
-Комиссияға кассир менән баш бухгалтерҙың инеүҙәрен, кассирҙың төргәк тотоп сыҡҡанын әйттеңме?
- Юҡ.
- Ниңә?
- Әллә? Улар бит аҡса тураһында һорашманы. Унан, ул төргәктә нимә икәнен ҡайҙан беләһең? Бәлки. Унда аҡса ла булмағандыр? Бөткәнме ни ҡатын-ҡыҙҙың ваҡ-төйәге?
- Ваҡ-төйәк тип, барыбер ҙә ыштан-трусик тотоп сыҡмай бит инде. Һуңынан һин кассирҙың, әлдә аҡсаны ҡалдырмағанмын, әрәм була ине, тип һөйләгәнен ишеткәнең булманымы? Кеше, шул хәбәрҙе ысҡындырған, тип һөйләй бит.
- Әллә тағы. Иҫәрләнгәс, ысҡындырыуы ла ихтимал. Белмәйем. Психҡа әйләнгәс, әллә нимә лә һайрар ул. Барыһына ла ышана башлаһаң.
- Аҡылына зыян килгәс, нимә һөйләһә лә ярай тиһең инде? Ә бит юҡты һөйләмәй ул барыбер, башындағыһын, кисергәнен, мейеһенә һалынғанын һөйләй.
- Белмәйем, духтыр булмағас, әйтә алмайым. Уҡыған кешеләр һеҙ беләһегеҙ инде.
Өйҙә бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Урамдан көлөшә-көлөшә йәш-елкенсәк уҙҙы, ауылдың теге осонда ярһып эт өрҙө, уға икенсеһе, унан өсөнсөһө ҡушылды, ҡайҙалыр алыҫта машина геүләне.
- Етмәҫме? - тине Билал кирелеп, унан Азамат менән Илгизгә ҡараш ташланы.
- Етер, - тине Сәми. - Уйнаныҡ, - Үҙе ҡабаланмай рюмкаһына үрелде, ҡуҙғалһаҡ, эселмәй ҡалмаһын, тип уйланы, ахыры. - Ысын судтағы бәндәләргә Аллаһ Тәғәлә ярҙам бирһен. Уйыны ла ҡара тирҙәр сығара.
- Юҡ инде, иптәш, башлағас, уйнап бөтәйек. Һин, Сәми ағай, шуны әйт, һуңынан әлеге кассир йәки баш бухгалтер аҡса, янған идара йорто хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡаны булманымы?
- Юҡ. - Сәми һорау алыуҙан ялҡҡайны инде, шуға күрә йыбанып ҡына яуапланы.
- Әйтәйек, һүҙ араһында, яңылыш?
- Әллә тағы? Уны кем иғтибарлап торһон? - Сәми берауыҡ һүҙһеҙ ултырғандан һуң ҡыйыуһыҙ ғына өҫтәп ҡуйҙы. - Китеп ай ярым самаһы ваҡыт үткәс, бухгалтерҙан бер хат килгәйне.
Илгиздең күҙҙәре шар булды.
- Хат тей? Ниндәй хат?
- Ниндәй ти, ябай, ҡәҙимге хат. Әллә нимәһе юҡ ине. Шул эшендәме, теге ҡыҙ ни хәлдә, тигән. Кассирҙы һорай инде. Фартауай бәндәнең хаты ла үҙе һымаҡ эре, һауалы, ҡупыҡ ине. Һеҙҙә эшләгән саҡтарҙы һағынам, әллә кире бараһы, тигән булған. Быныһын мыҫҡыл итә тип аңларға кәрәк - килгәндең тәүге көнөнән алып ҡайтып киткәнсе, ошо ла булдымы колхоз, ошо ла булдымы район, тип яманлап йөрөнө.
Егеттәр аптырашта ҡалды, сөнки бындай хәбәрҙе һис көтмәгәйнеләр. Тимәк, Сәми асыла башланы. Илгиз, был әллә башын дүрәккә һаламы, әллә үҙе лә алышына башланымы, тип тә уйланы. Улай тиһәң, ҡылығында шикләнерҙәй бер ни ҙә юҡ һымаҡ. Хәйер, әлеге ҡараңғы ваҡиға төҫлө, Сәми үҙе лә серле бәндә ине.
- Яуап яҙҙыңмы һуң?
- Юҡсы, нимә тип, бәләһенән баш-аяҡ.
- Эх, әллә һин шул ҡәҙәре аңра, әллә дүрәк, - суд рәйесе, тәрән көрһөнөп, баш сайҡаны. - Дәлилдәр - ҡулыңда. Хат үҙе генә лә һине һағайтырға тейеш ине. Ул бит бындағы хәл-әхүәлде белешкән, кассирҙың хәлен һорашҡан, юлламайҙармы, белмәнеләрме, тапманылармы, тигән. Ә һин?... Бына уның осо ҡайҙа! Ана шул хатта, ана шул аҡсала - алтмыш меңде ҡулға төшөрөү өсөн яндырғандарын аңларға тейешһең дәһә! Кем белә, бәлки, унда колхоз етәкселәренең дә ҡыҫылышы барҙыр? Улар ҡотортҡан, был икәү эшләгән. Һуңынан аҡсаны бүлешкәндәр. Ә комиссияға нимә, килеп, кеше күҙенә күренеп, тикшергән-һораштырған булып киткәндәрҙер инде. Күҙ буяп. Көлгә әйләнгән идараны нисек тикшерәһең? Кабель боҙоҡ булыуын нисек белергә мөмкин? Фантастика! - Илгиз йөҙөн ҡапланы ла шарҡылдап, ниндәйҙер ят тауыштар сығарып көлдө. - Һинең күңелең, намыҫың үҙеңә комиссия булырға тейеш ине, Сәмиғулла ағай. Һин ошо ауылда йәшәйһең, кешеләр менән аралашаһың, колхоз һинеке, унда, атап әйткәндә, идара йортон төҙөүҙә һинең дә хеҙмәтең бар, шулай булғас, бындай битарафлыҡ ҡайҙан ул һиндә?.. Ниңә шиктәреңде район, район ярҙам итмәһә, Өфө прокурорына барып һөйләмәнең? Нисә йыл үтте, серҙең күбеһен һаман үҙеңдә йөрөтәһең. Эх, һин...
"Ғәйепләнеүсе" Сәмиғулла Боҫҡонов өндәшмәне, дәресен әҙерләмәй килеп уҡытыусынан әрләнгән уҡыусы ҡиәфәтендә аҫҡа ҡарап тик ултырҙы.
- Уҡып бөтөп кенә ҡайтайым әле, - Илгиз усын усҡа һуғып, сәстәренә йәбеште лә иҙән уртаһына сығып баҫты. - Күрәләтә, белә тороп... Бөтә факттар ҙа бар. Комиссия, имеш...
- Минән янғындан башҡа бер нәмә лә һораманылар, һорамағас ни, ниңә әйтәйем, үҙемә бәлә алып. Соҡсона башлаһалар? Мин бәләкәй кеше...
Быға тиклем үҙен нисек тә тыныс тоторға тырышҡан Илгиз был һүҙҙҙәрҙән һуң түҙмәне, күҙ асып йомған арала Сәмиҙең ҡаршыһына килеп тә баҫты.
- Бәләкәй кеше лә, бәләкәй кеше. Ваҡ кеше һин, ваҡ йән, бына һин кем...
- Ә һин ҡысҡырма! Хаҡың юҡ Һинең менән уйнап ултырған мин иҫәр. Уйын, имеш. Етте, бала-саға юҡ бында. Мин барығыҙҙан да олораҡ әле, - Сәми урынынан ҡалҡынды ла, нимәһендер эҙләп, тирә-яғына ҡаранды.
- Башың эшләмәгәс, һинең ололоғоңдан ни файҙа?
- Ҡуй, Сәмиғулла ағай, ысынға алма, уйын бит был, - Билал, һөйләшеүҙең кәрәкмәгән юҫыҡҡа төшә барыуын шәйләп, урынынан ҡалҡынды ла Сәмиҙе ҡултыҡлап алды. - Шаярыуҙы аңлаған кеше лә инде һин. Әллә ысын судта былай ғына асыуланышмайҙар тиһеңме? Ултыр әле берәйҙе һелтәйек, лутсы.
Билалдың юхалауы тәьҫир иттеме, әллә үҙенең ҡыҙып китеүен аңланымы, Сәми ултырғысы тирәһендә баҫырға ятҡан ҡаҙ шикелле тапанды-тапанды ла эҙләгән әйберен таба алмай, урынына кире сүгәләне.
- Бер-беребеҙгә бәйләнешмәй генә ултырайыҡ. Юҡһа, кәнсәләргә үрт һалған, аҡсаны ла мин сәлдергән, тип ғәйепләргә самалайһығыҙ, - Сәми, балалар ише ауыҙын ослайтып, йөҙөнә үпкәләү ғәләмәте сығарҙы.
- Ғәфү ит, ҡыҙыбыраҡ кителде шикелле, ысынлап та, - тине Илгиз. - Бер кем дә һине, ут төрткән, аҡса урлаған, тимәне. Бөтә ғәйебең - шиктәреңде ваҡытында тикшереү органдарына әйтмәүеңдә. Бәлки, ғәйеплеләр табылыр ҙа ине. Хәйер, улар табылды ла инде, ни рәүешле эшләгәндәре һәм кемдәр эшләгәне генә билдәһеҙ. Ә кеше барыбер һиҙенә ул. Комиссия электрҙы ғәйепләһә лә, халыҡ бында кемдеңдер ҡулы уйнағанын тойомлай. Уйлап ҡара, кассир юҡҡа ғына психбольницаға эләккән, баш бухгалтер икенсе районға ҡасҡан тиһеңме? Ә был эшкә ҡотортҡан бәндә, моғайын да, арабыҙҙа йөрөйҙөр.
Дүртеһе араһынан шул кешене табырға тырышҡандай, Сәми берәм-берәм егеттәргә ҡарап сыҡты.
- Ярай, Илгиз, ағайға бик ябырылма әле. - Быныһы йәнә Билал тауышы. - Йә уйындан уймаҡ сығарырһың. Уның ни ғәйебе бар? Әйтте бит инде барыһын да. Милиция өйгә ордерһыҙ керә аламы, юҡмы, тигән һорауына суд яһаның да ебәрҙең.
- Ҡыҫылма! - Быға ҡәҙәр һөйләшеүгә бөтөнләй тиерлек ҡатышмаған Азамат ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Билал аңламайым, тигәндәй ҡулдарын йәйҙе лә яурындарын һикертте. Унан ауыҙ эсенән генә ниндәйҙер марш көйләп тышҡа, ҡорған сите аша ҡараңғылыҡҡа, ҡарап ултыра башланы.
- Йәнә саҡ ҡына ситкәрәк китәйек тә үҙенә күрә ҡайһы бер һығымталар яһайыҡ. Сәмиғулла ағай, уҡыйһыңдыр, һуңғы ваҡытта гәзит һайын тигәндәй бәрелешкән, төкөшкән поездар, пароходтар, аварияға осраған самолеттар хаҡында яҙалар. Радионан һөйләйҙәр, телевизорҙан күрһәтәләр. Техникаһы ярар, бына кешеләр йәл. Сәбәбе нимәлә тип уйлайһың? Күбеһенсә, бер йәки бер нисә бөртөк кешенең вайымһыҙлығы, яуапһыҙлығы арҡаһында. Ҡайһыһылыр йоҡлап киткән, кемелер посын ҡалдырған, эскән. Бына шуның һымаҡ, һин дә, Сәмиғулла ағай, кәрәк ваҡытта ситкә тайшанғанһың, әйтмәгәнһең, мин бәләкәй кеше тип йөҙ борғанһың. Һөҙөмтәлә идара йортона ут төртөүсе лә, аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалыусы ла иректә йөрөп ята.
- Ну, һин инде бигерәк. Вис бутап бөттөң. Ул самолет, поезд, пароходтарҙа минең ни ҡыҫылышым бар һуң? Һин упсым ысын судтағы ише йәбешәһең, әйтерһең, уларына ла мин ғәйепле.
- Уларын мин былай ғына һөйләйем. Мин битарафлығыңа, йоҡоло күңелеңә барып теймәҫме, тип параллель килтерәм. Кем белә, намыҫың уяныр, бәлки. Бит, уйлап ҡараһаң, бөтөн ҙур ваҡиғалар ана шул ваҡтарҙан йыйыла. Әгәр ысын суд булһа, ул һине күптән рәшәткә артына ултыртыр ине.
- Ҡурҡытма! Уны ҡайҙан беләһең әле? Юрисмын, тигәс тә...
Илгиз шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Сәмиҙең үҙенең шәхесенә ҡағылырға маташыуы ҡыҙыҡ ине. Бер уйлаһаң, үҙҙәре лә хәс малайҙар инде, юҡ-барға үпкәләшеп баралар, һүҙ күтәрмәйҙәр.
- Әйҙә, сығып тартып алайыҡ.
- Берәр йотоп сығайыҡ.
Ҡабаланмай ғына тәмәке көйрәтеп кергәс, кәйефтәре ыҡланып, йөҙҙәре яҡтырып китте, бер-береһенә үпкәләшеү юҡҡа сыҡты.
- Йә, иптәштәр, идара йорто яныу мәсьәләһен ҡалдырайыҡ та икенсе мәсьәләгә күсәйек, - тине Илгиз, барыһы ла урындарына ултырғас.
Сәмиҙең күҙҙәре маңлайына һикерҙе.
- Һеҙ нимә, егеттәр, бөгөн мине ҡайтармаҫҡа уйлайһығыҙмы әллә? Ысынлап ғәйеп тағырға, ахыры, ниәтегеҙ. Ҡайҙан керҙем.
- Быныһы әле һөйләшкәндең туранан-тура дауамы булмаһа ла, бер-береһе менән бәйләнеше бар, - Һеҙ, ғәйепләнеүсе Сәмиғулла Боҫҡонов, идара йорто янғандан һуң күп тә үтмәй, колхоз рәйесен йөрөтөүҙе ташлап, тракторға күсәһегеҙ. Яҙғыһын Азаматтың атаһы Фәррәх ағай менән понтон күперҙәр алып ҡайтып килгәндә...
- Давай, егеттәр, был ваҡиғаға ҡағылмайыҡ, ә?
- Юҡ, ҡағылабыҙ! - Азамат быны ҡысҡырып тигәндәй үк әйтте.
- Ай-һай, тәки соҡсонаһығыҙ, ә, - Сәми, сит ихатаға килеп кергән мал шикелле, күҙҙәрен алартып, ҡотолоу юлын эҙләне. Йөҙө үҙгәрҙе, яңаҡ мускулдары тартышты, шырт баҫҡан осло эйәген түшенә ышҡып алды, бармаҡтарын шартлатып Илгизгә йәнә бер күтәрелеп тәрән көрһөндө лә ултырғысына сумыбыраҡ ултырҙы.
- Бер заман Фәррәх ағайҙың "Беларусь"ы ҡыйғалап китә лә, юлдың ситенә үк килеп, түбәнгә янтая башлай. Ярҙам итеү урынына һин Фәррәх ағайҙы ташлап ҡайтып китәһең. Артабан ни булғанын бер кем дә белмәй. Нишләгәндер ул, ни рәүешле үлгәндер - барыһы ла бөгөнгө төн кеүек ҡараңғы ҡала. Ә бит бергә сығаһығыҙ, бергә тейәйһегеҙ шул понтондарҙы, бергә ҡайтырға юлланаһығыҙ. Алыҫ араға йөрөгәндә йәки ауыр йөк тарттырғанда шофер, тракторист халҡы гел бергәрәк йөрөргә тырыша - яҙылмаған закон был.
- Давай, теймәгеҙ быға! Иҫләүе ауыр миңә, - Сәми ялбарыулы ҡарашын Илгизгә ҡаҙаны. Юҡ, уйынан кире ҡайтырлыҡ түгел ине "суд рәйесе". Быға ҡәҙәр яҡлашҡылап ултырған Билалы ла тышҡа ҡараған көйө ауыҙын йомған. Был малайҙарҙан изгелек көтөрлөк түгел. Сәми көсләп булһа ла йылмайырға маташты, рюмканы ҡулына алды, әммә эсмәне. - Беҙ быныһы тураһында килешмәнек. Ҡайтам. Һуң хәҙер.
Ҡапыл ҡалҡынып, уның ҡаршыһына Азамат килеп баҫты.
- Ҡайтмайһың, ултыр! Нисек булған - барыһын да һөйләп бир!
- Егеттәр, һеҙ нимә? - Сәми тәүҙә Азаматҡа, унан Илгизгә ҡараны.
- Был инде уйын түгел, һеҙ уйынды ысынға әйләндерергә тырышаһығыҙ, минән булмаған ғәйептәрем өсөн үс алырға теләйһегеҙ.
- Ысынлап та, уйынды судҡа әйләндермәйек. Һорау алыу бит был. Мин һеҙҙе тәүҙүк иҫкәрттем, - тине Билал, ниһайәт, ҡарашын тыштан алып. Ниңәлер ҡулын һелтәп ҡуйҙы, шыма, матур йөҙөнә ҡурҡыу ятты.
Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла бер юлы тигәндәй тәмәке тоҡандырҙы - был юлы тышҡа сығып торманылар.
- Нимә һөйләргә лә белмәйем, - тине байтаҡ ҡына үҙ төтөнөнә күмелеп ултырған Сәми. - Ул ер тар, "Беларусь" менән тартып сығарырлыҡ түгел, гусеницалы трактор кәрәк. Маташһаҡ, ул соҡор икебеҙҙе лә һөйрәп төшөрәсәк ине. Мин ҡайтып трактор алып киләм, ҡуҙғалмай ғына ултырып тор, тинем. Тынғыһыҙ кеше ине бит Фәррәх ағай, көтә буламы, яңғыҙ ҡыланған инде. Ауып ишеге менән ҡыҫҡан да ҡуйған. Мин әйләнеп килгәндә үлгәйне...
- Ишеге менән ҡыҫҡас, һин түгел, "Беларусь"ы ғәйепле инде, тимәк.
- Улай тимәйем. Әҙ генә сабыр итһә, бер ни ҙә булмаҫ ине, һөйрәп сығарыр инек.
- Бала-саға шикелле ниңә ҡабаланып ҡайтып китергә? Ике ир берәй фекергә килә алмай инегеҙме ни? Атайым ҡайтма тиһә лә, ҡайтҡанһыңдыр әле, - Азаматтың ирендәре дерелдәне.
Сәми тамам ҡурҡыуға төштө: быларҙы әрләргә кереп, үҙе бахырға ҡалды түгелме һуң? Ҡалды ғына тиң, эште судҡа тапшырыуҙары ла бар. Ана, уҡып ҡына бөтәйем, һәммәгеҙҙе ултыртам, тип янай бит. Ышан уға, теге аяҡһыҙ инвалидты яҡлап һуғып ебәргән малай ише генә итмәҫ, бар ауылдан һорау алһа алыр, осона сыҡмай туҡтамаҫ. Үҙендә лә баш бар, ҡайҙан уратып килтерә - көлкөлө генә ваҡиғанан башланы ла Фәррәх ағайҙың үлеменә килтереп ялғаны. Былар алдан һөйләшеп ҡуйманылармы икән? Хәйер, уның бында керерен ҡайҙан белһендәр? Эйе, йөрәккә ҡулды ҡуйып әйтһәң, ысынлап та, Сәмиҙең ғәйебе бар ҙа һымаҡ шул. Тарттырып ҡараһа, бәлки, сығарыр ҙа ине. Әллә нимәһенә ҡабаланған булды, этләнәһе килмәне, ярҙам иткеһе килмәне, дөрөҫөн әйткәндә. Данлы механизатор Фәррәхтең шул хәлгә ҡалыуына, тракторын осороуына ҡыуанды хатта.
- Әйтеп торам бит, Азамат, трактор алып килергә ҡайттым тип. Кем белгән уның ауырын? Белгән булһам, ҡайтмаҫ инем. Кем батмай ҙа, кем ҡыйғаламай? Төндәр буйы ыҙаланған бар. Бер улмы? Юҡҡа бәйләнәһегеҙ, мин төртөп ауҙарған, әйтерһең...
Ул һүҙен дә ослап бөтөр алманы, Азамат тегенең түшенән матҡып алды ла һелкетергә кереште.
- Һин генә ғәйепле атайымдың үлемендә! Һин... һатлыҡ йән, хәшәрәт...
Билал менән Илгиз быларҙы айырайыҡ тигәнсе, Азамат Сәмиҙе бар көсөнә этеп тә ебәрҙе. Тегеһе, ҡулдары менән һауаны бутай-бутай, тәнтерәкләп, арты менән ишек төбөнә барып төштө.
- Азамат! - тип ҡысҡырҙы Илгиз. - Ҡағылма! - Ул Сәми янына барып, тегенең терһәктәренән тотоп аяғына баҫтырырға маташты. - Ғәфү ит, Сәмиғулла ағай.
Сәми бөгәрләнеп ятты-ятты ла яй ғына ҡалҡынды, йөҙөн һытып, башын тотто, унан өндәшмәй генә урынына барып ултырҙы.
- Беләһегеҙме, бының өсөн мин үҙегеҙҙе судҡа бирә алам бит. Ғәйепһеҙ кешене туҡмау был. Билал, һин шаһит. Ҡулығыҙҙы ла, телегеҙҙе лә тиҙ ҡыҫҡартырҙар, - бөршәйеп кенә ултырған Сәми күҙ алдында турая, йөҙөнә, ҡыланышына ҡыйыулыҡ инә башланы, тауышы шәбәйгәндән-шәбәйҙе. - Күрә алмайым мин һеҙҙе, күрә алмайым. Үҙегеҙҙе әллә кемгә ҡуйып йөрөгән булаһығыҙ, һеҙ Алланың ҡашҡа тәкәләре түгел, уҡып йөрөһәгеҙ ҙә. Бер аяғығыҙ тиреҫтән сыҡмаған, икенсеһе асфальтҡа баҫмаған. - Сәми йәлп иттереп Азаматҡа боролдо. - Атайыңды яратманым. Етәкселәр уны ғына күтәрҙе, уны ғына президиумға ултыртты, уға ғына орден бирҙеләр, депутат иттеләр, ул ғына Мәскәүгә күргәҙмәгә барҙы. Эйе, егәрле ине, ә бит мин дә хөрт эшләмәнем, минең дә маҡталғы килде. - Сәми ҡабалана-ҡабалана теҙҙе лә теҙҙе, әйтерһең, кемдер артынан ҡыуа сыҡҡан - килеп етер ҙә һөйләүенән туҡтатыр. Ауыҙынан төкөрөктәре сәселде, күҙҙәренән ут һәм асыу бөркөлдө. - Әммә мин үлтермәнем атайыңды, ундайҙар үҙҙәрен-үҙҙәре үлтерә. Ул саҡ үлмәһә, икенсе ваҡыт, икенсе ерҙә һәләк булыр ине.
Сәми һөйләүенән туҡтаны. Туҡтаны ла егеттәрҙең һәр береһенә алмашлап ҡарап сыҡты. Сыбыртҡы шартлатҡандағы һымаҡ һелтәнгән ҡулдары һәленеп төштө, ҡурҡыныс салышайған йөҙө яйлап үҙ рәүешенә ҡайтты. Башы йәнә түшенә һәленеп, яурындары тартылды - ул нисектер бәләкәйләнеп, тиреҫ араһында көн иткән ҡарышлауыҡҡа оҡшап бөршәйеп ҡалды.
- Ярар, Сәмиғулла Боҫҡонов, суд шуның менән тамам, - тине Илгиз, тегенең сәйер ҡиәфәтенә ҡарап. - Хөкөм сығарҙыҡ, бер-беребеҙ менән аңлаштыҡ, белмәгән байтаҡ әйбер белдек.
Сәми аяҡтарына гер аҫҡандай ауыр ҡуҙғалып, ишеккә йүнәлде. Хәҙер уның юлына төшөүсе, туҡта, уйнап бөтәйек, тип туҡтатыусы булманы.
- Суд тамам, - Сәмиҙең иңрәү ҡатыш тамаҡ төбөнән сыҡҡан һаңғырау тауышы өй эсендә ҡалды. - Юҡ, бөтмәне әле, - тигәне ишеккә ҡыҫылды. Артабан ни әйткәндер, Илгиз дә, Азамат та, Билал да аңғарманы - өсөһө лә ҡаҡҡан бағаналай аптырашып, яй ғына ябылған ишеккә төбәлеп, иҙән уртаһында ҡатып ҡалды.
Тышта таң һыҙыла башлағайны...
Эттәре өрөүгә тышҡа сыҡһа, ҡапҡанан әсәһе кереп килә. Төҫө ҡасҡан, хәрәкәттәре хафалы. Апаһы Тәскирә йәки яңы тыуған балаһы менән берәй хәл булғанмы әллә тип, йөрәге жыу итеп китте Илгиздең, шуға һорай һалды:
- Апайымдар ни хәлдә?
- Арыуҙар, - тип яуапланы әсәһе, өрөүҙән туҡтап үҙен уратып һикергеләгән этте ҡул хәрәкәттәре менән ҡыуып. - Сәмиғулла котельныйҙа аҫылынған тейҙәһә. Атайың шунда ҡалды. Халыҡ йыйылған, - тине ул эске бер ҡалтыраныу менән. - Аһ-аһ, ниңә улайтты икән? Ҡатыны менән татыу ғына йәшәгән һымаҡ ине. Үәт донъя...
- Уйындан уймаҡ сығарҙыҡ. Әйттем мин һеҙгә, - быныһы ҡайһы аралалыр янына сығып баҫҡан Билал һүҙе булды...
(Аҙағы. Башы 27-28-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №29, 25 - 31 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА