«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРЛӘШЕҮҘӘРҺЕҘ ЙӘШӘЙЕК!
+  - 


Һуңғы ваҡытта бер юлы бик күп халыҡтың асыулы йөрөүе күҙгә салына. Ундайҙарҙың кәйефенең яҙма рәүештә социаль селтәрҙәрҙә иркенләп күбәйтелеүе, таралыуы бигерәк тә ҡурҡыныс күренешкә әйләнде. Бер кешегә йәки төркөмгә, йә берәй ваҡиғаға ҡарата кемдер башлап кире баһа биреп ебәрҙеме, уға шундуҡ башҡалар ҡушыла. Бензинға шырпы һыҙып ырғытҡандай, асыу уты гөлтләп ҡабына һәм китә һыу буйы һәм оҙайлы ваҡытҡа әр-ҡарғыш-һүгенеү һүҙҙәре теҙеп өҫтәү!

Асыу - ағыу

Йыһандағы емереүсе көстәргә хеҙмәт итеүсе ҡолға әйләнгәнен уйламай ҙа был ваҡытта бәндә. Шуны хәтерҙә тотайыҡ: ғаләмде барлыҡҡа килтереүсе Илаһи көстөң Яралтыусы тигән дә исеме бар. Юҡҡамы ни туған телебеҙҙә яралыу, яралтыу, яратыу һүҙҙәре бер тамырҙан! Тимәк, Аллаһ Тәғәлә менән беҙҙе тик яратыу, мөхәббәт тойғоһо бәйләп тора. Үҙ сиратында был төшөнсә һәр беребеҙҙә үҙ-ара ихтирам, бер-береңде ҡәҙерләү, ярҙамсыллыҡ сифаттарын хасил итә: "Алланан һеҙгә нур һәм асыҡ китап барҙы. Шуның менән Алла Уның ризалығын алырға теләгән кешеләрҙе татыулыҡ юлынан алып барып, Үҙ рөхсәте менән ҡараңғынан яҡтыға алып сыға, хаҡ юлға төшөрә" [Ҡөрьән Кәрим: "Әл-Маидә" (Аш табыны) сүрәһе, 5:15,16]. Ошо хәҡиҡәткә инанған Аҡмуллабыҙ ҙа хикмәтле васыят ҡалдырған түгелме беҙгә:
Аҡ туныңды яманлап,
атлас ҡайҙан табырhың,
Түрәләрҙе яманлап,
ғәҙел ҡайҙан табырhың?
Асыуланып, әр менән әйткән һүҙҙең әһәмиәте тураһында ҡат-ҡат уйланайыҡ әле. Кешенең нимәнәндер ризаһыҙлыҡтан эсендәге асыуын, һарыуы ҡайнауын тышҡа сығарыуы тураһында, уҫаллыҡ менән бәйле холоҡ-фиғелгә ҡарата мәҡәл-әйтемдәр, киҫәтеүҙәр күп кенә халыҡ ижадында:
Асыу - ағыу, йотhаң - дарыу.
Асыу - бысаҡ, аҡыл - таяҡ.
Асыу алдан, аҡыл - арттан.
Асыуың айғыр булhа, аҡылыңды теҙген ит.
Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ.
Артҡы аҡылға кем дә бай.
Ҡыҙыу кеше тиҙ ҡартайыр.
Тиле асыуы - яман асыу.
Тиле тилерhә, тирәк йыҡҡан.
Ислам ҡанундары аша ла, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү маҡсатынан, ошондай уҡ йөкмәткеле аяттар бар. Мәҫәлән: "Бер кешенән үс алырға теләгән саҡтарҙа ла насарлыҡты ул кеше үҙе эшләгән тиклем генә эшләгеҙ, бер һуҡҡанға ике тапҡыр һуҡмағыҙ. Әгәр инде сабырлыҡ күрһәтеп, үс алмай ҡалһағыҙ, был бигерәк тә яҡшы" [Ҡөрьән Кәрим: "Әл-Нәхл"(Бал ҡорттары) сүрәһе, 16:126].
Тағы ла бер тапҡыр фекеремде һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә:
Халыҡ аҡылы -
ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын.
Халыҡты хан да еңмәҫ.
Халыҡ көсө таш яра.
Ошондай мәҡәлдәрҙәгесә, татыу-берҙәм-ойошҡан халыҡ булараҡ дан алайыҡ! Уға өлгәшер өсөн түбәндәге хикмәтле һүҙҙәрҙе лә иҫтә тотайыҡ:
Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар.
Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер.
Беләкле берҙе йығыр, йөрәкле меңде йығыр.
Буй үҫтермә, аҡыл үҫтер.

Берләшә алыу һәләте

Ниндәй генә ойошма, берләшмә, төркөм, халыҡ булмаһын, ул фәҡәт дөйөм, уртаҡ бер идея тирәләй ойоша ала. Ошо урында фекеремде икенсерәк йүнәлешкә бороп алып китмәксемен. Интернет селтәрҙәрендә Циолковский ҡалдырған бер мәғлүмәткә юлыҡтым: "Алтын быуатҡа тик берләшә, ойоша алыу һәләтенә эйә булғандар ғына барып етәсәк. Ойошоуҙың үҙенең ҡануны бар: 2 аура, әгәр ошо икәү фекерҙәштәр икән, йәғни уларҙың маҡсаттары бер йүнәлештә, бер тулҡында булһа, бер-береһен 7 тапҡырға көсәйтә ала. 3 кеше берләшһә - эштең һөҙөмтәһе 2-се дәрәжәләге 7, йәғни 49 тапҡыр ҡеүәтлерәк буласаҡ. 4 кеше ҡушылһа - дөйөм ҡеүәт өсөнсө дәрәжәләге 7-гә, тимәк, 343 тапҡырға арта икән! Шуға күрә төркөмдә кеше һаны артҡан һайын яҡшыраҡ, йәғни төркөмдөң уртаҡ көсө күп тапҡырға арта бара икән! Коллектив - бөйөк көс!" Бына ни өсөн сафтарҙы аҙымлап, берәмләп булһа ла арттыра барыу фарыз беҙгә!
Хәл белешеп, ҡайғы-шатлыҡты уртаҡлашып, бер-береңә терәк булып йәшәү әлмисаҡтан беҙҙең халыҡтың булмышына хас сифат. Ире яуҙа ҡалған ҡатындар, етем балалар, ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттар общинала һәм дин ҡанундарына яраҡлашып йәшәгән замандарҙа бер ваҡытта ла ҡурсауһыҙ булмаған. Бындай йәмғиәт тураһында "Урал батыр" ҡобайырында мәғлүмәт бар. Был илдә йолалар бөтөнләй башҡа ҡуйылған һәм мотлаҡ шулай үтәлгән:
Беҙҙең илдә йолала
Барыһы ла туғандай,
Бер әсәнән тыуғандай...
Илде талап йөрөмәҫкә,
Илдә ҡан да ҡоймаҫҡа;
Артыҡ ҡалта (кеҫә!) текмәҫкә
Ил энйеһен йәшереп,
Ергә күмеп ҡуймаҫҡа;
Тапҡан-таянған бары
Һис айырым булмаҫҡа;
Көслөнөкө - байман, тип,
Еҫерҙе (етемде) сит күрмәҫкә;
Ҡыҙға әсә булғанды
Хур әсә, тип, кәмһетеп,
Балаһыны һыуға атып,
Андай йола ҡылмаҫҡа,
Тигән илдең анты бар.
Бындай шарттарҙа халыҡ бер бөтөн булып, уҡмашып көн күрә һәм ошоноң менән үҙен-үҙе һаҡлай килә. Ере лә, теле лә, үҙе лә имен булған халыҡ вәкилдәренең хис-тойғолары бер кимәлдә тотола, сәләмәтлеге һаҡлана, ғүмере оҙон була. Быны фәнни яҡтан да иҫбатлап була.

Күңел торошо үлсәме

Кешенең күңел торошо күҙгә күренмәгән донъя булһа ла, уны ла үлсәү берәмеге - вибрация (бер секунд эсендәге тирбәлеш) дәүмәле бар:
- рәхмәт әйтә белеү (благодарность, спасибо) - 45 Гц;
- хуш күңеллелек (великодушие) - 95 Гц;
- ысын йөрәктән рәхмәтле булыу - 140 Гц;
- үҙеңде башҡалар менән бер бөтөн итеп тойоу - 144 Гц;
- миһырбанлылыҡ (сострадание )- 150 Гц һәм юғарыраҡ (йәлләү- 3 Гц!);
- яратыу (кеше аҡылы менән яратыуҙың яҡшы хис һәм ҙур көс икәнен аңлай, әммә йөрәге аша кисерергә әҙер түгел)- 50 Гц;
- һөйөү (барса кешеләрҙе һәм йән эйәләрен тиң ҡабул итеү, хәстәрләү, йөрәк менән яратыу ) - 150 Гц һәм юғары;
- мөхәббәт (изге һөйөү, бер ниндәй шарттарһыҙ, кем өсөндөр үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү кимәлендә, йыһан киңлегендә яратыу) - 205 Гц -тан артыҡ.
Ошоноң киреһе булып, тарҡау йәшәгән һәм бер-береһен хәстәрләмәгән халыҡта кире хис-тойғолар барлыҡҡа килә, һәм уларҙың йәшәү кимәле түбән төшә:
- ҡайғы - 0,1 - 2 Гц;
- ҡурҡыу - 0,2 - 2,2 Гц;
- үпкә, рәнйеш - 0,6 - 3,3 Гц;
- асыу ҡабарыу, ризаһыҙлыҡ тойоу (раздражение)- 0,9 - 3,8 Гц;
- асыу килеү һәм ризаһыҙлыҡ белдереү (возмущение) - 0,6 - 1,9 Гц;
- асыуҙан ҡыҙып китеү (вспыльчивость) - 0,9 Гц;
- асыу килеүҙән тоҡанып китеү (вспышки ярости) - 0,5 Гц;
- ярһыу- 1,4 Гц;
- һауалылыҡ, тәкәбберлек - 0,8 Гц;
- кәмһетеп, түбәнһетеп ҡарау (пренебрежение) - 1,5 Гц;
- өҫтөнлөк күрһәтеү (превосходство) - 1,9 Гц;
- эрелек, маһайыусанлыҡ (гордость, мания величия) - 3,1 Гц;
"Ошондай кире тойғолар менән йәшәүселәр эргәбеҙҙә бармы?" тигән һорауҙы ҡуяйыҡ әле үҙебеҙгә. Донъябыҙ алға китһен, йәшәйешебеҙ матур, көйлө булһын өсөн иң тәүҙә ошондай кире сифаттарҙан арыныу кәрәк.
Ер планетаһы вибрацияһының йышлығы (бер секунд эсендәге тирбәлеше) меңйыллыҡтар дауамында 7,6 Гц булып тора, физиктар был дәүмәлде Шуман йышлығы тип йөрөтә һәм шул күрһәткескә ҡарата приборҙарын көйләй. Кеше ошо шарттарҙа үҙен тыныс һәм көйлө тота, сөнки уның үҙен уратып алған энергетик биополеһының параметрҙары ла 7,6 - 7,8 Гц икән. Әммә һуңғы йылдарҙа Шуман йышлығының ныҡлы күтәрелә барыуы күҙәтелә, имеш:
ғинуар, 1995 - 7,80 Гц,
ғинуар, 2000 - 9,30 Гц,
ғинуар, 2007 - 9,80 Гц,
ғинуар, 2012 - 11,10 Гц,
ғинуар, 2013 - 13,74 Гц,
ғинуар, 2014 - 14,86 Гц,
февраль, 2014 - 14,99 Гц,
март, 2014 - 15,07 Гц,
апрель, 2014 - 15,15 Гц .
июнь, 2017 -18,6 Гц.
Артабанғы йылдарҙа был күрһәткестәр нисек үҫә барғанын фекерләп тә тойор әҙәм балаһы. Ошо күренеште фән күҙлегенән генә ҡараһаң да, аңлашыла: кеше үҙенең тирбәлешен күтәрелеү яғына үҙгәртмәһә, иртәме-һуңмы Ер тормошон ҡалдырырға мәжбүр буласаҡ. Был осраҡта уға юғары вазифала эшләүе лә, йыйған матди байлығы ла ярҙам итмәҫ. Фекерҙе төйнәп әйтһәк, һәр ҡайһыбыҙға булмышыбыҙҙы: физик тәнебеҙҙе түгел, ә аңыбыҙҙы яңы сифаттағы, юғары тирбәлештәге йышлыҡҡа көйләргә, үҙгәртергә, йәмғиәттә йәшәйештең яңы нигеҙен ҡороуҙа туранан-тура ҡатнашыу заруратын белеү кәрәк. "Мин был кешене нисек отам, унан ни файҙа алам?" - тип түгел, "Эргәмдәгеләргә мин ни бирә алам, ниндәй файҙа килтерә алам, нимәгә өйрәтә алам? - тигән маҡсат менән йәшәргә тейеш бөгөнгө Кеше.
Ғайса Бәйғәмбәр "Возлюби ближнего своего!" тигән васыят ҡалдырһа, "Яуабына ҙурҙы теләп изгелек күрһәтмә!" тип әйтәсәк был турала Ҡөрьән-Кәрим [Әл-Мүдәҫҫир (Кейеменә бөркәнгән) сүрәһе, 6-сы аят]. Шул осраҡта ғына кешелек ысын үҫеш юлына төшәсәк! Ер йөҙөндәге тормошто ожмахҡа тиң итеү өсөн тәүҙә бары тик үҙең өсөн түгел, ә үҙеңдән башҡалар өсөн яҡшылыҡ эшләүгә ынтылыш булдыр!
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән -
Ул да булhа яҡшылыҡ.
Һыуға ла батмаҫ - яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ - яҡшылыҡ,
Күккә лә осор - яҡшылыҡ
Телдән төшмәҫ - яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр...

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №30, 1 - 7 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.25 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Башҡорттар Ҡаҙанға яһаҡ ташыуҙы уңайһыҙ тип тапҡан һәм батшанан уларҙың ерендә ҡала төҙөүҙе, баҫҡынсыларҙан һаҡланыу өсөн ғәскәр ебәреүҙе һораған... Стрелецтар тау башында төҙөгән ҡаласыҡ башта шул тау исеме менән Торатау тип атала, ә ул имән бүрәнәләрҙән стена менән уратып алынғас, урындағы халыҡ һәм ҡаҙаҡтар уны Имәнҡала тип йөрөтә башлай. Бер үк ваҡытта ҡаласыҡ Өфө тип тә йөрөтөлә.

Р.Г. Игнатьев.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru