«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ҺӘЙКӘЛ ТАРИХЫ
+  - 



Әбйәлил районы Байым ауылына оло юлдан ингән һәр кешене Шайморатов генералға ҡуйылған олпат таш һын ҡаршы ала ине. Тәүге һәйкәл 1964 йылда М. Шайморатовтың тыуған ауылы - Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында ҡуйылһа, икенсеһе 1970 йылда Байым ауылында күтәрелә. Йәғни, был скульптура республикабыҙҙа данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тәүге командирына икенсе булып ижад ителгән һынлы сәнғәт әҫәре. Күптән түгел ошо һынды реконструкциялап, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәләк булғандар өсөн ҡуйылған обелиск янына күсереп ултырттыҡ.
Ни сәбәптән һәм ҡасан Урал аръяғында ятҡан ауылда Шайморатов генералға һәйкәл хасил булған икән һуң, тигән һорау шул мәлдә уянғайны.


Үткән быуаттың 50-се йылдарына тиклем хәҙерге Байым ауыл советы территорияһында 5 колхоз булған. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, фронтовиктар тыуған яҡтарына ҡайта башлағас, күптәрен колхоз етәкселәре итеп тәғәйенләйҙәр. Яу яланынан иҫән ҡайтҡан яугирҙар хеҙмәттәштәренә, командирҙарына күңел төптәрендә ихтирам, иҫтәлек йөрөтә, уңайы килеп сыҡҡанда яуҙаштарының исемдәрен мәңгеләштерергә ынтыла. Тәүге шундай башланғыс 1947 йылда Аһылай ауылында теркәлә. Улар айырым колхоз булып бүленеп сыға һәм маршал К. Рокоссовский армияһы составында хеҙмәт итеүселәр яңы колхозды уның исеме менән атарға тәҡдим итә. Тәүге рәйесе Йәһүҙә Аҙнабаев була. 1952 йылда "Баҡса" колхозы рәйесе итеп Байым ауылынан Бәҙретдин Мифтахетдинов һайлана. Ул һуғыш юлын Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында кавалерист булып үтә. Тәғәйенләнгән колхозына командиры Шайморатов генерал исемен биреүҙе дөйөм колхоз йыйылышына ҡуя. Был колхозға ҡараған Йәнекәй, Бәләкәй Ғәбдин ауылдары халҡы уның тәҡдимен хуплай. 1954 йылда Байым ауыл Советына ҡараған ауылдар, "Яңы маяҡ" колхозынан тыш, бер колхоз булып берләштерелә. Ете ауыл халҡын берләштергән хужалыҡҡа дөйөм колхоз йыйылышында М. Шайморатов исемен бирергә тигән ҡарар ҡабул итәләр. Күрше Ташбулат ауыл Советына ҡараған "40 лет Октября" колхозы ла ошо уҡ дивизияның полк командиры, яҡташтары генерал-майор Т. Кусимов исемен ала. Шулай итеп, 50-се йылдар башында, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, М. Шайморатов менән Т. Кусимов исемдәре мәңгеләштерелә. Тыныс тормош шарттарында ике яуҙаш, данлыҡлы генералдар Әбйәлил районы халҡы хәтерендә тергеҙелә. 1964 йылда Шайморатов исемендәге колхоз рәйесе итеп Мәскәүҙең Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлаған Хәмит Ғәни улы Балдашов һайлана. Хужалыҡта талантлы белгес етәкселек иткән осорҙа (1964-1970 йй) колхоз иҡдисади, социаль яҡтан ныҡ үҫешә. Байымда 60 автомобилгә тәғәйенләнгән гараж, 312 урынлыҡ яңы типтағы урта мәктәп бинаһы, ике ҡатлы мәҙәниәт йорто, Ҡыҙыл йылғаһы аша бетон күпер, ашлыҡ һаҡлау өсөн үҙәк ток, 22 фатирлы йорт, Туйыш ауылында замана талаптарына яуап биргән тирмән, ун ауылда ла механизацияланған таш биналы фермалар сафҡа индерелә. Етәксе 1968 йылда генерал исемен йөрөткән колхоз үҙәгендә Шайморатовҡа һәйкәл асыуҙы тәҡдим итә. Шул осорҙа хужалыҡта баш бухгалтер вазифаһын башҡарған Лоҡман Әһел улы Исламов Өфөгә, скульптор Борис Дмитрович Фузеевҡа барып, һәйкәлдең эскизын ҡарап ҡайта.
"Ул осорҙа баш ҡалаға Белореттан самолет менән оса торғайныҡ. Өфөгә барып төшкәс тә тейешле адрес буйынса тәғәйенләнгән мастерскойҙы эҙләп таптым. Скульптор аҡ япманы асып, гипстан эшләнгән һынды күрһәтте. Башына бурка кейгән, бер ҡулына бинокль тотҡан, иңенә накидка япҡан сая ҡарашлы, асыҡ йөҙлө кешене күрҙем.
- Шайморатовҡа оҡшағанмы? - тип һораны скульптор.
- Ғәфү итегеҙ, мин уны күргәнем юҡ, - тип тураһын әйттем. Борис Дмитриевичҡа яуабым оҡшаны. Мөләйем итеп йылмайҙы ла:
- Шайморатов образы өҫтөндә эшләгән осорҙа төп консультантым генерал-майор Кусимов булды. Ижад емешемде Өфөлә йәшәгән Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы ветерандарына ла күрһәттем. Тәҡдимдәренән, кәңәштәренән һуң төҙәтмәләр индерҙем. Һеҙҙән алда ғына генерал Кусимов инеп, "Хас та Шайморатов!" тип сыҡты, - тине. Заказсы ойошма вәкиле булараҡ минең дә ризалығымды алғас, артабан һәйкәлде мәрмәрҙән эшләйәсәген белдерҙе" - тип һөйләй Лоҡман Исламов. Ошо ваҡиғанан һуң йылдан ашыу ваҡыт үткәс, 1969 йылдың октябрь айында, һәйкәл әҙер, тигән телеграмма килә. Колхоздың ике машинаһында Байым-Асҡар-Баймаҡ-Йылайыр-Иҫәнғол-Мәләүез-Стәрлетамаҡ аша (ул ваҡытта Белорет-Инйәр-Архангел аша тура юл юҡ) ике көн тигәндә баш ҡалаға килеп, һәйкәлде ике машинаға тейәп алып ҡайталар. 1970 йылдың апрель айы еткәс, Байым ауылының көньяҡ осона постамент эшләп, колхоздың төҙөлөш бригадаһы ярҙамында һәйкәлде ҡорайҙар. Шулай итеп, 9 Май - Бөйөк Еңеүҙең 25 йыллығына арналған тантанала Шайморатовҡа һәйкәл асыла.
Һуғыш йылдары алыҫлаша барған һайын, тормош шарттары ла яҡшыра. Шайморатов һәйкәленән алыҫ түгел ике ҡатлы матур йорт ҡалҡып сыға. Был монумент ауылымдың йөҙөк ҡашына әйләнә. Ләкин тормош гел алға ғына тәгәрәмәй икән шул. Тәүҙә, 90-сы йылдар башында, көслө дәүләт - Советтар Союзы тарҡала. Күп тә көттөрмәй, данлыҡлы генерал йөрөткән колхоз банкротҡа әйләнеп, "Ҡыҙыл" крәҫтиәндәр хужалығы тигән исемгә күсә. Ул да иҡтисади көрсөккә ҡаршы тора алмай, юҡҡа сыға. Колхоздар, ауыл кешеләре генә бөлгөнлөккә төшмәй икән. Хужалыҡ тарҡалып, ун йыл үтеүгә, ғорурлығыбыҙ булған һәйкәлебеҙҙең дә бәҫе китә башланы. Уның янындағы ике ҡатлы фатир ҙа шәхси ҡулдарға күсеп, йөҙөн юғалтты. Генералдың сая ҡараштары һүрәнләнә төштө һымаҡ, яугирҙың яурындарында тәрән һырҙар асылды. Шулай булһа ла яҡташтарым хәлдәренән килгәнсе ямап-ҡорап, таш һынды ҡурсалап торҙо. Һәр Еңеү көнөндә ветерандар генералға сәскә һалғанда, уларҙың М. Шайморатовҡа ҡарата йәлләнес ҡараштарын тойоуы ауыр, ә йәш быуын алдында икеләтә уңайһыҙ ине...
Бәхетебеҙгә күрә, 2014 йылда Урал арьяғы райондарына Бөтөн донъя банкы урындағы башланғысты хуплау проектын тормошҡа ашырыу буйынса пилот проект тәҡдим итте. Был проектҡа ярашлы, урындағы халыҡ үҙе кәрәкле тип һанаған социаль объекттарға ремонт эштәре башҡара ала. Дөйөм смета проект суммаһының 10 процентын - урындағы халыҡ үҙе, 10 процентын - ауыл Советы, 5 процентын бағыусылар индерә, ә ҡалған сумманы Бөтөн донъя банкы түләй. Ошо хаҡта белгәс, ауылдаштарым башҡа проблемаларын ситкә ҡуйып, йыйында Шайморатов һәйкәлен Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар обелискыһы янына күсереп, икеһенә лә капиталь ремонт эшләргә тигән ҡарар сығарҙы. Был изге эшкә берәү ҙә ҡаршы төшмәне. Һәр йорттан аҡса йыйып, ауыл Советы, бағыусылар һәм Бөтөн донъя банкы аҡсаһы менән 1 млн 498 мең һумлыҡ аҡса тупланды. Үткән йылдың декабрь айында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата һуғыш яланында йәндәрен фиҙа ҡылған ата-бабаларыбыҙ хөрмәтенә оло бурысыбыҙҙы үтәп, йәш быуын алдында биткә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәй мөһабәт монумент барлыҡҡа килде. Генерал хәҙер Байым ауылының Дан аллеяһында ғорур баҫып тора.

Илдар ИСЛАМОВ.
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.15 | Ҡаралған: 1866

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru