 йылдың 1 сентябрендә. Бишенсе синыф уҡыусыларыныҡы ине шул йондоҙ кеүек янып торған күҙҙәр. Дүрт ауылдан йыйылғайны улар. Үрге Иҙрес береһенән-береһе сибәрерәк ҡыҙҙарҙы - Моратова Зәйнәпте, Мусина Раузаны, Ниғмәтуллина Хәфизәне, шуҡ малай Аманъюлов Шәфҡәтте, ә Муллаҡай етди, әҙ һүҙле малайҙарҙы - Ҡәһәрмәнов Рәхимйәнде, Зәйнуллин Нурулланы, Маннапов Мөритте - ебәргәйне белем усағына уҡырға. Ҡолсоралар иһә Мөхәмәтйәнов Рәжәп, Ҡасимғолов Морат кеүек тиҫтерҙәренән бер йылға олораҡ егеттәр, минең йәштәге бер нисә малай һәм ике ҡыҙ - Сыңғыҙова Маһинур һәм Ғафарова Айһылыу - менән тулыландырҙы мәктәпте. Олпат Солтанова Минсафа менән теремек Сафиуллин Ғилметдин уҡырға Түбәнге Иҙрестән килгәйне.
Уҡыусыларын алға әйҙәгәндә Каина Маннан ҡыҙы беҙҙе үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Ул шиғыр һөйләргә яратты, беҙгә Муса Йәлилдең "Вәхшиҙәр" шиғырын яттан һөйләп күрһәтте. Тетрәндерерлек итеп һөйләне ул был әҫәрҙе. Сәхнәгә сығып, халыҡ алдында һөйләгәйне, йәштәр, шиғырҙы ятлап алып, күрше ауылдарҙа концерт ҡуйғанда, репертуарҙарына индерә башланы.
Каина апайыбыҙ дәрестәр биреү, синыф етәксеһе булыуҙан тыш, мәктәптең пионервожатыйы булып та эшләне. Ауыл йәштәренең үҙешмәкәр түңәрәге менән дә етәкселек итте.
Уҡыусылары менән ҡайнап йәшәне Каина Маннан ҡыҙы. Беҙҙе тырышып эшләргә лә өйрәтте ул. Шул иҫтә ҡалған: бер йылды ауыл осонда картуф алдыҡ. Колхоз етәксеһе, уңыш һәләк була, бер класты бирегеҙ, зинһар өсөн, тип директорға килгән икән. Хужалыҡҡа ярҙамға беҙҙе, алтынсы синыф уҡыусыларын, ебәрҙеләр. Шул йылда ҡапыл һыуытты ла көтмәгәндә ҡар яуҙы. Тубыҡтан көрт, шуға картуф төбөн тәүҙә көрәйбеҙ. Өлкәнерәктәр ҡаҙа, ҡалғандар сүпләй. Бейәләйҙәр һыулана, ҡулдарыбыҙ өшөй. Ике малай, ҡоро-һары йыйып, ут яға. Уҡытыусыбыҙ балаларҙы сиратлап йылынырға ебәрә. Әммә беҙ, малайҙар, бармайбыҙ, сөнки Каина апайыбыҙҙан үрнәк алабыҙ. Ул эшен туҡтатмағас, беҙ ҙә картуф сүпләүҙе дауам итәбеҙ. Ҡыҙҙар саҡырһа: "Беҙ өшөмәйбеҙ, ышанмаһағыҙ, ҡарағыҙ", - тип, бейәләйҙәребеҙҙе сисеп эшләгән булабыҙ.
Уҡытыусыбыҙға ҡарап, унан өлгө алып, уҡыны, эшләне һәм йәшәне Ҡолсора һигеҙ йылыҡ мәктәбенең бөтә уҡыусылары. Каина Маннан ҡыҙы етәкселегендә улар яҙ көнө һаҡлағыстан картуф сығарҙы, көҙ ырҙынға иген елгәрергә сыҡты. Сусҡа фермаһына күмер ҙә йыйып алып барҙылар, һарай янындағы тиреҫ тауын яланға сығарышырға ла ярҙам иттеләр. Һауынсылар ял итә торған йорттоң тирә-яғына ағастар ултырттылар, өйҙән-өйгә йөрөп, көл һәм тауыҡ тиҙәге лә йыйҙылар. "Бындай эштәрҙе, ана, колхозсылар башҡарһын. Уҡытыусының эше - дәрес биреү, балаларҙы тәрбиәләү", - тигән һүҙҙәрҙе бер генә лә әйтмәне Каина апайыбыҙ. Гел алда йөрөгәнлектән, синыф етәксебеҙ менән ғорурлана торғайныҡ. Башҡа уҡыусылар беҙгә көнләшеңкерәп ҡаранылар.
"Киләсәк хеҙмәт юлында абынмаҫ өсөн яҡшы белем, алтын кәңәштәр биргән уҡытыусыла уҡыуым менән дә бәхетле мин. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башҡорт теле һәм уның методикаһынан Баязитов Абдулла Нәби улы уҡытты. Уҡытыусыға хас иң кәрәкле сифаттарҙы өйрәтте беҙгә. Мин уларҙы һүҙмә-һүҙ килтерәм.
"Класҡа йылмайып барып кер, асыу-ярһыуҙарың ишек артында ҡалһын. Класс шаулай икән, өндәшмәй генә көтөп тор, үҙҙәре һине күреп туҡтар. Уҡыусыларға күп иҫкәртеү яһама, киҫекһеҙгә әйләнәләр, бер әйт - берәгәйле әйт".
"Класта үҙ урыныңды таба бел, үтеп-һүтеп күп йөрөмә - иғибарҙары бүленә. Таҡтала яҙышҡанда ла кемдең ни ҡылғанын белеп тор һәм өндәшмәй генә шул уҡыусыға әйләнеп ҡара. Телмәрең йыйнаҡ, аңлайышлы булһын, шиғырҙы яттан уҡы". "Уҡыусыларҙың һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырма. Йәш уҡытыусыны "тоторға" уйлап, дәрескә ҡағылмаған һорауҙар бирһәләр, дәрестән һуң яуап бирергә ҡалдыр. Яуап бирә алмаҫтай һорау бирһәләр, әҙерләнеп килеп, икенсе дәрестә яуап бир". "Уҡыусының ваҡытын алма, дәрестән тыш эштәргә саҡыраһың икән, ваҡытында кил. Уҡыусыны кластан ҡыуып сығарма, директорға алып инмә. Көсһөҙлөк был, уҡыусылар алдында абруйың төшә".
"Уҡыусылар йәш уҡытыусыны аҙна-ун көн һынайҙар. Кемлегеңде белеп алғас, үҙҙәрен күрһәтә башлайҙар. Юҡ-бар һорау бирәләр, үҙ тиңдәше кеүек күреп, көлөп ҡарайҙар, үҙ-ара һөйләшәләр. Бына шул саҡта туп-тура ҡара, һинең ҡарашыңдан оялып, башын аҫҡа эйһендәр".
"Өҫ кейемең йыйнаҡ булһын, уны йыш алмаштырма. Уҡыусының иғтибарын ала, дәрес тыңламай, кейемеңде тикшерә. Йөҙөк, алҡа, муйынса йөрөтмә дәрескә". (Кейемгә ҡарата иғтибарлы булыу кәрәклеген дә Муллаҡайҙа белдем. Шул осор модала булған йәйге күлдәк кейеп йөрөнөм өйҙә. Мин бит директор ағай ғаиләһендә бер аҙна йәшәнем, фатирға урынлашҡансы. Ә ауылда ундай тегелешле күлдәк булмаған, күрәһең. Директор ағайҙың ҡыҙы Рәйфә әсәһенән минеке кеүек күлдәк тектереп алды. Быны Хәтифә апай үҙе һөйләне: "Тегеп бир, тип йәнемә тейҙе, барыбер тектерҙе").
"Ауыл халҡы араһында ла абруйың булһын. Уҡытыусы - ауыл халҡы араһында күҙ өҫтөндәге ҡаш, һәр аҙымың күҙәтелә, ярамаған ҡылығыңды берәү белһә, иртәгә үк ауылға тарала. Уҡытыусыға билдәле бер рамкала йәшәргә кәрәк".
Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Каина Маннан ҡыҙы Ишембай районында ла фиҙакәр хеҙмәте менән дан алыуын белдем. Фәүзиә Ҡотлогилдина, уның йәшерәк уҡыусыһы, 2019 йылда түбәндәге иҫтәлектәрҙе яҙып һалған.
"Башҡорт теле уҡытыусыһы Каина апай иң яратҡан уҡытыусым булды. Ул минең бала ғына күңелемде яғымлы көләс йөҙө, талапсан, дөрөҫ, ғәҙел кеше булыуы менән яулап алды. Мәктәп етәксеһе вазифаһын башҡарһа ла, эреләнмәне ул, уҡыусыларҙы үҙ балалары кеүек күрҙе. Тыуған ауылы Иҫәкәй мәктәбендә эш башлағансы, Каина апай Баймаҡ районында ла уҡытҡан. Уның ғаиләһе мәктәп булғандыр, тип уйлайым, сөнки кейәүгә лә сыҡманы, үҙ балалары ла булманы. Уның яҙмышын билдәләгәндә, Аллаһы Тәғәлә, мәктәбеңдә уҡыған һәр бала һинең балаң булыр, тигән әмер биргәндер, ахырыһы.
Иҫәкәйҙә һигеҙ йыллыҡ мәктәпте Каина апай төҙөткән, аҙаҡ ул туғыҙ йыллыҡҡа әйләнде. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, замананың дауылына ҡаршы тора алманы ул, ҡупымлаштырыуға эләгеп, ябылды. Хатта башланғыс мәктәп тә ҡалманы. Әлеге ваҡытта балалар беренсе кластан башлап күршеләге Маҡарға йөрөп белем ала..."
Юрматы ҡыҙы Каина Маннан ҡыҙы Аккулованы Ишембай районында ғына түгел, Ирәндек тауына һыйынып ятҡан Баймаҡ районында ла һаман хөрмәтләп иҫләйҙәр, уның миҫалында йәш быуынды тәрбиәләйҙәр. "Халыҡтың яҡшы уҡытыусылары күп булһа, ул бәхетле" тигән фекерҙе ҡеүәтләй уҡытыусымдың тормош юлы.

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru