«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн балалар ниндәй уйындар уйнай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛЕГЕҘ, КҮРЕГЕҘ, БАҺАЛАҒЫҘ!
+  - 

Тормошобоҙҙо миҙгелдәргә бүлеп йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, йылды дүрт миҙгелгә бүлгәндә уңайлыраҡ, йәй менән ҡыштың, яҙ менән көҙҙөң үҙҙәренә генә хас сифаттары сағыуыраҡ күренә. Бала сағыбыҙҙы үҫмер йылдары менән бутамайбыҙ, һәр осорҙоң үҙ йәме.

Театр ҙа эшмәкәрлеген ижади миҙгелдәр мыҫҡалына һалып үлсәй, ул йәйге ялдарҙан алда тамамлана ла, көҙ яңы миҙгелде асыуҙан башлана. Ябыу осоронда һығымталар яһалһа, яңыһын башлағанда дәртле өмөттәр уяна, пландар ҡабул ителә. Әле Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үҙенең 94-се (!) Ижади миҙгелен ябыу мөҙҙәтенә еткән мәле. Был айҡанлы 10 июндә Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә режиссер Залина Усманова ҡуйған "Тынлыҡ өҙөлгән урын" спектакленең премьераһы буласаҡ. Һәр премьера театр өсөн һынау ғына түгел, көс-кимәлен сағылдырыусы күрһәткес тә. Залина Вилким ҡыҙынан буласаҡ спектаклдең йөкмәткеһе, формаһы тураһында һораштыҡ:
- Театрҙағы эшмәкәрлегемдән тыш, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында театр бүлегендә уҡытҡас, студенттарым менән спектаклдәрҙең яңы формалары тураһында йыш һөйләшәбеҙ. Шәхсән үҙем Мәскәү, Питер театрҙарының тормошон күҙәтеп барам, Ҡаҙан театрҙары ла ситтә ҡалмай. Был үҙ ҡаҙаныңда ҡайнамау өсөн бик тә ҡулай ысул. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, шул саҡта ғына үҙеңдең бер урында тапана башлауың күҙгә ташлана. Студенттарымдың ана шул бер төрлөлөктән ҡараштары тоноҡлана башлауын һиҙгәс, Театр эшмәкәрҙәре союзының яңы ижади проекттар бүлегенә ғариза биреп, театрыбыҙҙа айырым актерҙар менән эшләп, айырым спектакль сығарыу мөмкинлеге алдым. 26 октябрҙә яңы башлаған эшебеҙҙең дебюты булды, актрисалар Айгөл Ғөбәйҙуллина менән Сәлимә Кинйәбаевалар ҡатнашлығында әҙәби-поэтик спектакль сығарҙыҡ.
Актерҙарға дәрестәр үткәргәндә, тренингтар мәлендә бәләкәй-бәләкәй генә сценарийҙар яҙыла. Шул ҡыҫҡа ғына әҫәрҙәрҙе ҡулланып, моноспектаклдәр барлыҡҡа килә. Был шөғөлөбөҙ бик тә оҡшап ҡалды, беҙ уны байытып, сәхнә әҫәре кимәленә еткереп, тамашасы хөкөмөнә сығарырға булдыҡ. 9 декабрҙә тәүге премьерабыҙ бәләкәй залдағы сәхнәгә сыҡты. Ҙур сәхнәгә сығыр алдынан шул моноспектаклдәрҙе бер епкә теҙеп, бер бөтөн итеп туплау зарурлығы барлыҡҡа килде. Сценарий буйынса йәш режиссер үҙе ҡуясаҡ спектаклгә материалдар эҙләй. Шул саҡта ул Умберто Эко исемле фәйләсүфтең матурлыҡ һәм әшәкелек тураһындағы уйланыуҙарына тап була һәм үҙ-үҙенә һорау ҡуя: нимә ул - матурлыҡ, әшәкелек нимә ул? Тышҡы матурлыҡ эсендә йәмһеҙлек булыуы ла ихтимал бит, киреһенсә, тышҡы ҡиәфәте ҡурҡыныс булып та, кешенең эске тормошо яҡты булыуы бик ихтимал бит!
Шулай итеп, социаль селтәрҙәрҙән эҙләп, тормоштан алып, әлеге мәлдә тулы кимәлдәге сәхнә әҫәре барлыҡҡа килде. Нимә тураһындамы? Спектаклдә дүрт тарих бирелә: беренсеһе ен ҡағылып, аңы томаланған ҡатын тураһында, икенсеһе сибәрлеге арҡаһында михнәт сиккән матурҡай хаҡында. Өсөнсө тарихта ҡанундар төрмәһендә үҙен яңғыҙ тойған йәш ҡыҙҙы күрерһегеҙ. Дүртенсе тарих ир кешенең иҫерткес эсемлектәргә бәйлелеге хаҡында. Вербатим, импровизация, драма жанрҙарын бергә ҡушып, һәр тамашасыбыҙҙың спектаклдән уйланып ҡайтыуын теләйбеҙ. Ябай, ғәҙәти, ҡанға һеңгән күренештәрҙән ситләшергә тырыштыҡ. Күпмегә ситләшеүебеҙҙе килегеҙ, күрегеҙ, баһалағыҙ. Премьера 10 июндә!

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.25 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru