«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙҘАР ҺӘМ УЛАНДАР ЯҢЫ КӘСЕПКӘ ӨЙРӘНДЕ
+  - 

Ғаиләлә атай абруйының йәш быуынды тәрбиәләүҙә ни ҡәҙәр мөһим роль уйнауы һәммәбеҙгә лә яҡшы мәғлүм. Атай хәстәрен, яуаплылығын тойоп үҫкән балаларҙың киләсәге лә өмөтлө, ышаныслы. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа республикала ғаилә ҡиммәттәрен барлап, быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға, ир-егеттең абруйын үҫтереүгә айырата ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән бигерәк тә Башҡортостандың "Ир-егеттәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ. Мәҫәлән, яңыраҡ Белорет районының Ноҡат ауылы янында үткән йүкәнән батман яһау буйынса тәжрибә уртаҡлашыу ҙа иң элек ир-аттарыбыҙҙың һиммәтен арттырыуға, атай менән уландар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡынайтыуға йүнәлтелгән бит. Әйткәндәй, бер йыл элек атай-улдар ошонда түмәр умарталар яһарға өйрәнгәйне.

Тәүҙә "Ир-егеттәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Манышты ауылындағы Йәшлек шишмәһен тәртипкә килтерҙе. Ҡаянан бәреп сыҡҡан был сихәтле инеш 1985 йылдан уҡ билдәле, әммә ваҡыт үтеү менән ул быуылып ҡалған. Өмәнән һуң һыу юлы ҡайтанан тергеҙелеп, урындағы халыҡты саф һыуы менән һөйөндөрҙө. Бынан ике йыл элек ойошма ағзалары Рәүәт эргәһендәге Атай шишмәһен дә тәртипкә килтергәйне. Хәҙер ул күптәрҙең яратҡан ял итеү урынына әйләнгән. Ата-бабаларының юлын ҡыуып, боронғо кәсеп-һөнәрҙәрҙе тергеҙгән дарманлы ир-егеттәребеҙҙең береһе Азамат Заһитуллин етәкселегендәге йүкәнән батман яһау буйынса оҫталыҡ дәресендә уландары менән 15 атай ҡатнашты. Оҫтаның төбәктәге иң ҙур түмәр-солоҡ умартасылығына республиканың төрлө тарафынан алты тиҫтәнән ашыу кеше йыйылды. Азамат Вәхит улы әйтеүенсә, батман - ул йүкәнән йә уҫаҡтан эшләнгән тәпәндән бейегерәк ағас һауыт, унда төрлө аҙыҡ-түлек һаҡланған. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла үҙ ҡулдары менән ошо боронғо көнкүреш әйберен эшләп өйрәнеү мөмкинлегенә эйә ине.
- Батман эшләү оһоллоҡ, сабырлыҡ талап итә, әҙерлек эштәре менән был процесс 3-4 айға ҡәҙәр һуҙыла. Ғөмүмән, ҡул эштәре - бик шәп кәсеп төрө ул, ошо оҫталыҡ яҡшы килем килтерергә лә мөмкин. Шуға ла уландарға һөнәр өйрәтеү - һәр атайҙың изге бурысы. Улым Айтуғанға 23 йәш, ул Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған йәш белгес. Быйыл яҙғыһын уның менән ағас башында, 5 метр бейеклектә, солоҡ эшләнек. Улымдың ҡул эштәре, боронғо кәсеп төрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы минең өсөн айырата һөйөнөслө, - ти Азамат Заһитуллин.
Эш тәртибе йәһәтенән күрһәтмәләр бирелгәндән һуң атай-улдар, ниһайәт, батман яһарға тотондо. Әлбиттә, эш еңелдән түгел ине, балта, ҡасау, тишкес кеүек эш ҡоралдары көн оҙоно ҡулдан төшмәне. Кемдер ағасты боҙоп, эшен яңынан башланы. Батмандар кискә генә әҙер булды. Һәр улан атаһы менән эшләгән ағас һауыт янында ғорур йылмайып баҫты. Үҙҙәрен өйҙә көткән әсәйҙәренә лә шәп бүләк булды был Сараның йомғаҡлау өлөшөндә түмәр-солоҡ умартасылығына экскурсия яһалды. Үҙ шөғөлөнә мөкиббән бирелгән, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүҙе изге ниәт иткән йүнсел хужа - Азамат Заһитуллиндың һәр һүҙен һәммәһе лә йотлоғоп тыңланы. Боронғо эш ҡоралдары күргәҙмәһе лә ир-егеттәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Яңы һөнәр үҙләштереп, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ошо үҙенсәлекле сараны ойошторған "Ир-егеттәр ҡорона", шәп тәжрибә менән уртаҡлашҡан Азамат Заһитуллинға, ҡунаҡсыл хужабикә Зәйнәп Заһитулинаға, Ноҡат халҡына, Инйәр ауылы хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәттәр уҡып, ғәйәт ҡәнәғәт таралышты ҡунаҡтар. Дәүерҙәр ҡаҡшатмаҫ рух көсөн дә, эске ҡеүәт үә берҙәмлекте лә тойғандай ине улар.
- Бындай саралар ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын, рухи мираҫын йәш быуынға тапшырырға ярҙам итә; алған тәьҫораттар иһә, йылы хәтирәләр булып, ғүмер буйы һаҡлана. Сираттағы тағы бер сара 9 августа Баймаҡ районының Талҡаҫ күле янында планлаштырылған. Унда балалар менән өмә һәм күлде уратып йүгереү буйынса уҙыш ойоштороласаҡ. Ғаилә бәйләнештәрен нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү кеүек маҡсаттарҙы күҙаллаған был йыйында ла халыҡ ихлас ҡатнашыр, тип ышанам, - тине сараны йомғаҡлап Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, "Ир-егеттәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров һәм иң әүҙем, булдыҡлы ир-егеттәргә, ишле ғаиләле атайҙарға, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға наградалар, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 8 - 14 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.25 | Ҡаралған: 60

Киске Өфө
 
Донъяла мөхәббәт һәм изгелек былай ҙа күп түгел, шуға ла уларҙы игелекһеҙ кешеләргә өләшеп, әрәм итмәгеҙ.

(Фридрих Ницше).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru