
Нәркәс - ҡулына әле генә икенсе дипломын алған бик тә һәләтле, егәрле йәш рәсссамдарыбыҙҙың береһе. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының роман-герман факультетын тамамлағандан һуң, Мәскәү Юғары иҡтисад мәктәбе университетының дизайн курсында иллюстрациялар эшләү буйынса оҫталығын камиллаштыра. Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһына ингән кеше уның иң элек художестволы биҙәлешенә иғтибар итә. Бина эсендәге һүрәттәр, яҙыуҙар - бөтәһе лә камил, бөтәһе лә үҙ урынында. Бөтәһе лә ижади һәм заманса. Был эштәрҙең авторы, йән өрөүсеһе йәш рәссам Нәркәс МЫРҘАҒОЛОВАның әле М. Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында бай күргәҙмәһе эшләй. Ошо уңайҙан йәш рәссамға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Яҙыусылар бинаһының биҙәлеше заман рухын сағылдыра һәм, бер үк ваҡытта, унда тарих биттәре лә асыла. Ошондай ижади мөнәсәбәт һоҡланыу уятмай ҡалмай. Һынлы сәнғәт менән күптән мауығаһыңмы?
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһында тарихты ла, бөгөнгөнө лә берҙәй сағыу итеп бирергә тырыштыҡ. Йылы фекерҙәр ишетеү мине ҡыуандыра. Сәсәндәр, яҙыусылар һүрәттәре, текстар биҙәлеше - барыһы ла минең эштәр. Әлбиттә, рухи донъябыҙҙа ҙур урын тотҡан "Урал батыр" тематикаһы ла ситтә ҡалманы.
Фольклорға һөйөү миңә ғаиләнән һалынған. Һынлы сәнғәткә килгәндә, мин бәләкәйҙән рәсем төшөрөү менән мауыҡтым. Тик быны ул саҡта, нисектер, етди шөғөл тип күрмәнем шикелле. Мин 91-се лингвистик гимназияла уҡыным, сит телдәрҙе өйрәндем. Юғары класҡа барып еткәс, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына күстем. Сит телдәрҙе өйрәнергә яратһам да, башҡорт фольклоры, әҙәбиәте менән ныҡ ҡыҙыҡһына инем. Башҡорт мәҙәниәтен нығыраҡ белгем, өйрәнгем, шуның эсендә йәшәгем килде - гимназия-интернатҡа күсеүемдең сәбәбен шуның менән аңлатам. Унда башҡорт телен, әҙәбиәтен дә тәрәндән өйрәнеү мөмкинлеге бар, ә миңә тап шул етмәй ине.
Шулай уҡ һынлы сәнғәттән дә айырылманым. Буш ваҡыт булдымы, уны һүрәт төшөрөүгә арнаным. Роман-герман факультетында уҡыған саҡта тап һынлы сәнғәт мине нығыраҡ тартҡанын аңланым. Шуға ла университетты тамамлау менән Мәскәү Юғары иҡтисад мәктәбе университетына уҡырға индем. Минең бәхеттән, дизайн факультетының иллюстрация курсына махсус мәктәптә уҡымағандарҙы ла ҡабул итәләр ине. Мин бит һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡымағайным. Шулай ҙа был белемгә эйә инем, сөнки профессионал рәссамға дәрескә йөрөгәйнем. Дизайн курсында уҡыуы миңә ҡыҙыҡ булды, композиция, иллюстрация, иғтибарҙы йәлеп итеү төрҙәре, төҫтәр теорияһы - бөтәһен дә яратып уҡыным. Төп фән өсәү булды, тип әйтә алам - артпрактика, ижади проектлау һәм дизайн технологияһы. Артпрактикала төрлө материалдарҙан һүрәт төшөрҙөк, монотепия, диатипия, пастель техникаларын өйрәндек. Дизайн технологияһында планшетта графика, фотошоп һымаҡ программаларҙа мөхәррирләү эшенә өйрәндек. Һәр семестрҙа үҙебеҙҙең ижади проектты тәҡдим итә инек. Йәнәһе, беҙ заказ биреүсенең заказын үтәйбеҙ. Заказды нулдән башлайһың, һыҙмалар яһайһың, артабан иллюстрацияларға күсәһең. Йәғни, ниндәй ҙә булһа брендҡа иллюстрациялар эшләргә тейешбеҙ. Брендты һайлап алаһың йәки брендты үҙең уйлап сығараһың. Мин, мәҫәлән, үҙем уйлап сығарған бренд буйынса эшләнем - өҫтәл уйыны өсөн иллюстрациялар тәҡдим иттем. Эскиздар яһаным, персонаждарҙы үҙем уйлап сығарҙым. Һәр семестр аҙағында ошондай проекттарыбыҙҙы комиссия алдында яҡлай торғайныҡ. Бына шулай ижади эшләү өсөн бер ниндәй ҙә сик булманы. Яҙыусылар союзы бинаһын биҙәгәндә лә ошо тәжрибәм ныҡ ярҙам итте.
Һин - Өфө ҡыҙы. Башҡорт әҙәбиәтенә, уның фольклорына мөкиббән киткәнһең, үҙаллы ла өйрәнәһең. Бының сере нимәлә?
- Эйе, мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла яратҡан фәнем әҙәбиәт булды. Үҙем иҫ белгәндән алып һүҙ сәнғәте - минең илһам сығанағым. Дөрөҫөрәге, әҙәбиәт һәм һынлы сәнғәт - минең тормошомда икеһе бергә йәнәш баралар. Миңә айырыуса сюжетлы иллюстрациялар тыуҙырыу оҡшай. Әҙәбиәттәге сюжеттар һүрәттәремдә лә сюжеттар булып сағылыш алалар. Улар аша ҙур ваҡиғаларҙы бәйән итәм. Һүрәт эшләү мине илһамландыра, яңы кисерештәр менән байыта, күңелемде тулыландыра һәм энергия бирә.
Ижадыңда фольклорға ҙур урын бирелгәс, халыҡ ижадына һөйөүҙе кем тәрбиәләне, тигән һорауҙы биреү урынлы булыр.
- Минең әсәйем башҡорт әҙәбиәте, фольклоры уҡытыусыһы. Шуға ла илһамландырыусым әсәйем булды, тип әйтә алам. Ул мине бәләкәйҙән әҙәбиәт донъяһына алып инде, китапты бергәләп уҡыйбыҙ, образдарҙы, сюжеттарҙы тикшерәбеҙ, ундағы кинәйәне эҙләйбеҙ, төп идеяны табабыҙ. Беҙ, тием, сөнки минең игеҙәгем бар. Һүҙ эсендә ниндәй метафоралар бар, уларға ниндәй мәғәнә һалынған, был образ нимәне аса - бына шулай тикшерергә ярата инек. Башҡорт фольклоры донъяһына ишекте тап әсәйем асты.
Университетта уҡығанда ла сит ил фольклорын шулай ныҡлап тикшерә торғайным, был миңә оҡшай ине. Фольклорҙа йәшеренгән нәмәләр күп бит ул. Унда әллә нисәмә ҡатлам ята, уларҙың бөтәһе лә асыҡланмаған, өйрәнелмәгән, яҡтыртылмаған. Миҫалға, Самрау батшаны ғына алайыҡ. Ябай ғына итеп ҡарағанда, ул ҡоштар батшаһы. Икенсе яҡтан, ул бит күп нәмәне символлаштыра, әйтәйек, ике ҡатыны - Ҡояш һәм Ай - бар. Ҡояш Самрауҙың яҡты яғы булһа, Ай - күләгәле яғы. Самрау яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡты бергә тоташтырған образ булып килеп сыға һәм шул рәүешле ул тормош тигеҙлеген тәьмин итә.
"Урал батыр"ҙы өйрәнә башлаһаҡ, бик тәрәнгә төшөп китәсәкбеҙ. Эҙләнергә, әллә нимәләрҙе табырға, аңларға була. Әҫәр ҡатмарлы, ләкин ныҡ ҡыҙыҡ. Шуға ла мин иллюстрацияларымды "Урал батыр"ҙан башланым. Мине эпик күренештәр үҙенә тарта, һәр төрлө алыш-көрәш, ундағы хәрәкәтте бирергә тырышам. Урал батырҙың Зәрҡум менән көрәшен төшөрҙөм. Зәрҡумға ярҙам иткән йыландар менән дә алышын эшләнем. Миңә Урал батырҙың аждаһа менән көрәше айырыуса оҡшай. Тағы бер идеям күңелдә йөрөй: төп геройҙың Һомай менән тәү осрашҡан мәлен төшөргөм килә. Яҙыусылар союзы бинаһы өсөн эшләнгән иллюстрацияла Урал батыр арыҫланы менән бергә тора. Һомай эргәһендә - Аҡбуҙат.
Урал батыр эпосында Аҡбуҙат "ҡанатлы" тип тасуирланмай. Был турала мәшһүр эпосты өйрәнеүгә ғүмерен бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеа ла яҙып сыҡты. Һинең Аҡбуҙатың ниндәй?
- Беҙ бәләкәй саҡтағы "Сәңгелдәк" сығарылышында Аҡбуҙатты ҡанатлы итеп эшләгәйнеләр. Ни өсөндөр, тап ошо образ күңелгә ныҡ итеп һеңеп ҡалған. Шуғалыр ҙа мин Аҡбуҙатты ҡанатлы итеп төшөрҙөм. Төп нөсхәлә ул ҡанатһыҙ булһа ла, минең ижадымда ҡанатлы булып күҙалланды. Бында мин художестволы гиперболизация ысулын ҡулландым, тип кенә әйтә алам. Шундай образды төшөрөү миңә ҡыҙығыраҡ тойола. Ләкин алдыма "төп нөсхәлә нисек бар, шулай төшөрөргә" тигән бурыс ҡуялар икән, мин быны ихлас эшләйем. Тимәк, эпоста һүрәтләнгән Аҡбуҙатты ла яһай алам.
Үҙемдең ижад йүнәлешенә килгәндә инде, мин ниндәйҙер есем, йәки портрет эшләгән саҡта, ул "туп-тура күсермә булырға, ысынбарлыҡҡа тура килергә тейеш", тип ҡарамайым. Реаллеккә тура килгән портрет ҙур көс, хеҙмәт талап итә. Миңә үҙем аша, күңелем аша үткәреү, үҙем нимәгә иғтибарҙы йүнәлтәм, шуны асығыраҡ, нығыраҡ итеп сағылдырыуым мөһим. Рәсем эшләүҙә үҙ стилем бар. Төп нөсхәгә оҡшаған хәлдә лә, кешеләрем уның тулы сағылышы түгел, реаллектән улар барыбер айырыла. Кешенең ниндәйҙер айырым һыҙатын, ҡиәфәтендәге үҙенсәлеген күрәм икән, мин уға диҡҡәт бирәм, уны нығыраҡ, баҙығыраҡ итеп күрһәтергә тырышам. Стилләштереүҙең үҙенсәлеге лә шунда.
Башҡа эпостар буйынса ла иллюстрациялар яһау теләгем бар. Заятүләк менән Һыуһылыу образдары миңә тынғылыҡ бирмәй. Шулай уҡ эпостарҙағы, риүәйәттәрҙәге ҡыҙҙарҙың ҡоштарға әүерелеүҙәрен, мәҫәлән, Һомайҙың нисек аҡҡошҡа әйләнгәнен төшөргөм килә. Оҡшай шул күренеш. Әлеге мәлдә башҡорт халыҡ әкиәттәренә һүрәттәр төшөрәм. Балаларға бүләк итерлек матур декорациялар менән сағыу, балҡышлы иллюстрациялар булыуын теләйем. Ундай китаптарҙы балалар ҡыҙыҡһынып ҡараясаҡ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 1 - 7 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА