«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАУЫРҺАҠ - ТАБЫН ЙӘМЕ
+  - 

Иғтибар итһәгеҙ, байрам өҫтәле милли ризыҡтар булғанда тағы ла күркәмерәк, йәмлерәк. Бигерәк тә бауырһаҡ, сәк-сәк өҫтәлде биҙәй. Уны һәр кем үҙе белгәнсә һәм теләгәнсә бешерә. Һеҙгә Күгәрсен районы Аҙнағол ауылында йәшәгән Ләйсән Хөрмәт ҡыҙы СӘЛИХОВАнан рецепт тәҡдим итәбеҙ.

- Күптәр, айырыуса йәштәр, бешереүе оҙаҡ, тип, сәк-сәк, бауырһаҡ кеүек тәмлекәстәрҙе әҙерләмәҫкә тырыша. Башта ғына шулай тойола ул. Бер өйрәнеп алһаң, гел бешерге генә килеп тора. Ваҡыт кәрәк, әлбиттә. Түҙемлек тә талап ителә. Сабыр ғына, ҡабаланмай ғына тотонһаң, һис шикһеҙ, бауырһағығыҙ ҙа, сәк-сәгегеҙ ҙә уңып бешер. Мин үҙем уны байрамға, ҡунаҡҡа алданыраҡ, ваҡыт иркенерәк булғанда әҙерләйем. Был көндә башҡа ҡамыр эшен планлаштырмайым.
Шулай итеп, 6 йомортҡа, ауылдыҡы булһа тағы ла яҡшыраҡ, бысаҡ осонда ғына сода һәм тоҙ, 1 балғалаҡ үҫемлек майын бергә ҡушып, күпергәнсе болғатам, миксер булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Килеп сыҡҡан массаға иләнгән ондо яйлап ҡына һалып, ҡамыр баҫам. Ондоң юғары сортлыһын алырға тырышығыҙ һәм уны мотлаҡ иләгеҙ, ул ондо таҙартып ҡына ҡалмай, кислород менән дә байыта. Баҫып бөткәс, уны ябып, ярты сәғәткә "ял итергә" һалам.
Бауырһаҡ эреле-ваҡлы булмаһын өсөн уны тигеҙ генә итеп ҡырҡып, ике усым менән бауға оҡшатып һуҙып сығам да, бер тигеҙ генә итеп киҫәм. Бер-береһенә тейеп йәбешеп ятмаһын, таҡтаға йәбешмәһен өсөн аҙыраҡ он һибәм. Ҡоро таҫтамалға теҙергә лә мөмкин.
Бешергәндә һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Һауыт һай булырға тейеш түгел, ҡайһы бер үҫемлек майы, ҡамырҙы төшөргәс, ҡапыл күпереп таша.
Ярылып бешмәһен өсөн ҡамырҙы ҡайнар майға төшөрмәйем. Ҡайнап сыҡҡас, уттан алып торам да, бер аҙ һыуынғас ҡына бауырһаҡты һалам һәм утҡа ҡуйып, өҙлөкһөҙ генә болғатып торам. Ҡабарып, өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, бер төрлө төҫкә ингәнен көтөп, һөҙөп алам. Яҡынса 7-8 минутта матур ғына ҡыҙара.
Сиропты түбәндәгесә әҙерләйем: 4-5 ҡалаҡ бал, ярты сынаяҡ һыу һәм 1,5-2 стакан шәкәрҙе ҡушып, һүрән утта 8-10 минут ҡайнатам. Бал һымаҡ һуҙылып ҡына торһа, ул әҙер тигән һүҙ.
Ҡулды аҙ ғына һыулайым да, бауырһаҡҡа сиропты һалып, матур тәрилкәләргә өйөп ҡуям.
Йыш ҡына туғандарға никахҡа, туйға барғанда күстәнәскә сәк-сәк, бауырһаҡ бешереп алып барам. Шуны һынағаным бар: әгәр бауырһаҡтар бер-береһенә ныҡ йәбешһә, йәш кәләш һәм кейәү араһы ныҡ яҡын була. Йомшағыраҡ, таралыбыраҡ торған саҡтар ҙа булғылай. Ул сағында йәштәрҙең мөнәсәбәте тарҡауыраҡ һымаҡ.

Лена БАРЫЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 1374

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru