«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ УНЫ ДӨРӨҪ УҠЫТЫУҘАН ДА ТОРА
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - 53 йыл дауамында башҡорт телен уҡытыу методикаһы проблемаларын ғилми-ғәмәли яҡтан хәл итеү өҫтөндә эшләгән педагог-методист Вәкил Исмәғил улы ХАЖИН. Ул - педагогика фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.

Был фани донъяла ике төрлө ҡиммәт бар: ата-бабаларыбыҙҙың матди һәм рухи мираҫы. Халыҡтарҙың туған телдәренән дә аҫылыраҡ башҡа бер рухи ҡиммәт юҡтыр ул. Ә башҡорт теленең боронғолоғон ғалимдар ҙа раҫлай, үҙебеҙ ҙә һиҙенәбеҙ. Телебеҙ ностратик телдәр иҫәбенә инә: уның лексик составында иң бороңғо өндәре булған йөҙәрләгән, бәлки, меңәрләгән һүҙ тамырҙары һаҡланып ҡалып, хәҙерге заманға тиклем килеп еткән. Был тамырҙар башҡа ғаилә телдәрендә лә бар. Башҡорт телен кешелектең тәү телдәренең береһенең дауамы, тип әйтеп була. Шуға ҡарамаҫ-тан, ЮНЕСКО ойошмаһы телебеҙҙе юғалыу хәүефе янаған телдәр иҫәбенә индерҙе. Ни өсөн?

- Ысынлап та, башҡорт теле ғәжәп рәүештә һаҡланып ҡалған тел ул: меңәр йылдар дауамында юҡҡа сыҡмаған телебеҙ ни рәүешле бөгөн килеп бөтөргә тейеш һуң? Юҡ, ул бер ҡасан да Ер йөҙөнән юғалмаясаҡ, бөтмәйәсәк. Тик уны бөтөрөргә тырышыусылар ғына бар. Тарихыбыҙҙа ҡасандыр 2 миллиондан ашыу, бәлки, тағы ла күберәк тә булған халҡыбыҙҙың, һуғыштар, социаль һәләкәттәр һөҙөмтәһендә 200 меңгә генә тороп ҡалған осорҙары ла билдәле. Быуаттар буйына дауам иткән ҡыҫымдарға, ихтилалдар ваҡытында кисерелгән иҫ китмәле юғалтыуҙарға ҡарамай, шул замандың сәйәсәтенә ярашлы, һүнергә, бөтөргә тейеш булһа ла, тарихи аренанан юғалмаған, яңынан демографик үҫеш кисергән башҡорттар. Иң ауыр замандарҙа ла бөтмәгән халҡыбыҙ XXI быуатта ни сәбәпле бөтөргә тейеш һуң әле?

Республикабыҙға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, бар төрки донъяһы хөрмәт иткән Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың мәңгелеккә төбәп әйтелгән һүҙҙәрен нисек итеп онотмаҡ кәрәк: "Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем... Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтөн баҡсаға таралыр...

- Эйе, йәшәйеше быуаттар төпкөлдәренә барып тоташа бит халҡыбыҙҙың: уның сал тарихы бөгөнгөбөҙҙө бар иткән һәм киләсәгебеҙгә лә юл аса. Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Николаевич Толстой үҙ заманында "Башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡый", тип тикте юҡҡа ғына яҙмағандыр ул. Бынан 2 мең ярым йыл элегерәк "тарих атаһы" тип нарыҡланған философ һәм тарихсы Геродот беҙҙең ата-бабаларыбыҙ хаҡында фәһемле мәғлүмәт теркәп ҡалдырған. Ул Гиперборей тип атаған тауҙарҙың Урал тауҙары булыуын, уның итәктәрендә йәшәгән аргиппей исемле ҡәүемдең йәшәү рәүешенең, кейемдәренең, ниҙәр менән туҡланыуының ата-бабаларыбыҙҙыҡына тап килеүен тарихсы-ғалимдар ҙа раҫлай.

Мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ошондай фәһемле шиғыр юлдары иҫкә төшә:
"Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ".

- Әлбиттә, халҡыбыҙҙың бөгөнгө йәшәйеше, киләсәге менән бәйле проблемалар бар ул. Әммә үҙебеҙҙең етешһеҙлектәр бар икән, уны башҡа халыҡтаға япһарырға ярамай. Кемдәрҙер туған телен белмәй икән, шулай уҡ уларға тота килеп ғәйеп тағыу дөрөҫ булмаҫ: был уларҙың ғәйебе түгел, бәләһе. Беҙ хәҙер шундай ижтимағи халәттә ҡалғанбыҙ: күп нәмәләр халыҡ теләгәндән генә үҙгәрмәй. Бына бәғзе бер зыялыларыбыҙ Башҡортостанды Татарстан менән сағыштыра ла, уфтана башлай. Быны ла хуплап булмай. Республикаларыбыҙҙың хәҙерге осорҙағы мөмкинлектәре бер кимәлдә түгел, беҙ үҙ ихтыяждарыбыҙҙы ысынбарлыҡҡа ҡарап ҡәнәғәтләндерергә мәжбүрбеҙ. Булғанына ҡәнәғәт булыу, ошо булғанды ҡәҙерләп һаҡлай алыу мөһим. Өлгәшкән уңыштарыбыҙ менән ғорурланырға хаҡыбыҙ бар. Әммә, бер яҡтан - үкенеү, икенсе яҡтан, маһайырға тырышыу һис кәрәкмәгән ғәмәлдер. Үҙебеҙҙе кемдәндер алдынғыраҡ, өҫтөнөрәк, йә иһә кәмерәк тип һанау рухи мөхитебеҙ өсөн зыянлы. Халҡыбыҙҙың йәшәйешендә билдәле бер етешһеҙлектәр бар, тип, сал башыбыҙға көл һибеп ултырыу ирлек түгел: проблемалар элек тә булған, киләсәктә лә буласаҡ. Улар булған өсөн генә башҡаларға ҡырын ҡарарға хаҡыбыҙ юҡ. Һис йәшерен түгел: әле бик күптән түгел генә халҡыбыҙҙа кәмһенеү комплексы һыҙаттары бар ине. Ваҡытында баш ҡалабыҙҙа башҡортса аралашып йөрөгән кешеләрҙе көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫ инең. Бәғзе берәүҙәр рустарға яраҡлашабыҙ тип, тик русса ғына, икенселәре татарса аралаша башлағайны. Әрме хеҙмәтендә йөрөп ҡайтҡан ҡайһы бер егеттәребеҙҙең ауылдарында русса һуҡалап маташыуы ла хәҙер бер анекдот һымаҡ ҡабул ителә.
Тәүләп баш ҡалабыҙға 1962 йылда килгәйнем. Урамда бер билдәле шағирыбыҙҙың кем менәндер татарса һөйләшеп торғанын ишеткәс, ныҡ аптырағайным: ул бит минең өсөн башҡорт шағиры ине. Аҙаҡтан бөйөк йырсыбыҙ Мәғәфүр Хисмәтуллин менән аралашып йәшәнек. Уның былай тип әйткәне хәтеремдә ҡалған: "Өфөлә бер мин генә башҡорт, ахырыһы, тип көйөп йөрөнөм". Әммә ваҡыттар үтә килә, беҙ ошондай тайпылыштарҙан ҡотола алдыҡ. Хәҙер хәл тамырынан үҙгәрҙе: урамдарҙа, транспортта, төрлө ойошмаларҙа башҡорттар рәхәтләнеп, һис бер тартынмайынса туған телендә аралашып йөрөй.

Был һуңғы бер нисә тиҫтә йылда халҡыбыҙың бик әүҙем ҡалалашыуы, йәғни урбанлашыу процестары менән дә бәйлелер...

- Уныһы шулай. Әммә тап 90-сы йылдарҙа, оло илебеҙҙә барған кардиналь үҙгәрештәр осоронда милләттәштәребеҙҙең милли үҙаңы әүҙем үҫешә башланы, милли, рухи күтәренкелек шарттарында туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу дөйөм маҡсат булараҡ ҡабул ителде.

Баш ҡалабыҙҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының, М.Кәрим исемендәге Йәштәр театрының, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының башҡорт мөхитен әүҙемләштереүгә булышлыҡ итеүе хаҡында ла әйтеп үтергә була.

- Улай тиһәң, был сәнғәт ойошмалары совет осоронда ла эшләп килде. Әммә тейешле социаль шарттар, ижтимағи ихтыяж булмағас, милли үҙаң түгел, интернационаллеҡ, совет идеологияһы өҫтөнлөк итте. Ғөмүмән, беҙ бөтәбеҙ, тигән зыянлы фекерҙән ваз кисеү зарур. Халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау буйынса маҡсатлы, киң йүнәлешле ғәмәлдәребеҙҙе әүҙемерәк башҡарайыҡ, тим. Хәҙер һүҙ менән түгел, ҡылған ғәмәлдәребеҙ менән үҙебеҙҙе күрһәтә, камиллаштыра алабыҙ. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, тип, күп һөйләйбеҙ, әммә бының менән генә изге маҡсаттарыбыҙға өлгәшә алмабыҙ. Был бик күп яҡлы эш.
Беренсенән, балаларыбыҙҙың, йәштәребеҙҙең милли аңын, рухын иртәрәк формалаштырабыҙ тиһәк, уларҙың ата-бабаларының кем һәм ниндәй булыуҙарын, шәхси шәжәрәләрен белеүен тәьмин итәйек. Уларҙың үҫешеп килеүсе аңына бына ошондай формуланы һеңдерәйек: "Нәҫелең башҡорт икән, ата-бабаларыңдың теленә тоғро ҡал!"
Икенсенән, һәр ғаилә мөхитендә тик башҡортса ғына аралашыуҙы үҙенә күрә бер модаға әүерелдереүгә өлгәшәйек.
Өсөнсөнән, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы үҙгәртеп ҡорайыҡ, уҡыусыларҙың туған телен үҙләштереү процесын камиллаштырайыҡ.
Дүртенсенән, балаларыбыҙҙы, йәштәребеҙҙе фекерле, маҡсатлы йәшәргә, киләсәк тормошон алдан ҡайғыртып, белеменә, холҡона, теләгенә ярашлы һөнәр һайларға, башҡорт мөхитенән ситләшмәҫкә өйрәтәйек.
Ҡабатлап әйтәм, йәштәребеҙҙең милли үҙаңы формалашыуында ғаилә һәм ижтимағи мөхит йоғонтоһо беренсе урында торһа, мәктәп йылдарында уҡытыу-тәрбиә эшенең һөҙөмтәле булыуы хәл иткес роль уйнай.

Башҡортса аңламаған, уҡый-яҙа, иркен һөйләшә белмәгән кеше бер ҡасан да башҡорт әҙәбиәтенә ижади шәхес булып килә алмаясаҡ. Бында ғаилә мөхитенән башҡа, балаларҙың мәктәптәрҙә башҡорт телен уның барса нескәлектәрендә үҙләштерә алыуы проблемаһы алғы планға сыға.

- Башҡорт телен дөрөҫ итеп уҡытыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, иғтибарыбыҙҙы бына нимәләргә бермә-бер арттырыу хаҡында әйтеп үтер инем.
Хәҙерге осорҙа республикабыҙ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу 3 төрлө йүнәлештән тора, йәғни 3 төрлөгә бүленә. Ошоға ярашлы, уҡытыу программалары һәм методикалар һайлап алына: 1) рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу; 2) рус телле ҡала һәм район үҙәктәре мәктәптәрендә башҡорт балаларына туған тел дәрестәрен уҡытыу; 3) башҡорт гимназияларында, лицейҙарында һәм башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа барса мәктәптәрҙә лә туған телде бер төрлөрәк уҡытыу өҫтөнлөк алды. Бының үҙ сәбәптәре бар.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу индерелгәс, уның методик алымдары өҫтөнлөклө, иң прогрессив тип танылды. Шул өлкәлә эшләгән ғалимәләр ысынлап та теоретик яҡтан яҡшы белемле, уҡымышлы заттар. Улар, башлыса, заманса тел тәғлимәтенә, яңы технологияларға таянып эшләй. Шул уҡ ваҡытта улар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу методикаһын иң алдынғы тип һанап, шуны ғына алға һөрә. Әйтергә кәрәк, улар индергән уҡытыу методикаһы сит ил телдәрен, мәҫәлән, инглиз, немец, француз телдәрен, йә иһә рус телен башҡа милләт балаларына уҡытыу методикаһынан әллә ни айырылмай. Сит ил телдәрен башҡа милләт балаларына уҡытыу методикалары ысынлап та заманса технологияларға нигеҙләнгән: төрлө лингвистик терминдар күпләп индерелә, яҡшынан яҡшы дәреслектәр, уҡыу әсбаптары нәшер ителә, электрон саралар даими ҡулланыла. Улар менән танышһаң, күҙҙең яуын алырлыҡ.

Ә беҙҙең башҡорт балаларына туған телде өйрәткәндә шундай уҡ методикалар ҡулланһаҡ, уҡытыу процесы һөҙөмтәлерәк булыр инеме һуң?

- Минеңсә, юҡ. Хатта ки уның файҙаһынан зыяны күберәк буласаҡ. Бындай һығымтаға ерлек бар. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу - милләте буйынса башҡорт булмаған балаларға башҡорт телен сит-ят тел булараҡ өйрәтергә тырышыу дәрестәре. Белеүебеҙсә, башҡорт телен уҡытыуҙың ошо линияһы әлегә әллә ни һөҙөмтә бирмәй, бының билдәле бер сәбәптәре бар. Бына үҙегеҙ күҙ алдына килтерегеҙ: дәрестәр теҙмәһенә ярашлы, уҡыусылар башҡорт теле кабинетына инә, уҡытыусының аңлатҡанын тыңлай, ул ҡушҡанды үтәй, ҡағиҙәләрҙе ятлай, күнегеүҙәр эшләй. Дәрестәр йыл әйләнәһенә дауам итә, ә уҡыусылар ысынбарлыҡта үҙҙәре өсөн сит тел булған башҡорт телен ни өсөн үҙләштерергә кәрәк икәнен аңламай. Йыл һайын конкурстар уҙғарыла, яттан шиғырҙар уҡыла, диктанттар яҙыла. Ә призлы урын алған уҡыусыға берәй ябай ғына һорау бирҙе ниһәң, ул башҡорт телендә йүнләп һөйләм дә төҙөй белмәй.

Ни өсөн шулай килеп сыға, яңыса уҡытыу методикаларын күкә күтәреп маҡтайҙар дәбаһа?

- Уҡыусылар телде формаль рәүештә генә өйрәнә, ятлау, ҡаттан-ҡат ҡабатлау уларҙың һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе хәтергә һеңдерә алыуына йүнәлтелгән. Әлбиттә, ошолай итеп уҡытыуҙың кемгәлер файҙаһы ла барҙыр, әммә мин быны бушты бушҡа ауҙарыуға тиңләйем. Нисек булһа ла булһын, ошо беренсе линия буйынса уҡытыу минең өсөн мөһим түгел. Дәүләт финанс сығымдарын ҡаплай, уҡытыусылар, программалар, дәреслектәр бар - уҡыһындар, әйҙә. Исмаһам, башҡорт телендәге өндәрҙең нисек итеп яңғырағанын ишетерҙәр, телебеҙең ниндәй бай булыуын аҙ булһа ла белерҙәр, уны өҫтөн-мөҫтөн генә булһа ла үҙләштерә алырҙар. Әммә бына нимәне иҫтә тотоу зарур: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу бер нисек тә уны һаҡлауҙы тәьмин итә алмаясаҡ.

Быныһы аңлашыла. 1995 йылда уҙғарылған беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһында ла башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү төп милли маҡсаттарыбыҙҙың береһе итеп ҡуйылғайны...

- Миңә үҙебеҙҙең башҡорт балаларына башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу проблемалары мөһимерәк. Әлеге көндә дәрестәр теҙмәһендә "туған тел" тип аталған предмет уҡытыла. Минеңсә, был осраҡта терминологик буталышҡа юл ҡуйырға ярамай: башҡорт мәғарифында туған тел дәрестәре - ул башҡорт әҙәби телендә уҡыу дәрестәре (русса - "родная речь"), шуға күрә яҙма тел дәрестәре "башҡорт теле" тип аталһа, дөрөҫөрәк булыр ине.

Һуңғы 30-35 йыл дауамында байтаҡ ҡына башҡорт ғаиләләре баш ҡалабыҙҙа, йә иһә бәләкәй ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә төпләнде. Әлбиттә, уларҙың балаларының бер ни тиклеме башҡорт гимназия-лицейҙарында уҡый, әммә рус телле мәктәптәрҙә лә тиҫтәләгән мең башҡорт милләтлле уҡыусылар белем ала. Ошондай мәктәптәрҙә башҡорт балаларына башҡорт телен уҡытыу методикаһы хаҡында аңлатып китһәгеҙ ине.

- Һеҙ әле әйткән йүнәлеш башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе линияһын тәшкил итә. Рус телле мәктәптәрҙә аҙмы-күпме башҡорт кластары ойошторолған, әммә, башлыса, уларҙа белем алған балаларҙы төркөмдәргә бүлеп, "туған тел" тип аталған предмет уҡытыла. Ошо уҡыусыларыбыҙҙың туған телен үҙләштереүенең һөҙөмтәлелеге уҡытыу методикаларын дөрөҫ ҡуллана белеүҙән тора. Тәүҙән үк шуны белдерергә теләйем: әлеге осорҙа ҡулланылған методикаларҙы тамырынан үҙгәртеү фарыз, юғиһә, уҡыусыларҙың башҡорт телен белеү кимәле ҡәнәғәтләнерлек булмаясаҡ. Ни өсөн ошондай талап ҡуйырға мәжбүрмен? Миҫалға 8-се класс дәреслегендә бирелгән бер аңлатманы килтерәм: "Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә 250 юл менән бәйләнә". Йә, ошо аңлатма хаҡында ни әйтер инегеҙ?

Бындай мәғлүмәттең уҡыусыларға һис бер кәрәге юҡтыр, тим.

- Тап шулай. Хәҙерге башҡорт теле дәреслектәренән ошондай миҫалдарҙы байтаҡ табып була. Ундай аңлатмаларҙы уҡыусыларҙың хәтеренә һеңдерергә тырышыуҙан бер фәтеүә лә юҡ. Дәреслек төҙөүселәр башҡорт теленең фәнни грамматикаһынан билдәле бер мәғлүмәттәрҙе алған да, артыҡ уйланып тормайынса, дәреслеккә индергән, шул ғына.
Йәнә бер миҫал. 5-се класс дәреслегендә һәр бер килеште өйрәнеүгә берәр параграф бирелә. Бер параграф - бер дәрес. Һис арттырып әйтмәйем: уҡыусыларға килештәрҙе өйрәтеү өсөн 15 минут ваҡыт та етә. Баҡтиһәң, беҙҙең методистар килештәрҙе рус грамматикаһындағы килеш менән үҙгәреш (склонение) темаһына оҡшатып өйрәтергә маташа. Ә рус телендә 3 род, 3 склонение, һүҙҙәрҙең берлектә һәм күплектә килеш менән үҙгәреше бар, унан һуң төрлө һүҙ төркөмдәре төрлөсә үҙгәрә, нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙең үҙгәреше үҙенә бер төрлө, етмәһә, предлогтарҙы дөрөҫ ҡуя белергә кәрәк. Мин һанап сыҡтым: рус телендә һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреш системаһының 21 төрө бар. Ә башҡорт телендә һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреше бик ябай, һәр осраҡта ла бер төрлө. Уҡыусыларға 6 килештең исемдәрен, уларҙың һорауҙарын, йәғни барлығы 18 һүҙҙе иҫендә ҡалдырырға ғына кәрәк: төп килеш - кем, нимә; эйәлек килеш - кемдең, нимәнең һ.б. Уҡыусылар ошо форманы ятлап алалар, икенсе дәрестә уны яҙып ҡабатлайҙар һәм шуға ярашлы күнегеү эштәрен башҡаралар. Шулай уҡ килеш ялғауҙарының таблицаһы менән дә танышҡас, уны ғәмәли ҡулланып, күнегеүҙәр эшләйҙәр. Уҡыусы өсөн иң мөһиме - һәр килештең һорауын иҫтә тотоп, тейешле ялғауҙы ҡушып әйтеү. Әлбиттә, уҡыусының килеш ялғауын һәр осраҡта ла дөрөҫ ҡушмауы ла бар: урманға урынына урманҡа тип әйтеүҙәре бар (әйткәндәй, ҡатай һөйләшендә тап шулай). Әммә дәрестәр барышында уҡыусылар килеш ялғауҙарын ғәмәли рәүештә бик тиҙ дөрөҫ ҡулланырға өйрәнә.
Тағы ла бер тупаҫ хата тураһында әйтмәй булмай. Дәреслеккә эйәлек алмашын индергәндәр, әммә ундай алмаш башҡорт телендә юҡ: барлығы 6 төрлө алмаш бар - зат, күрһәтеү, билдәләү, һорау, билдәһеҙлек һәм юҡлыҡ алмаштары. Дәреслекте төҙөгән уҡытыусынан һорайым: "Эйәлек алмашына миҫал килтерегеҙ", - тим. "Минең, һинең, уның", - тип яуаплай ул. Ә шул эйәлек алмашы төшөнсәһен индергәнсе зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше бирелгән: төп килеш - мин, эйәлек килеш - минең, төбәү килеш - миңә һ.б. Минең, һинең, уның эйәлек алмаштары булғас, миңә, һиңә, уға төбәү алмаштары буламы инде? Был - булмағанды уйлап сығарыуға тиң бит. Баҡтиһәң, рус теле грамматикаһындағы "притяжательное местоимение" тигәндең башҡортса вариантын килтереп сығарғандар икән.
Әлбиттә, дәреслектә теоретик хата бар ни, юҡ ни - бынан яҙма әҙәби телгә зыян юҡ. Беҙҙең дәреслектәрҙә тел теорияһын өйрәнеү өҫтөнлөк итә. Күптән ҡулланылып килгән методика буйынса тәүҙә грамматик төшөнсәләргә аңлатма бирелә, ҡабатлау, ятлау, күнегеүҙәр эшләү талап ителә. Уҡыусы үҙе аңлап бөтә алмаған ҡағиҙәләрҙе ятлап ала, уҡытыусы һораһа, дөрөҫ итеп ҡабатлай. Әммә ғәмәлдә, яҙғанда һәм һөйләгәндә уҡыусы ҡағиҙәне онота: төшөнсәләр бер яҡта, яҙыу, һөйләү - икенсе яҡта. Ҡабатлап әйтәм, уҡыусыларға телдең теорияһын яттан белеү мөһим түгел. Теоретик төшөнсәләр программаларҙа бар икән, уны ябай ғына итеп аңлатып була. Был бигерәк тә ҡала мөхитендә үҫкән башҡорт балаларына ҡағыла. Уларҙың башҡортса телмәренең үҫешмәгәнлеге барыбыҙға ла билдәле. Уларҙы уҡытҡанда бер принципты һәр даим ҡулланыу кәрәк: башҡорт теленең үҙенсәлектәрен (фонетикаһын, лексикаһын, дөйөм грамматик төҙөлөшөн) рус теле менән сағыштырып биреү мотлаҡ.

Телдәрҙе уҡытыу буйынса Федераль дәүләт стандарттарында, теоретик ҡағиҙәләрҙән тыш, уҡыусыларҙың ғәмәли күнекмәләрен үҫтереү талап ителә.

- Һүҙ бер күнекмәләргә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Ҡала мөхитендә, рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балаларына, башҡорт гимназияларының, лицейҙарының, ауыл мәктәптәренең уҡыусыларына башҡорт телен уҡытыуҙың төп маҡсаты - телде һаҡлау икәнен онотмайыҡ. Педагогик, дидактик, методик проблемалар артында мәҙәни, рухи-ижтимағи ихтыяждар ята. Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит: телде һаҡлау - илде һаҡлау ул. Бына ниндәй глобаль маҡсат ҡуйылған беҙҙең алға. Һис икеләнмәй, быны дәүләт әһәмиәтендәге маҡсат тип әйтер инем.
Беҙ башҡорт балаларына 11 йыл буйына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һабаҡтар бирәбеҙ икән, уны һис бер ҡасан онотмаҫлыҡ, юғалтмаҫлыҡ итеп уҡытырға тейешбеҙ. Хәҙер шундай осорҙо кисерәбеҙ: башҡорт мәктәптәрендә лә уҡыусылар туған телдәрендә аралаша алған берҙән-бер дәрес - башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Шуға күрә лә ошо дәрестәрҙе мөмкин тиклем һөҙөмтәле итеп уҙғарыу талап ителә.
Йәнә бер мөһим нәмә - тел менән мәҙәниәт берлеген иҫәпкә алып уҡытыу. Туған тел - яҙыу һәм уҡыу дәрестәренең эстәлегендә мәҙәниәткә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙең ҙур урын алыуы мотлаҡ. Шулай уҡ тарихи материалдарҙы, халҡыбыҙҙың эске тормошон сағылдырған текстарҙы ҡулланыу файҙалы. Дәрестәрҙең төп өлөшө теоретик төшөнсәләрҙе аңлатыуға йүнәлтелеп, күнегеүҙәр йөкмәткеһе үтә бер төрлө һәм тар булып, өйрәнгән ҡағиҙәләрҙе нығытыу өсөн генә бирелә икән, бынан бер фәтеүә лә юҡ.
Ҡоро һүҙ булмаһын, тиһәгеҙ, бер миҫал килтерәм. Бер саҡ мин башҡорт мәктәбендә уҡыусылар менән анкета уҙғарҙым. Унда шундай һорау бар ине: "Һеҙ ҡайһы уҡыу предметын иң ауыры, тип иҫәпләйһегеҙ?" Уҡыусыларҙың 70 проценты башҡорт телен атаны. Үҙенә ауыр бирелгән предметты уҡыусылар яратамы һуң? Юҡ, әлбиттә. Ни өсөн шулай килеп сыға? Әлеге лә баяғы, дәреслектәрҙә бирелгән меңдән ашыу ҡағиҙәне аңларға, хәтерҙә ҡалдырырға, ҡуллана белергә кәрәк. Туған телендә телмәре йүнләп үҫешмәгән уҡыусыға быға өлгәшеү мөмкин түгел. Уҡытыусылар үпкәләмәһен, ҡайһы берҙә үҙҙәре лә аңлап бөтмәгән теоретик нәмәләрҙе уҡыусыларға аңлатырға тырышалар.

Улай булғас, башҡорт телен уҡытыуҙың дөрөҫ юлын нисек табырға һуң?

- Тел теорияһын алайыҡ. Төшөнсәләрҙе аңлатҡанда телебеҙҙең үҙенсәлектәрен генә күрһәтеү ҙә етә, шул уҡ рус телендәге төшөнсәләр менән сағыштырып аңлатып була. Уҡыусыларыбыҙ 11 йыл буйына рус телен дә өйрәнә бит.
Бына бер миҫал. Башҡорт теленең фонетикаһын өйрәнгәндә телебеҙгә хас булған 33 өнгә 26 сәғәт (!) ваҡыт бүленә. Ә уны аҙ ғына ваҡытта бик еңел генә өйрәтеп була лабаһа! Уҡыусыларҙың хәтеренә тәүҙә өс һан һеңдерелә: 33 - 9 - 24. Барса өндәр - 33, һуҙынҡылар - 9, тартынҡылар - 24. Уҡыусыларға ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы иҫтә ҡалдырыу үтә еңел: а-ә, о-ө, у-ү, э(е)-ы һәм и. Миҫалдар менән нығытыла бара: бала - бәлә, болот - бөгөн, ужым - үҙем һ.б. Тартынҡыларҙың да бүленешен аңлатыуы ауыр түгел: сонор тартынҡылар - 7, яңғырауҙары - 8, һаңғырауҙары - 9. Сонор тартынҡыларҙы уҡыусылар тиҙ һәм ныҡлы итеп иҫтәрендә ҡалдырһын өсөн бер генә һүҙҙе ҡулланыу ҙа етә - йырлауыныңмы: й-р-л-у-н-ң-м. Парлап килгән яңғырау һәм һаңғырау өндәрҙе алфавиттан ҡарап, яҙып алғас, улар ингән өлгө һүҙҙәр парлап бирелә: бар - пар, гөл - көл, дан - таң, баҙ - бәҫ, таж - таш, заң - саң, һан - хан һәм парһыҙ һаңғырау - фән. Һаңғырыу тартынҡыларҙың һүҙ аҙағында килә алыуына миҫалдар килтергәс, һ өнөнөң һүҙ аҙағында килә алмауы, тимәк, яңғырау булыуы хаҡында аңлатма бирергә була. Бына ошоларҙы уҡыусылар аңына 15 - 20 минут эсендә лә һеңдереп өлгөрөргә була.
Башҡорт теле - туған тел дәрестәрендә уҡыусыларҙың аңына, күңеленә даими рәүештә бер фекерҙе һеңдерә барырға кәрәк: телде белеү - ошо телдә уҡый-яҙа, һөйләшә белеү генә түгел, ә туған телеңдә уйлау, фекерләү, мәғлүмәт туплау алымдарын үҙләштереү, хис-тойғоларыңды белдерә алыу. Һөйләмде төрлөсә ҡороп, күп төрлө мөнәсәбәттәр, хис-тойғолар сағылған фекер рәүешендә биреп булыуын аңлата алһаҡ, уҡыусылар ҙа телебеҙҙең ни тиклем бай икәненә төшөнә ала. Мәҫәлән, "Мин һиңә бер нәмә лә әйтмәйем", тигәнде төрлө эмоциялар менән төрлөсә белдереп була: "Әйтте ти бына һиңә, көтөп тор!"; "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин һиңә бер нәмә лә әйтә алмайым"; "Әйтермен мин һиңә бик шәп итеп!" Төрлөсә белдерелгән бер үк фекерҙең йә асыуланыуҙы, йә үкенеүҙе, йә янауҙы белдереүен уҡыусылар ғәмәли рәүештә төшөнә. Беҙҙең башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары өсөн әҙерләнгән дәреслегебеҙҙәге күнегеүҙәрҙең күбеһе уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү маҡсатында бирелә.
Уҡыусылар туған телен өйрәнә башлаған мәлдән үк - 1-се кластан башлап - телебеҙҙең фонетик стройындағы, лексикаһындағы, төрлө һүҙ төркөмдәрендәге, һөйләм төҙөлөшөндәге үҙенсәлектәрҙе рус теле менән сағыштырып аңлатыу бик уңайлы. Башланғыс кластарҙан уҡ орфографиянан башҡа телебеҙҙең орфоэпияһына иғтибарҙы арттырыу фарыз, юғиһә, балалар урта һәм юғары кластарҙа ла һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтә алмаясаҡ. Орфоэпик күнекмә-ләргә күберәк ваҡыт бүленһә, беҙҙең балалар "әүерелеү", "әүрәү", "йәберһетеү" кеүек ауырыраҡ әйтелешле һүҙҙәрҙе лә дөрөҫ әйтергә тиҙ өйрәнә, ә был шул уҡ рус балалары өсөн ауыр мәсьәлә.

Туған телдә дөрөҫ яҙа белеүҙән башҡа, фекереңде дөрөҫ итеп әйтә белеү ҙә мөһим. Был психология принцибына тап килә: тыштағы эскә (аңға) инә, эстәге тышҡа сығарыла, йәғни, ҡысҡырып уҡылған, әйтелгән һөйләмдәр эске фекер программаһын хасил итә, ә аңда формалашҡан фекерҙәр яҙыу йә иһә һөйләү аша үҙеңә һәм башҡаларға белдерелә. Был - оҙайлы процесс. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә башҡорт телен "шым" уҡыталар: уҡытыусы күберәк, уҡыусылар аҙыраҡ һөйләй. Совет осоро методикаһына ярашлы, бигерәк тә башланғыс кластарҙа күмәкләп, хор менән уҡыу алымы йыш ҡулланыла ине.

- Ҡысҡырып уҡыуға килгәндә, мин шундай алым ҡуллана инем: мәҫәлән, шиғыр юлдарын үҙем ҡысҡырып уҡығанда минең менән бергә уҡыусыларға ла ҡысҡырып уҡырға ҡушам, унан һуң минән башҡа ғына ҡабатлап ҡысҡырып уҡыйҙар. Берәй уҡыусының янына килһәм, ул минең өсөн тағы ла көслөрәк тауыш менән уҡырға тейеш: йәнәһе, минең ҡолағым насар ишетә. Уҡыусыларҙан кемгәлер ҡысҡырып дөрөҫ уҡыу ауырыраҡ булһа, башҡаларға икенсе эш биреп, тексты унан уҡытыусы өҫтәле янында уҡыттырам.
Үҙемдең практиканан тағы бер миҫал. Мин уҡытҡан ҡала мәктәбендәге класта 6 рус балаһы бар ине. Мин тәүге дәрестә үк улар менән дә тик башҡортса һөйләшәсәгем тураһында әйттем. "Башҡорт һүҙҙәрен минең артымдан ҡабатларһығыҙ, ҡурҡмағыҙ, яңылышһағыҙ, төҙәтермен. Минең яныма килеп, ҡысҡырып әйтеп ҡабатлаһағыҙ, башҡортса һөйләшергә өйрәнерһегеҙ", - тимен быларға. Өйрәнделәр - дәрес һайын, өҫтәл эргәһенә килеп, бер һүҙ булһа ла әйтеп китәләр, уҡып-яҙып та күрһәтәләр. Иң үтемле алым - башҡорт һүҙҙәрен һәр даим русса әйтелешлеләре менән сағыштыра барыу: мәҫәлән, башҡортса - алтын, русса - алтЫн, батыр - батЫр, был - бЫл һ.б.
Беҙҙең башҡорт теле дәреслегендә теория беренсел түгел, тик ябайлаштырылған аңлатмалар ғына бирелә. Мәҫәлән, башҡорт теленең сингармонизмын аңлатыр өсөн тейешле өлгөләр биреп, уҡыусыларға ошоға ярашлы үҙаллы эштәр - күнегеүҙәр биреү ҙә етә. Ғөмүмән, әлеге дәреслекте башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик ҡулланма итеп ҡарарға кәрәк. Башҡорт теле уҡытыусыларының съезында таратырмын тигән инем - өмөттәрем аҡланманы - мине саҡырманылар.

Мин бер күренешкә иғтибар иткәнем бар: радио һәм телетапшырыуҙарға саҡырылған ябай башҡорт кешеләре журналист биргән һорауҙарға телебеҙҙе ватып-ҡырып тигәндәй, русса һүҙҙәрҙе ҡыҫтырып тороп яуап бирәләр. Улар ҙа бит урта мәктәптә башҡорт теленән күп йылдар дауамында һабаҡ алғандар. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң?

- Башҡорт телен теория менән алыштырған өсөн, һәр дә-рестә тиерлек ҡағиҙәләр ятлаған өсөн. Хаталы уҡытҡан өсөн. Миҫалдар килтерә башлаһаң, һанап бөтөрлөк түгел. Бына береһе: кәм һөйләмде билдәһеҙ эйәле һөйләм, тип аңлаталар. Мин бая һиңә бер һөйләм әйттем: "Эште ваҡытында тамамлаһындар". Һин шундуҡ һораның: "Кемдәр?" - тип. Билдәлеме, билдәһеҙме - әммә был һөйләмдең эйәһе юҡ та баһа! Ошондай дәреслектәрҙә хаталар булыуына артыҡ борсолоп бармайым, сөнки дәреслек - үҙе хата. Ә беҙҙең дәреслектең беренсел маҡсаты - балаларҙы фекерләргә өйрәтеү. Дәреслектең башынан аҙағына тиклем тәҡдим ителгән текстар буйынса уҡыусыларға тиҫтәләгән төрлө ғәмәли эштәр бирергә була. Миҫал өсөн Рәми Ғариповтың бер дүрт юллыҡ шиғырын килтерәм:
"Дошмандың яҡшылығы -
Тоғро дошманлыҡ.
Дуҫтың хыянаты -
Мәңге хыянат".
Фәлсәфәүи шиғыр, әммә уҡыусыларға уның асылын төшөндөрөп була. Иң элгәре әңгәмә ойошторола, һәр кем үҙ фекерен белдерә. Һәр кем ошо шиғырға үҙе теләгән исем бирә. Һуңынан 5-6 һөйләмдән торған инша яҙырға тәҡдим ителә. Шулай иткәндә уҡытыу тәрбиә менән ҡуша бара. Ошондай күнегеүҙәр балаларҙың фекерләү һәләте менән ҡуша ғәмәли телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
4 Совет осоронда ла, 90-сы йылдарҙа ла дидактика һәм уҡытыу методикалары өлкәһендә новаторҙар хәрәкәте киң ҡолас алғайны. Хәҙер ҙә ижади эшләгән уҡытыусылар бар, әммә берҙәм программалар, ҡалыплашҡан, һөҙөмтәһе икеле булған методикалар педагогик ижад өсөн үтеп сығарлыҡ булмаған кәртәгә әйләнде... - Яңыса, новаторҙарса эшләргә өйрәтеүселәр ҡалманы.

Йәш уҡытыусыларҙы вуздарҙа өйрәтмәйҙәрме ни?

- Ә вуз уҡытыусыларын ижади эшләргә кем өйрәтә? Шәхсән үҙемдең методикаларҙы камиллаштырыу буйынса 53 йыллыҡ тәжрибәм бар. Әммә хәҙер минең методик ижадымды бар тип тә белмәйҙәр. Әле тәҡдим ителгән методика Сибайҙа, Силәбелә эшләгән сағымда хасил булды. Студенттарымды ла уға ярашлы уҡыттым. Уҡытыусылар менән бик күп семинарҙар, конкурстар уҙғарҙым, уҡыусылар өсөн 6 тапҡыр олимпиада ойошторҙом. Ата-әсәләр менән дә эшләнек, киң билдәлелек тапҡан шәжәрә байрамдарын беҙ беренсе булып башланыҡ. Студенттарымды Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына практикаға йөрөттөм. Улар дәрестәрҙе мин тылҡыған методикаға ярашлы планлаштыра ине. Әйтергә кәрәк, ул саҡтарҙа Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорт балалары туған телен Башҡортостанда уҡығандарҙан яҡшыраҡ үҙләштерә алды. Силәбе университетына дәүләт имтиханы комиссияһы рәйесе булып профессор М.В. Зәйнуллин килгәйне, ул беҙҙең эшебеҙгә бына ниндәй баһа бирҙе: "Студенттарығыҙ тел теорияһын ҡайһылай шәп үҙләштергән!" Ә эш теорияла түгел бит, уҡытыу методикаһында.
Мәктәптә теорияға ҡараған иң кәрәкле төшөнсәләр теҙмәһе ныҡ сикләнгән булырға тейеш: алфавитты, башҡорт өндәре, һүҙ төркөмдәре бүленешен, уларҙы асыҡлаусы һорауҙарҙы, һүҙҙәрҙең һөйләмдәрҙә бер-береһенә ниндәй формаларҙа бәйләнешен һ.б. белеү. Ошо төшөнсәләрҙең барыһын бергә туплаһаң, 50-60-тан да уҙмай. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең дәреслектә програмалар талап иткән барса темалар, барса төшөнсәләр бар, әммә улар, алдараҡ әйткәнемсә, уҡыусыларҙың башын ҡатырыуға ҡоролмаған. Ошо дәреслекте тәнҡит күҙлегенән ҡараусылар ҡайһы саҡта абсурд һығымталарға ла килеп ҡуя. Бына бер "эксперт" нимә тип яҙа: "Һеҙ башҡорт телендә род категорияһы юҡ тип яҙғанһығыҙ. Ә ул бар, енес тип атала". Әҙәм көлкөһө бит!

Мин методик яҡтан тағы ла бер фактҡа иғтибар итер инем. Балалар туған телебеҙҙе халыҡ йырҙарын тыңлап, үҙҙәре йырлап өйрәнһә, яҡшыраҡ булмаҫмы?

- Тап шулай. Мин, үҙебеҙҙең методикаға ярашлы, тел дәрестәрендә башҡорт көйҙәрен, халыҡ йырҙарын даими фон итеп алырға кәрәк, тимен. Бигерәк тә ҡурай моңдарына өҫтөнлөк биреү фарыз. Йырҙарыбыҙ, оҙон көйҙәребеҙ үҙенсәлекле, ул тик бер ритмға ғына ҡоролмаған. Телде моңдан айырыу мөмкин түгел. Унан һуң, беҙҙең оҙон көйҙәр кеше организмына, хис-тойғоларына, зиһененә ыңғай тәьҫир итә икән: медицина белеме булған йәш ғалимәләребеҙ ошо тема буйынса 3 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған, тип ишеткәйнем. Халыҡ йырҙары - бер нимә менән дә алыштырғыһыҙ мәҙәни-рухи мираҫыбыҙ. Уларҙы балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, ылыҡтырыу маҡсатында бик һөҙөмтәле ҡулланып була.

Шулай итеп...
Күренекле ғалим, башҡорт теле методикаһы өлкәһенең маһир оҫтаһы Вәкил Хажиндың ғилми-методик ҡараштары педагогтарыбыҙҙың етди иғтибарына лайыҡтыр, тибеҙ. Уныңса, башҡорт теле уҡытыусылары - туған телебеҙ һаҡсылары, уны бар теүәллегендә йәш быуындарға тапшыра алһаҡ, халҡыбыҙ ҙа, республикабыҙ ҙа йәшәр һәм үҫер.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №31, 8 - 14 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.25 | Ҡаралған: 107

Киске Өфө
 

Донъяла мөхәббәт һәм изгелек былай ҙа күп түгел, шуға ла уларҙы игелекһеҙ кешеләргә өләшеп, әрәм итмәгеҙ.

(Фридрих Ницше).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru