
Гәзитебеҙҙең 23-сө һанындағы "Фәһем" рубрикаһы аҫтында "Әсә ҡарынындағы әңгәмә" тип аталған ғәйәт тә фәһемле хикәйәтте уҡып, ошо хаҡта үҙемдең фекерем менән дә бүлешмәк булдым. Был, әлбиттә, булған хәл түгел (әстәғфируллаһ!), әммә уйлыға уй һалырлыҡ…
Ауырлы ҡатындың ҡарынында ике бәпес һөйләшә, имеш. Был игеҙәктәрҙең береһе - иманлы, икенсеһе - иманһыҙ. Иманһыҙы иманлыһынан: "Донъяға тыуғандан һуң ғүмер барлығына ышанаһыңмы?" - тип һорай. Иманлы бәпестең яҡты донъяға сыҡҡандан һуң ғүмер бар икәнлегенә, унда улар өсөн һәр төрлө һынауҙар буласағына ныҡ ышаныуы хаҡындағы һүҙҙәрен ишеткәс, тегеһе ҡыҙыу бәхәсләшергә тотона. "Был - йүләрлек, - ти ул. - Аҙаҡтан бер ниндәй ҙә ғүмерҙең булыуы мөмкин түгел. Ул ғүмерҙе үҙең күҙ алдына килтерәһеңме һуң?" "Тулыһынса күҙ алдына килтермәйем. Әммә унда яҡтылыҡ буласаҡ, һәм беҙ унда аяҡтарыбыҙ менән атлап йөрөй аласаҡбыҙ, тип ышанам". "Буш һүҙ. Үҙебеҙ йөрөй ҙә, ашай ҙа алмайбыҙ. Беҙҙе тик кендек туҡландыра. Беҙҙең ғүмер ҙә - кендек, башҡаһы юҡ…" "Ә мин бар тип ышанам. Тик ул ғүмер икенсерәк буласаҡ". "Тыңла әле, унан бит ошоғаса бер кем дә әйләнеп ҡайтмаған. Ғүмер, ғөмүмән, бына ошолай әйләнеп-тулғанып ятыуҙан, интегеүҙән һәм ҡараңғылыҡтан ғына тора, кендегебеҙ өҙөлөү менән, беҙҙең тормош тамамланып та ҡуя…"
Иманлы сабыйҙың бының менән һис кенә лә килешергә иҫәбе юҡ: "Юҡ! Юҡ! Яҡты донъяға тыуғандан һуң беҙ әсәйҙе күрәсәкбеҙ, һәм ул беҙҙең хаҡта хәстәрләйәсәк!" "Әсәйҙе? Һин Әсәй барлығына ышанаһыңмы? Ҡайҙа һуң ул? Был - мәғәнәһеҙлек. Мин бер ниндәй ҙә әсәй күрмәнем, тимәк ул юҡ!.." "Мин һинең менән ризалаша алмайым, - ти иманлы бәпес, - ҡайһы ваҡыт уның йырлағанын ишетергә, беҙҙе һыйпағанын тойорға була. Ысын ғүмеребеҙ яҡты донъяға тыуғандан һуң ғына башланасаҡ…"
Күптәребеҙ инде аңлауыбыҙса, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, бында үҙебеҙҙең тормошобоҙҙағы хәл һүрәтләнеүе барыһы өсөн дә асыҡ. Күп кешеләрҙең: "Үлгәс, кеше мәңгелеккә юҡ була. Теге донъя (Ахирәт) әллә бар, әллә юҡ… Һис кенә лә ышанғы килмәй. Унан әле бер кем дә әйләнеп ҡайтмаған да баһа…" - тип фәлсәфәләүҙәренә ҡарата ишара итеп был әкиәттең уйлап сығарылған икәнлегенә төшөнөү ҡыйын түгел.
Әлеге "иманлы" бәпес тигәндән. "Иман" һүҙе ғәрәпсәнән "ышаныу" тигәнде аңлата (урыҫса - "вера"). "Иманлы кеше" тигәндә беҙ Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә, Уның рәсулдәренә, фәрештәләренә, Ҡийәмәт көнөндә ҡабаттан тереләсәгебеҙгә, Ахирәт тормошона, тәҡдиргә, уның яҡшыһы ла яманы ла тик бер Аллаһтан икәнлегенә ышанған кешене күҙ уңында тотабыҙ. Был аңлатма иман шарттары тип тә атала. Ҡөрьән аяттарына һәм Аллаһ рәсүле бәйғәмбәр Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә-сәлләм) хәҙистәренә нигеҙләнеп бирелгән ул. Ислам дине фәлсәфәләүгә түгел, ә фәҡәт ышаныуға ҡоролған. Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, күҙебеҙгә күренгән һәр нәмәгә ышаныу ауыр түгел. Ә бына йәшерен, йәғни күҙгә күренмәгән нәмәгә ышаныу бәхетенән бик күптәр мәхрүм. Изге Ҡөрьән Кәримдәге иң ҙур Әл-Бәҡарә сүрәһе "…был китап (Ҡөрьән), һис шикһеҙ, тәҡүәлеләр өсөн, ғәйеп (күҙгә күренмәгән) нәмәләргә ышаныусылар, намаҙға тороусылар өсөн ҡулланма…" тип башлана. Баштараҡ иҫкә алып киткән нәмәләрҙе - Аллаһ Тәғәләне, Уның расулдәрен, фәрештәләрен, Ҡийәмәт көнөн, һәм башҡа иман шарттарының береһен дә беҙ күрмәйбеҙ, әммә беҙ - үҙебеҙҙе мосолман тип һанаған кешеләр ана шуларҙың булыуына һис кенә лә икеләнеүһеҙ ышанырға бурыслыбыҙ. Сөнки уларға ышанмау - ололарҙан оло гонаһ ("ышанмау" - ғәрәпсәнән "кәфәра" тип тәржемеләнә, ә ышанмаған кеше - кәфир).
Бөгөнгө һүҙем ана шул Ахирәт (үлгәндән һуң буласаҡ мәңгелек тормош) хаҡында. Ҡөрьән Кәримдә Аллаһ Тәғәлә "Ахирәткә ышанмаусы кешеләргә беҙ уларҙың эштәрен зиннәтләп күрһәттек, һәм улар һуҡыр хәлдә ҡаңғырып йөрөйҙәр, уларҙы Ахирәттә оло ғазап көтә, һәм улар иң ҙур зыян күреүселәр", тигән мәғәнәле аяттар килтерә (Ән-Нәмл сүрәһе, 4,5 аяттар). Ышанмаусы кешеләрҙе иҫкәртеүсе башҡа аяттар ҙа күп. Ә Ҡөрьәндең һәр бер һүҙе Аллаһтыҡы икәнлеге хаҡында онотмайыҡ.
"Оло ғазап" тигәндән, әлбиттә, бында Йәһәннәм ғазабы - тамуҡ утында яныу күҙ уңында тотола икәнен белеү кәрәк. Әлеге "Әсә ҡарынындағы әңгәмә"не уйлап сығарған авторҙың тел төбөнән аңлауыбыҙса, унда һәр мосолман кешеһе яҡшы белергә тейешле "Иман", "Ахирәт" төшөнсәләре хаҡында ошо мөһимдәрҙән мөһим мәсьәлә күтәрелә лә инде. Иман килтергән кешеләр өсөн Ахирәттә әҙерләнгән мәңгелек Йәннәт һәм иманһыҙ килеш был донъянан киткәндәр дусар ителгән Йәһәннәм хаҡында яҡташтарыбыҙҙың иҫенә төшөрә был әңгәмә…
Ошо һорауға ла иғтибар итәйек әле, ҡәҙерле дуҫтар: мосолмандар ни өсөн көнөнә биш намаҙ уҡый, Рамаҙан айында ураҙа тота, мохтаждарға саҙаҡа бирә, хәленән килгәндәр ғүмерендә бер мәртәбә булһа ла Мәккә ҡалаһына барып, Әл-Харам мәсетенә хаж ҡыла? Иман килтергән был кешеләр үҙҙәренең Ахирәт тормошон хәстәрләү ниәтендә Аллаһ Тәғәлә тарафынан әҙәм балаларына бойоролған бына ошо ғибәҙәттәрҙе үтәргә тырыша ла инде.
Хаж ҡылыуҙы ғына алып ҡарайыҡ. Ана шул оло сәфәргә тәүәккәлләгән мосолмандар башҡалар араһында "хажи" исемен тағып, әллә кем булып йөрөү өсөн түгел, ә фәҡәт үҙҙәренең мәңгелек тормошон ҡайғыртып ғүмер иткән кешеләр (быйыл минең үҙемә лә динебеҙҙең ошо бишенсе терәген үтәү бәхете тейгәйне, әлхәмдүлиллаһ). Ҙур ғына сумма (һәр кешегә ярты миллион һумдан ашыуыраҡ) аҡса сарыф иткән был кешеләр тураһында "аҡсаларын ҡайҙа ҡуйырға белмәй", унда киткәндәрҙер, тип уйлаусылар ҙа табылыр. Әммә… шунда мин танышҡан мосолмандар ифрат та ябай кешеләр ине. Ғаиләһе менән килгән Нефтекама егете Рәфис - "Камаз" водителе, Әбйәлил егете Али - аяҡ кейеме йүнәтеүсе, Өфөнән Нәзиә апай Бикбова - хаҡлы ялдағы уҡытыусы, һ.б. Ярайһы ғына ауыр һынауҙар үтеп, Хаж ғәмәлдәрен үтәргә килгән шул мосафирҙарҙың аралашыуы ла, башлыса, мәңгелек тормош хаҡында барыуына иғтибар иттем. Һәр ритуалды дөрөҫ, теүәл генә итеп үтәргә тырышып йөрөгән хажиҙар үҙ-ара һөйләшкәндә "Ахирәттә кәрәк буласаҡ бит" тигән һымағыраҡ һүҙҙәр ҡулланалар ине.
Минең менән ҡунаҡханала бер бүлмәлә йәшәгән Ринат исемле егет (Нефтекама ҡалаһынан) үҙе бер нисә йыл элек хаж ҡылған булған икән. Ә үткән йыл уның һикһән йәштән үткән әсәһен инсульт һуҡҡас, ана шул ғәзизенең үтенесе буйынса (әсәһе урынына хаж ҡылырға) тағы ла килгән ине. Инде ныҡ ҡына ҡартайған сирле әсәһенең ана шул мөһим ғибәҙәте үтәлеүен хәстәрләп, улы үҙенә машинаға тип йыйған аҡсаһын бына ошо изге эшкә тотонған (Аллаһ Тәғәлә уларҙың хажын ҡабул итһен). Шулай уҡ, элегерәк Мәккә ҡалаһына хаж, ғүмрә ҡылған күп кенә ҡәләмдәштәрҙе лә миҫал итеп килтерергә була. Лира Яҡшыбаева, Гөлфиә Янбаева, Ғәҙилә Бүләкова, Фәрзәнә Аҡбулатова һәм башҡа әҙиптәребеҙ ҙә бына ошо ғибәҙәт төрөн исем өсөн генә үтәмәгән бит.
Әйе, Ҡиәмәт көн (Ахыры заман) етеп, барыбыҙ ҙа Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабаттан терелтелгәс, мәңгелек тормошта һәр кемдең ахырғы урыны билдәләнә. Тереклектә ҡылған һәм ҡылмаған эштәргә, ғибәҙәттәргә ҡарап. Ә ахырғы урын - ни бары икәү: береһе - Йәннәт (ожмах), икенсеһе - Йәһәннәм (тамуҡ). Һәр береһе Ислам дине рухында бала саҡтан тәрбиәләнеп үҫкән, хаҡ мосолман булып ғүмер иткән боронғо ата-бабаларыбыҙ был хаҡта бик яҡшы белгән. Ахирәт хаҡында һүҙ сыҡҡанда уны атайым мәрхүм "ысын донъя" тип тә атай торғайны. Ислам диненең биш терәген, шул иҫәптән, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт түләү, хатта ҡайһы берҙәре Мәккәгә хаж ҡылыу ғибәҙәтен дә хәлдәренән килгәнсә үтәргә тырышҡан беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ…
Тереклектә "донъя рәхәтен" татып, шат, бәхетле ғүмер итеүҙе динебеҙ тыймай. Хәлеңдән килә икән, әйҙә, байлыҡ һәм муллыҡта йәшә. Тик һәммәбеҙ ҙә мәңгелек киләсәгебеҙҙе хәстәрләп, үҙебеҙгә бер генә мәртәбә бирелгән ғүмеребеҙҙе бушҡа әрәм итмәй, әҙәм балалары өсөн мотлаҡ ҡушылған ғибәҙәттәрҙе үтәргә онотмаҫҡа тейешлебеҙ (Хаж ҡылыу һәм зәкәт биреү матди яҡтан хәленән килгәндәр өсөн генә булһа, намаҙ, ураҙалар бар кеше өсөн мотлаҡ). Социализм дәүерендә күптәребеҙҙе мәктәптәрҙә динһеҙлек рухында тәрбиәләргә тырыштылар. Шуға һылтанып, Аллаһ Тәғәлә алдында яуаптан ҡотолоп булыр әле тип, үҙебеҙҙе алдаштырып ғүмер итмәйек, тимәксе инем. Беребеҙ ҙә был донъяла мәңгелеккә ҡалмайбыҙ. Шуға күрә, әлегә иҫән сағыбыҙҙа Ахирәтебеҙҙе хәстәрләп өлгөрәйек, үҙебеҙгә үҙебеҙ ғәҙелһеҙ булмайыҡсы, ҡәҙерле милләттәштәрем!
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 8 - 14 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА