БАШҠОРТОСТАН
БЫНДА БАШЛАНА!
Сөн ярынан алыҫтарға баҡтым,
Офоҡтарҙа даръя-баҫыу аҡты,
Бар тарафта донъя ниндәй яҡты,
Ҡан тибешем офоҡтарҙы ҡаҡты:
- Башҡортостан бында башлана!
Туҡтап ҡалдым Яйыҡ туғайында,
Аҡ нур яғыла кеүек һәр ҡайындан,
Талпына ла күңелем күктә тулай,
Яҙ айында һабан турғайындай:
- Башҡортостан бында башлана!
Башҡортостан мине ҡаршы ала,
Ҡайтһам һыуҙар кисеп, ил урап,
Ҡабырғаһын, һыртын бора белмәй,
Ҡояш кеүек ҡарай туп-тура.
- Республикам, бына башландың! - тип,
Әйткәнемдә ергә ҡапланып,
Ишетәмен ерем ҡуйынынан
Сабыр ғына тауыш аҡҡанын:
- Яйыҡ туғайынан Сөн ярына,
Юшатырҙан Әйгә ҡәҙәрле
Йәйрәп ятҡан ерҙең күңелеңә
һәр ҡарышы,
һәр ҡарашы, беләм, ҡәҙерле.
Ҡайтҡан һайын һыйынаһың миңә,
Берсә көлөп, берсә уйланып.
Тик мин һуҡмаҡтарҙан ғына түгел,
Башланам бит һинән, уланым.
Мин бит башланамын һинән, унан,
Кешеләрем, һеҙҙән башланам!
Юлдар һеҙҙе ҡайҙа ғына илтмәй,
Яҙмыш һеҙҙе ҡайҙа ташламай...
Ә мин мәңге бында - Уралымда,
Тик булмышым инде өр-яңы:
Минең янға донъя килмәһә лә,
Үтеп сыҡтым бөтә донъяны.
Моң-шатлығын илдең тигеҙ күреп,
Ил алдында һүҙен тиң әйтеп,
Уландарым ҡайҙа ғына йөрөмәй,
Ҡоласымды минең киңәйтеп.
"Башҡортостан!" - тиеп, улдарыма
Алыҫ ҡитғаларҙа ҡарай ер.
Кешем намыҫында кер күрһәләр,
Ғәрлегемдән йөҙөм ҡарайыр.
Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!
Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.
Йөҙөгөҙ аҡ булһын,
Миңең кеүек,
Минең кеүек - Башҡортостан кеүек,
Был донъяға тура ҡарарлыҡ.
Рауил БИКБАЕВ,
башҡорт халыҡ шағиры.
Өфө тәртиптә!
"ҠУРАЙ" КАБИНЕТЫ АСЫЛДЫ
Республика байрамы алдынан Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында "Ҡурай" кабинеты асылыуға арналған матур тантана булды
Геройҙар дәүере
ҺӨНӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫУ ДАИРӘҺЕ КИҢ
БПЛА подразделениеларында төп эште операторҙар һәм техниканы хеҙмәтләндереү буйынса белгестәр башҡара. Уларҙан тыш, дрондар өсөн зарядтар әҙерләгән саперҙар, водителдар һәм башҡа һөнәр эйәләре лә хеҙмәт итә.
байрам айҡанлы
БАШҠОРТОСТАН ДӘҮЛӘТСЕЛЕГЕ ТАРИХИ ФЕНОМЕН УЛ (Сәйәси эссе)
Уйғыр ғалимы Мәхмүт Ҡашғари йәшәгән ерҙәрҙән Көньяҡ Уралға тиклем әллә нисә мең саҡрым каруан юлдары ята, шуға ҡарамаҫтан, ул башҡорт халҡы хаҡында хәбәрҙар булып, уны төп 20 төрки ҡәүемдәре иҫәбенә индерә.
донъя шаңдауы
УРЛАНҒАН МАЛДА БӘРӘКӘТ ЮҠ
Европа лидерҙары Украинаның коррупция һаҙлығына батҡан дәүләт икәнлеген яҡшы белә, ләкин шуныһы ла бар: Европаның да юғары кимәл әһелдәре Киев менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, йәғни бүленгән 90 млрд евроның байтаҡ өлөшө бағыусыларҙың үҙ кеҫәһендә ҡала.
иң мөһиме
МИЛЛӘТ ҠОТО - ТУҒАН ТЕЛ
"Туған тел - милләт ҡотон һаҡлаусы ҡуҙ. Халыҡты милләт итеп туплаусы төп шарт. Туған тел - тарихыбыҙға, ижадыбыҙға, ғөмүмән, тотош рухи байлығыбыҙға юл асыусы алтын асҡыс.
күптән түгелге тарих
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
Партия, совет, профсоюз ойошмаларының һәм ауыл, ҡала кешеләренең бергәләп эшләүе, уларҙың хеҙмәттәшлеге үҙ-ара ышаныс тыуҙыра, ауырлыҡтарҙы үтергә әҙер булыу һәм еңеүгә өлгәшеү мөмкинлеген бирә торғайны.
заман башҡорто
ҠУРАЙ ДАНЫ - БАШҠОРТ ДАНЫ УЛ
Башҡа милләттең мәҙәни мираҫын, хатта тарихын үҙләштереү, үҙеңдеке итеп күрһәтеү йәһәтенән ҡурҡыныс бөтөнләй юҡ, тип тә әйтеп булмай. Беҙ бит хәҙер икенсе үлсәмгә күсәбеҙ - һанлы технологиялар һәм интернет дәүеренә.
Спартак Ильясов
АҠСАЙ
Аҡсайҙың йөрөп өрөүенең майҙанына ҡарап, уның ҙур йәнлекте абалағанын төшөндөм. Мышылыр был быҙауы менән, тигән ҡарарға киләм. Эт быҙауға, ә мышы эткә ташланалыр, тигән уй нығынды.
уйлыға - уй
РУХ ҠОШО (Риүәйәт)
Ә рухлылар һаман Рух ҡошон терелтергә тырыша. Көслөрәктәре - көрәшә, көсһөҙөрәктәре инде ситкә сығып китә. Әммә бөтәһенең дә күңеле һыҙлай, бөтәһе лә өмөтһөҙлөктән тонсоғор сиккә етә.
хәтирәләргә төшөп
ҮҘ ШӘХЕСЕН ҮҘЕ ИЖАД ИТКӘН
Бөгөн Европала ла балалар юҡ. Унда күберәк африкандар, төрөктәр һ.б. килә. Әгәр ҙә ауылдарҙы һаҡлап ҡалырлыҡ дәүләт сәйәсәте булдырылмаһа, беҙҙә лә шундай уҡ хәлдәр көтөлмәҫ тимә.
афарин!
ЯУЛАЙҺЫЛАР АЛДА ӘЛЕ
Был юлы беҙ шундай йәштәребеҙҙең береһе - Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Ырымбур егете Илдар АБДУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
|