«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАП РАДИОЛАҒЫ ОСТАЗДАРЫБЫҘҘАН ҺҮҘГӘ ИХТИРАМ ҺАҠЛАРҒА ӨЙРӘНДЕК
+  - 


Өфө һөйләй! Радио эфирынан яңғыраған бына ошо ике һүҙ беҙгә бала саҡтан таныш. Тылсымға эйә һүҙ радиотыңлаусыға күтәренкелек бүләк итә, уны яҡшы кәйефкә көйләй. Нисәмә тиҫтә быуын уны тыңлап үҫте. Һәм әле лә заманыбыҙға сәләм булып яңғырай ошо һүҙҙәр. Быуындар алмашына, ләкин радио тыңлаусы менән яҡты, ихлас аралашыу өҙөлмәй. Киреһенсә, ул байый, тулылана, яңы йөкмәтке менән сағыулана ғына бара. "Юлдаш" радиоһының юбилейы алдынан башлыса тура эфирҙа эшләүсе талантлы журналистар Гүзәл ЗАРИПОВА менән Гөлназ ХӘЛИТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Төшкә сәғәткә тәғәйенләнгән "Өфө һөйләй" тапшырыуының төп йүнәлештәрен асыҡлап китәйек. Улар нимәһе менән тыңлаусы иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тейеш?

Гүзәл.
Тыңлаусының күңел талабына яуап биргән темаларҙы яҡтыртырға тырышабыҙ инде. Бер тамырлы булыуыбыҙға инандырған, барыһына ла таныш милли ҡиммәттәр, тарих, ғаилә темаларын асыусы тапшырыуҙа көнүҙәк темаларҙы ла ситтә ҡалдырмайбыҙ. Темаларыбыҙ араһында төрлөһө бар - рухыбыҙҙы нығытыусылары ла, йәмәғәтселекте күптән борсоғандары, тормошсандары ла. Көндәлек актуаль темаларға ла иғтибар итәбеҙ. Тормош, йәшәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, әхлаҡ, кеше яҙмыштары, тәбиғәт, һаулыҡ, социаль мәсьәләләр, дин, фәлсәфә, ғаилә, мәҙәниәт-сәнғәт, эшҡыуарлыҡ, сәләмәтлек, йорт-ихата-ҡаралты һәм башҡаһына ла урын бар бында.
Гөлназ. Халыҡ менән тере, ихлас аралашып, тыңлаусыға иң кәрәкле, яҡын темаларҙы еткерергә тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Һәр шаршамбы Башҡортостандың данлыҡлы шәхестәре, театр, музыка, әҙәбиәт вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторола. Халыҡты борсоған көндәлек һорауҙар, социаль темалар, ауыл һәм ҡала тормошо, йәштәр мәсьәләләре - бөтәһе лә "Өфө һөйләй"ҙә лайыҡлы урын таба. Иң мөһиме - тапшырыу тура эфирҙа бара, тимәк, ул тыңлаусы менән йәнле бәйләнешкә ҡоролған. Радиотыңлаусылар, шылтыратып, үҙ фекерен әйтә, бәхәстә ҡатнаша, уй-фекерҙәрен, борсолоуҙарын да, ҡыуаныстарын да беҙҙең менән уртаҡлаша.
Гүзәл. Темалар буйынса радиоһөйләшеүҙәргә береһенән-береһе шәп ҡунаҡтар, үҙ өлкәһенең оҫталары, белгестәр саҡырыла. Мәғлүмәт биреүҙән тыш, тыңлаусыларҙың көндәлек тормошон йәмләү, йәнле аралашыу аша йәшәйештәрен тойоу маҡсатын да алдыбыҙға ҡуябыҙ. Сәнғәт эшмәкәрҙәре, әҙиптәр менән осрашыуҙар айырыуса йәнле, ҡыҙыҡлы үтә. Исемдәре Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, донъя кимәлендә билдәле артистар менән төшкө ҡорҙағы әңгәмәләрҙең рейтингы ҙур. Эстрада легендалары, Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев менән аралашыу булһынмы, Элвин Грей псевдонимы менән билдәле Радик Юлъяҡшин, йәки донъя чарттарына арғымаҡтай елеп күтәрелгән "Әй Йола" төркөмө солисы Ринат Рамаҙановмы - барыһы ла "Юлдаш" тыңлаусыһын берҙәй ҡыҙыҡһындыра, сөнки "Өфө һөйләй" тапшырыуы һәр кемгә яратҡан, хөрмәт иткән шәхесенә тура эфирҙа һорау биреү мөмкинлеген бирә, хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ аралашыу мәлдәре бүләк итә. Күңелдәрҙә яҡты һағыш менән уйылып ҡалған осрашыуҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, халыҡсан моңо менән меңләгән тамашасыны әсир иткән йырсы Бибисара Азаматоваларҙың иң һуңғы интервьюлары тап "Юлдаш" радиоһына, төшкө эфирҙа булған...
Етеҙ тормош ағышында көндәлек аралашыуға, ихлас һөйләшеүгә урын аҙ ҡалып барғанда, һәр кем үҙ донъяһына һәм эшенә сумған заманда "Өфө һөйләй" көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклемге арауыҡ - берләшеп, фекер алышып, бер-беребеҙҙең тын алышын тойоп, аралашып ҡала торған мәл ул. Проект тыңлаусыларҙың иғтибарын тәү сиратта ана шул йәнле аралашыу һәм күтәрелгән темаларҙың актуаллеге, күптәрҙең күңел түрендә һаҡланған ҡәҙерле иҫтәлектәр менән уртаҡлашыу мөмкинлеген биреүе менән дә йәлеп итәлер тип уйлайым.
Тағы ла бер мөһим нәмә - беҙ тыңлай беләбеҙ, ҡайһы берҙә кешегә, айырыуса оло йәштәгеләргә, ана шул ябай тыңлау ҙа етмәй бит ул. Шуға ла беҙгә яҡын дуҫҡа һөйләгән кеүек эс серҙәрен дә асалар, ихлас күңелдән шатлыҡтары менән дә уртаҡлашалар, борсолоуҙары хаҡында ла асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. "Өфө һөйләй" тапшырыуын йәндәштәрҙең, рухташтарҙың осрашыу урыны, тип тә билдәләргә мөмкин.

Тура эфирҙа эшләйһегеҙ, тимәк, тура диалог ҡора белергә өйрәнергә кәрәк бит инде, нисегерәк үҙләштерҙегеҙ был оҫталыҡты?

Гөлназ.
Ысынлап та, тура эфир - ул үҙе бер һынау. Алдан әҙерләнгән сценарий бар, әммә, тыңлаусыларыбыҙҙың шылтыратыуы тура эфирҙағы әңгәмәне бөтөнләй икенсе яҡҡа бороп ебәреүе лә ихтимал. Башта мин дә ҡурҡтым, әйтә торған һүҙҙәр онотола ине. Иң мөһиме, ваҡыт, тәжрибә халыҡ менән ихлас аралашырға өйрәтә икән.
Диалог ҡороуҙың төп асылы - тыңлау. Әңгәмәсене бүлдермәйенсә, уның фекерен аҙағынаса тыңлай белеү мөһим. Мин һәр саҡ: "Әгәр был тыңлаусы минең туғаным, күршем йәки яҡын дуҫым булһа, мин уның менән нисек һөйләшер инем?" - тип уйлайым. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, һүҙ ҙә, интонация ла үҙенән-үҙе табыла.
Тағы бер мөһим ҡағиҙә - ихласлыҡ. Тыңлаусы яһалмалыҡты бик тиҙ һиҙә. Әгәр ҙә кешене ихласлап тыңлайһың икән, ул да асылып һөйләшә башлай. Эфирҙа импровизация ла кәрәк. Берәүҙең яуабы көтөлмәгәнсә ҡыҫҡа булыуы мөмкин, икенсеһенеке, киреһенсә, оҙаҡҡараҡ һуҙыла. Шул саҡ алып барыусының оҫталығы талап ителә лә инде. Тура диалог - ул сценарийға ғына түгел, ә тере аралашыуға, ихласлыҡҡа һәм ваҡытында тапҡыр һүҙ таба белеүгә лә нигеҙләнә.
Гүзәл. "Һүҙ турғай түгел, сығып осһа - шунда уҡ тотоп алырҙар". Рус телендәге билдәле мәҡәлде үҙгәртеп, беҙҙә шулай тиҙәр. Ауыҙҙан сыҡҡан һәр һүҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо көслө булырға тейеш, тигәнгә ишара был. Тимәк, тура эфирға әҙерлекһеҙ сығырға хаҡың юҡ. "Ой, ҡайһылай рәхәт, ярты сәғәт кенә һөйләйһең дә, эшең бөтә", - ти беҙҙең эш нескәлектәрен белмәгән ҡайһы берәүҙәр. Ә бит шул ваҡытты йөкмәткеле, тыңлаулы итеү өсөн алып барыусыға әллә күпме әҙерләнергә, эҙләнергә, үҙеңә таныш түгел теманы өйрәнергә тура килеүен күптәр уйлап та бирмәй.
Эфирҙа үҙеңде ышаныслы тотоу өсөн белемле булыу ғына етмәй, телде лә камил белергә кәрәк. "Ыҡ-мыҡ" килеп ултырған алып барыусыны бер кемдең дә тыңлағыһы килмәҫ. Бында туҡтауһыҙ уҡыу ярҙам итә. Тел байлығын арттырыу өсөн китап уҡырға кәрәк, тиҙәр. Тик китап уҡып ҡына шунда уҡ матур һөйләшә башламайһың шул. Алып барыусы осрағында оҡшаған һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәре яҙып алырға, ә иң мөһиме, уларҙы сценарий яҙғанда кәрәкле урында ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Шәхсән үҙем ошо ҡағиҙәгә таянам, оҡшаған фекер, һүҙҙәрҙе әле лә яҙып барырға, ҡулланырға тырышам.
Тыңлаусы телефонын алып, студияға шылтыратһын, йәки эфир каналына яҙһын өсөн уның эске күңеленә үтеп инергә кәрәк. Бында тормош тәжрибәһе, кешеләрҙе күҙәтә белеүем һәм, ғөмүмән, кешеләрҙе яратыуым ярҙам итәлер. Миңә һәр бер кеше ҡыҙыҡ, кешеләр менән аралашырға, танышырға яратам. Ә инде ул үҙ эшенең оҫтаһы, йә иһә ҡыҙыҡлы яҙмышлы икән - хайран ҡалам да ҡуям. Микрофонды алдап булмай, эфирҙа тик ихласлыҡ менән генә алдырып була. Ошо ихласлыҡҡа тартылабыҙ тип әйтеүселәр эшкә дәрт бирә.
Гөлназ. Үҙеңә оҡшаған, оҡшамаған эфирҙар ҙа була. Һәр эфирҙан һуң, уйланып, анализ эшләргә яратам. Тапшырыуҙың яҙмаһын ебәреүҙе һораһалар, был эфир тыңлаусы күңеленә үтеп инерлек булған, тип һығымта яһайһың. Тормошсан темалар алһаң, тыңлаусыларыбыҙ күп шылтырата. Эфирҙар кеүек, иҫтә ҡалырлыҡ юлдаштарыбыҙ ҙа бар. Бер шулай "Мөхәббәт тарихы" тигән тема алғайным, матур-матур тарихтар һөйләнеләр. Шул тапшырыуҙа ирен ғүмер буйы ғәфү итеп, кисереп йәшәгән апайҙың тарихы иҫтә ҡалды.

Кемдәр һеҙгә күберәк шылтырата?

Гөлназ.
Эфирға йыш шылтыратыусылар, әлбиттә, ололар. Улар өсөн радио - ғүмер буйы юлдаш булған мәғлүмәт сығанағы, өйҙәге дуҫ һымаҡ. Һуңғы йылдарҙа йәштәр ҙә әүҙемләште. Улар социаль селтәрҙә хәбәр яҙырға күнеккән. Йәштәргә заманса темалар оҡшай. Әлбиттә, тыңлаусылар араһында бар донъяны әрләгәндәр ҙә була. Ундай шылтыратыусыларҙы бүлдермәй тыңлап бөтөрөргә тырышабыҙ. Кеше күңелдәгеһен бушатҡас, йомшара, шунан әңгәмәне ыңғай яҡҡа бороп ебәрергә мөмкин. Һәр хәлдә, беҙҙең маҡсат - негативты ҡабатлап көсәйтеү түгел, ә уны йомшартыу, тыңлаусы күңелендә яҡтылыҡ ҡалдырыу.
Гүзәл. "Юлдаш" тыңлаусыларының йәш даирәһе лә, социаль ҡатлам да бик киң, тип әйтер инем. Беҙҙең тапшырыуҙарҙы кескәй балалар ҙа, уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә, олатай-өләсәләре лә үҙ итә. Элегерәк бәйләнешкә күберәк ауыл кешеләре, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар сыға ине. Ә бына һуңғы йылдарҙа эфирҙа ир-егеттәр әүҙемлек күрһәтә. Тапшырыуҙар бар ҡатламдарҙы ла күҙ уңында тотоп әҙерләнгәс, йәштәр ҙә уларға битараф ҡалмай. Беҙгә тәү сиратта битараф булмаған, уйлы, ғәмле тыңлаусы шылтырата. Сибайҙан мәғариф ветераны Вәсилә апай кеүек тыңлаусылар менән аралашыу оҡшай. Осондормай ғына әйтә белгән, эфирыңдың уңышлы мәлдәрен генә түгел, хаталарын да билдәләгән, кәңәш биргән, ҡыҙыҡлы темалар менән ярҙам иткән хөрмәтле тыңлаусыларҙың береһе ул. Ҡайһы берҙә: "Гүзәл, эфирға шылтыратырға ҡыймайыраҡ торалар, ахыры, ҡана, һөйләшеүҙе башлап ебәрәйек", - тигән мәлдәре өсөн дә, студияға саҡырылған ҡунаҡтарға үҙенсәлекле һорауҙар биргәне өсөн дә рәхмәтлемен.

Эфирға гел уйнап-көлөп кенә шылтыратмайҙар, әлбиттә. Төрлө хәлдәр булалыр. Ә бына негативты нисек көйләйһегеҙ?

Гүзәл.
Был һорауға аныҡ ҡына яуабым да, теүәл генә "рецебым" да булмаҫ, ахыры. Һәр осраҡ индивидуаль. Бер генә миҫал: беҙ әленән-әле Атайсалға изге эштәр темаһына әңгәмәләр ойошторабыҙ. Беҙгә шытыратыусылар күмәк көс менән төҙөкләндерелегән шишмәләр, яңы һалынған күперҙәр, күмәк көс менән төҙөлгән мәсеттәр, балалар, спорт майҙансыҡтары һәм башҡалар тураһында һөйләй. Бындай миҫалдар күптәрҙе дәртләндерә, үҙҙәре йәшәгән ерҙе тағы ла күркәмерәк итеүгә ынтылыш бирә.
Тик берәй ерҙә зыярат кәртәләнеүе, йәки Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә обелиск асылыуы тураһындағы яңылыҡтарҙы ишетеп: "Ә беҙҙә глава насар, шуға берәү ҙә был эшкә сыҡмай ул", - тип барыһын да һүгеп шылтыратыусы ла табыла. Шундай саҡта тыңлаусының үҙенә: "Һәр бер эште башлаусы, ойоштороусы кәрәк. Бәлки, һеҙ алдан төшһәгеҙ, яҡташтарығыҙ ҙа һеҙҙе ҡеүәтләр ине",- тип сәмдәренә лә тейеп алырға тура килә. Быйыл бер ағай шылтыратты: "Туғаным, һеҙ мине былтыр эфирҙа ныҡ ҡына оялттығыҙ, үпкә тотмайым, киреһенсә, рәхмәт әйтергә шылтыратам. Шул тапшырыуҙан һуң сәмем уянды бит, ауылда "Ир-егеттәр ҡоро" булдырып, иң башта зыяратыбыҙҙа өмә үткәрҙек. Быйыл уны кәртәләргә йыйынабыҙ. Халыҡтан был эшкә аҡса йыябыҙ, ауылдан ситтә йәшәгәндәр ҙә әүҙем ҡушылды. Тағы ла ауыл эргәһендәге шишмәне кәртәләнек, пландарыбыҙ күп",- тине. Негативты ыңғай, яҡшы яҡҡа көйләүҙең бер миҫалы ошо үҙе түгелме?

Радиола үҙегеҙгә тиклем эшләгән ҡайһы журналистарҙы йылы тойғолар менән иҫкә алаһығыҙ?

Гүзәл.
"Юлдаш" радиоһы эфирында төшкө программалар йолаһы күптән килә. Уны тормошто бөтә тулылығында тойған, ҙур тәжрибәгә эйә алып барыусы Нурия Абдуллина башлап ебәрҙе. 2005 йылда уның авторлығында "Ҡунағөй" тип аталған интерактив тапшырыу эфир киңлектәренә сыҡты һәм тәүге көндәрҙән үк үҙ тыңлаусыһын тапты. Меңләгән рәхмәтле тыңлаусыһы уны кешене нескә тойоусы, күңел дарьяһына тәрән үтеп инеүсе алып барыусы булараҡ иҫкә ала.
Нурия апай мине тура эфирға тәүге тапҡыр алып ингән кеше. 2001 йылда ҡурҡа-ҡурҡа ғына уның фатихаһы менән йәнле эфирға сыҡҡан ҡыҙ ҡасан да булһа ул башлап ебәргән төшкө эфирҙа эшләр тип башына ла килтермәгәндер, әлбиттә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ - уның тыңлаусылары әле лә төшкө эфирҙа беҙҙең менән. Мәҫәлән, Яңауылдан Галина ханым менән аралашып торабыҙ, Нурия апайҙы ла иҫә алабыҙ... "Йөрәктән сыҡҡан - йөрәккә етә" - Нурия Нәсибулла ҡыҙынан тәү сиратта шуға өйрәндем.
Ә инде радио тигән серле донъяға Фәрзәнә Аҡбулатова етәкләп алып инде, эш алымдарына, радио нескәлектәренә тап ул төшөндөрҙө. Ун туғыҙы ла тулмаған студент ҡыҙға ижади бүлек эшен бер айға ышанып тапшырып, яуаплылыҡ тигән төшөнсәгә лә ул өйрәтте. "Башҡортса улай булмай" тигән һүҙе лә иҫтән сыҡмай. Теге йәки был һөйләмде яҙһам, үҙ-үҙемә: "Ә был башҡортса булдымы әле?"- тигән һорауҙы бирәм. Эш бүлмәһендә коллегаларыбыҙ менән хатта "башҡортсаға тест" тигән төшөнсә лә уйлап таптыҡ. Яҙғандарыбыҙҙы ҡысҡырып уҡып, тикшереп алабыҙ.
Гөлназ. Алдағы быуын радиосылары - беҙҙең өсөн ҙур мәктәп. Уларҙың һәр береһе үҙенә генә хас тауышы, һөйләү манераһы менән хәтерҙә ҡалған. Мәҫәлән, остазыбыҙ Әхәт ағай Мортазиндың бәрхәт тауышын бала саҡтан тыңлап үҫтек. Эшкә урынлашҡас, Әхәт ағай менән бергә эшләү, уның дәрестәрен алыу бәхете тейҙе. Легендар шәхес менән таныштырған яҙмышыма рәхмәтлемен.
Нурия апай Абдуллинаның төшкө эфирҙарын әле һаман һағынып иҫкә алалар. Беҙ ҙә Нурия апай ҡуйған юғары рамканы тоторға тырышабыҙ. Етәксем Миләүшә Ғәлиеваға ла бик рәхмәтлемен. Ул оҙаҡ йылдар "Самауыр янында" тапшырыуын алып барҙы. Баш мөхәррир вазифаһына күскәс, төшкө проектты миңә ышанып тапшырҙы. Әле лә ул беҙҙең эфирҙарҙы тыңлап, урынлы кәңәштәрен бирә, ярҙам итә. Остаздарыбыҙҙан иң тәүҙә һүҙгә ихтирам һаҡларға өйрәндек. Һәр һөйләгән һүҙеңдең мәғәнәһе лә, тауыш тембры ла мөһим икәнен аңланыҡ. Радио - ул бары тауыш ҡына, ә шул тауыш аша кешенең күңеленә үтеп инеү, уның менән эмоциональ бәйләнеш булдырыу - оло оҫталыҡ талап итә.

Бөтәбеҙ ҙә "Юлдаш" радиоһының юбилейын көтәбеҙ. Был республика өсөн - шулай уҡ оло байрам. Радиотыңлаусыларҙың ҡотлауҙарын күптән үк ала башлағанһығыҙҙыр. Ошо оло сараны үҙегеҙ ниндәй хистәр менән ҡаршылайһығыҙ?

Гүзәл.
Ғөмүмән, бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ, яңы белем эстәү оҡшай. Бөгөн коллективтағы йәштәр менән SMM алымдарын, радионы танытыу, социаль селтәрҙә популярлаштырыу юлдарын эҙләйбеҙ - был өлкә лә ифрат ҡыҙыҡ. Заман талабы шулай - интернет киңлектәренә сыҡмай эшләү мөмкин түгел. "Юлдаш" эфирҙан тыш саралары менән дә билдәле. Радио әленән-әле төрлө социаль, мәҙәни, экологик акциялар ойоштороп тора. Мәҫәлән, беҙ "Иң әүҙем ауыл" конкурсын иғлан итеп, уның еңеүсеһе - Әбйәлил районы Күсем ауылы халҡы өсөн бүләккә "Буран ФМ" спектаклен әҙерләнек. Һуңынан БСТ телеканалы уның буйынса фильм да төшөрҙө. Рәсәй радиостанциялары араһында ошондай эшкә тәүгеләрҙән булып тотоноуыбыҙ менән дә ғорурлана алабыҙ. Конкурс республикала иғлан ителгән Атайсалға изге эштәр йылында ла ауылдар араһында дауам итте. Ул "Бәйләнештә" социаль селтәрендә бик әүҙем барҙы, унда ҡатнашыусылар ауылдарын төҙөкләндереү өсөн эшләнгән эштәр тураһында һөйләне, беҙ еңеүсе ауылдарҙы ҡотлап, концерт ҡуйып, тамашанан йыйылған аҡсаны иһә ошо ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә тапшырҙыҡ.
Күптән түгел БР Милли музейында радионың 25 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Уға әҙерләнгәндә ошондай акцияларға, "Юлдаш"тың төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлегенә байҡау яһағанда бик күп проекттарға ҡурҡмай тотонғанбыҙ икән, тигән һығымта яһаным. Ана шул йәнле эфирҙа һөйләп, тыңлаусылар менән аралашыуҙан, эфирҙан тыш проекттарҙа ҡатнашып, гөрләп йәшәүҙән тыш башҡаны күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хатта ялға ла ике аҙнаға китәм дә, эшемде һағынып сығам. Йыш ҡына, "радиоактив мөхит"тә эшләйбеҙ, тип шаяртабыҙ. Ошо мөхит үҙенә тарта ла тора.
Гөлназ. Яратҡан эшең булыуы - бәхет, тиҙәр. Беҙҙә үҙ эшенең фанаты булғандар, уны бар күңеле менән һөйгән кешеләр эшләй. Әйтелгәнсә, эйе, коллектив менән гөр килешеп эфирҙарҙы ғына түгел, ә төрлө сараларҙы бергәләп уҙғарабыҙ, һәр эштең уртаһында ҡайнайбыҙ. Әле "Өфө-Арена"ла үтәсәк ҙур юбилей тамашаһына әҙерлек бара. Беҙ уны халыҡ-ара фестиваль тип атаныҡ. Унда Башҡортостандан, Татарстандан, Ҡаҙағстандан, Ҡытайҙан, Мәскәүҙән килгән дуҫтарыбыҙ, билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһай. Өс сәғәтлек тамашала сирек быуатлыҡ тарихҡа байҡау ҙа була. Әлбиттә тулҡынланабыҙ. Тәүге тапҡыр ҙур майҙанда - "Өфө-Арена"ла тыңлаусыларыбыҙ алдында һынау тотабыҙ. Уны лайыҡлы үтербеҙ тип ышанабыҙ. Яратҡан тыңлаусыларыбыҙҙы 25 сентябрҙә "Өфө-Арена"ла үтәсәк концертыбыҙҙа көтәбеҙ һәм "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығы уңайынан Милли музейҙа ойошторолған күргәҙмәгә саҡырабыҙ! Беҙ бергә!

Һорауҙарҙы Фәрзәнә ФӘТИХОВА бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru