«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮРШЕ ХАҠЫ - 1
+  - 


Ҡыҙыҡ, элегерәк был яҡтарҙа мал торлағын "аҙбар" тип йөрөтәләр ине. Хәҙер? Ә хә-әҙе-ерр... Һарай! Тас батша һарайы тиерһең! Ысынлап та, тиҫтә йыл элек кенә һалынған аҙбарҙар урынына торғаны батша һа-райҙары ҡалҡа: стеналары - шлаклы блоктан да силикат кирбестән, ҡыйыҡтары өйҙөкөнә алмаштырғыһыҙ - профнастил да тимер черепица! Хәйер, эш төҙөлөш материалдарында, йәғни есемендә, хатта исемендә лә түгел, эш башҡала...
Һарай...
Нәжметдин, ауылса әйткәндә, Нәжми, күптән атаһынан ҡалған аҙбарҙы һүтеп, хыялында ғына йөрөткән, йәйғорҙоң ете төҫөнә инеп, төштәрендә һыҙмаларын күргән мал ҡышлағы төҙөргә йыйына. "Бар донъяны яңыртыуҙы һәүкәштәрҙән башлайым, күпләп мал аҫрайым, ҡош-ҡорт тотам, һуңынан батша һарайынан да кәм булмаған йорт һалам", - тип әйтергә яратыр булып китте. Ҡатыны Мәстүрә иһә, ризалығын белдереп, башын сайҡаған булыр ҙа: "Һинең ҡулыңдан килә инде ул", - тиер. Һуңынан былай тип өҫтәр: "Анау межаңа - ыҙаныңа еткереп һал. Юғиһә, ике-өс метр эстә ултыра". Нәжми уйға ҡала, ысынлап та, атаһы, унан алда олатаһы ни ҡарағандыр, үҙ биләмәңә инеп, бағана аралыҡ урынды кесерткән үҫергә ҡалдырып, аҙбарыңды межа эсенә һал инде. Күпме урын әрәм! Юҡ, Нәжметдин улай итмәйәсәк, ситен межаның нәҡ уртаһына һаласаҡ. Улай иткәндә, аҙбар урынының арауығына кәртә-ҡура ла тоторға кәрәкмәйәсәк - үҙенә күрә экономия. Ҡатыны дөрөҫ әйтә ул, ике түтәл урынлыҡ ерҙә кесерткән, дегәнәк, әрем, киндер, тағы әллә нимәләр үҫтергәнсе, ҡыяр сәсһәң, тамағыңа аш булыр.
- Яңы төҙөләсәк аҙбарҙы бынан ары "һарай" тиербеҙ, йәме, Мәстүрә. Батша һарайынан һис кәм булмаясаҡ ул! - Нәжметдин тағы һыҙмаларын алды, калькулятор төймәләрен төрткөләне, телен шартлатты, танауын мышҡылдатып тартты. - Дә-ә, иҫәп-хисапҡа тура килеп бөтмәһә лә, иртә яҙҙан эш башларға кәрәк!
- Кәрәктик - кәрәк...
Мәстүрә эштән дә бигерәк икһеҙ-сикһеҙ, ләкин тиҙ генә үҙгәреүсән хыял диңгеҙендә йөҙөргә яратҡан Нәжметдиндең һүҙен бер ҡасан да йыҡмай. Белә ул: иренең уй-хыялдарының бик аҙы ғына тормошҡа аша. Күбеһе, иртәнге томан шикелле, күтәрелә лә юҡҡа сыға. Тик һалҡынлығы, ҡайһы саҡта селләләй ҡыҙыулығы ғына тороп ҡала. Аҙ ғына үтеүгә яңыһы ҡалҡып сыға, унан башҡалары алышына.
Аҙбар менән улай булманы. Иҫкеһен Нәжметдин һүтмәне. Өйөнәрәк яҡынайтып, яҙын межаның ситенә үк нигеҙ булаһы ергә ҡаҙыҡ ҡаҡты. Уның ҡыланышын солан ярығынан ғына күршеһе Мотаһар күҙәтеп торҙо. Бәй, ни эшләй был йүнһеҙ, тип уйланы. Тик сығып һораманы. Түҙҙе. Эсе көтөрләне. Ләкин сыҡманы - ваҡланманы. Ғөмүмән, һуңғы ваҡыт (кем белә, бәлки, бер йыл элек булғандыр ул, бәлки, унан алдалыр ҙа) ике күрше араһынан ҡара бесәй үткәйне инде. Күҙгә күренмәҫ кенә ҡарай бесәй. Әйтерһең, төндә араларын ҡыйған ул. Көндөҙ булһа, күренер, беленер ине. Ә төндә... Күренеүен күренмәне, ә ике күрше эсендәге ҡуҙҙы бер баҙлатып ҡуя, бер тағы, торомбашҡа әйләндереп, һыуындырта. Ҡайһы ваҡыт аралар тағы "яҡыная": "Әйҙә, күрше, диван алғайным - йыуабыҙ!" "Әйҙә!" Береһе диванын йыуҙырыуы була, күп тә үтмәй, икенсеһе саҡыра: "Күрше, йомшаҡ мебель алдым, әйҙә йыуабыҙ!" Был көнсөллөк түгел, матур сәм. Тик, ниңәлер, аҡ түгел шул, яйлап керләнә, ҡарая бара...

* * *

Аҙбар урынына, Нәжмисә әйтһәк, һарайға нигеҙ һалаһы ергә ҡаҙыҡ ҡаҡҡан төндө ике йорттоң ике йорт-ҡура эйәһе тағы межала осрашты. Хәйер, был хаҡта яҙһам, уҡыусым, хикәйәтемде әкиәткә һанарһың. Имеш, өсөнсө мең йыллыҡты ваҡлайбыҙ, йыһанға сәйәхәткә генә барып ҡайтҡан, Зөһрә йондоҙонда ҡалалар төҙөргә хыялланған заманда кеше башын әкиәт менән ҡатыраһың, тиерһең, моғайын. Зинһар, ашыҡма...
Һәр төн шулай йорт эйәләре, үҙ биләмәләре ыҙандары буйлап йүгереп, өй хужаларына, хаҡ аҫралған мал-тыуарға именлек теләп, тыныслығыбыҙҙы һаҡлай. Был шулай булған, ышанабыҙмы-юҡмы - шулай буласаҡ. Бына әле лә Нәжметдин менән Мотаһарҙың атаһы, олатаһы, ете быуыны, унан арыраҡтары һымаҡ уҡ, ике йорт эйәһе осрашты. Осрашты ла:
- Бә-әй, күрше, минең биләмәгә индереп, һин һаҡлаған йорттоң хужаһы ҡаҙыҡ ҡаҡҡан - нигеҙ ҡорорға йыйына, - тип аптыраны ҡаршы яҡ өйҙөң эйәһе.
- Нишләп һинең биләмәгә инһен ти, минең ата-бабам ошо эҙгә бермә-бер баҫып йөрөгән, һис кенә лә һеҙҙең эҙегеҙгә тейгән юҡ!
- Ныҡлап ҡара, бына минең кисәге эҙ!
- Ә бына минеке!
- Бәй, күрше, беҙҙең эҙҙәр бер-береһенә тейә лә баһа!
- Эйе шул, тейә! Тик һинеке нығыраҡ эскә үтә, минекенең өҫтөнә баҫа!
- Юҡ, һинеке!
Әлегә тиклем тыныс ҡына ғүмер һөрөп, бер-береһеҙ йәшәй алмаҫтай булып тойолған өй эйәләре төнө буйы талашты. Хатта оялышынан ай ҙа йөҙөнә болот пәрҙәһен тартты, йондоҙҙар, ерҙәге ғибрәтте күрмәҫ өсөн, күҙҙәрен йомдо. Тик Ҡояш апай үҙе күренмәҫ элек үк нурҙарын һындырып ергә ташлағас ҡына, тауыш тынды. Уларҙы таңғы ҡоштар алыштырҙы. Саҡ морон төртөп сыҡҡан үлән остарына эленгән ынйылай ысыҡ бөртөктәре түбән тәгәрәне. Таңғы әтәстәр борғоларын ҡысҡыртты. Уларҙың тауышына ике өйҙөң хужалары уянды.

* * *

Нәжметдин иркенләп кирелде. Торғоһо килмәне. Дивандың стена яҡлап өлөшөндә ятҡан Мәстүрә уның аша атлап тигәндәй үтте. Шифоньер ҡырына барып, сүгәләп кенә төнгө күлдәген һалды, шундуҡ көндөҙгөһөнә үрелде. Эх, бер генә мәл! Ярата ошо күҙ асып күҙ йомғандай арауыҡ ваҡытта ҡатынын ҡарап ятырға Нәжми. Был ҡарашты Мәстүрә лә тоя: кәйефе булғанда юрамал теге кейемен эҙләгән булып ваҡытын һуҙа, был кейеменең ҡайһы ерелер оҡшамай. Ә кәйефе булмағанда-а: "Йә, тор! Нимә күҙеңде безерәйтеп ятаһың? Төн етмәнеме һиңә, бурһыҡ шикелле йоҡо һимертмәҫкә ине!" - тип, ҡатын-ҡыҙҙы яратҡанда Аллаһы Тәғәлә төрлө йәнлектәрҙең бер һыҙатын һалғандарҙан йыландың ағыуын сығара.
Мотаһар төнө буйы йоҡламаны. Дөрөҫөрәге, йә тәрән соҡорға осто, йә буҫлығып уянды - һаташты. Төштәре төшмө ни - алғы тештәре төшкән ауыҙын йыра ла Нәжми килеп баҫа, боролоп ятып, йүнле төш күрәм тиһә - тағы ошо суҡынсыҡ пәйҙә була. Имеш, ҡаҙыҡтар тотҡан да, үҙ межаһын үтеп, Мотаһарҙың баҡсаһының буйынан буйына ҡағып бара икән. Етмәһә: "Күрше, Ҡытай стенаһы төҙөйөм", - тип ыржая. Уныһы ни була торғандыр, причум бында Ҡытай стенаһы? Ғүмер буйы китап ҡосаҡлап, хыялый булды инде, әллә нимәләр уйлап таба, иш-шу, төшөмә кереп йонсота.
Мотаһар, торорға булашып, яй ғына һул аяғын төшөрә башлағайны, ҡапыл кире тартып алды. Ярай һулына баҫып өлгөрмәнем әле, тип, уңайһыҙ булһа ла уңының бармаҡтарын иҙәнгә тейҙерҙе. "Башты теге яҡҡа ҡуйып ятырға кәрәк, юғиһә, гел һул аяҡ менән торола, әллә шуға борсаҡ бешмәй инде", - тигән уй үтте башынан.
- Мотя, ә Мотя-а... - Ҡатыны өҫтөнән юрғанын асты. - Мотя, йә ҡосаҡлап үпмәйһең дәме ни-и?..
Мотаһар ҡарашын Нәсимәһенең яланғас тәне буйлап йүгертте. Фу-у... Танауын сирылтып, йөҙөн ситкә борҙо. "Төнөн йоҡлағас, ниңә ошо тиклем дә йәмһеҙ була икән был ҡатындар", - тигән уй үтте мейе һырҙары буйлап.
- Һуң, сәғәткә ҡара, һыйырҙарҙы һауырға ваҡыт етте лә баһа!
- Бер генә "әп" ит, һуңынан тора-амм... - Нәсимә иренең муйынына аҫылынды, уны салҡан ятҡырҙы. Һурып үпте. Иркенләп кирелде. - Э-эхх, аңламайһығыҙ шул һеҙ, ирҙәр, ҡырҡ йәштә ҡатын-ҡыҙҙың самай һутлы сағы икәнее-н...
- Балаларҙың бүлмәгә инеүе бар, кейен, ятаһың!
- Харап икән...
Салбарын элә һалып, Мотаһар тәҙрәгә - Нәжметдиндәр яғына уҡталды: "Нимә эшләргә уйлай һуң был иҫәүән - баҡса ҡоймаһына терәлеп үк ҡаҙыҡ ҡаҡты?"
Яңы ғына ҡабығы һыҙырылған ағастан яһалған ҡаҙыҡтар таң ҡояшының нурҙарын сағылдыра. Уның һайын Мотаһарҙың һарыуы ҡайнай, ошо ҡаҙыҡтар үңәсенә ҡылсыҡ булып ҡаҙала бара һымаҡ. Юҡ, үңәсенә түгел, бәғеренә - йөрәге турыһына!
Шулай ҙа үҙен ҡулға алырға тырышты. Барып, һуҡыр кесерткән төнәтмәһен, йәғни медицина фәне әйткәнсә, пустырник настойкаһын балғалаҡҡа тамыҙҙы. Бер, ике, өс... утыҙ.
- Һо-о...
Уның ҡыланышын ҡатыны үҙенсә юраны. Үә-әт, һурып үпкән ул! Э-эхх... Иркенләп кирелде.
Ҡала ҡыҙы шул Нәсимә. Ине. Эйе, ине. Ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡайны, үҙ һүҙле, ул саҡта уттай ҡыҙыу Мотаһар башына "тоҡ" кейҙерҙе лә ҡуйҙы. Урланы. Хәйер, улай уҡ түгел дә. Урам буйлап йөрөнөләр-йөрөнөләр ҙә, өшөгәс, йылынырға тип, көндөҙ яғылған мунсаға инделәр. Ну, унда йылы артығыраҡ булып сыҡты - ҡышҡы куртка менән ултырып булмай бит инде...
Ошолай ауыл килене булды ла ҡуйҙы Нәсимә. Тик холҡо ғына һаман ҡаланыҡыса ҡалды: иркәләткеһе, наҙлатҡыһы килә. Бигерәк тә иртән. Хәйер, ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙыҡы килмәй инде, ул тәңгәлдә Хоҙай Тәғәлә гүзәл затты ауыл менән ҡаланыҡына бүлмәгән. Айырма шунда ғына - тәүгеләренә һәүкәштәрен дә ҡушып биргән...
- Йә, тор, ана, - Мотаһар күршеләре яғына табан башын ташланы, бармаҡтары менән сәстәрен артҡа тараны. Ҡыҙһа шулай итә ул. - Мәстүрә күптән ике һыйырын да һауып бөткән!
- Мәстүрә, Мәстүрә!
Ауыҙын турһайтҡан Нәсимә һикереп торҙо ла, яланғас тәненә халатын һалып, йыуыныу бүлмәһенә табан атланы...

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №31, 8 - 14 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.25 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 

Донъяла мөхәббәт һәм изгелек былай ҙа күп түгел, шуға ла уларҙы игелекһеҙ кешеләргә өләшеп, әрәм итмәгеҙ.

(Фридрих Ницше).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru