«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘЕҢ НЕСКӘЛЕКТӘРЕ АСЫҠЛАНЫП БӨТМӘҪ МӨҒЖИЗӘ
+  - 


Был юлы филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, тел ғилеме бүлеге мөдире Гөлназ Нурфәиз ҡыҙы ЙӘҒӘФӘРОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Гөлназ Нурфәиз ҡыҙы! Һөнәрҙе дөрөҫ һайлау - яҙмышыңды билдәләүгә тиң... Икеләнеүҙәр, шикләнеүҙәр булманымы, тип һорарға иткәйнем дә... Ғаиләгеҙҙәгеләрҙең юлын дауам итеү икеләнеүгә урын ҡалдырмағандыр, шулай бит?
- Эйе, белем биреү традициялары көслө булған Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлағас, һис тә икеләнеп тормайынса, Башҡорт дәүләт педагогия институтының әле яңы асылып торған башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-төрөк бүлегенә уҡырға индем. Бәләкәйҙән китап уҡыу, китап аша яңы күренештәр, фекерҙәр менән танышыу һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындырҙы мине. Ғөмүмән, ғаиләбеҙҙә китап культы йәшәне, белем алыуға иғтибар ҙур булды. Атайым Нурфәиз Муса улы Баһауетдинов - республикала билдәле шәхес, физик, педагогия фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Стәрлебаш районының мәғариф бүлеген етәкләне. Әсәйем Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова - республикала танылған уҡытыусы-ғалимә, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы. Улар икеһе лә ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә ең һыҙғанып эшләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәйем, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәре менән була, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын етәкләй, төрлө сараларҙа ҡатнашып, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Халыҡ аңындағы тел серҙәренә төшөнөргә өләсәйем дә булышлыҡ итте, тип иҫәпләйем. Ял көндәрендә уның яныңда ҡалып, беҙ, балалар, күп нәмәгә өйрәнгәнбеҙ. Ул беҙгә әкиәттәр һөйләр ине, йәшәү ҡағиҙәләрен матур ғына, сабыр ғына төшөндөрә торғайны. Әкиәт һөйләп йоҡлатыр ине. Уның балалары бөтәһе лә тип әйтерлек уҡытыусылар, йыр-моңға ғашиҡ Нурислам абзыйымдың, Маһинур, Кәримә, Әнисә апайымдарҙың барлыҡ балалары ла уҡытыусы булып, уҡытыусылар династияһын дауам итә, әлеге көндә күбеһе республикабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә уҡыусыларға белем бирә. Шундай белемгә ғашиҡ ғаиләлә тәрбиәләнеү, әлбиттә, баштан уҡ яуаплылыҡ тойғоһон бирһә, икенсе яҡтан, донъяға ҡарашты, төрлө яҡлап ҡыҙыҡһыныуҙы формалаштырғандыр. Художестволы әҫәрҙәр даирәһе, телдәрҙең үҙенсәлектәре, туған телебеҙҙең нескәлектәре һәр ваҡыт асыҡланып бөтмәҫ мөғжизә булып тойолдо. Шуға күрә лә, мәктәпте тамамлағас, бер ҙә икеләнмәй филология факультетына юл тоттом. Айырыуса, яңы асылған факультетҡа башҡорт теленән республика олимпиадаһында еңеүсе булараҡ имтиханһыҙ ҡабул ителдем.

Яңы ғына ойошторолған факультетта уҡыу өмөттәреңде аҡланымы, белемгә һыуһаған танһығыңды ҡандырҙымы?

- Эйе, был факультетта бик яҡшы белем алыу форсаты тейҙе беҙгә, тип уйлайым. Сөнки абруйлы, үҙ фәнен тәрән белгән һәм белемдәрен беҙгә тапшырған остаздарыбыҙҙан - Р.Х. Халикова, Э.Ф. Ишбирҙин, М.В. Зәйнуллин, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Ә.М. Сөләймәнов, Ф.Т. Күзбәков, Ә.М. Аҙнабаев, Ю.В. Псәнчин, М.Х. Нәҙерғолов, Ә.Х. Дәүләтҡолов, Ә.Х. Вилданов, Р.Х. Ниғмәтуллин, Г.Х. Бохарова, Н.Ф. Суфиянова, Л.И. Нагаева, Ә.Ә. Әхмәтҡужа, Х.Ғ. Үтәшев кеүек маһир уҡытыусыларҙан белем алыу бәхете тәтене. Төрөк теле серҙәрен иһә иң тәүҙә Германияның Фрайе университеты профессоры Маргарет ханым Эрсен-Раш өйрәтә башланы, артабан Төркиәнән килгән уҡытыусылар дауам итте. Маргарет ханымдың: "Башҡорт теле шул тиклем моңло, шул тиклем матур тел!" - тип һоҡланғаны әле булһа ҡолаҡта яңғырай. Төрлө яҡлап бирелгән белем, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, мәғәнәле саралар күңелде үҫтереп, рухи яҡтан байытһа, ғилми етәксем Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халикова етәкселегендә фәндә тәүләп эшләнгән аҙымдар, конференцияларҙа сығыш яһау үҙеңде һынап ҡарарға, үҙ көсөңә ышанырға мөмкинлек бирҙе. Белем, аҡыл, кешелекле мөнәсәбәт, һәр беребеҙ кисергән индивидуаль асыштар өсөн рәхмәтлемен хөрмәтле остаздарыбыҙға!

Хеҙмәт юлығыҙ нисегерәк башланып китте?

- Институтты тамамлағандан һуң "Башҡорт-төрөк эшлекле хеҙмәттәшлек фонды"нда референт-тәржемәсе булып эшләй башланым. Әҙ генә эшләһәм дә, синхрон тәржемә буйынса яҡшы тәжрибә алдым, тип иҫәпләйем. Артабан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала эҙләнеүсе булараҡ теркәлеп, фән донъяһына инеп киттем. Академик З.Ғ. Ураҡсин етәкселегендә "Башҡорт теленең традицион хәрби лексикаһы" темаһын һайлап, 2001 йылда кандидатлыҡ диссертациямды яҡланым. 2011 йылға тиклем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында (бөгөн - Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләнем, башҡорт теле, уның тарихы һәм бөгөнгөһө менән бәйле дисциплиналарҙы уҡытып, студенттар менән аралашып, ғилми эштәр яҙҙырып, уҡытыусы булараҡ тәжрибә тупланым. Ул йылдарҙа кафедра мөдире проф. Д.С. Тикеевтан, өлкән быуын коллегаларым Ғ.Ғ. Ҡаһарманов, Л.Л. Сәмиғуллина, Х.Ғ. Йосопов, И.Ғ. Вәлитовтарҙан, хеҙмәттәштәрем Р.Х. Илешева, Л.М. Хөсәйенова һ.б. теоретик һәм методик яҡтан күп нәмәгә өйрәндем, тип әйтә алам, рәхмәтлемен уларҙың иғтибарына, ихтирамына. Етәкселек башҡорт теле кафедраһы мөдире урынбаҫары, артабан белем биреү сифаты менән идара итеү бүлеге етәксеһе вазифаларын ышанып тапшырғас, документтар менән ентекләп эшләүҙе үҙләштерҙем, тип әйтә алам. Бөгөнгө көндә лә вуз менән бәйләнештәребеҙ өҙөлмәне, емешле хеҙмәттәшлек дауам итә.
Шул алған тәжрибәләр бөтәһе лә, әлбиттә, артабанғы эштә бик тә файҙалы булды. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлегенә 2011 йылда эшкә килгәс, ҙур проект өҫтөндә эшләй башланыҡ: 2011-2018 йылдарҙа филология фәндәре докторы, профессор Ф.Ғ. Хисамитдинова мөхәррирлегендә дүрт телле (башҡорт - урыҫ - инглиз - төрөк) тәржемәүи-аңлатмалы "Башҡорт теленең академик һүҙлеге"н төҙөүҙә ҡатнаштыҡ. Был 10 томлы баҫманың һәр бер томында бер өлөштөң авторы булараҡ та, һәр томдың редакторы ла, һүҙҙәрҙең төрөксәгә тәржемәһен әҙерләүсе булараҡ та сығыш яһарға насип булды. Телебеҙҙең матурлығы, тәрәнлеге, һәр һүҙҙең мәғәнәлеге хайран ҡалдырҙы ошо хеҙмәтте әҙерләгәндә. Бит бер һүҙ ҙә осраҡлы түгел, һәр береһенең үҙ урыны, үҙ мәғәнә төҫмөрө, үҙ функцияһы бар. Уларҙы барлап, өйрәнеп, теркәп, һүҙлексе-ғалимдарыбыҙ телдәргә һәйкәл ҡуя, һүҙҙәр донъяһы аша халыҡтың фекерләү ҡеүәһен, донъяны танып белеү баҫҡыстарын, кешелектең үҙ-үҙен күҙаллау һәм баһалау юлдарын асыҡлай. Бындай эҙләнеүҙәр юлы - ҡыуаныслы ла, ҡыҙыҡлы ла, кешене үҫтергән, рухи яҡтан байытҡан, асылында, халыҡтыҡын халыҡҡа ҡайтарған юл.
Һүҙлек өҫтөндә эшләгән осорҙа материалдарҙы шул юҫыҡта туплап, тикшереп, ҡасандыр Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин: "Һин булдыраһың, ошо номинация принциптары темаһын артабан эшләрһең!" - тип күрһәткән теманы докторлыҡ диссертацияһы итеп үҫтереп, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова ҡеүәтләүендә тамамлап, яҡлап ҡуйылды. Шул рәүешле башҡорт телендә исемләү принциптарына бәйле тикшеренеү барлыҡҡа килде. Асыҡланыуынса, һүҙҙәрҙе билдәле бер системаға һалып өйрәнеп, уларҙың барлыҡҡа килеү юлдары нәмәләргә хас өндәрҙе сағылдырыу, функционаллек, билдә, мөнәсәбәт төшөнсәләренә бәйле булыуын һәм телдәге барлыҡ тип әйтерлек һүҙҙәрҙе ошо принциптарҙан сығып аңлатып була. "Башҡорт телендә номинация принциптары" (2018) тигән китап ошо турала.

Сит телдәр менән дә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан инешләнә?

- Һәр нәмәнең нигеҙе бала саҡта булған кеүек, телдәргә мөнәсәбәт тә бала саҡта һалына, тип уйлайым. Миндә лә шулай булғандыр. Өләсәйем атайым-апайымдар менән беҙ, балалар, аңламаһын өсөн "ф" өнөн ҡушып, "йәшерен телдә" һөйләшә торғайны. Мәҫәлән, "мин хәҙер ҡайтам" тигәнде "ми-фин хә-фә-ҙе-фер ҡа-фай-та-фам" тип әйтәләр. Әлбиттә, серле өндәр донъяһын асырға тырышаһың. Киләсәктә был ынтылыш башҡа телдәрҙең өндәр донъяһына иғтибарҙы йүнәлткәндер. Мәктәптә француз теле менән инглиз телен өйрәнеп, институтта 2-се белгеслек булған төрөк теленән тыш, ғәрәп телен дә уҡыныҡ. Һуңғы йылдарҙа ҡытай телен ҡыҙыҡһынып өйрәнергә тотондом. Һәр телдең туҡымаһына халыҡтың яҙмышы, булмышы, фекерләүе, донъяға ҡарашы үрелгән. Һәр береһенең ҡабатланмаҫ аһәңе, мәғәнәләре, төҙөлөшө барлыҡҡа килгән. Ошо үҙенсәлекле өндәр, грамматик формалар, лексик берәмектәр, синтаксик ҡоролоштар сәсмәүеренән хасил булған матурлыҡ ғаләмен өйрәнеү һәр ваҡыт үтә мауыҡтырғыс. Ошо телдәр араһынан бигерәк тә ҡытай теле логик яҡтан аныҡ, теүәл булыуы менән айырылып тора. Балаларҙың логик фекерләүен үҫтерәм тиһәгеҙ, ҡытай телен өйрәтегеҙ, тип кәңәш итер инем.
Хәҙерге тел ғилемендә этнолингвистика, лингвокультурология тармаҡтарының әүҙем үҫеше лә нәҡ телдәрҙең туҡымаһында һаҡланған йәшерен мәғәнәләрҙе асыҡлауға ҡайтып ҡала, сөнки тел ғилемендә инде факттарҙы фиксациялау етерлек кимәлдә эшләнгән (тамам, тип әйтә алмайбыҙ, әлбиттә, сөнки был - туҡтауһыҙ процесс, тел, бер яҡтан, көн дә байый, икенсе яҡтан, көн һайын тиерлек ниндәйҙер берәмектәрен юғалта бара). Тимәк, хәҙерге тел ғилемендә тикшеренеүселәр алдында торған төп һорау - ниңә? Ниңә был һүҙ нәҡ шул мәғәнәлә йөрөй башлаған? Ниңә был һөйләмде нәҡ ошолай ҡулланабыҙ? Ғөмүмән, телдә һүҙҙәр шундай итеп үрелеп килә, сынйырҙың бер башынан тартһаң, артабан йомғаҡ кеүек, һүтелә лә һүтелә. Быны бигерәк тә тәржемә эшендә аныҡ күҙ алдына килтереп була. Мәҫәлән, миңә бер нисә ҙур ғына тәржемә проектында ҡатнашырға тура килде. Һуңғыларынан - яҡут халҡының "Нюргун батыр" тип исемләнгән олонхо-эпосын башҡорт теленә тәржемә иттек. Был китап 2023 йылда "Китап" нәшриәтендә З.Й. Рәхмәтулина һәм Г.Р. Хөсәйенова мөхәррирлегендә баҫылып сыҡты. Тәржемә иткәндә теге йәки был мәғәнәне бирергә тырышҡанда бик күп лексик варианттарҙы барлайһың, был осраҡта текст, контекст үҙе үк һүҙ һайлауҙа юл күрһәтә, һүҙгә һүҙ үрелеп китә.

Һеҙ теоретик монографияларҙан тыш уҡытыу-методик әсбаптар авторы булараҡ та танылдығыҙ. Заманында уҡытыусыларҙың өҫтәл китабына әйләнгән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр" (2003), "Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу" (2009), "Интеллектуаль уйындар" (2011), "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу" (2008), "Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшен ойоштороу" (2012), "Рухи байрамдар" (2023) кеүек методик ҡулланмалар нәшерләнегеҙ. Бының өсөн бит бай практик тәжрибә лә кәрәк...

- Был методик ҡулланмалар абруйлы уҡытыусы, ҙур тәжрибәле методист Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова менән берлектә яҙылған. Бөгөнгәсә 16 уҡытыу-методик әсбап баҫтырылды, барыһы ла уҡытыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде, ҡулланылыу тапты, заманына күрә яңылыҡ рәүешендә булғандыр - күп кенә ыңғай баһаламалар алдыҡ улар буйынса. Тимәк, беҙҙең эшебеҙ кәрәк, тип табылған. Иншалла, артабан да дауам итергә яҙһын. Замана менән бергә атлау һәр уҡытыусынан уҡытыусы булыуҙан бигерәк үҙе лә тырыш уҡыусы булыуын, яңы сараларҙы, алымдарҙы үҙләштереүен талап итә. Башҡорт теленең уҡытыу методикаһына ҡағылышлы бындай әсбаптар бик аҙ, тип әйтергә кәрәк. Был тәңгәлдә уйланаһы урын бар әле.
Лингводидактикаға килгәндә, уның предметы тотороҡло ҡала килә: телде өйрәтеүҙә ҡулланылған уңышлы алымдарҙы табыу, һөҙөмтәле биремдәр системаһын төҙөү, дөйөм алғанда, былар бөтәһе лә бер маҡсатҡа йүнәлтелә: грамоталы шәхес тәрбиәләү. Грамоталылыҡ иһә әҙәби телдең нормаларынан башлана. Ошо әҙәби тел нормаларын һаҡларға булышлыҡ итеү өсөн институтыбыҙҙың тел ғилеме бүлеге хеҙмәткәрҙәре 2023 йылда Республика Башлығы Гранты ярҙамында "Белемле.ру" тип исемләнгән башҡорт орфографияһы буйынса белешмә платформаһын булдырҙы (belemle.ru). Унда тупланған материалдар башҡортса дөрөҫ яҙырға булышлыҡ итә.

Бөгөн филология фәндәре докторы Гөлназ Нурфәиз ҡыҙы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Алдағы көндә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй бүлек?

- Институтыбыҙҙың тел ғилеме бүлеге - иҫ киткес бай тарихлы, фундаменталь хеҙмәттәр ижад иткән олуғ телсе-ғалимдарыбыҙ эшләгән бүлек. Бер быуатлыҡ эшмәкәрлек эсендә Институтыбыҙ хәҙерге башҡорт әҙәби теле нормаларын булдырыу һәм камиллаштырыу буйынса ғилми үҙәккә әүерелгән. Башҡорт теленең тарихи үҫеше, лексикология, орфография, грамматика өлкәһендә төплө фундаменталь хеҙмәттәр яҙылған. Был тикшеренеүҙәрҙең барыһы ла башҡорт теленең бай тарихлы, үҫешкән булыуын, яҡшы өйрәнелгәнлеген күрһәтә. Беҙ был хеҙмәттәргә нигеҙләнәбеҙ, уларҙа ятҡан идеяларҙы үҫтерергә тырышабыҙ. Әлеге көндә иһә тел бүлегендә алып барылған эҙләнеүҙәр башҡорт теленең хәҙерге торошон асыҡлауға йүнәлтелә, донъя лингвистикаһындағы яңы тенденцияларҙы иҫәпкә алып дауам итә, телебеҙҙең үҫеш перспективаларын барлай.
Яңы фекер, яңы ҡараш йыш ҡына ғилми дискуссия барышында барлыҡҡа килә. Был эштең әһәмиәтен күҙ уңында тотоп, тел ғилеме бүлеге һуңғы йылдарҙа "Хәҙерге заманда гуманитар фәндәр: Ураҡсин уҡыуҙары" исемле халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойоштороп ебәрҙе, быйыл ул ноябрь айында 2-се тапҡыр үткәреләсәк. Бынан тыш, былтырҙан башлап Институтыбыҙҙың директоры, заман менән бергә атлауҙы, хатта алдараҡ барыуҙы хуплаған етәксебеҙ профессор Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина мөхәррирлегендә "РФА ӨФТҮ хәбәрсеһе: Тарих. Филология. Культура серияһы" журналы донъя күрә башланы. Уның биттәре лә яңылыҡ өсөн, ғилми дискуссияларға асыҡ..."
Киләсәкте уйлағанда, фәнгә йәштәрҙең аҙ килеүе һағайта. Фәнгә белемле-ғилемле йәштәрҙе йәлеп итеү эше вузда уҡыу дәүерендә әүҙем генә алып барылһа (быны, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында төрөк теле буйынса дәрестәр биргәндә бик асыҡ күрәм), артабан эш урынын һайлағанда, фән юлынан китеүселәр матди яҡтан тейешенсә тәьмин ителмәүе арҡаһында талантлы, ғилми эшкә барымы булған йәштәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фәнгә килмәй. Һөҙөмтәлә быуындар араһындағы бәйләнештең өҙөлөп ҡалыуы күҙәтелә, фәндә остаз - уҡыусы бәйләнеше бик мөһим. РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә аспирантура эшләп килеүгә ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа гуманитар фәндәр буйынса килеүселәр аҙыраҡ.

Үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ хаҡында ла әйтеп китһәгеҙ ине...

- Ғаиләмә килгәндә, тормош иптәшем Ринат Ғәлимйән улы Йәғәфәров - оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләне, үҙе лә фән кешеһе, башҡорт фольклоры буйынса диссертация яҡланы, филология фәндәре кандидаты... Эшкә бәйле бер-беребеҙҙе яҡшы аңлағанға бер-беребеҙгә ныҡлы таянысбыҙ, шуның менән бәхетлебеҙ. Балаларыбыҙ - илһам сығанағы, Аллаға шөкөр, үҙ юлдарын табып баралар. Киләсәктә донъяларыбыҙ имен, күңелдәребеҙ көр булып, эшләгән эштәребеҙҙән ҡәнәғәтлек кисереп, һаулыҡта йәшәргә яҙһын.

Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт! Гәзит уҡыусылары исеменән һеҙгә фән өлкәһендә яңы ижади үрҙәр, ғаиләлә именлек, йән тыныслығы, тән сәләмәтлеге теләйбеҙ!

Әңгәмәне Фәнил КҮЗБӘКОВ ойошторҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 4 - 10 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.07.25 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 

Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.

(Сенека).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru