
* * *
Ҡаршы алыусыларҙың береһе әбейҙе ҡосаҡлап алды.
- Мин Мырҙағол ҡустың булам!
Икеһенең дә күҙе йәшкәҙәне.
- Шәп тораһыңмы, ғүмерҙә лә күрмәгән ҡустым! - тигән булды Марианна.
- Күрмәгән генә түгел, хатта барлығын да белмәгән ҡустың бит, - тип төҙәтте улы Ринард.
- Мәрйәм апай, беҙҙе машина көтә.
"Мәрйәм, Мәрйәм…" тип ҡабатланы Марианна һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, баш сайҡаны. Нисектер, сәйер ишетелһә лә, тыуған ере, туғандары менән бәйләгән исем бит ул. Ренард улына ла ҡыҙыҡтыр, ул да йылмайып ҡуйҙы. Башҡортостанға, Өфө аэропортына килеп төшкәс, Марианна әбей тынысланған һымаҡ ине. Ләкин уларҙы ҡаршы алған машина урман яҡтарына юл тотҡас, күгелйем тауҙар теҙмәһе күренгәс, тулҡынланыуы көсәйҙе. Йөрәге дарҫлап тибергә тотондо.
- Өләсәйемдең өйө бармы, туғаным?
- Юҡ, Мәрйәм апай, ул иҫке йорт күптән һүтеп алынған. Урынында яңы йорт күтәргәндәр. Икенсе кешеләр йәшәй.
- Мырҙағол, туғанҡайым! - Марианна ҡустыһының арҡаһынан һыпырҙы. - Нишләп мине эҙләргә булып киттең? Беҙҙе бит бер нәмә лә бәйләмәй! Мин үҙем дә туғандарым барлығына һаман ышанып бөтә алмайым. Өйрәнә алмайым, тийәйемме…
- Эҙләй башлағанда эштең ыңғай булырына ышанмай инем… Нисектер ярҙам итеүселәр табылды. Шулай китте лә китте. Әсәйем: "Шул балам ҡайҙа икән?" - тип һыҙлана торғайны. Шул баланы эҙләнем инде…
- Бала, тиһең… - Марианна йылмайған ыңғайға күҙҙәрен селт-селт йомоп алды. - Әбей, тип, күҙ алдына ла килтермәгәнһеңдер ҙә.
- Күҙ алдына килтермәһәм дә, нисә йәштә икәнеңде самалай инем, Мәрйәм апай.
- Эйе-е-е, беҙҙең йәш айырмаһы шаҡтай. Кем ине һинең атайың, Мырҙағол? Ҡасаныраҡ вафат булды? Әсәйемдән иртәрәкме?
- Бик иртә китте атайым. Ул һуғыштан сулаҡ булып, ауыр яралар менән ҡайта. Йәше лә арыу ғына булған. Ҡарт һалдат.
- Ҡарт һалдат? Тимәк, уны фронҡа үҙ ғаиләһе оҙатҡан булған.
Мырҙағол уйланып ултырҙы. Шунан баш ҡаҡты.
- Апай, уның ғаиләһе ҙур булған. Биш балаһы…
- Бишәү…
Марианна әбейҙең башы әйләнеп китте хатта. "Нисек әсәйем биш балалы иргә кейәүгә сыҡты икән?"
- Тик, - тип һүҙен дауам итте Мырҙағол, - улар барыһы ла ҡырыла. Аслыҡ йылында ағыулы башаҡ ашап, ҡатыны ла, балалары ла үлә. Атай бахыр бына шулай ҡороған нигеҙгә ҡайтып төшә. Унан беҙҙең әсәйҙе лә төрмәнән сығаралар. Ике бәхетһеҙ йән ҡауыша. Береһенең аяҡтар йөрөмәй, береһе һыңар ҡул.
- Әсәйем…
- Боҙло һыуҙа ағас ташып, һыуыҡ тейҙереп, бик ыҙаланы. Бер нисә йылдан йөрөй алмай башланы. Бына шулай беҙ күмәкләп ҡараныҡ әсәйҙе.
- Йә, Хоҙай! - тип әсенеп өндәште Марианна. - Ҡалай бәхетһеҙ йән эйәһе булған…
Ренард борсола төштө.
- Әсәй, тыныслан.
- Беҙ бик һәйбәт йәшәнек. Әсәйем ҡәҙерле булды, - тине Мырҙағол. - Киленең дә асыҡ кеше. Әсәйемде хәтерләһәң, уға оҡшаған. Килен - ҡәйнә буҫағаһынан, тиҙәр бит.
- Һөйлә үҙеңдең ғаиләң тураһында.
Ҡунаҡтар килеп төшөүгә ҙур табын әҙерләнгән ине инде. Марианна үҙе менән күрешергә килгән ауылдаштарына алмаш-тилмәш диҡҡәт менән ҡараны. "Йөҙҙәре таныш та һымаҡ", тип уйланы. Үҙ уйынан үҙе көлдө. "Ҡайҙан улар - мине, мин уларҙы беләйем, ти, инде?.." Шунан күңелгә икенсерәк фекер ҡунды: "Ә йөҙ һыҙаттары ят түгел, сөнки улар минең ҡандаштарым бит… Тауыш моңо, интонацияһы, хәрәкәттәре - береһе лә ят түгел. Үҙемдеке. Шуны тоям". Ошоларҙы уйлағандан һуң, Марианнаға рәхәт булып китте. Ул улына ғорур ҡарап алды: "Бына әсәйеңдең тамырҙары, бына әсәйеңдең үткәне".
Тәүге көн ауылдаштар, туған-тыумаса менән күрешеүҙәр, осрашыуҙар булараҡ үтеп тә китте. Иртәгәһен Мырҙағол менән улар әсәләренең ҡәберенә зыярат ҡылдылар. Ҡайтышлай Мәрйәм әбей тауҙар теҙмәһенән күҙен алманы. Тау араһынан нимәлер килеп сығыр, уның һағышлы уйҙарынан арындырыр кеүек ине. Ул мөғжизә көттө. Тик тауҙар ҡымшанманы. Бала саҡ кисерештәренән айырылырға кәрәк ине. Шуны аңлағандай, күк йөҙөн ҡапыл ғына болот ҡаплап алды. Баяғы сағыулыҡ тоноҡланды. Бала саҡ буяуҙары төҫһөҙләнде. Донъя күшекте…
- Апай, беҙҙең яҡҡа ҡайтҡың килмәйме?
- Мырҙағол ҡустым, мин йылы яҡты күптән үҙ иткәнмен. Унда буяҡтар сағыуыраҡ. Күк зәп-зәңгәр, Памирҙа тау баштарында ҡар ап-аҡ, күҙ сағыла. Унан сәскәләр. Бөтөн ерҙә сәскәләр. Быҙырайышып балҡыған сәскәләр. Мин сағыу төҫкә, ундағы сағыу нурға ғашиҡ. Күҙ ҡамаштырғыс төҫтәр!
Мырҙағол, бәлки, бүтәнерәк һүҙ көткәндер. Ул шымтайҙы. Бүтән һүҙ ҡатманы. Быны аңлаған Марианна һүҙҙе икенсе төрлөрәк дауам итте.
- Әҙәм балаһының хистәре үҙгәреп тора. Тауҙар мәғрур. Улар ел-дауылды сабыр үткәрә. Тау итәгендә әҙәм ышыҡ эҙләй. Ул ышыҡты мин тыуған ерҙән ситтәрәк таптым…
- Урал тауҙары сабыр, - тине Мырҙағол, уның ҡарашы уйсанланды. - Һине бынан, апай, бик иртә алып киткәндәр шул. Күп нәмә иҫеңдән юйылған. Ләкин был тауҙар һине нисек итеп, ҡалайтып алып киткәндәрен күргәндер. Һинекен генә түгел… Нисәмә быуат башҡорт тормошона шаһиттар улар. Быуындар килә-китә, ә тауҙар меңәр йыл тора. Кешеләрҙән алда иң беренсе улар иртәнге ҡояшты сәләмләй, ә кисен иң аҙаҡҡы булып оҙата. Башҡортто ла шулай һаҡлағандар. Урыҫ һалдаттары баш күтәргән башҡорттарҙы язаларға, үлтерергә килһә, халыҡ тауҙар араһына ҡасҡан. Ағастарҙы ҡырҡып һирәгәйткәндәр, ә тауҙарҙы әлегә улайта алмайҙар… Тауҙарҙың тамырҙары тәрәнерәк.
- Тажикстанда тороп ҡалыуымдың тағы ла бер сәбәбе бар. Мин альпинист. Fүмер буйы ирем менән тауҙар үрләнек. Бына шул булды беҙҙе берләштергән шөғөл.
- Шулай икән дә…. - Мырҙағол ысынлап тороп аптыраны. - Мәрйәм апай, мин һине ҡаяларға үрләргә саҡыра алмайым.
- Юҡ-юҡ, мин хәҙер ул йәштә түгелмен, үҙ самамды беләм, -тип көлгән булды Марианна ҡарсыҡ. - Ләкин тирә-яҡ менән танышҡым килә.
- Аңланым. Бөгөн үк ҡайһы бер урындарҙы күрәсәкһең, апай.
Бына шулай уларҙы ултыртып йөрөткән машина бормалы юл буйлап елдерҙе. Марианна, арбалғандай, тирә-яҡтан ҡарашын айырып ала алманы. Йөҙө яҡтырғандан яҡтыра ғына ине. Әсәһен күҙәтеп барған Ренард та ҡәнәғәт тамаҡ ҡырҙы. Тыуған яҡ һауаһы шифалыр, әсәһе йәшәреп киткәндәй. Ә бит был яҡтарҙан айырылғанда уға ни бары дүрт-биш йәштәр тирәһе генә булған…
Борма-борма юлдар.
- Ниндәй матур тау! Үҙенә бер башҡа айырылып тора, - тине бер мәл Марианна ҡарсыҡ.
- Матурмы? - тип ҡабатлап һораны Мырҙағол.
- Матур! Матурҙың исеме лә матурҙыр.
- Исемеме? Ямантау булыр уның исеме.
Марианна апайҙың күҙҙәре түңәрәкләнде.
- Был атама һәр саҡ минең хәтеремдә. Гәрсә, яҡындан күргәнем булмаһа ла! Өләсәйем Ямантау тураһында һөйләй торғайны, - тине ул, ниһайәт.
- Әле лә уның тураһында төрлө һүҙ йөрөй. Беҙ бәләкәй саҡта өлкәндәр Ямантауҙа яман көстәр, дейеү-пәрейҙәр бар, улар тауға килгән мал-тыуарҙы ҡыра, тип һөйләй торғайнылар. Бала-сағаны ул яҡҡа барыуҙан ҡаты тыйҙылар, - Мырҙағол йылмайғандай итте.
- Ә өләсәмдең өс улы дейеүҙәр менән алышырға сығып китә. Ысынлап та, ныҡ ышанғандар дейеүҙәр барлығына. Батыр булғылары килгән. Әле ул саҡта мәктәпкә лә бармаған бәләкәс малайҙар! Өлкәндәр бер булып эҙләп, табып алып ҡайталар тегеләрҙе. Ата-әсәнән дә аҙаҡ эләккәндер инде.
- Әсәй, ниндәй дейеүҙәр менән? Нишләп улар тураһында бер ҙә һөйләгәнең булманы? - тине Ренард.
Марианна ҡарсыҡ көрһөндө.
- Бала саҡ хәтирәләрен мин мәңгелеккә күмгән һымаҡ инем. Хәйер, балалар йортонда үҫеп, бөтөн серҙе эскә йәшереп өйрәнгәнмен шул, улым. Ә мин телгә алған ағайҙарым Ямантау дейеүҙәре менән түгел, бөтөнләй икенсе яҡтан килгән дейеүҙәр менән алышып ҡорбан булдылар. Мин бары тик Ямантау тигән исемде онотманым. Ошо исемде гел ҡабатланым, доға һымаҡ.
- Ни өсөн, әсәй?
- Һорауыңа үҙең яуап бирерһең, тип уйлайым. Мин бер генә ваҡиғаны иҫкә төшөрәйем. Бер саҡ әсәйем менән ҡайҙандыр ҡырҙан ҡайтып киләбеҙ, киске эңергә ҡалғанбыҙ. Көтмәгәндә айҙың тау башында эленеп торғанын күрҙем. "Айҙы тау тотҡан бит, ебәрмәй, айҙы кем ҡотҡарыр?" - тием. "Юҡ, ҡыҙым, ай бит иң матур тауға белеп ҡунған, ай бөгөн тауҙың тажы!", - тине әсәйем. "Тау батшамы әллә?" - тип һораным. Быға тиклем бошонҡо килгән әсәм шундай рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе: "Эйе, ә тау-батшаның исеме Ямантау! Ә уның туғандары күп", - тине. Тик ул тауҙарҙың нисек аталғанын онотҡанмын хәҙер...
- Ҡуштау, Йөрәктау, Торатау, Ҡырҡтытау... - Мырҙағол тауҙарҙы исемләп һанай башланы. - Ғәжәпләнмә, Мәрйәм апай, әсәйем миңә лә тауҙар туғанлығы тураһында һөйләй торғайны. Һәм Урал батыр, уның аҫыл һөйәктәре тураһында ла...
Беҙ аҙға шым ҡалдылар. Марианна иренен ҡымтып, бер аҙ тын ултырҙы.
- Был Ямантау тураһында әсәйем һөйләгән, мин белгән иң матур әкиәт... Тау башында алтын таж... Иртәгәһен беҙҙең өйгә тентеү менән килделәр. Әсәйемде алып киттеләр. Бер ус башаҡ урлаған, тинеләр. Бурҙарға хөкөм ҡаты ине…
Мырҙағол ауыр итеп уфтанды.
- Һөйләгәне булды.
- Урындыҡта өләсәм ауырып ята, ашарға бер нәмә лә юҡ. Шунан бер көндө мине күршеләргә алып инделәр. Ишек ярығынан ғына ҡарап торам. Ҡарттар килде. Нимәнелер күтәреп алып сығалар. Оҙон ғына, юрғанмы-сепрәкме шунда. "Нишләп өләсәм был нәмәләрҙе биреп сығарҙы икән? Беҙ хәҙер нимә ябынырбыҙ?" тип уйлайым. Баҡтиһәң, был ҡарттар - мәрхүм булған өләсәмде шулай төрөп зыяратҡа алып киткәндәр икән…
Бәләкәс Мәрйәм күрше апайҙар ҡулына тороп ҡалды. Был апайҙың үҙенең генә лә биш-алты ыбыр-сыбыр балаһы, үҙҙәренә лә йүнле ашарға юҡ. Мәрйәм көндәр буйы ас ултыра торғайны. Әсе ҡара икмәк ауыҙға эләкһә, оло бәхет. Эйе, мысай ононан бешерелгән икмәк күптәрҙе ҡотҡарҙы заманында. Балалар йортонда тәү тапҡыр арыш икмәге ҡапҡас, Мәрйәм шатлығынан нишләргә белмәне. Ул сикһеҙ бәхетле ине. Балалар йортона эләгеүен бәхет тип ҡабул итте. Башта исемен икенсерәк итеп әйтеүҙәре сәйер тойолһа ла, ҡолаҡ тиҙ өйрәнде. Оло тәрбиәсе апайҙар дөрөҫ әйтәлер, исемем шулай булырға тейештер, тип уйланы. Мәрйәләр ыңғайына үҙе лә уларса һупалай башланы. Бер йылдан кемдәрҙер уның хәлен белешергә килде. Аҡ яулыҡ бәйләгән апай нимәлер һөйләй, һораша, ә ул ауыҙын асҡан килеш ултыра бирҙе. Туған телен онотҡайны инде ҡыҙыҡай. Силәбе балалар йортонда үҫте. СССР тигән ил ҙур ине, ул тыуған яҡтарҙан һаман алыҫҡараҡ китте. Тау артында тағы ла тау барлығын Марианна һуңғараҡ яҡшы аңланы.
- Был яҡтың тауҙарына мөкиббән киттең. Мин уныһын яҡшы күреп торам, - тине шаяртыу ҡатыш улы Ренард.
- Урал тауҙары мине хыялланырға өйрәтте бит... Әсәйем көнө-төнө эштә булғас, ауырыу өләсәйем менән икәү генә ҡала инек. Ул әкиәттәр һөйләй торғайны. Шунан мин һорайым: "Тауҙар артында нимә бар? Һин һөйләгән әкиәт донъяһы шундамы? Әкиәттәр шунда йәшәйме? Унда ҡасан барабыҙ?" "Мин Урал тауҙары аша сыҡҡаным юҡ. Һин ҙурайғас, үҙең барып белерһең…"- ти торғайны мәрхүмкәй.
- Әсәй, ауыр булһа, һөйләмә.
- Хәтирәләр кисергәндәремдән ауыр түгел. Юғиһә, ошоғаса мин уларҙы йөкләп йөрөтә алмаҫ инем, балаҡайым.
* * *
Ауыл зыяратында булып ҡайтҡандан һуң, сәйер бер тынысланыу кисерҙе Марианна әбей. Әсәһе, өләсәһе рухына үҙе белгән доғаһын уҡыны. "Мин оҙон ғүмерле булдым, ҡәҙерлеләрем. Һеҙҙең был донъяла йәшәгән йәшегеҙҙе күптән уҙып киткәнмен икән дә баһа. Эйе, йәш хисабынан ҡараған саҡта, был донъялағы тәжрибәм ҙурыраҡтыр ҙа, ләкин үҙемде һеҙҙең сабыйығыҙ итеп тоям. Шул тойғоно кисереү миңә рәхәтлек бирә. Миңә ҡусты бүләк иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, әсәй. Туғанлыҡ хисе уянды миндә. Күпме ғүмер шуны белмәй йәшәлгән! Кеше был тойғонан тыш - бик меҫкен. Гүйә, донъяның буяҙарын күреүҙән мәхрүм һуҡыр шикелле. Мин бөгөн иҫ китмәле баймын!"
Ҡарт әсәләге үҙгәреште тойған улы шулай тип ҡуйҙы.
- Тыуған яғыңдың һауаһы, ысынлап та, килеште! Күҙҙәрең осҡонланып китте, әсәй.
- Ошо тыныс кистә минең күҙҙәге осҡондо күрә алғас, шәп, улым! - тине ҡарт әсә ҡәнәғәт тауыш менән. - Үҙемдең тамырлы, ватанлы икәнемде тойоу рухымды терелтте. Тормошомдоң үҙем белмәгән йәки күрергә теләмәгән яҡтары асылды. Был асыш ҡәнәғәтлек бирә. Улыҡайым, атайыңдың тыуған яҡтарын табырға ине. Ҡалай рухы шатланасаҡ! Бына шундай уйға килдем әле мин бөгөн.
- Хәлдән килгәнде эшләрбеҙ, - тине Ренард.
- Беҙҙе мәктәп йылдарында, илдә бер генә халыҡ - совет берлеге буласаҡ, тип тылҡып үҫтерҙеләр. Тәрбиәселәребеҙ, уҡытыусыларыбыҙ даими шулай тип торғас, беҙ балаларға нимә ҡала? Бер һүҙһеҙ шулай булырына ышандыҡ. Хатта шул көндөң тиҙерәк етерен теләнек. Ә бөгөн мин Башҡортостанға ҡайтып, туған-тыумасамды күреп-танышып, әсәйемдең ҡәберенә зыярат ҡылып, ҡандашарымдың миңә нисек өндәшкәнен ишетеп, үҙемде иң бәхетле кеше итеп тоям. Исемемдең матурлығын белеп китәм!
- Эйе, һинең исем матур, әсәй.
- Ҡарасәле, шулай тип әйтеүең генә булды, ана, болот араһынан ялт итеп ай килеп тә сыҡты!
- Тажикстандағы айыбыҙҙан айырыламы ул? Нисек һинең ҡарамаҡҡа?
Улы шаян йылмайып яуап көтә. Ниндәй яуап ишеткеһе килә икән?
- Улым, мин бер төш күрҙем.
- Төш?
- Эйе, уны элек тә күргәнем бар ине. Ә бөгөн тағы ла асығыраҡ итеп күрҙем. Мин бәләкәй генә бала, имеш. Ямантауға ҡарап торам. Тау башына ай килеп ҡунды. Шунан тау башында бер һын хасил булды. Мин уның өләсәйем икәнен хәҙер яҡшы беләм.
"Өләсәй, һин нисек Ямантауға мендең? Унда менергә ярамай бит? Яманлығы тейер, үлтерер!" "Яман түгел ул, Мәрйәмем. Минең бер балама ла яманлығы теймәне. Уландарымды бүтәндәр үлтерҙе. Ямантауҙың әҙәм балалары өсөн һыҙланыуы яман. Был айҙы тотоп торорлоҡ хәлем бар. Ул аҙашҡандарҙың юлын яҡтыртыр". "Матур тауым - Ямантауым! Ысҡындырма, тотоп торсо түңәрәк айҙы, ярҙам ит өләсәмә. Мин менеп еткәнсе, ысҡындыра күрмә! Беҙҙең өләсәм менән көткән кешеләребеҙ бик күп!" Мин ашығып-ашығып тауға үрләйем. Яҡтылыҡҡа ынтылам. Өләсәйем үҙе айға әйләнә. Ул тауҙың затлы тажы. Ул бейектән мең-мең нур һибә. Донъя яҡтыра... Беҙҙең халыҡ ошо тауҙар менән береккән. Быуын-быуын улар бергә. Үткәнебеҙҙә беҙ ҡалдырып киткән кешеләр яҡтылыҡ булып ҡала. Тышҡы яҡтылыҡтан тыш, эске яҡтылыҡ кәрәк. Берәүгә лә әйтмәһәм дә, зарланмаһам да, шул нурҙы һағынып йәшәнем. Мин яуап бирә алдыммы икән һиңә, улым?
Әсәһен тын да алмай тыңлаған Ренард яуап бирмәне. Дөрөҫөрәге, яуап урынына тамағына тыйылған төйөрҙө генә йотто.
Аҙна һиҙҙермәй генә үтте лә китте. Ләкин кисерештәр бер ғүмергә бәрәбәр ине. Мәрйәм әбей ата-бабалары төйәк иткән ерҙән үҙе оя ҡорған яҡҡа тулы күңел менән китәсәк. Һөйөү менән тулы күңел буш була алмай. Ул Мырҙағол ҡустыһын да тау менән сағыштырҙы. "Тауҙар һаҡсылар шикелле. Улар был саф тәбиғәтте, саф күңелле кешеләрҙе һаҡлап уратып баҫҡандар, - тип уйланы ҡатын. - Ауылым да, халҡым да йәшәр".
- Мырҙағол ҡустым, инде һинең сират. Fаиләң менән ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Көтәсәкбеҙ.
- Буяуҙарға бай, буяуҙары сағыу төйәгеңде күрһәтмәксеһеңме? - тип көлгән булды Мырҙағол.- Тырышырбыҙ, апай.
Ҡапыл томан төштө. Марианна ҡарашы менән томан аша күрә ине, ул туймаҫтай булып, тирә-йүнде байҡаны.
- Эй, балҡыу ҙа һуң был донъя!..
- Томан бит, әсәй.
- Күңел күҙенә томан оронсоҡ түгел, - тине әсә уйсан ғына.
Улының башына барып етте: "Әсәйем бит ошо томан эсенән күрә балҡыулыҡты. Ватан төҫөн…"
Тау ҡасмай. Тау сабыр. Тау уйсан. Тау аҡыллы. Тау тәрән тамырлы. Тау кеше ғүмеренә үлсәм. Кеше генә түгел, халыҡ ғүмеренең үлсәме.
Һәр кемдең менер үҙ үлсәме, үҙ бейеклеге булырға тейеш. Шул бейеклеккә менеп етмәйенсә, уның туҡталырға хаҡы юҡ. Памир тауҙарына Марианна гел шулай үрләй торғайны. Иң шәп альпинист булараҡ, күпме маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр алды. Урал тауҙарына ул менмәне. Fүмере буйы хәтерендә тотҡан Ямантауға яҡын килмәне! Ләкин бөгөн ул иң ҙур бейеклекте яулағанын аңланы. Был бейеклекте халыҡ ғүмере менән генә үлсәп булалыр.
* * *
Дүшәнбе аэропортына килеп төшкәс, нишләптер, ҙур көҙгө ҡаршыһында туҡтап ҡалды. Ҡапыл үтелгән юлдары иҫенә килеп төштө: "Тыуған яҡтарыңда үҙеңде бәхетле тойоп ҡанатланып йөрөнөң, ә хәҙер нисек булыр? Артабан ниндәй кисерештәр менән йәшәрһең?" Был һорауға Мәрйәм әбей яуап бирә алмай ине. "Ҡашыңды төймә, көҙгө, һин бит ни бары минең сағылыш ҡына..."
Көҙгө йылмайҙы. Бына шулай. Мәрйәмгә һинең эргәңдән күп тапҡырҙар үтергә яҙһын. Йылмайып оҙат һәм йылмайып ҡаршыла. Уны Уралтау яғына оҙат һәм бер саҡ ул әйләнеп ҡайтмаһа, турһайма, ҡарайма. Донъяла күп нәмә онталғанын, ярсыҡланғанын беләһеңдер. Ләкин үҙ ватанын тапҡандар онталмай, селпәрәмә килмәй. Һин Мәрйәмдең күңел бөтөнлөгөн тапҡанын аңлағанһыңдыр. Көҙгө күптәрҙе ҡаршы ала, оҙата. Һәм һәр береһенә үҙе булып яуап бирә. Һин йылмайһаң, ул мотлаҡ йылмайыу менән яуап бирәсәк. Мәрйәм, ер тетрәп, үҙең онталғанға ҡәҙәр йылмайыуҙан туҡтама! Һин - ватанлы!
(Аҙағы. Башы 25-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА