
Көтөүсе муҡсаһының нимә икәнлеген һәр кем белә. Ул - көтөүсе ҡуллана торған махсус сумка йәки тоҡсай. Унда аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ, ҡайсы, бау кеүек кәрәкле әйбер йөрөтәләр. Борон был муҡса, ғәҙәттә, оҙаҡ ваҡытҡа сыҙамлы ныҡлы туҡыманан тегелһә, хәҙер тоторға ла, арҡаға аҫырға ла уңайлы рюкзак йөрөтәләр.
Бөгөн көтөүсе һөнәре бармы ни ул, тип һорарһығыҙ. Юҡ шул. Бына шуға ла һуңғы йылдарҙа ауыл тирәһендә ҡарауһыҙ йөрөгән мал күбәйҙе. Шул сәбәпле күрше күршеһе менән әрләшеп бөттө. Берәүһенең малы икенсеһенең баҡсаһына инеп зыян иткәне өсөн генә түгел. "Һин көт тә мин көт... Ул көтмәгәс, мин көтмәйем", - тип, көтөү көтөргә сығыу сираты менән риза булмағандар араһында бәхәс күп тыуа. Ауыл биләмәләре башлыҡтарының теңкәһенә тейгән проблемаларҙың да береһе ул көтөүсе юҡлығы. Заманса алымдар менән эш иткән ауыл хужалыҡтарында мал ашатыуҙы автоматлаштырыу сәбәпле, малсы-көтөүсегә ихтыяж кәмеһә лә, ауылдарҙа, эре һәм ваҡ мал, шулай уҡ йылҡы тотҡан ерҙәрҙә улар әле лә кәрәк.
Көтөүсе, һис шикһеҙ - бик яуаплы һәм ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Көтөп ҡарамаған кешегә генә мал көтөү еңел кеүек күренә. Юҡҡа ғына берәү яратмаған кешеһенә "Ирең көтөүсе булһа ғына ярар ине", тип теләмәгәндер. Был эштең ауырлығын үҙ елкәһендә татығанға шулай тигәндер. Көтөүсе иртә таңдан кискә тиклем мал артынан йөрөй, уларҙы ҡарай, һаҡлай, ашата, һыу эсерә, ауырығанын айыра, юғалғанын эҙләй, быҙаулата, уны алып ҡайта. Ямғыр, ел, һыуыҡ, эҫе - бөтәһен дә үткәрә. Уның бурысы - ауыл халҡының күҙ төбәп торған байлығын һаҡлау.
- Көтөүсе эше еңел түгел шул. Шуға ла бөгөн ялланып көтөргә теләгән кеше юҡ. Уйлап ҡараһаң, эш хаҡы арыу ғына бит уларҙың. Мал башы һанына ҡарап, уртаса 60-70 мең һумға тиклем барып етә. Борон ауыл көтөүен бер-ике кеше алмашлап көтә торғайны. Ауыл халҡы уларҙы үҙе һайлап ҡуя ине. Ашатырғамы-юҡмы, күпме түләргә, ҡайҙа йоҡлатырға һөйләшеп, барыһын да сходта хәл иттеләр, сөнки көтөүсе, ғәҙәттә, ситтән килеп яллана торғайны, ауыл кешеһен хужалыҡта эш ҡулы етмәй тип, колхоз ебәрмәне. Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, ҡаланан бер сулаҡ килеп көттө, - ти Дәүләтҡол ауылынан Ғәйнулла Рахманғолов.
Ғәйнулла ағай үҙе заманында сусҡа ла, ауыл көтөүен дә көткән кеше. Уның әйтеүенсә, сиратлап көткәнгә ҡарағанда, ауыл халҡына ғына түгел, малға ла яҡшы бер генә көтөүсе булыуы. Төрлө кеше көтһә, малдың да ҡылығы үҙгәреүсән, сөнки береһе иртәнән кискә тиклем аҡыра-баҡыра көтөүҙең артынан ҡыуа. Икенсеһе тыныс ҡына көтөү алдынан бара. Көтөүлектә мал кәмеүенең сәбәбенең береһе лә бит көтөүсе булмағанлыҡтан. Миҫалға Рассвет ауылын ғына алайыҡ. Быйыл унда шәхси ҡураларҙан тиҫтәгә яҡын ғына баш һыйыр "электр көтөүсе"һенә тапшырыла.
"Көтөүсе бисәһе төндә биҙәнә" тигәндән, көтөүсе эшенә тура бәйле башҡа махсус әйтем булмаһа ла, башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре араһында мал, хеҙмәт, тырышлыҡ тураһында бик күп тапҡыр һүҙҙәр бар. Мәҫәлән, "Малсыһы булмаһа, малың да булмаҫ". Шулай инде, көтөүсе булмаһа, малыңды ла бөтөрәһең. Бына тағы: "Мал көткәндең малы артыр, эшләгәндең даны артыр". "Көтөүсе йоҡлаһа, мал таралыр". "Малсыһы тырыш булһа, малы туҡ булыр". Был мәҡәлдәр көтөүсе эшенең яуаплылығын, тырышлығын һәм ауыл тормошонда мөһимлеген сағылдыра.
Район ауылдарының береһендә байтаҡ йылдар элек дүрт йыл рәттән ҡустыһы менән алмашлап көтөү көткән Рәфил ағай Бикмырҙин әйтеүенсә, уның муҡсаһында аҙыҡ-түлек, тәмәке менән шырпы ғына түгел, тәбиғәт һәм кешеләр мөнәсәбәте тураһында бер нисә томлыҡ тормош һабағы ла ята.
- Малға ғына түгел, ҡайһы бер кешеләргә лә көтөүсе кәрәк. Минең күҙәтеүҙәр буйынса, кешеләр өс төргә бүленә. Шуларҙың икәүһе тураһында фекерем менән бүлешкем килә. Береһе - ҡоро тауыш. Эше лә юҡ, аҡылы ла юҡ, ҡоро тауыш ҡына. Ундайҙарҙың башы уйлап өлгөргәнсе теле барыһын да ярып һала. Һарыҡ һымаҡ. Сусҡаға оҡшағандар бар. Бер ҡасан башын күтәреп, һинең күҙеңә ҡарамай улар. Һинең күҙеңә түгел, күккә лә, ҡояшҡа ла ҡарамай. Ундайҙар бөтә нәмәне үҙенең ҡарашы төшкән тиклем генә кимәлдән баһалай. Көтөү көткәндә бына шундайҙарҙан этлекте күп күрҙем. Йә уларҙың ғына һыйырының һөтө булмай, йә елене бысранып, дегәнәккә һырып ҡайта, йә иртә алып сығаһың, тип һуҡрана, йә - киреһенсә, һуңға ҡалаһың, тип маҙаға тейә. Иң ғәжәбе - был хаҡта үҙе әйтмәй, ә кеше аша, аҫтыртын рәүештә еткертә.
Яңыраҡ бер танышым ошоға оҡшаш тағы бер осраҡ тураһында һөйләне. Бер тапҡыр ғаиләгә нисәлер көн рәттән көтөү көтөргә тура килгән. Уларҙың ауылында ла бер ваҡытта ла көтөүсенән риза булмаған бер әбей йәшәй икән. Тәүге көн көтөү көткәндән һуң был танышымдың улы, йоҡоһо бөткәс, атаһы янына көтөүлеккә китеп барһа, теге әбей осрай. Ул, ғәҙәтенсә, малайға дәғүәһен белдерә. Йәнәһе, бөгөн уның һыйырының һөтө аҙ булған. 10 йәшлек малай ҙа юғалып ҡалмаған: "Кисә беҙ ашатҡан һыйырҙарҙың һөтө иртәгә генә буласаҡ, шулай булғас, дәғүәне беҙҙән алда көткән күрше бабайға белдерегеҙ", - ти ҙә ары китә.
Ошондай кешеләрҙең малы ла йүнһеҙ була. Мал эйәһенә оҡшай, тигән әйтем дә бар бит халҡыбыҙҙа. Ысынлап та, шулай. Мәҫәлән, хужаһы тыныс булһа - малы ла тыныс, ә әүҙем, шаян кеше малын да шундай итеп тәрбиәләй. Халыҡта: "Мал үҙ эйәһенә оҡшамай буламы?" - тип әйтәләр. Был әйтем кешеләрҙең тәбиғәте, тәрбиәһе, мөнәсәбәте малдарға ла күсә тигәнде раҫлай.
Муҡсаға кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Хәҙергә ваҡытта замана бәләһенә әйләнгән талпанға ҡаршы көрәш саралары ла урын табырға тейеш унда. Совет власы осоронда йәй һайын халыҡ араһында "кукурузник" исеме алған АН-2 самолетынан иген баҫыуына гербицидҡа ҡушып талпанға ҡаршы махсус ағыу ҙа һиптеләр. Хәҙер ҡалала йәшәгән "йәшелдәр", тәбиғәтте бөтөрәһегеҙ, тип лаф ора, ә власть уларҙан ҡурҡыуын йәшереү өсөн, ағыу бик ҡиммәт, ти. Әйтерһең, кеше ғүмере арзан. Кемдән-кемдән, бына ошо көтөүселәрҙән һораһындар ине, сөнки улар кис һайын кейеменән тиҫтәләгән талпан йыя, шуға күрә моҡсайҙа, беренсе сиратта, һыу менән бер рәттән, талпандан һаҡланыу саралары ла булыуы мотлаҡ...
Көтөүсе муҡсаһы тураһында һөйләнек һөйләүгә, әммә көтөүсе хеҙмәте аҡсалы һәм бик кәрәкле булһа ла... юҡҡа сыға бара бит. Заман парадокстарының тағы береһе ошо булалыр инде.
Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА