«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОЯШТЫ ҠАПЛАМАҒЫҘ!
+  - 


Беҙҙең эраға тиклем III быуатта йәшәгән грек философы Диоген тураһында боронғо донъя тарихын мәктәптә аҙмы-күпме өйрәнгән һәр кем белә. Ул Ҡара диңгеҙ буйындағы Синоп ҡалаһында сауҙагәр ғаиләһендә тыуып үҫһә лә, үтә үҙенсәлекле шәхес булараҡ танылыу таба, шулай булмаһа, уның тормошо хаҡындағы мәғлүмәттәр беҙҙең замандарға тиклем риүәйәттәр, легендалар һәм бар донъяға таралған афоризмдар рәүешендә килеп тә етмәҫ ине. Шуныһы ҡыҙыҡ, Диоген фәлсәфәһенән XXI быуатта ла фәһем алырға була. Шуға күрә бынан 24 быуат әүәл боронғо Элладала булып уҙған ваҡиғаларҙы иҫкә алыу урынлы булыр, тимен.
Диогендың йәш сағында ялған аҡсалар һуғырға өйрәнеүе әлегә тиклем күптәрҙе аптырата: ул артыҡ бай булмаһа ла, етеш йәшәгән ғаиләлә тәрбиәләнә, затлы кейем, татлы ризыҡтан мәхрүм булмай. Ялған металл тәңкәләрҙең уға кәрәге булмаған бит инде. Бына шунан башлап уның исеме легендаларға инеп китә: йәнәһе, Диогенға Дельфтың Аполлон ҡорамы күрәҙәсеһе: "Ҡиммәттәрҙе яңынан һуҡ!" - тип бойорған. Бәлки, буласаҡ философ металл менән эш итеү алымдарын өйрәнергә теләгәндер - быныһы хәҙер ҡараңғы, әммә уны тыуған ҡалаһынан ҡыуып ебәрәләр. Афинаға килеп урынлашҡас, Диоген философ Антисфендың киниктар (аскеттар) мәктәбенә йөрөй, аскеттарса йәшәргә өйрәнә. Улар фанилыҡта кешегә бары тик 3 кенә нәмә кәрәк тип иҫәпләй: тәнде ҡаплау өсөн туҡыма киҫәге, хәйерсе тоҡсайы һәм юл таяғы.
Диоген фани донъя байлығынан ваз кисә, берәҙәккә әйләнеп, хәйерселәр кейемендә йөрөй, уны хатта ки "мискә эсендә йәшәүсе философ", тип атай башлайҙар. Быныһы хаҡында ла боронғо грек ләҡәбе һаҡланып ҡалған. Ул замандарҙа гректар аҙыҡ-түлекте күпләп һаҡлап була торған, кеше кәүҙәһенән дә күләмлерәк булып, пифос тип аталған үтә ҙур балсыҡ көршәктәр яһаған. Бер саҡ шуҡ малайҙар Диогендың иҫке буш көршәген таш менән бәреп ватҡас, күрше-күләндәре уға элеккеһенән дә ҙурырағын яһап биргән. Философ иһә: "Бына минең дә яңы өйөм бар хәҙер", - тип әйткән дә, пифосының эсенә инеп ятып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ фекер йомғағын һүтеүен дауам иткән, ти. Уның янынан үтеп барыусы берәү, философты мәсхәрәгә ҡалдырырға теләп, уға әйтә икән: "Һин йәшәгән мискә ватыла ҡалһа, ни эшләрһең, ә?" Диоген, мискә эсенән башын сығара биреп, былай тип яуап ҡайтарған: "Ватылһа ватылыр инде, был мине борсомай, сөнки мин ятҡан урын бер ҡасан да ватылмаясаҡ!"
Диогендың көршәк-мискәһе менән бәйле тағы бер эпизод. Философ йәшәгән ҡалаға дошман һөжүм итә. Байҙар тегеләй-былай йүгерешә, мал-мөлкәтен ҡайҙа итергә белмәй хафалана. Шул саҡта Диоген әлеге мискәһен урамға алып сығып, йә былай, йә тегеләй тәгәрәтеп йөрөй икән. Унан һорайҙар: "Ни эшләйһең һин, Диоген, әллә аҡылыңдан яҙҙыңмы?". "Берҙән-бер мөлкәтем шул бит минең, шуны ҡайҙа йәшерергә икән, тип аҙапланам", - ти аҡыл эйәһе.
Диогенға сәйер ҡылыҡтары өсөн "аҡылдан яҙған философ" тигән ҡушамат тағалар. Шулай бер көн Диоген көпә-көндөҙ фонарь яндырып, урамға сыҡҡан. "Ни эшләүең был, йүләр, кеше яҡты көндә фонарь яндырып йөрөймө ни?" - тиҙәр уға. Философ үтә етди итеп яуап ҡайтара: "Халыҡ күп, әммә кешеләр юҡ. Кеше эҙләп йөрөйөм". Йәнә ул бына нимә тигән: "Мин аҡылдан яҙмағанмын, тик минең аҡылым башҡаларҙыҡына тура килмәй".
Шәхсән Диоген хаҡындағы риүәйәттәрҙең иң мәртәбәлеһе бына ошоһолор, тип иҫәпләйем. Антик донъяның йыһангир полководецы Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) Коринф ҡалаһын ала. Ул бында даны тирә-яҡҡа таралған философ Диоген йәшәгәнен белә, уны үҙенең янына килеп баш һалыр, тип өмөт итә. Тегеһе килмәй ҙә ҡуя. "Диоген ҡайҙа?" - тип һорай император ҡала кешеләренән. "Ул гимнасиум янында ҡояшта ҡыҙынып ята", - тип әйтәләр уға. Император һәм уның легионерҙары Диоген янына үҙҙәре бара. Ерҙә салҡан ятҡан философ ҡымшанмай ҙа. Македонский уның янына килеп, эйелә биреберәк һорай икән: "Һин философ Диогенмы?". "Эйе", - ти философ. Аптырабыраҡ ҡалған йыһангир Диогенға әйтә: "Эй, философ! Ниндәй үтенестәрең бар, барыһын да үтәйем". "Император ғали йәнәптәре, минең һеҙгә бер генә үтенесем бар - зинһар өсөн ҡояшты ҡапламағыҙ", - тигән ти ҡурҡыу белмәҫ аҡыл эйәһе. Был легенданың аҙағы лә бик фәһемле. Философ янынан ситкәрәк китә биргәс, Македонский үҙенең ярандарына: "Әгәр ҙә ки Александр булмаһам, Диоген булыр инем", - тип әйткән, имеш.
Эйе, Диогендың үҙ ҡояшы була, уның исеме - фекер нурламы. Ул азат, бойондороҡһоҙ, аҡыллы фекерҙәре менән кешеләр донъяһын нурландыра, ҡараңғы донъяны яҡтырта белә. Ысынлап та, әҙәми затты хайуанилыҡтан өҫкәрәк күтәргән, мәҙәниәтле, әхлаҡлы һәм белемле иткән берҙән-бер сифат - фекерләй алыу, танып-белеү аша хәҡиҡәткә өлгәшеү. Был - Хоҙайыбыҙҙың кешегә тапшырған иң оло бүләгелер. Диоген хаҡындағы мәғлүмәттәр менән танышҡанда бер сәйерерәк тойолған фекер башҡа килә: йәшәйешебеҙ ҡанундарына ярашлы, һәр дәүләттә етәкселәр, идара итеүселәр, юлбашсылар, министрҙар, президенттар һәм уларға буйһоноусылар була. Әлбиттә, дәүләт идараһыҙ булмай. Әммә бәләкәй генә бер ойошманың етәксеһенең дә, иң юғары вазифа биләгән әҙәми заттың да яңылышыуы, миллионлаған кешеләрҙең ғүмерен ҡыйыуға алып барған юлға сығарыуы мөмкин. Ошоға миҫалдар бихисап: Сыңғыҙ хан, Тамерлан, Наполеон, батша Николай II, Сталин, донъя халыҡтарының ҡәһәре төшкән Гитлер, Муссолини, Пол Пот һ.б. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, заманында ошондай тирандарға уларҙың ҡул аҫтындағы халыҡтар "Ҡояшты ҡапламағыҙ!" тип әйтә алмаған. Ошондай яһил шәхестәрҙе ваҡытында туҡтата алмау кешелек хәтеренә мәңгелек киҫәтеү билдәһе булып уйылып ҡалһын ине.
Ә шәхси тормошобоҙҙа һәр кемдең үҙ ҡояшы булырға тейеш, ул күңел күктәребеҙҙе нурлай, рухи маҡсаттарға илтеүсе юлдарыбыҙҙы яҡтыртып тора. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһаң да - игенсеме, баҡсасымы, балта оҫтаһымы, уҡытыусымы, табипмы, шағирмы, музыкантмы, ғалиммы, йә иһә башҡа бер эш эйәһеме - ҡылған ғәмәлдәреңде, тормошоңдо ғәмлерәк, фәһемлерәк итеүсе изге ниәттәрең булыуы мөһим. Яман уйҙар, көнсөллөк, башҡаларға яуызлыҡ ҡылыу әҙәм балаһының эске ҡояшын һүндерә, уңың күңелен ҡараңғылыҡ биләй. "Үҙ ҡояшығыҙҙы үҙегеҙ ҡапламағыҙ!" - тип әйтер ине бынан 24 быуат әүәл йәшәгән Диоген. Ә үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙ "Урал батыр" эпосы аша быуындан-быуынға тапшырыла килгән изге васыятын ҡалдырған, һәм ул бөгөн дә халҡыбыҙ күңеленең Рухи Ҡояшы итеп ҡабул ителә:
"Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!"

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.25 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.

(Сенека).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru