
Туған тел мәсьәләһе бөгөн үтә лә киҫкен тора. Усҡа алған ҡом бармаҡтар араһынан ҡойолған кеүек, милли асылыбыҙҙың төп билдәһе күҙебеҙ алдында юҡҡа сыға. Телебеҙ бишеге булған ауылдарҙа йәшәгән, ата-әсәләре саф башҡортса аралашҡан ғаиләләрҙә лә балалар хәҙер йыш ҡына русса һөйләшә. Беҙ, бөгөнгө быуын башҡорттары, телебеҙ үлеүен күҙәтәбеҙ - аяныслы тарихи күренештең, ҡот осҡос ижтимағи процестың шаһитыбыҙ.
Байтаҡтар был хәлгә битараф ҡарай, көйөнгәндәр, ләкин, ҡалайтаһың, заманы шулай бит, тип проблемаға ситтән ҡараусылар бик күп арабыҙҙа, ниҙер эшләргә, туған телебеҙҙе ҡотҡарып алып ҡалырға ынтылыусылар, үкенескә ҡаршы, аҙсылыҡта. Үҙемдең күҙәтеүҙәремә нигеҙләнеп, 20-25 йылдан башҡорт теле эпизодик күренеш кенә булып ҡаласаҡмы икән, тигән фекергә килдем.
Ул нимәгә нигеҙләнә һуң?
Бөгөнгө көндә 10-12 йәштән алып, яңы теле асылған сабыйҙарға тиклемге быуын вәкилдәре донъялыҡты, үҙенең шәхсәнлеген рус теле аша таный. Улар - киләсәктә дәүләт, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади даирәләрҙе әйҙәп алып китәсәк милләттәштәребеҙ, буласаҡ атай һәм әсәйҙәр. Был балалар туған телдә һөйләшмәһәләр ҙә, уны аңлайҙар. Сөнки атай-әсәйҙәре, ҡартатай-өләсәйҙәре өйҙә башҡортса аралаша. Үҫеп еткәс, үҙҙәре ҡорған ғаиләлә иһә туған тел мөхите булмаясаҡ. Тимәк, тыуасаҡ балалары башҡортса һөйләшеү түгел, уны бөтөнләй аңламаясаҡ. Шуның менән быуындан-быуынға тел тапшырыу сылбыры тамам өҙөлә. Был хәл үрҙә атап үтелгән осорға тап килер, моғайын.
2009 йылда ЮНЕСКО башҡорт телен "Юғалыу ҡурҡынысы янаған донъя телдәре Атласы"на индерҙе. Һаҡланыу кимәле буйынса уға "йомшаҡ" статусы бирелгән. Йәғни телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһе сикле, ул күпселек осраҡта ғаилә эсендә аралышыуға ғына ҡалып бара.
Мәсьәләне яңынан төплө өйрәнеү телебеҙҙең хәлен "ҡурҡыныс янаған" статусына төшөрөүе лә ихтимал. Сөнки һуңғы тикшеренеүҙәрҙән 13 йыл үткән. "Ҡурҡыныс янаған" статус балалар хатта өйҙә лә тел өйрәнмәй, тигәнде аңлата, ә беҙ, үрҙә әйтелгәнсә, тап шул хәлдәбеҙ бөгөн.
Эйе, телебеҙ дәүләт статусын йөрөтә, уны һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән закондар ҡабул ителгән, махсус дәүләт грандтары булдырылған. Мәктәптәрҙә башҡорт кластары асылған, балалар баҡсаларында шундай уҡ төркөмдәр эшләй. Тик, миҙалдың ике яғы булған кеүек, дәүләт ҡануниәттәрен ғәмәлләштереүҙә лә төрлө етешһеҙлектәр бик күп. Проблеманы өйрәнеүселәр фекеренсә, тел мәсьәләһендә "ғаилә - балалар баҡсаһы - мәктәп - юғары уҡыу йорто - йәмғиәт" сылбыры эшләмәй. Быны раҫлаған дәлилдәрҙе һәр кем үҙ ғаиләһе миҫалында килтера ала.
Өйҙә ҡойоп башҡортса һөйләшеп йөрөгән кескәй туғаным балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә барҙы. Бер айҙан ул, әсә телен онотоп, руссаға күсте. Баҡһаң, баҡсала тик дәрестәр генә башҡортса алып барыла ла, бөтә аралашыу русса икән. Тәрбиәсегә дәғүә белдергәс, беҙгә өҫтән шулай ҡушалар, тигән яуап алған сабыйҙың ата-әсәһе.
Башланғыс синыфта уҡыған тағы бер кесе туғаным тик яҡшыға өлгәшә, башҡорт теле фәненән "5"ле генә ала. Әсә теленән дәрестәр алыуының һөҙөмтәһе нисек тип уйлайһығыҙ? Вата-емерә "һаумыһығыҙ" тип әйтеүҙән башҡа бер һүҙ ҙә белмәй ул.
Ә юғары уҡыу йорттарында тел өйрәнеү, ғөмүмән, юҡ.
Халыҡтар телдәренең юғала барыуының төп сәбәбе, әлбиттә, уның ҡулланыу даирәһенең үтә лә сикле булыуында. "Язык до Москвы доведет" тигән мәҡәл бар. Уны республикабыҙ ерлегенә күсерһәк, телебеҙ Өфөгә алып барып еткерерме икән?
Милләттең уникаль һыҙаты булып тел тора. Унан һуң, мәҙәниәте, психологияһы, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү рәүеше килә. Тел белмәгән быуын мәҙәниәтте, йолаларҙы дауам итә алырмы? Әлбиттә, юҡ. Тимәк, тел менән милләт тә юҡҡа сыға.
Нисек кенә булмаһын, дәүләт телде ҡурсалай, уны өйрәнеү, үҫтереү өсөн шарттар булдыра. Беҙҙән иһә балаларыбыҙҙа уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға, был өлкәлә уңыштарын дәртләндереп торорға ғына ҡала.
Ошо урында тағы "тик" тип әйтмәйенсә мөмкин түгел. Сөнки олпат өләсәйҙәр, ҡартатайҙар, юғары белемле атай һәм әсәйҙәр өс-дүрт йәшлек сабый алдында был йәһәттән көсһөҙ. Баланың кирелеген еңә алмағас, "Башҡортсаға өйрәтеп булмай бит, ҡалайтайым һуң" тип, русса аралашыуға күсә лә ҡуя улар. Был ғәжәйеп феноменды телселәр, психологтар ентекле өйрәнергә тейештер. Һәлмәк диссертация яҙырлыҡ тема әрәм булып ята.
- Нишләп балаға русса өндәшәһең? - тип шелтәләйем апайымды.
- Аңламай бит башҡортса, - ти ҡартәсәй кеше, аҡланып.
Уңарсы Илһөйәр мине етәкләп алды.
- Пошли со мной играть, - ти матур йылмайып.
- Русса мин аңламайым, башҡортса әйт, - тим уға.
- Олатай, утыр, уйнайыҡ, - тип бөтәһен аптырата сабый.
- Йә, кем бында башҡортса һөйләшмәй? - тим тантана менән апайыма.
Ныҡышҡанда, эҙмә-эҙлекле булғанда, баланы төҙәтергә мөмкин. Тик беҙ йыбанабыҙ, ҡата башындай сабыйҙың русса һөйләшеп йөрөүендә ирмәк табабыҙ, хатта бының менән ғорурланабыҙ ҙа. "Ул башҡортса белмәй!" тип ебәрәбеҙ, маһая биреп.
Сибай ҡала хакимиәтендә бергә эшләгән, бик таҙа һәм матур башҡортса һөйләшкән коллегам телгә бәйле үҙенең тарихын һөйләгәйне. Ата-әсәһе, үткән быуаттың 70-се йылдарында БАМ төҙөлөшөнә китеп, ул алыҫ Байкал аръяғында тыуа. Шунда теле асыла. Алты-ете йәштәр тирәһендә малайҙы йәйгелеккә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән өләсәһе ҡарамағына ҡалдыралар. "Нимә әйтһәм дә, өләсәйем әйләнеп тә ҡарамай. Асығам, һыуһайым, ә иғтибар юҡ. Кәрәк булғас, аҙна-ун көн эсендә башҡортса һөйләшергә өйрәнеп алдым", - тип туған телде матур белеүе тарихын бәйән иткәйне ул.
Баланы туған теленән мәхрүм итеү - ғәфү итмәҫлек яңылышлыҡ ул. Буласаҡ шәхестең рухи донъяһының ҙур бер өлөшөн киҫеп алабыҙ, бәлки, киләсәктә асыласаҡ киң мөмкинлектәргә юлын ябабыҙ. Кеше һәр саҡ йәмғиәттең бер өлөшө булыуын тойоп йәшәй. Сөнки яңғыҙлыҡ - иң ҙур яза. Шуға ла һәр кем өсөн үҙ халҡыңдың бер ағзаһы булыу бик тә мөһим. Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Туған телдә аралашыу нәҡ ошо берҙәмлек, ҡәрҙәшлек тойғоһон бирә лә инде.
Башҡортса белеүҙең тағы бер өҫтөнлөгө - ул беҙгә төрки халыҡтар донъяһына иркен инеп китергә юл аса. Рәсәйҙә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Төркиә илдәрендә төрки телле 200 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ошо ҡәүем менән беҙ еңел аралаша алабыҙ. Минең үҙемә бер ҡаҙаҡ уҙаманы менән тормош хәлдәре тураһында байтаҡ әңгәмәләшеп ултырырға тура килде. Мин башҡортса һөйләнем, ул - ҡаҙаҡса. Бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңланыҡ. "Башҡортса белеү нимәгә кәрәк ул?" тип ҡарышҡан балаға ошо дәлилде килтерергә мөмкин. Төркиәлә ял итеү хәҙер бит хәллерәк ғаиләләрҙең ғәҙәтенә ингән.
Күп тел белеү кешенең мәҙәнилеген, аң үҫешен күрһәткән бер билдә икәнен дә онотмайыҡ. Шуға ла бала аңына бәләкәйҙән, туған телде, дәүләт телен һәм, кәм тигәндә, бер сит ил телен белеү мотлаҡ, тип ойотҡо һалыу - иң дөрөҫө. Полилингваль (күп телдәрҙе өйрәнгән) мәктәптәр хәҙер юҡҡа асылмай бит.
Балаларыбыҙҙың телен телевизорҙан туҡтауһыҙ барған сағыу йәнһүрәттәр, бәләкәйҙән ҡулдарына килеп эләккән гаджет боҙа. Тимәк, мөмкин тиклем сабыйҙы уларҙан сикләргә кәрәк. Тел өйрәтеүҙе күҙ буяу өсөн генә ойошторған балалар баҡсалары, мәктәптәр етәкселегенә дәғүә белдереүҙән тартынмау шаҡтай ҙур файҙа килтерер ине, минеңсә. Социаль селтәрҙәрҙә күтәрелгән проблема хәҙер власть органдары тарафынан даими контролдә тотола, ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Иң элек телде һаҡлау, уны үҫтереү ғаиләнән килә: минән, һинән, унан - һәр беребеҙҙән. Был мәсьәләгә ҡарата битарафлығыбыҙҙы еңмәһәк, телебеҙҙе юғалтабыҙ! Шуға ла эргәбеҙҙә, "мама", "папа", тип йөрөгән сабыйҙы төҙәтергә йыбанмайыҡ, уға әсә телен өйрәтәйек, мәхрүмләмәйек буласаҡ шәхесте оло бер рухи байлыҡтан.
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 8 - 14 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА