
Тау битләүендә йәки юл ситендәге уйһыу йәшеллектә, нәҙек һәм һирәк үлән араһында ҡуйы йәшел оҙонса япраҡ күренә. Юл япрағы, ғәҙәттә, ус аяһындай яҫы була, ә был япраҡ бер аҙ бәләкәй һәм тарыраҡ. Йәнә лә был япраҡта юл япрағы кеүек ҡалын юлаҡтар күренмәй. Ергә тоташҡан ҡыҫҡа һабағы ҡыҙғылт төҫтә. Йомшаҡ үлән булғас, тиҙ генә өҙөлөп сыға ерҙән дә. Осон ғына семтеп тәмләп ҡарағыҙ әле? Ауыҙға әскелтем һут йүгерә. Хатта тештәр ҡамашып киткәндәй була. Тел ҡурыша. Ниндәй япраҡ-үлән ул? Эйе, һин ҡуҙғалаҡ таптың! Башҡортостан ере шулай файҙалы үләндәргә лә бай шул! Бары тик уларҙы килештереп ашай бел генә. Ҡуҙғалаҡ тураһында һөйләшәйек әле.
"Ҡуҙы ҡолаҡ" ниндәй үлән-япраҡ?
Ни өсөн "ҡуҙғалаҡ" тигәндәр икән? "Ҡуҙы" тип һарыҡ малын атағандар борон-борондан. "Ҡуҙы йылы" йәки "Ҡуҙыйкүрпәс" атамалары ла шул мәғәнәлә. Ә ҡуҙғалаҡтың япрағы һарыҡ малының ҡолағына оҡшаған. Бер аҙ оҙонса һәм төп яғы кескәй кәмә кеүек уйылып тора. Бына шуға ла инде "ҡуҙы+ҡолаҡ" тигәндәр. Әкренләп, "ы" өнө йотолоп, "ҡуҙғалаҡ" булып киткән.
Яҙ етеп, үләндәр һутҡа тулыша башлағас, ҡуҙғалаҡ та баш ҡалҡыта. Тик ул июнь башына ҡәҙәре бик ҙураймай, тамыр йыйып ултыра бирә. Эҫене ярата. Япрағы ҡояш нурҙарын күберәк йотҡас ҡына ҙурая. Бер тамырҙан биштән алып унға тиклем япраҡ сыға. Өҙөлгән япраҡ төбөнән тиҙ арала тағы ла кескәй япраҡтар күренә башлай. Тимәк, бер ҡуҙғалаҡлы урында йылына бер-нисә бол алырға мөмкин. Шәп бит, ә! Әҙер витамин баҡсаһы!
Тик шуныһы: йәйгеһен бар үләндәр ҙә шәп итеп үҫеп, ҡуҙғалаҡҡа ҡояшты ҡаплай һала. Шуға күрә ҡырҙа ҡуҙғалаҡты йәй башында ғына яҡшылап күреп өлгөрәбеҙ. Әммә бер-нисә тамырын ҡаҙып алып ҡайтып, баҡса рәшәткәһе буйына теҙеп ултыртһағыҙ, уңырһығыҙ. Йәй буйы был тәмле япраҡты ашап ҡыуанырһығыҙ. Бер генә иҫкәрмә: ултыртҡан йәйҙә, ҡуҙғалаҡ япрағы матур күренһә лә, бер бөртөгөн дә өҙмәгеҙ! Юғиһә, киләһе йыл ул тамыр ҡороясаҡ. Ни өсөнмө? Сөнки ҡуҙғалаҡтың бар көсө - тамырҙа! Ә ҡырҙан, урмандан, ҡаҙып алғанда уның тамыры имгәнә, ҡыҫҡара. Шул тамырҙар бер йәй буйы көс йыя, нығына, үҫеп, ергә берегә.
Ә был япраҡтың ниндәй файҙаһы бар икән?
Биолог-ғалимдар, ботаниктарҙың әйткәнен йыйып яҙғанда, бына шуларҙы беләбеҙ. Ҡуҙғалаҡ, русса "щавель", кеше организмы өсөн файҙалы үлән. Борон-борондан башҡорттар ҙа уны яратып ашаған. Бигерәк тә ниндәй ағзалар өсөн файҙалы икән?
• Ашҡаҙан - эсәк эшмәкәрлегенә ыңғай тәҫир итә. Мәҫәлән, эсәктәр эшмәкәрлеге һүлпәнәйә, йәғни ундағы аш эшкәртеү ферменттары әҙәйә башлағанда, йәғни ваҡыт-ваҡыты менән нимә ашауға бөтөнләй бәйләнмәгән эс китеү осраҡтарында файҙа итә. Эс китеүҙе туҡтата, эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡуҙғалаҡ кислотаһының көслө тәьҫирен кәметеү өсөн был үләнде ашағас, аҙағынан ниндәй ҙә булһа май ҡабып ҡуйырға мөмкин.
Ашҡаҙан эшмәкәрлеген дә яҡшырта. Аш эшкәртеүҙе тиҙләтеү генә түгел, халыҡта хатта ашҡаҙандың сей шеше, йәғни ҡырҡыу ауыртыу булғанда ла ҡулланғандар борон башҡорттар. Моғайын, был ҡуҙғалаҡта булған РР витамины тәьҫирелер (был витамин яранан аҡҡан ҡанды тиҙерәк туҡтатыуҙы көйләй). Бигерәк тә ашҡаҙандың сей яраһы өсөн ҡуҙғалаҡты "сумах" тип аталған аш тәмләткес менән ҡушып ашау файҙалы.
• Бауыр һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлеген яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә ҡуҙғалаҡ. Алдан яҙғанса, аш эшкәртеү ферменттарын арттыра, тинек. Ҡуҙғалаҡта үт ҡыуығы бүлеп сығарған ферменттар ҙа бар. Борон башҡорттар ҡуҙғалаҡ менән хатта "һары ауырыуы"н (желтуха) да дауалағандар. Ҡуҙғалаҡта барыбыҙға ла билдәле С витамины күп. Ә был витамин - организмдан кәрәкмәгән матдәләрҙе ҡыуып сығарыу көсөнә эйә. Фәнни телдә әйткәндә, "антиоксидант". Шул сәбәптән, ҡуҙғалаҡ күңел болғанып, ҡоҫҡо килеп торғанда, бигерәк тә ниндәйҙер ярамаған ашамлыҡ ашағас йәки араҡы эскәндән һуң (бахмур синдром) ашағанда файҙалы.
• Ағыуланыу осрағына килешә. Урманда яңылыш ағыулы бәшмәк ашағанда күңел болғана башлаһа, ҡуҙғалаҡ эҙләгеҙ. Һыу йә башҡа берәй дарыу табып булмаһа, ҡуҙғалаҡ япрағы һуты хәлегеҙҙе бер аҙ яҡшыртыр. Йәнә, бигерәк тә Азия илдәрендә, шундай ырым йәшәй: алдан күп итеп ҡуҙғалаҡ ашап яланға сыҡһаң, һине скорпион саҡһа ла, уларҙың ағыуы үлемесле булмай.
• Ҡан тамыры сирҙәренә, бигерәк тә ҡандағы "ҡыҙыл тәнсә" (эритроцит) кәмегәндә, ошо сәбәптән булған "анемия" осрағында килешә. Йәнә яранан аҡҡан ҡанды тиҙерәк туҡтатыу өсөн дә яҡшы. Урманда йөрөгәндә яраланып ҡуйғанда быны онотмағыҙ! Юл япрағын яраға бәйләп, ҡуҙғалаҡты ашап ҡуйһағыҙ, ҡан тиҙерәк туктар, яра төҙәлер.
• Тән ауырыуҙары. Элек аяҡта, ҡулда барлыҡҡа килгән "сей яра" (язва) өсөн дә ҡулланғандар ҡуҙғалаҡты. Бигерәк тә был юлы ашау өсөн яраҡһыҙ, әммә һаулыҡҡа файҙалы "ат ҡуҙғалағы" (конский шавель) яҡшы. Ат ҡуҙғалағы япраҡтарын бешекләп, яраға япҡандар. Ныҡ әсетмәһен өсөн тәүҙә яраға таҙа май һөртөргә мөмкин.
Шулай уҡ халыҡ әмәлдәре араһында ҡуҙғалаҡ япрағын бешекләп тән ауырыуҙары булған урынға япҡандар. Хатта витилиго, лишай, ҡысынма тигән сирҙәрҙе лә кәметкән. Япраҡ һутында булған эфир майҙары, кофеин һәм башка шундай башҡа үләндә осрамаған матдәләр файҙа итә торғандыр был осраҡта.
РР витамины ҡан ойошоуын көйләһә, "рутин" матдәһе иһә ҡан тамырының стеналарын нығыта.
• Теш һыҙлауын баҫа, теш ҡаҙнаһын нығыта, тимәк, ҡаҙнанан ҡан китеүен туҡтата ул ҡуҙғалаҡ. Япрағын оҙаҡ итеп сәйнәп йөрөргә кәрәк бының өсөн. Йәки күп итеп ҡабып сәйнәп, ауыртҡан урында тотоп торорға кәрәк.
• Аҡбур йәки тупраҡ ашағың килеп тик торһа, йәй буйы ҡайҙа табаһың, шунда ҡуҙғалаҡ аша. Был теләгең шулай әкренләп юҡҡа сығыр.
Хатта вирустар ға ҡаршы, йә иһә диабет менән ауырығанда ла ҡуҙғалаҡ ярҙам итә икән. Быныһын инде ғалим яҙмаларынан табығыҙ.
• Һаҡ булығыҙ! Кемдең бөйөр йә бауырҙа, үт ҡыуығында таш бар, ҡуҙғалаҡ ашамағыҙ. Был сирҙәр башҡа үләндәр менән дауалана. Иң мөһиме, һәр нимәлә сама белеү. Иғтибар итегеҙ әле, хатта тәбиғәт тә ошоно иҫкәртә кеүек: ҡуҙғалаҡ япрағы үҙе һирәк осрай, үҙенең япрағы йоҡа, бәләкәй, наҙлы ғына. Хатта бик теләһәгеҙ ҙә уны күп итеп ашап булмай, берҙән, әҙ, икенсенән, ҡырҡыу әсе тәме бар. Тимәк, ҡуҙғалаҡты, әгәр организм үҙе "һорап" торһа, көн һайын, тик эҙләп кенә ашарға ярай. Шунда бер зыян да булмаҫ.
Баҡсала ла үҫтерәләр уны
Хәҙер магазиндарҙа төрлө орлоҡтар һатыла. Ҡырҙан ҡаҙып килтереп ултыртыу ҙа кәрәкмәй. Бары тик шуны онотмағыҙ: орлоҡтан үҫтерелгән, баҡса өсөн махсус сығарылған сорттар ялан шартында, тупраҡтың бөтә файҙалы матдәләрен алып үҫкән "ялан ҡуҙғалағы" кеүек файҙалы булмай. Баҡса ҡуҙғалағы тәме сөсөрәк, һуты күберәк. Әлбиттә, япрағы ҙур, тимәк күп итеп ашап та була.
Ҡала ерендә ҡуҙғалаҡ ашарға яратыусылар өсөн дан инде. Шәхсән үҙем бер-нисә тапҡыр уның орлоҡтарын һатып алып, баҡсала үҫтерергә маташып ҡараным. Орлоғо мәк орлоғо кеүек ваҡ ҡына. Бер нисек тә үҫмәне. Моғайын, өйҙә рассада кеүек үҫтереү кәрәктер?
Ә ҡуҙғалаҡ ашағы килә бит! Бер танышымдан тамырын алдым. Тәүге йылда бик ҡоро йәй булды. Өҫтәге йәшел өлөшө бөтөнләй юғалды. Икенсе йыл да ул урында үҫенте күренмәне. Мин инде онотоп та бөттөм. Булманы был, тинем. Шунан өсөнсө йәй бик ямғырлы булғайны, теге урындан бик матур булып күтәрелеп китте ҡуҙғалағым! Бына нисек көслө икән уның тамыры...
Һығымта: ҡырҙа бер урында ҡуҙғалаҡ күрһәгеҙ, тимәк, шул ерҙә ул гел буласаҡ. Хәтерләп ҡуйығыҙ. Бер йылда булмаһа, киләһе йыл сығасаҡ. Бына нисек хикмәтле ул тәбиғәт!
Баҡсаға киләйек. Ҡуҙғалаҡ, әйтеүемсә, кешегә бик күп миҡдарҙа кәрәкмәй. Шуға баҡсала ла уртаса ҙурлыҡтағы түтәл етә. Тирә-яҡҡа таралып, үҙегеҙгә эш өҫтәмәһен өсөн, түтәлде кәртәләп ҡуйыу яҡшы. Тупрағын ара-тирә йомшартып, сүптәрҙе алып тороу ҙа етә. Махсус рәүештә һыу ҡойоп йә ашламалар һалыу ҙа кәрәкмәй. Башҡортса әйтһәк, хатта әрһеҙ.
Бер иҫкәрмә бар: яҙ башында күпереп сыҡҡан ҡуҙғалаҡты, йәлләмәйенсә, төбөнән уҡ барыһын да ҡырҡып алығыҙ. Юғиһә, тиҙ арала оҙон булып урта һабағы үҫер, тамыр көсөн алыр һәм аҙаҡ йәй буйы һәр төптә биш-алты бөртөк япраҡ булыр. Ғөмүмән, япраҡтарҙы шулай күмәртәләп ҡырҡып алыу яҡшы. Ҡабарып ятһа ла, бешкәс ныҡ кәмей бит ул япраҡ. Айына бер тәмле бәлеш ашап, ҡуҙғалаҡ ашы эсеп алырһығыҙ.
Кем дауаланыу өсөн ҡулланырға уйлай (бигерәк тә тире сирҙәре өсөн күп кәрәк бит) улар урманға бара, йәки шул уҡ сифаттарға эйә (ашарға яраҡһыҙ) ат тигәнен йыя. Уның бар ере лә файҙалы (япрағы, орлоғо, тамыры).
Баҡсалағы ҡуҙғалаҡ - тәмле бәлеш, бөйөрөк, аштар өсөн яҡшы.
Һау-сәләмәт булайыҡ! Йәшел утыбыҙ һүнмәһен!
Лилиә ҠӘЙЕПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА