«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨҒЖИЗӘЛЕ ХӘЛДӘР - ҠАЗА КИЛТЕРЕҮСЕ МАЛАЙ
+  - 

Был тарихты кемдән яҙып алғанымды әйтә алмайым. Бәлки, Учалы районында сәйәхәттә йөрөгәндә ишеткәнмендер: дуҫым Юлай менән велосипедта Силәбе өлкәһенә барғанда ике мәртәбә ошо район аша үткәйнек. "Өргөн" ял йортонда иһә айға яҡын йәшәргә тура килде - бәлки, шунда учалыларҙың берәйһе һөйләгәдәрҙе яҙып алғанмындыр. Әйтеүе ауыр, сөнки ярты быуат самаһы ваҡыт үтеп китте бит был шомло тарихты ишетеүемә.

Учалы районында йәшәгән бер иргә күршеләге ауылға барырға кәрәк булып китә. Шунда йәшәгән танышы, ике тоҡ игенем көбөгә һыйманы, һиңә шуны бушлай бирәм, тигән икән. "Атай, минең дә барғым килә, зинһар, мине лә арбаға ултырт инде", - тип өндәшә уға ҡыҙы. Туғыҙ йәш тирәһе була ул ҡыҙыҡайға.
Сәй эсеп, тоҡтарҙы тейәгәндән һуң, атаһы менән ҡыҙы ҡайтырға сыға. Эңер төшөп, ҡараңғылана башлаған мәлгә тура килә уларҙың юл башы. Ярты юлды үтеүгә, төн юлсыларҙы үҙ ҡосағына ала. Шундағы ҡалҡыулыҡ эргәһенән үтеп барғанда атаһы ҡыҙына шыбырлай: "Юл эргәһендә ятҡан анау йоморо ҙур ташты күрәһеңме? Бик сетерекле урын был. Әгәр берәй көтөлмәгән хәл-әхүәлгә осраһаҡ, ҡурҡма. Ҡысҡырма ла, илама ла. Мин эргәңдәмен бит".
Тәүҙә ат тыныс ҡына бара. Көтмәгәндә ул, нимәнәндер ҡурҡып, ситкә һикерә. Арба таш ятҡан яҡҡа шундай ныҡ ауыша - бала менән атаһы ергә саҡ-саҡ ҡолап төшмәй ҡала. Ошоғаса еңел генә юртып барған ат, таш тейәлгән арбаны һөйрәгәндәй, йөктө аяҡтарын тарбайтып тарта. Ауыҙынан күбектәр аға, һырты ҡара тиргә бата.
Шул саҡта атаһы, ҡыҙының яурынына ҡулын һалып, артҡа ҡара, тип ымлай. Ҡыҙы боролоп ҡараһа, арбаның артҡы иң осонда таныш булмаған бала ултырғанын күрә. Арҡаһы менән боролоп ултырған малайға ун йәш тирәһе булырға тейеш, тип фараз итә ҡыҙ бала. Ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, таныш булмаған юлсының башын бик аҫҡа эйгәнен дә шәйләй ул. Малайҙың ҡыҫҡа ғына һырылған көпө кейгәнен, ә башында ҡолаҡсын бүрек булыуын да аңғара.
Атаһы ҡыҙына ҡолаҡтарын ябырға ҡуша. Устары менән ике ҡолағын да ҡаплауы була, ата кеше урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге һүгенеүҙәрҙе ҡысҡырып, ҡарасҡыны арбанан ҡыуырға тотона. Ҡаты өндәшеү ярҙам итмәгәс, доғалар уҡый башлай. Бынан файҙа була: ҡыҙы менән атаһы арбанан һикереп төшкәндә була торған тауышты ишетә. Бәләкәй бала ундай тауыш сығара алмай - мыҡты кәүҙәле ир генә быға һәләтле, тигән уйға килә улар.
Ҡарасҡы һикереп төшөүе була, арба, ауыр йөктән ҡотолғандай, шығырлап, яңынан элекке хәленә ҡайта. Ошоғаса тарбанлап саҡ барған ат иһә күңелләнә һәм еңел генә юртып китә.
Күп тә үтмәй, юлсылар ихаталарына килеп етә. Өйгә инеү менән оло ғауға тыуғанын аңлайҙар. Бер йортта ике ғаилә йәшәгән була шул осорҙа. Атаһы, әсәһе, ҡыҙынан тыш, улы һәм уның ҡатыны бергә тормош көтәләр. Йәштәр татыу йәшәйҙәр. Бер нисә ай элек кенә оло быуын кешеләрен ейәнле итәләр. Яңы ғына тыуған малай ауырымай, мыжымай үҫә башлай.
Ғауғаның сәбәбен килене аңлатып бирә. Юлсылар килер алдынан ғына ул сабыйҙы бәүетеп ултырған була. Бала ҡапыл ғына ҡысҡырып ебәрә һәм иларға тотона. Килен кеше ишек яғына ҡараһа, тупһала ун йәш тирәһендәге малай тороуын күрә. Һырылған ҡыҫҡа көпө, башына ҡолаҡсан бүрек кейгән була ул. Текләп ҡараһа ла, ошоғаса был малайҙы бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла күрмәүен аңлап өлгөрә йәш әсә.
Тупһа янында оҙаҡ тормай саҡырылмаған ҡунаҡ. Тиҙ-тиҙ атлап, сәңгелдәк эргәһенә килә. Унда ятҡан сабыйға ҡарап тора ла... ҡапыл юҡҡа сыға. Әйтерһең, томан кеүек һауаға тарала. Бала иһә быуылып илауҙан туҡтамай. Кәүҙәһе тотошлайы менән ҡалтырана, тартышыуҙан һығылып-бөгөлә. Күп тә үтмәй, сабый тынып ҡала.
Тиҙ генә шәфҡәт туташын саҡырып килтерәләр. Ул көттөрмәйенсә килеп етһә лә, ярҙам итә алмай: бала йән биргән була.
Аҙағыраҡ ауылдың ҡарттары ҡазаның ҡайҙан килеүен аңлатып бирәләр. Ҡәҙимге малайға түгел, ә ен-пәрей тоҡомонан булған затҡа юлыҡҡандар улар. Кешегә зыян килтереү, сабыйҙарҙы урлау йәки уларҙы һәләк итеү тик уларға ғына хас шөғөл, тиҙәр улар.
Районда хөрәфәтле урындар берәү генә түгел. Уларҙың ҡайҙа икәнен тик ололар ғына белә. Йәштәр уларҙы тыңламай, иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмай. Шундай заман килде бит инде - ни эшләмәк кәрәк...

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ
яҙып алды һәм баҫмаға әҙерләне.
(Дауамы. Башы 25-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.25 | Ҡаралған: 32

Киске Өфө
 
Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.

(Сенека).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru