«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Фототартма Яҙылыу Гәзиттә реклама УҠЫУСЫ ҺҮҘЕ Архив Редакция «Киске Өфө» блогы
Беҙҙең номерҙар
 
Февраль
  32   |   33   |   34   |   35
Сентябрь
  36   |   37   |   38   |   39
Октябрь
  40   |   41   |   42   |   43   |   44
Ноябрь
  45   |   46   |   47   |   48
Декабрь
  49   |   50   |   51   |   52
Ғинуар
  01   |   02   |   03
 
Фототартма
 
Ҡорама байрамы (Баймаҡ)
 
Киске Өфө» блогы
 

әйт, тиһәгеҙ...

Яңы йылдың тәүге көндәре эшһеҙлек менән үтә, шуның менән йыл дауамында эшһеҙлек кәйефе тыуҙырыла, тип уйламайһығыҙмы?

 
№3, 21 - 27 Fинуар, 2012

АУЫР ИШЕКТЕ КЕМ АСТЫ?

Баш ҡаланың яңы башлығы һайланды

Бер ваҡыт бер батша үҙенең һарайындағыларға имтихан ойошторорға булған: улар дәүләт эшен башҡарырға, юғары вазифа биләргә лайыҡлымы, юҡмы? Барыһы ла бергә йыйылғас, батша вәзирҙәренә ҡарап, былай тигән:"Бер ауыр мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Ҡайһығыҙ уны тиҙерәк хәл итә алыр икәнен белгем килә..." Шунан батша барыһын да һарайҙағы ҙур ишек янына алып килә һәм шулай ти: "Бына был минең һарайымдағы иң ауыр һәм иң ҙур ишек. Уны кем аса алыр?" Вәзирҙәрҙең кемелер ишек эргәһенә яҡын килеп тә тормай, батшаның шундай имтихан ойоштороуына ризаһыҙлыҡ белдереп, баш сайҡап ҡына ҡуя. Кемелер уны асып булмауға төрлө сәбәп эҙләй. Өсөнсөләре ишектең йоҙағын әйләндереп-әйләндереп тикшереп ҡарай. Шунан барыһы ла, был ишекте асып булмаясаҡ, тигән һығымта яһай һәм боролоп китә. Тик бер вәзир генә ишек янында ҡала, йоҙаҡты тотоп ҡарай ҙа, уны ҡапыл тарта. Йоҙаҡ асыла! Был вәзир йоҙаҡ асылһын өсөн бер аҙ ғына көс һалырға кәрәклеген, тормошта кеше асып булмаҫтай йоҙаҡтар юҡ икәнен яҡшы белгән булған, күрәһең...
Был риүәйәт ошо көндәрҙә булып үткән бер ваҡиғаға - Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр араһында булған имтиханға ауаздаш һымаҡ. Беләһегеҙҙер, был вазифаға конкурс ойошторолоп, туғыҙ кеше дәғүә иткәйне. Кандидаттарҙың үҙ-үҙен тотошо тап ошо риүәйәттәгесәрәк килеп сыҡты. Кемдәрелер үҙенең көс етмәҫтәй эшкә тотонғанын аңлап, сигенде, әммә үҙенең сигенеүенә төрлө һылтауҙар эҙләп, кемдәрҙелер нимәләләр ғәйепләп маташты. Бер кандидат үҙенән лайыҡлыраҡ, үҙенән көслөрәк кандидат барлығын танып, үҙенең кандидатураһын ҡарауҙан үҙе баш тартты. Ҡыҫҡаһы, өс кандидат ҡына имтиханды тапшыра алды. Өфө ҡала округы Советы ултырышында ошо өс кандидаттың береһе Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы итеп һайлап алынырға тейеш ине. Депутаттар баш ҡаланың иң ауыр мәсьәләләрен дә сисә алырҙай, быны ошоға тиклем дә үҙ эше, тәжрибәһе, һәләтлеге менән иҫбатлаған кешене - Ирек Ишмөхәмәт улы Ялаловты һайланы.
Ултырышта ҡатнашыусы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловтың Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп һайланыуын хупланы. Республика Президенты, Ирек Ялаловтың ҡала мэры итеп һайланыуы - власть алмашыныуы ғына түгел, ә ниндәйҙер кимәлдә күсәгилешлелек тә, тип билдәләне. Ирек Ялалов - ҡала башлығының беренсе урынбаҫары, бынан һуң йыл дауамында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булып эшләне. Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловтың был вазифаһындағы эшмәкәрлегенән дә ҡәнәғәт булыуын билдәләне. Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан көҙгө-ҡышҡы йылытыу осорона әҙерлек, ремонт эштәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу буйынса дөйөм алғанда алдынғылар рәтендә булған, төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырылған. "Ҡала мэры вазифаһында ышаныслы, көслө, хужасыл, ҡала хужалығы менән идара итә алырлыҡ, ҡала халҡы, ҡала округы депутаттары, предприятие етәкселәре менән яҡшы мөнәсәбәт булдырырға әҙер етәксене күрергә теләгәйнем. Был эш өсөн, әлбиттә, әҙерлекле, тормош һәм кәрәкле эш тәжрибәһе булған кеше кәрәк ине", - тине Рөстәм Хәмитов. Һәр кем үҙ урынында, үҙе белгән эште эшләргә тейеш шул. "Ҡайһы бер кандидаттарҙың гражданлыҡ пафосы көслө булды, - тигәйне кандидаттарҙан имтихан алыу буйынса Эксперт комиссияһы рәйесе Сергей Лаврентьев.- Әммә пафос көсө менән генә муниципаль идарала бер эш тә ҡыйратып булмай..." Ә шулай ҙа имтихан, конкурс - яҡшы һынау. Һәр хәлдә, "ауыр ишектәрҙе" кем аса ала икәнлеген һынай торған бер сара бит инде ул.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.



милли идеяға торош
ХӘҠИҠӘТ ЙӘН ҺАҠЛАР...

XIX быуатта бер кем дә бер кемгә лә эш урындары әҙерләп бирмәгән, колхоз-совхоздар ҙа, завод-фабрикалар ҙа булмаған. Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, быуаттар буйына үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар бөтөнләй осрамаған.


ил-йорт хәбәрҙәре
АҒИНӘЙҘӘР...
бер ҡорға тупланды

Мәләүездә Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханала райондың башҡорт йәмәғәтселеге Ағинәйҙәр ҡоро ойоштороу тураһында йыйылып һөйләште. Ултырышты китапхананың башҡорт секторы мөдире Рәзилә Ҡотлогилдина ойошторҙо.


милләт балҡышы
ТУБЫҠЛАНЫРҘАЙ БУЛЫРБЫҘ ҘА,
илебеҙ генә булмаҫ...

Ире ни ҡәҙәр холоҡһоҙ һәм асыулы булһа ла, ҡатыны тәрбиәле булһа, ул үҙ вазифаһына иғтибар итеп, иренең холҡон яҡшырта белер. Ҡатын тырышһа, ире менән гүзәл көн үткәреүгә ирешә алыр. Күркәм йәшәү нәҡ тә шулдыр.


диалог
ЯҘЫУСЫ МЕНӘН БАҠСАСЫ БЕР-БЕРЕҺЕНӘ...
ҡабаттан йөҙ менән боролһон

Һайлауҙар алдынан арабыҙҙан кемдер халыҡҡа сығып мөрәжәғәт иттеме икән? Әҙиптәр матбуғат аша ла, һәр өйгә үткән телевидение-радио аша ла үҙ фекерен еткереп торорға тейеш. Бына шуны гражданлыҡ позицияһы тип аңлайым.


әйҙәгеҙ...
БАЛАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ
ҡышҡы уйындар уйнайыҡ!

Бала саҡтың бер иртәһендә йоҡоғоҙҙан уянып, тәҙрәнән ҡарағас та бөтөн ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡаплауын күреп, күңелегеҙҙе тыйып торғоһоҙ шатлыҡ биләп алғанын хәтерләйһегеҙме? Төнгә тиклем тауҙан шыуыуҙар, ҡар бәрешеп уйнауҙар, бейәләйҙәр һыуланып, шаҡылдап туңғансы урамда йөрөүҙәр һәр кемдең иҫендәлер, моғайын.



PDF форматында күсереү (1.30 mb)



Киске Өфө
 

Бер аҡыл эйәһе шулай тигән: "Мин был донъяла берәүгә лә нәфрәт менән ҡарамайым. Сөнки нәфрәт иҙ тәүҙә үҙ хужаһын эстән кимерә. Нәфрәтләнеүсегә ҡарағыҙ: ул һәр ваҡыт ауырыу, бәхетһеҙ һәм асыулы. Ә уның нәфрәте төбәлгән кеше, ғәҙәттә, тормоштан йәм табып, һәр көнөнә ҡыуанып йәшәүсе. Ул һәр ваҡыт шат, уңышлы, бәхетле һәм һау-сләмәт. Башҡаларҙы күрә алмау, нәфрәтләнеү - ул бик мәшәҡәтле, файҙаһыҙ һәм мәғәнәһеҙ шөғөл. Нәфрәт йөрәк көсөңдө тартып ала һәм һине ауырыу яһай икән, ниңә уны үҙебеҙгә яҡын ебәрергә һуң?.."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогы

Ты верно попал! ;)

Мәскәү башҡорттары сайты

Башҡортостан журналистар союзы сайты

Башкирский Курултай - Челябинская областная общественная организация

 
Беҙҙең төймә
 

Коды:
 
Баш бит Һуңғы номер Фотоатартма Яҙылыу Гәзиттә реклама УҠЫУСЫ ҺҮҘЕ Архив Редакция «Киске Өфө» блогы
© 2012 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt