ИСЕМЕНӘ КҮРӘ - ЕҢЕҮЕ
Өфөнән "Салауат" өлгөлө бейеү академияһы XI "Дуҫлыҡ йондоҙлоғо" Халыҡ-ара конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Конкурс Нальчикта (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) үтте.
Йәш таланттар был ҙур мәҙәни майҙансыҡта "Башҡортостан" дәүләт концерт залының һәм бөтә республикабыҙҙың данын юғары дәрәжәлә яҡланы. Академия етәкселәре Маргарита Ғәндәлипова һәм Рөстәм Ғәндәлипов, шулай уҡ педагог Салауат Бакиров етәкселегендә йәш бейеүселәр яҡшы әҙерлек, юғары башҡарыу оҫталығы һәм сағыу милли колорит күрһәтте. Төп маҡсаты милләт-ара бәйләнештәрҙе һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыу булған конкурста төрлө төбәктәрҙән көслө ижади коллективтар йыйылғайны, әммә тап Өфө бейеүселәренең сығышы жюриҙың иң юғары, бер тауыштан бирелгән баһаһына лайыҡ булды. Кавказда үткән сәфәрҙең көҙгө мәктәп каникулдарына тура килеүе лә үҙенә күрә символик мәғәнәгә эйә һәм ул балаларға сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Көсөргәнешле конкурстан тыш, йәш артистарҙы бай мәҙәни программа көтә ине: поездағы оҙон юл атмосфераһы, Ҡабарҙы-Балҡар халҡының йолалары менән танышыу һәм мөһабәт Эльбрусҡа экскурсия. Был тәжрибә ансамбль ҡатнашыусыларын туплап ҡына ҡалманы, ә киләсәктәге сығыштар өсөн ҡеүәтле илһам сығанағы ла булды.
байрам уңайынан
ХӘҠИҠӘТ – БЕРҘӘМЛЕКТӘ
Бола осоро башланыуға тиклем дә башҡорттар Урыҫ дәүләтенең хәрби хеҙмәтендә була. Түбәнге Новгород воеводаһы А. С. Алябьев ғәскәре составында улар Лжедмитрий II яҡлыларға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.
ЯИ-КӨФӨ менән әңгәмә
УЙЛАУ КӘРӘКМӘГӘН ЗАМАН: КЕШЕЛЕККӘ "КОГНИТИВ ЯЛҠАУЛЫҠ" ҠУРҠЫНЫСЫ ЯНАЙМЫ?
Когнитив ялҡаулыҡ - был кешенең логик уйлауҙан, мәғлүмәт эҙләүҙән бөтөнләй баш тартыуы. Уға мәҡәлә яҙыу йәки һорауға яуап табыу өсөн китап уҡып, анализлап ултырғансы, нейроселтәр аша 3 секундта әҙер яуап алыу күпкә еңелерәк. Кеше үҙенең мейеһен эшләтеүҙән баш тарта.
Геройҙар дәүере
БАТАЛЬОНДЫҢ АБРУЙЫ ЮҒАРЫ
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальоны сафын башлыса йәштәр тулыландыра, ти Башҡортостан Башлығының Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин. Быны ул яңы төр ғәскәрҙең элиталы булараҡ танылыуы менән аңлата.
донъя шаңдауы
ПУТИНДЫҢ ДИПЛОМАТИК МАРАФОНЫ
Саммит өс көн буйы дауам итте, юғары кимәлдә күҙмә-күҙ 20 осрашыу, континенттың 54 иленән килгән 48 делегация менән бер үк ваҡытта 12 осрашыу үтте, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса 166 килешеүгә ҡул ҡуйылды.
психолог ыңғайға көйләй
МИНЕҢ МЕНӘН ДУҪЛАШМАЙҘАР...
Үҙен "сит кеше" итеп һанаған бала нимә тоя? Ул ояла. Үҙендә нимәлер дөрөҫ түгел, башҡаларҙан ҡайтыш итеп һанай. Класта утыҙ кеше араһында ла үҙен яңғыҙ тоя.
күптән түгелге тарих
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
Өлкә комитет етәкселәренә үҙгәртеп ҡороу ҙа, билдәлелек тә юҡ һымаҡ ине. Мәсьәләләрҙе үҙҙәренең кабинеттарында ғына хәл итергә өйрәнгән түрәләр гәзиттәр менән ҡысҡырынып, ҡурҡытып "идара итеү"ҙән арына алманы.
хәтеркитап
ЯРАТҠАН ЭШ ЯЛҠЫТМАЙ, ЙӘКИ МИНЕҢ ТЕЛЕВИДЕНИЕҒА БӘЙЛЕ ЯҘМЫШЫМ ТУРАҺЫНДА
Телевидение - дүртенсе власть, тиҙәр. Бының шулай икәненә ышанам хәҙер. Тағы ла: театр - тормош, тиһәләр, телевидение - тормоштоң күршеһе, тиер инем мин. Ә күрше бөтәһен дә белә.
Рамаҙан Өмөтбаев
ЯЙЫҠ КАЗАГЫ -1
Күлмәксән генә алдында ултырған Рәжәптең ябыҡ арҡаһынан бөрккән тылсымлы йылылыҡ үҙ бала тәненең боҫрауын бер ваҡытта ла татымаған Аверьяндың ҡан тамырҙары буйлап йүгерҙе, ул үҙен бәхет ҡошо тотҡандай хис итте.
тетрәндерер тамаша
ҺӘР ӨСӨНСӨ БЕЛОРУС...
Ике йыл элек кенә "Башҡортостан улдары Белоруссия өсөн һуғыштарҙа" китабы донъя күрҙе, унда мәңгелеккә Белоруссияла ятып ҡалған 558 Башҡортостан ир-егетенең исеме мәңгеләштерелгән.
Ағинәй аҡылы
МӨЛДӨРӘМӘ АҠЫЛ ТУЛЫ ҒҮМЕР
Урамға уйнарға сыҡҡан саҡтарында "Әсәйең кулак балаһы", тип уйнатмай, ҡыуып ҡайтаралар балаларҙы. Имеш, кулак икән, тимәк, бай. Ә бай булыу, байлыҡ - ул социалистик ҡоролош өсөн ят күренеш, кеше ярлы йәшәргә тейеш.
Ирәндек үҙемлектәре
ҠАРА ҠАЙЫН ҠАЙҒЫ КИЛТЕРӘМЕ?
Ҡайын тураһында һүҙ сыҡҡанда беҙ, ғәҙәттә, лирик тойғоларға бирелеүсән булып китәбеҙ. Кемдер ауыл ситендәге ҡайын сауҡалығын хәтеренә төшөрһә, икенселәр Урал тауҙарының ҡосаҡҡа һыймаҫ олонло йөҙйәшәр мөһабәт урмандарын күҙ алдына килтерә.
һаҡ булығыҙ!
БАЛАЛАРҒА...
Йәшенмә! Был иң мөһим ҡағиҙә. Ҡурҡыныс янағанда, карауат аҫтына йәки шкафҡа инеп йәшенеү теләге барлыҡҡа килә. Бер ҡасан да улай эшләмә! Төтөн өҫкә күтәрелә, ә карауат аҫтында йәки шкафта һауа ҡалмай. Һине табыуы бик ауыр буласаҡ.
мәҙәни майҙан
ТАУЫШЫНДА -ТАРИХ...
Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә "Тауышында тарих" исемле 17 йәшкә тиклемге балалар араһында бәйге үтте.
|