
Ирәндектә лә йәшәгән улар
Гәзит уҡыусыларға тәҡдим иткән был мәҡәләмдең йөкмәткеһен 1993 йылдың 6 июнендә яҙып алғайным. Уны Баймаҡ районы Ғәле ауылында тыуып үҫкән Нуретдин Хөснөтдин улы Заманов һөйләгәйне. 1922 йылғы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, бер нисә яра алған яугир осрашыу мәлендә Сибай ҡалаһында йәшәй ине. Ул һөйләне миңә шүрәлеләр тураһында.
- Шүрәлене Урғаҙа йылғаһына ат һуғарырға төшкәндә күрҙем, - тип һөйләп китте ул. - Тәүгә осратһам да, ҡурҡманым. Беҙҙең ауыл халҡы ундай януарҙарҙың элек йәшәүе хаҡында йыш ҡына һөйләй торғайны. Тышҡы күренеше ни рәүешле икәнен дә яҡшы белә инем. Иҫемдә ҡалғандарҙы һөйләп бирәйем улайһа.
Тиреһе йылҡылдап тора. Йылҡы малыныҡына оҡшаңҡыраған. Һоро төҫтә. Ҡолаҡтарын ҡайсыландырып тыңлай. Күҙҙәре бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Ҡулында ла, аяғында ла тырнаҡтары бар. Ҡулының бармаҡтары кешенекенән күпкә оҙонораҡ. Үҙҙәре йөнтәҫ. Күберәк дүрт аяҡлап йөрөй. Артҡы аяғына торорға ла мөмкин. Кәүҙәгә йәтеш - буйы алты-ете йәшлек баланыҡындай булыр. Арҡаһы көмөрөрәк.
Ҡулын кешенең ҡултыҡ аҫтына индерһә, ҡытыҡлап үлтермәйенсә туҡтамай, тигәнде ишетергә тура килде. Шундай осраҡтар ҙа булғылаған: шүрәле кешенең ҡултыҡ аҫтын тишеп, йөрәген йолҡоп алған һәм ашаған. Ҡултыҡ аҫтыбыҙҙа һөйәк юҡ бит - тик яры ғына. Шуны ул нисектер белеп алған.
Һөйләшеүе кешенекенә оҡшамаған. Шыҡырлап һөйләшә. Һайыҫҡан хәүефләнгәндә сығарған тауышҡа оҡшаңҡырай. Ҡойроғо оҙон. Арҡан кеүек. Бик ныҡ. Шуның менән ағас ботағын ике-өс мәртәбә әйләндереп, баштүбән аҫылынып тора. Ҡамсы кеүек шыйтылдатып, кәүҙәһен бер нисә мәртәбә уратыуына шаһит булған бер нисә кеше менән һөйләшеп ултырҙым. Быны үҙемә күрергә насип булманы.
Урғаҙа башында текә ярҙар һуҙылып киткән. Унда мәмерйәләр бар. Ҡышты шүрәлеләр элгәре шунда, ғаиләләре - ҡатыны, ире һәм балалары менән бер урында үткәргәндәр.
Күптәр минең һөйләгәндәремә ышанмай. Урғаҙа йылғаһына бейәмде һуғарырға төшкәндә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, тип әйтһәм, көләләр. "Ғалимдар шүрәлене әллә ҡасан тотоп, ситлеккә бикләп ҡуйырҙар ине", - тип ҡаршы төшәләр.
Баймаҡта Өфөнән килгән бер тарихсы менән һөйләшеп торҙом. Ул серле ваҡиғаларға ҡағылышлы ауыҙ-тел ижадын өйрәнергә килгән икән. Шүрәле тураһында һөйләгәндәремде яҙып алды. "Ағиҙел" журналында баҫтырып сығарырмын, тине. Мин ул баҫманы алдырмайым. Бәлки, сыҡҡандыр ҙа. Тик, һиҙемләүемсә, ғалим миңә ышанманы. Башҡорт, татар, сыуаш һәм мари халыҡтары араһында таралған әкиәттәрҙә шүрәле йыш осрай, тип әйткәне иҫемдә. Уның икенсе төрлө исеме лә бар - "ярымтыҡ", тип бәхәсләште. Беҙҙең Ғәле ауылында уны бер исеме менән генә йөрөтәләр - шүрәле.
Халыҡтың ауыҙын томалап булмай. Хәҙерге заманда шүрәлеләр осрамай, әммә бынан илле йыл элек улар беҙҙең яҡтарҙа йәшәгәндәр. Фәйзулла ауылының икенсе исеме Шүрәле икәнен бөтә кеше белә.
Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ
яҙып алды һәм баҫмаға әҙерләне.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №25, 27 июнь – 3 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|